Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелек ҡылыу – шауҡыммы?
24 февралдә Гватемалалағы Чуинахтахуюб тигән бер ауылда фәҡирҙәр өсөн махсус медицина клиникаһы асылды. “Майя ҡәбиләһе кешеләренең беҙгә ниндәй ҡыҫылышы бар?” – тиһегеҙме? Былтыр Башҡортостан табиптарының береһе Виктория Валикова башлап ебәргән “Ер сигендәге клиника” исемле проекттың һөҙөмтәһе бит был дауахана. Ҡаланан йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа халыҡтың медицина ярҙамына ныҡ мохтаж булыуы, шуға ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының етешмәүе этәргән яҡташыбыҙҙы ҡыйыу аҙымға. Башҡортостан табибының башланғысын төрлө илдәр вәкилдәре дәррәү хуплап сыҡҡан.
Әйткәндәй, Виктория Валикова былтыр үҙенең изге ниәте тураһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында ла һөйләгәйне. Проектҡа фатиха бирелде, хатта төбәк етәксеһе шәхсән ярҙамлашырға теләген белдерҙе. Дауахананы төҙөп, ҡорамалдар һатып алыуға, дарыуҙар, башҡа кәрәк-яраҡ хәстәрләүгә 3,5 миллион һум талап ителгән булһа, хәҙер инде барыһы ла әҙер. Халыҡтан йыйылған аҡса иҫәбенә бинаны ете ай эсендә һалып өлгөрткәндәр. Урындағыларға тәүлек әйләнәһенә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре араһынан ирекмәндәр туплау бара...
Һуңғы арала изге эштәр, хәйриә саралары тураһында йыш ишетәбеҙ, шуға әлеге проект күптәрҙе ғәжәп­ләндермәйҙер ҙә. “Мәрхәмәтлелек хәҙер модаға инеп китте бит ул”, – тиеүселәр осрай. Моғайын, дөрөҫлөк барҙыр. Кеше бер-береһенән күреп дәртләнә, сәмләнә инде. Бәғзеләр бүтәндәрҙән ҡалышмайым, кемделер уҙҙырайым тип кенә тырышалыр, бәлки. Әммә, нисек кенә булмаһын, йәмғиәт өсөн ысынлап та файҙалы эштәр башҡарыла, бығаса төңөлөп йәшәгән мохтаждарҙың да күңелендә яҡшы кешеләрҙең ярҙамына өмөт уяна.
Хәйриә эшмәкәрлегенең киң ҡолас алыуы бөгөнгө йәмғиәттең үҫеш кимәлен асыҡ сағылдыра. Ил иҡтисады ҙур ауырлыҡтар кисергән мәлдә лә был йәһәттән әүҙемлектең кәмеүе күҙәтелмәй. Йыл һайын республикала хәйриә маҡсатында йөҙҙәрсә миллион һум аҡса йыйыла, меңдән ашыу сара үткәрелә. Халыҡты социаль яҡлау өлкәһе белгестәре әйтеүенсә, күпселек ойошмалар хәҙер ярҙамды башҡасараҡ күрһәтә башлаған: элек балалар йорттарына тәм-том, уйынсыҡтар алып килеү менән сикләнһәләр, хәҙер сабыйҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереүсе саралар үткәрергә тырышалар икән.
Башҡортостанда ойошмаларҙың ғына түгел, ябай кешеләрҙең дә изге эштәргә дәррәү ҡушылыуын билдә­ләргә кәрәктер. Бер нисә йыл элек, Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам талап ителгәс, республика халҡы илдә иң тәүгеләрҙән булып был йәһәттән әүҙемлек, берҙәмлек өлгөһөн күрһәтте. Ябай граждандар ҙа, дәүләт органдары, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре лә, предприятиелар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Шулай уҡ Яңауыл ҡалаһында шартлаған йортта йәшәгән ғаиләләрҙең күбеһе фатирһыҙ һәм әйберһеҙ ҡалғайны, яҡташтарыбыҙ ярҙамдан өҙмәне. Белорет районының Ғәбдөк ауылын һыу баҫҡан мәлдә лә арабыҙҙа изге күңеллеләрҙең күплегенә инандыҡ.
Хәйриә аҡсаһына иман йорттары төҙөлә, күперҙәр һалына, сирлеләр дауалана, китаптар сығарыла... Кемгәлер ҡапыл ярҙам кәрәк булып китһә, тиҙ арала аҡса йыйыу ойоштороп ебәрәләр, күп тә үтмәҫтән мәсьәлә ыңғай хәл ителеп тә ҡуя. Шул тиклем ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Тимәк, йәмғиәттә битарафлыҡ кәмей, тарҡаулыҡ бөтә бара, тип һығымта яһағы килә.
Ләкин һалҡын ҡышта ҡала урамдарында өшөй-туңа хәйер һорашып ултырған ҡарт-ҡороно, юл сатында ҡултыҡ таяғына таянған килеш ниндәйҙер өмөт менән баҫып торған аяҡһыҙ ирҙәрҙе күргән һайын күңелде ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар биләп ала. “Алдаҡсылар! Көндөҙ мутлашып аҡса йыялар ҙа кис такси менән генә үҙ йорттарына юлланалар”, – тип, күптәр ышанмай, вайымһыҙ ҡала ундайҙарға. Бер бысраҡ һыйыр бөтөн көтөүҙе буяй, тигән һымаҡ, хәйер һорашыусылар араһында күҙ буяусылар булғандыр-булыуын, әммә барыһы ла мохтажлыҡ кисермәгән көйө ундай аҙымға бармайҙыр бит. Их, Гватемалалағы кеүек фәҡирҙәрҙе ҡурсалаусы үҙәктәр беҙҙә лә асылһа! Ул саҡта берәҙәкмен, ғәрипмен тип халыҡтан аҡса йыйып йөрөү күренеше тарихта ғына ҡалыр, хәйерселек менән кәсеп итеү мөмкинлеге лә бөтөр ине, бәлки.



Автор: Ә. САФИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә