Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Утҡа ингән күбәләк
Утҡа ингән күбәләк Рәсимәнең улы армияға китте, ә бер аҙнанан ирен дә ҡулға алып, төрмәгә яптылар. Малайҙарын оҙатыу кисәһенән алып айный алмай эсте лә эсте шул бисара. Ахыр сиктә аҙғынлыҡтың сигенә сыҡты: бер шешәләш әшнәһенең башына етте. Ҡыҫҡаһы, сабыр, тыйнаҡ, уңған ҡатын шул миҙгелдә донъяла япа-яңғыҙы тороп ҡалды.
Хәйер, бөтөнләй үк яңғыҙ тип әйтеп булмай үҙен: күрше ауылда, үҙҙәренең төп йорттарында ғүмер йомғағын яй ғына һүткән әсәһе һәм илдең төрлө төбәктәренә һибелгән туғандары бар бит әле. Тик тормоштоң иң ауыр минуттарында ниндәй ҙә булһа ярҙам һорап уларға мөрәжәғәт итмәҫкә ҡарар итте Рәсимә. Тәрән хәсрәт утында дөрләп янһа ла, әҙәм балалары күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыһын үҙе генә еңеп сығырға булды. Үҙҙәренән бер нисә өй аша ғына йәшәгән яҡын әхирәте Фәһимә уға шул ҡатмарлы, ҡара көндәрҙә аҡыллы кәңәшсегә, ышаныслы терәк-таянысҡа әүерелде. Уй-фекерҙәрен һәм эс серҙәрен ул ошо һиҙгер күңелле, итәғәтле, мөләйем ханым менән генә уртаҡлашты.
Бына бөгөн дә киске эштән арып ҡайтты Рәсимә. Йорттарының ишеген асып инеп, тәүҙә күтәрмәлә, унан аш-һыу бүлмәһендә ут яндырҙы, почта йәшнигенән гәзит-журналдарын алып өҫтәлгә ҡуйҙы ла, сәй ҙә эсеп тормайынса, мал ҡарарға сығып китте. Уның ҡайтыуын һиҙгән мал-тыуар, үҙенең барлығын белдереп, берәм-берәм ҡысҡырырға кереште. Ул барыһына ла аҙбар башынан хуш еҫле болон бесәне төшөрөп һалды, унан һуң аҡыллы һыйырын һауҙы ла, эшен теүәлләп, йәнә өйгә инде. Мөлдөрәмә тулы биҙрәләге һөттө һөҙөп, һыуытҡысҡа урынлаштырҙы, аш йылытты, сәй ҡуйып ебәрҙе.
Тамаҡ ялғап алғандан һуң, йәһәт кенә һауыт-һабаһын йыуып, йорт эштәрен ҡараштырҙы, йоҡларға урын йәйҙе һәм иркенләп гәзит-журнал уҡырға ултырҙы. Иң тәүҙә район гәзитен ҡулға алып асып ебәреүгә, уның эсенән иҙәнгә бер хат килеп төштө. Эйе, бик йыраҡтан, иректән мәхрүм итеү урынынан, килгән, хәләле яҙып һалған тәүге сәйер хат ине ул... Рәсимә уны ҡабалана-ҡабалана уҡып сыҡты ла, күңеле тулып, илап ебәрҙе, ә унан һуң моңһоу хәтирәләргә бирелде.
...Ишле балалы, аталы-әсәле, алтын ҡанатлы ғаиләлә тыуып үҫә Рәсимә. Уҡыуҙа “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Урта мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, уҡыуға ғәжәйеп һәләтле, яғымлы, һөйкөмлө ҡыҙҙарын баш ҡалалағы ауыл хужалығы институтының иҡтисад бүлегенә ебәрһәләр ҙә, бында белем алғыһы килмәй уның. Яҡындарының өгөтләүенә, ялбарыуына ҡарамаҫтан, ул документтарын кире ала ла, әхирәте менән индустриаль-педагогия техникумына илтеп тапшыралар. Шулай итеп, Рәсимә өсөн шау-шыулы, ығы-зығылы ҡала тормошо башлана. Һигеҙенсе кластан алып дуҫлашып йөрөгән егете Фәнис күҙ уңынан ысҡындырырға теләмәй үҙен. Ул да баш ҡалаға килеп, ҙур автотранспорт предприятиеһына водитель булып эшкә урынлаша. Йәштәр кистәрен осрашып, ваҡыттарын бергә үткәрә, бер-береһенән мәңге айырылмаҫҡа һүҙ бирә.
Тормош талғын ғына үҙ яйына ағыла ла ағыла. Рәсимә техникумды уңышлы тамамлап, билдәләмә буйынса Архангельск өлкәһенә эшкә юллана. Үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт юлын яҡшы ғына башлап ебәрә лә бит, тик һөйгәне һис тынғы бирмәй: бер туҡтауһыҙ хаттар яҙып, уны тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырға күндерә. Алмағастар шау сәскәгә күмелгән май айында, ике яҡта ла ашығыс рәүештә туй яһап, йәштәр йәнә күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән сит-ят тарафҡа ынтыла – Магнитогорск ҡалаһына бәхет эҙләп сығып китә.
Яҙмыштары шундай булғандыр инде, күрәһең, өлкән йәштәге ата-әсәләренең “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул!” тигән өгөт-нәсихәтенә лә ҡолаҡ һалмай улар. Металлургтар ҡалаһында бер йыллап йәшәгәс, Фәнис бергә эшләгән иптәшен вәхшиҙәрсә туҡмап, беренсе тапҡыр төрмәгә эләгә. Хәләле иһә был күңелһеҙ ваҡиғанан һуң ауылына ҡайтып китергә мәжбүр була. Ауырлы килеш тыуған өйөнә ҡайтып йығыла. Еләкле, йәмле йәйҙә һау-сәләмәт ир бала таба. Ғәзиз әсәһенең ярҙамы менән уны тәрбиәләй, өҫтәүенә кәрәк-ярағын йүнәтеп, тормош иптәше янына осрашыуҙарға ла барып йөрөй. Өс йылдан һуң Фәнисте иреккә сығаралар, ул да тыуған ауылына ҡайта. Шул саҡта йәш ир менән ҡатын бәхеттең бик йыраҡта, ете диңгеҙ аръяғындағы Ҡаф тауы артында түгел, ә тыуған ерҙә, үҙ ҡулдарыңда булыуын яҡшы аңлай.
Иренең ата-әсәһе янында бер аҙ йәшәгәс, иҫке йорт һатып алып, башҡа сығалар. Икеһе лә күмәк хужалыҡтағы малсылыҡ тармағына эшкә урынлашып, тырышып-тырмашып донъя көтә башлайҙар. Аҙбар тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, уларҙы йыл әйләнәһенә һуйып һатып, өр-яңы йорт-ҡура төҙөргә аҡса йыялар. Шул осорҙа улдары Айрат та үҫеп етә. Ауылдарындағы яңы урамдан йорт нигеҙе һалынған әҙер урын алып, матур донъя ҡоралар.
Эх, тырыш хеҙмәттәренең игелеген күреп, уңыш-ҡаҙаныштарына ҡыуанып, яңы йортта рәхәтләнеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит уларға!.. Ләкин тормош әҙәм балалары уйлағанса ғына бармай шул. Улдарын ҙурҙан ҡубып мәжлес ойоштороп армия хеҙмәтенә оҙатҡас, Фәнис йәнә “йәшел йылан” менән дуҫлаша һәм үҙ-үҙен белмәгәнсе эсеп, мәңге ғәфү итмәҫлек, ҡот осҡос енәйәт ҡыла. Был юлы ул шешәләш әшнәһен теге донъяға оҙатып, ете йылға төрмәгә эләгә...
Ауыр уйҙарға бирелеп ултырған Рәсимәнең һикәлтәле, бормалы ғүмер юлы, гүйә, кинотаҫмала сағылғандай, күҙ алдынан йүгереп уҙҙы. “Ҡайҙа һәм ҡасан яңылыштым һуң мин, тормошомдоң ҡайһы миҙгелендә хаталандым икән?” тигән сетерекле һорау уның мейеһен яуыз ҡорттай туҡтауһыҙ бырауланы. Шул саҡ ҡайҙандыр бер күбәләк килеп сыҡты ла түшәмдәге затлы люстра тирәләй бөтөрөлөп оса башланы. Иҫкәрмәҫтән ул утлы ҡуҙҙай ҡыҙған яҡтыртҡысҡа ҡунып, иҙәнгә йығылып төштө һәм, ҡанаттарын бер аҙ елпеп ятҡас, йән бирҙе. Рәсимә шул бисара күбәләккә ҡыҙғанып ҡарап торҙо ла:
— Минең яҙмышым да нәҡ уныҡы кеүек булды шул, нәҡ ошо көйәҙ күбәләктәй янып көлгә әйләндем, — тип яманһыуланды...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876