Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балҡып торһон еребеҙ!
Балҡып торһон еребеҙ! “Башҡортостан” милли паркы хакимиәте бинаһында башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө – “Урал батыр” эпосына арналған сағыу байрам үтте. Сара Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналды.
Халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәр­ҙәренең береһе булған ҡоба­йырға арналған бындай сара һуңғы дүрт йылда төрлө райондарҙа үткә­релә. Милли парк биләмәһендә иһә тәүгә ойошторолдо. Шуға ҡарамаҫ­тан бик ойошҡан үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Руфина Шаһапова, Вячеслав Аброщенко, Герман Трунов, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәте рәйесе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева, БСТ-лағы “Эҙәр­мән” телепроекты алып барыу­сыһы Булат Кәримов, “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе, “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары, Нөгөш, Һәргәй мәктәптәре педагогтары, уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.
Сара Нөгөш урта мәктә­бенең көрәш секцияһында шөғөлләнгән уҡыусыларҙың күрһәтмә сығышы менән башланды. Көрәш борон-борондан башҡорт халыҡ йыйында­рының, ҙур байрам­дарҙың төп өлөшө булған. Ойоштороусылар шуны күҙ уңында тотоп, йәш көрәшселәрҙе ҡарҙан эшләнгән майҙанға сығарған. Улар ҡунаҡтарға физик әҙер­леген, таһыллығын, оҫта­лығын күрһәтте. Артабан сара “Башҡортостан” милли пар­кының кәңәшмә залында дауам итте. Учреждение директоры Владимир Кузнецов, ҡунаҡтарҙы сәләмләгәс, сара­ның маҡсаты менән та­ныштырҙы. Билдәле булыуынса, милли парк Нөгөш һәм Ағиҙел буйҙарын һыулаған Мәләүез, Бөрйән һәм Күгәрсен райондары биләмә­ләрендә урынлашҡан. Нөгөш менән Иҙел иһә – Урал батырҙың өс улының икәүһе. Рәсәй ҡур­саулыҡтар системаһына йөҙ йыл тулыу уңайынан был сара бигерәк көнүҙәк, сөнки эпоста тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш те­маһына бик ҙур урын бирелә. “Милли парк хеҙмәт­кәрҙәре тәбиғәтте, экологияны һаҡлау, өйрәнеү менән генә түгел, халыҡтың рухи мираҫын һаҡлау, тикшереүгә етди иғтибар бүлә. Тарихи-мәҙәни мираҫты белмәй, быуындар бәйләнешен булдырмай тороп бөгөн­гөнө тулыһынса аңлап булмай”, – тине Владимир Михайлович. Иштуған мәсете имамы Морат хәҙрәт Урал Ишбаев батырҙың рухына бағышлап доға ҡылды. Уның башҡорт халҡына ебәрелгән пәйғәмбәр булыуын әйтеп үтте. “Урал батыр” эпосы һәм уның төп геройы Урал ысын мәғәнәһендә үҙендә бихисап сер һаҡлай һәм йылдан-йыл төрлө йүнәлештәге ғалим­дарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡобайырҙа, мәғлүм булыуынса, халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырыла.
Ҡала мәҙәниәт һарайы “Аманат” фольклор ансамбле солисы Фәнил Яманаев башҡарыуында яңғыраған “Уралым” йыры байрамда ҡатнашыусыларҙы алыҫ боронғолоҡҡа саҡырҙы. Нөгөш мәктәбе уҡыусылары Зәй­нулла Байморатов, Рәхмә­тулла Яҡшыев, Руслан Ямалетдинов, Илгинә Ҡотлобаева “Урал батыр”ҙың эпик дауамы иҫәпләнгән “Аҡбуҙат” эпосынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Театр­лаштырылған тамашанан һуң “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, тасуири уҡыу башланды. Иң беренсе сәхнәгә мәктәп уҡыусылары Азалия Шәйәхмәтова, Алина Ғәбдрәшитова, Анастасия Иванцова сыҡты. Улар артынан бер-бер артлы Нөгөш, Һәргәй мәктәбе уҡытыу­сылары үҙҙәренә оҡшаған өҙөктө уҡыны. Эпосты тулыраҡ күҙ алдына килте­рергә шулай уҡ Мәрйәм Күсмәева, Хәлиҙә Шәйәх­мәтова, Тәнзилә Малабаева, Асия Латипова ярҙам итте.
“Урал батыр” бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кеше­ләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр иҫәпләнә. Эпик әҫәр тәү кешеләр – Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Башҡорттарҙың төйәге булған Урал тауының хасил булыуын һөйләй. Ошо хаҡта “Урал батыр” байрамына килгән һәр кем эпостың үҙенә оҡшаған өлөшөн, күңеленә яҡын өҙөгөн ятлап йәки уҡып ишеттерҙе. Баш­ҡорт, урыҫ, татар телдәрендә яңғыраны ҡобайыр. Иң йыш осраған юлдар, моғайын, Урал батырҙың Йән­шишмәне уртлап, “тау-урмандар йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын, ҡошо һайрап маҡтаһын, халҡы йырлап хуплаһын” тигән һүҙҙәр менән, һыуҙы тирә-яҡҡа бөркөүе тураһында булған­дыр.
Сара үҙенә күрә күп кеше ҡатнашҡан флешмобты, дөрө­ҫөрәге, яҡшылыҡтың яуыз­лыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуыз­лыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен белдергән акцияны хәтер­ләтте. “Башҡортостан” милли паркы директоры урынбаҫары, байрамды ойоштороусы һәм алып барыусы Лилиә Сол­тангәрәева һәр сығыш яһау­сыға “ҡот бүләге” тапшырҙы.
“Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәм­ғиәте рәйесе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Розалия Сол­тангәрәеваның эпостың Аҡбу­ҙатты данлаған бүлеген яттан һөйләүе бөтәһен дә таң ҡалдырҙы. Байрам тамамланғас, унда ҡатнашҡандар Урал батыр рухына салынған ҡорбан итенән әҙерләнгән ризыҡтан ауыҙ итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 0

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 17

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 15

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 17

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан 20.08.2025 // Йәмғиәт

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған....

Тотош уҡырға 17

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 19

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 23