Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәй белергә кәрәк
Йәшәй белергә кәрәк Бикйән эшкә килеп, ҡулына ҡәләмен алырға өлгөрмәне, әсе итеп телефон сырылданы. Егет йәһәт кенә трубкаға үрелде.
– Сәләм, Бикйән!
– Сәләм! Әллә, Сәйфетдин, һин инде! О-о-о-о, хәлдәр нисек? – Уҡып бөтөүгә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, хәбәр-хәтере булмаған курсташының тауышын ишетеүгә Бикйән ифрат ҡыуанды. Бергә булған саҡтарҙа әллә ни иғтибарға алмаһаң да, аҙаҡ шул мәл иҫкә төшә икән шул. Ни тиһәң дә, өс йыл бер бүлмәлә йәшәнеләр, бер табаҡтан ашап-эстеләр, тигәндәй. Уҡыған саҡта әллә ни дуҫ булыуын-булманы, шулай ҙа һағындырған.
– Бына нимә, – тип телгә килде Сәйфетдин. – Әлегә оҙаҡ итеп һөйләшеп торорға ваҡыт яғы наҡыҫ. Иртәгә һеҙҙең районға уҡытыусылар конференцияһына барабыҙ. Шунда иркенләп һөйләшербеҙ әле. Осрашҡанға ҡәҙәр.
– Ярай!
Бикйәндә эш ҡайғыһы китте. Көтмәгәндә курсташының шылтыратыуы уны шаулы, күңелле студент осорона алып ҡайтты. Бигерәк ғәмһеҙ, бер ниндәй хәсрәтһеҙ йәшәлгән ул осорҙа. Хатта биш йыл буйы яҡын дуҫтарға әүерелеп бөткән егеттәр, ҡыҙҙар менән бер көн төрлөһө төрлө тарафҡа таралышыр тип уйлап та бирмәгәндәр.
Бер бүлмәлә дүрт егет ине улар. Араларында Сәйфетдин генә унынсынан һуң килгәйне. Ә улар өсөһө лә – әрменән һуң. Иң йәше булһа ла, йылғырлығы, сослоғо менән аптырата торғайны һабаҡташтарын.
– Һин бит университет бөтөп тыуғанһың, ни өсөн бында тәк зерәгә икмәк серетеп йөрөйһөңдөр, – тип шаяртып алғандары хәтерҙә.
Уҡырға инеп, тирә-яҡ мөхиткә бер аҙ эйәләшеп алғас, Сәйфетдин студент тормошон райондаштары менән танышыуҙан башланы.
– Фәлән Фәләнович беҙҙең яҡтан икән. Барып танышайым әле, – тип сығыр ҙа китер ине.
Үҙенең әрһеҙлегенә, илгәҙәк­легенә шаҡ ҡатырһың. Оялмай ҙа, уңайһыҙланмай ҙа. Кемдер аша уҡыу йортоноң профком рәйесе уларҙың төбәгенән икәнлеген ишетеп ҡалыу менән шунда осто. Барған, танышҡан. “Мин һеҙҙең яҡташығыҙ”, – тигән.
Тиҙҙән ауылдан бер сирек бал күтәреп килгәс, хәҙер өҫтәлгә сәй эсергә ултырта икән тип ымһын­ғайнылар, юҡ.
– Әсәйем шул ағайға күстәнәс итеп ебәрҙе, кешегә йомарт булырға кәрәк, тип өйрәтә, – тине.
Ә һуңынанмы? Әйләнгән һайын профилакторийҙан сыға белмәне.
– Егеттәр, ниңә һеҙ ҙә барып ятмайһығыҙ ул?! Унда йәннәттең үҙе, – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған. – Бушҡа ашаталар, эсерәләр, хәтәр рәхәт!
– Ауырымаған килеш унда нимә тип йөрөйһөң?!
– Эх, һеҙ, бигерәк бер ҡатлыһығыҙ инде. Әллә ауырыған кеше генә профилакторийға бара тиме! Йәшәй белмәйһегеҙ шул, егеттәр, йәшәй белмәйһегеҙ!
Аралашырға әүәҫ ине Сәйфетдин. Кеше менән танышыуы нисектер тәбиғи килеп сыға уның. Дәрестә уҡытыусыға кәрәк булһа ла, булмаһа ла һорауын бирер, кәңәш һорар. Байрамдар мәлендә барыһынан да тиҙ генә аҡса йыя һалып, ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға сәскә бүләк итергә атлығып торған кешене нисек яратмаһындар инде!
Бүлмәне, ятҡан карауатын йыйыштырырға яратмаһа ла, үҙен ҡарарға, килешле итеп кейенеп йөрөргә йыбанманы. Һәр ваҡыт ҡарҙан ағыраҡ күлдәктә булыр, галстугы ла йә ҡыҙыл, йә һары кеүек сағыу төҫтә. Бүтәндәрҙең джинсы, кофта кейеп йөрөүен аңламай ине.
– Егеттәр, һеҙ бигерәк ҡыҙыҡ инде, колхозсы һымаҡ ағарып бөткән джинсы, шалпайып төшкән джемпер кейәһегеҙ ҙә йөрөйһөгөҙ. Беҙ бит буласаҡ интеллигенция вәкилдәре, етәкселәр. Килешмәй улай йөрөү. Ундайҙарҙы күреп тә бармайҙар. Солидный булырға кәрәк.
Сәйфетдиндең ата-әсәһе хәлле генә йәшәй ине булһа кәрәк. Ауылға ҡайтҡан һайын балын, ҡаҙын сумкаһын тултырып килтерә лә төпкәрәк тығып ҡуя.
– Тейеп ҡуймағыҙ инде, фәлән уҡытыусыға алып килгәйнем, әсәйем биреп ебәрҙе.
Бер саҡ ир-ат оҙон, салғыйы ергә саҡ теймәй торған күн плащ кейә башланы. Улар ҡала урамдарында әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташланып, айырылып тора. Бүтәндәр улар эргәһенән битараф ҡына үтмәй. Ниндәйҙер дәү урында эшләгәнлектәре күренә. Осраған берәүгә, ошо бур түгелме икән тип шикләнеп, һағыҙаҡ кеүек йәбешергә әҙер торған полиция хеҙмәткәрҙәре лә уларҙы туҡтатырға ҡыймай.
– Миңә лә шундай плащ кәрәк ине, – тине бер мәл Сәйфетдин.
Бармаған магазины, баҙары ҡалманы. Әммә таба алмай тәҡәте ҡороно. Ул саҡта магазинда кейем-һалым юҡ, сауҙа кәштәләре тап-таҡыр. Иптәштәрен иҫкәртеп ҡуйырға ла онотманы:
– Егеттәр, ҡарабыраҡ йөрөгөҙ әле, шунда миңә тигән плащ ятмаймы икән?
– Ярай, ярай.
Бер заман шулай, Морат булды шикелле, Стәрле баҙарында шундайыраҡ кейем күреүен ҡайтып әйткәс, Сәйфетдин ах та ух килде, ыуаланды.
– Их, бөтмәһә генә ярар ине!
Ҡышҡы сессия ваҡыты. Барыһы ла үлә-бата имтиханға әҙерләнә. Йыл әйләнәһенә бирелгәнде уҡып барһаң, ул тиклем ҡыйын булмаҫ ине лә. Килеп терәлгәс кенә иҫкә төшә шул имтихан тигән нәмәләре. Кемдер китапты һоғонорҙай булып уҡый, икенселәр “бомба” әҙерләй. Өлкәнерәк курс студенттарынан ул профессорҙың ниндәйерәк икәнлеген яҡшы беләләр. Бик талапсан, билдәне һығып-һығып сығара. Бәғзе берәүҙәргә уның фәненән “өслө” алыу ҙа ҙур баһа. Белмәйһең икән, йәлләп-мәлләп тормай, тота ла “икеле” сәпәй, ти. Ә Сәйфетдин быға аптырап та бирмәне.
– Егеттәр, мин Стәрлегә һыпырттым, – тип китте лә барҙы. Ә ки­сен теге плащты тәки алып ҡайтты. Уны бер кейеп, бер сисеп, ҡарағыҙ әле, килешәме, тип уларҙы аптыратты. Унан көҙгөгә бағып:
– Министрға оҡшап торам, ивет, – тип уларҙың хуплауын көттө.
– Шулай шул.
Иртәгәһенә Сәйфетдин ҡып иттереп кейенеп, ҡултыҡ аҫтына папкаһын ҡыҫтырып, башына эшләпәһен ҡырын һалып имтиханға китте. Бығаса әллә ни көс түкмәйенсә генә башҡа фәндәрҙән йырлап тапшырған “министрға” тороп ҡалған фәндән имтихан биреүе, ай-һай, еңелдән булманы. Бер барҙы, ике барҙы. Өсөнсөһөндә көскә “өслө” алып, атҡа атланғандай ҡыуанып ҡайтты ул. Шулай итеп, стипендиянан да ҡолаҡ ҡаҡты. Аҙаҡ барыбер ауылдан ниндәйҙер яҙыу килтереп, профком аша матди ярҙам алып йөрөнө.
Сәйфетдиндең үҙенән ике йәшкә оло апаһы ла бар ине, ҡустыһы янына йыш килде. Бер мәл апаһы кейәүгә сыҡҡас, буласаҡ еҙнәһен өнәмәй, кит, нимә тип шуға сыға икән, тип һөйләнде. “Үҙҙәре бер-береһен оҡшатҡас, шул еткән, һиңә уның менән йәшәргә түгел”, – тигәс:
– Етем бит ул, атаһы ла юҡ, – тип шаҡ ҡатырғайны.
...Иртәгәһенә Бикйән кискә ҡарай мунса яҡты, ҡатыны матур итеп өҫтәл әҙерләне. Хәҙер һыйланаһы ғына ҡалды. Тик фәлән сәғәттәрәк килермен тигән Сәйфетдин һаман күренмәй. Уларҙың ҡунаҡханала туҡталыуын белгән Бикйән шунда йүнәлде лә юл ыңғайы эргәһендәге магазинға керҙе. Бәй, Сәйфетдин дә шунда пакет тултырып әйбер алып тора.
Ҡосаҡлашып күрешкәндән һуң:
– Әйҙә, беҙгә киттек, ҡатын көтә, – тине Бикйән.
– Ҡайҙа? – Сәйфетдин аптырап уға ҡараны.
– Бәй, оноттоң дамы ни? Беҙҙә осрашырға һөйләшкәйнек бит.
– Шулай шул! – Сәйфетдин шулай тине лә йөҙөнә үкенгән төҫ сығарҙы:
– Дуҫ, ғәфү итерһең инде, барып булмай.
– Ниңә улай тиһең? Эшегеҙ бөттө лә инде.
– Уныһы бөтһә лә, алда иң мөһиме тора. Беҙҙең район хакимиәте башлығы урынбаҫары ла бында. Бөгөн миңә уны мотлаҡ күреп һөйләшергә кәрәк. Бигерәк уңай ваҡыты сығып тора. Әле бына шуға әҙерләнеп йөрөүем, – Сәйфетдин пакетындағы затлы коньякка төртөп күрһәтте. – Йәшәй белергә кәрәк бит!
Шулай итеп, ул көндө уның менән бергә һөйләшеп ултырыу бәхете тәтемәне. Күрәһең, миңә ҡарағанда түрә ағайға иғтибар күрһәтеүҙе мөһимерәк һанағандыр тип уйлай-уйлай кире өйөнә йүнәлде.
...Унан һуң бер нисә йыл үтте. Бер мәл Сәйфетдиндең район хакимиәтендә эшләй башлауы ишетелде. Тағы бер ҡәҙәр ваҡыттан ялан кеүек иркен фатир алған, тинеләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21