Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡорос ҡуллы нефтсе, нескә йөрәкле әҙип
Ҡорос ҡуллы нефтсе, нескә йөрәкле әҙип Кеше тыуыу менән тәрбиә ала башлай. Уға башта ата-әсәһе, үҫә төшкәс мәктәп, йәмғиәт һәм шәхси тормошо йоғонто яһай. Уҡыуҙы телгә алғанда, кешене ысын Кеше итеүсе булып, һис шикһеҙ, хеҙмәт тора. Ә инде тормош юлын шул “уҡытыусылар” һыҙған йүнәлештән сыҡмай үтеү, тотороҡло һөҙөмтәләргә килеү һәр шәхестең үҙенә күберәк бәйле. Ниндәй кешегә әйләнер ул – патриот булырмы, үҙен кешелекле-ярҙамсыл итеп күрһәтерме, донъя уны ҡырыҫлыҡҡа этәрерме, әллә “кеше – кешегә дуҫ һәм туған” тигәнсә бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай тайпылмай алға барырмы?
Шул уй менән ҡыҙыҡһынып, алда һүрәтләнәсәк геройым биографияһында уға яуап эҙләнем. Беренсенән, ул беҙ әле йәшәгән дәүерҙең хәтһеҙ өлөшөн атлап уҙған, икенсенән, уның Башҡортостан нефтселәре араһында танылған инженер, спортсы икәнен күптән белә инем.
…Ренат Нуретдинов Бөйөк Ватан һуғышы бөткән осорҙа – 1945 йылда Туймазы районының Ҡаран-Бишенде ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә бишенсе – иң кесе бала булһа ла, һуғыштан һуңғы ауыр ауыл тормошон, ҡоролоҡ-аслыҡ һынауҙарын тәрән аңлап үҫә. 12 йәштән, көсө еткән ҡәҙәр, колхоз эштәрендә ҡатнаша. Бәләкәй арба тартып бесән, утын әҙерләүҙәр уны урап үтмәй. Тыуған ауылында белем ала. Төплө белем биргәндәре өсөн көслө, берҙәм уҡытыу­сылар коллективына ғүмере буйы рәхмәт уҡый. Бында уға, тәрән белем биреүҙән тыш, ҙур спортҡа аяҡ баҫырға ярҙам итәләр. Кешелекле булырға, илеңде яратырға өндәйҙәр. Уҡырға һәләте, теләге була Ренаттың. Хатта, етенсе класты тамамлап имтихан биргәндә атаһы яҡты донъянан киткәс, уға Октябрьский нефть техникумына уҡырға барырға рөхсәт бирәләр.
– Ренат, һинең ғаилә хәлеңде аңлап, техникумға барырға кәңәш итәбеҙ, математиканы яҡшы беләһең, уҡырһың. Унда стипендия ла ҙурыраҡ, – ти мәктәп директоры.
Ренат ошонда урта мәктәпте тамамлап, институтҡа уҡырға барыу теләген белдерә. Шул уйы менән уҡытыусыларҙы аптырашта ҡалдыра. Ул йылдарҙа мәктәптән түгел, ауылдан сығып китергә рөхсәт булмай. Паспорт биреү ҙә күпкә һуңлап керетелә халыҡ көнкүрешенә. Шул саҡта ауыл малайының ташламаларға ҡыҙыҡ­мауы аптыратҡандыр күптәрҙе. Юғары белем алыу теләге, атаһының “Уҡырға кәрәк, улым!” тигән һүҙҙәре көслөрәк булып сыға.
…Шаулы мәктәп йылдары уҙып китә. Район күләмендәге математика олимпиадаларында ҡатнашыуҙар, саңғы ярышында еңеүҙәр һағынып һөйләргә генә ҡала.
Аттестатында тик “бишле” һәм “дүртле”­ләр генә булған егет, ул саҡтағы партия Үҙәк Комитетының беренсе секретары Н.С. Хрущевтың “институтҡа тиклем абитуриенттың хеҙмәт стажы булырға тейеш” тигән талабын үтәп, Туймазы медицина быяла заводына эшкә урынлаша. Был күрһәтмә бигүк дөрөҫ булмай, әлбиттә. Ике йыл эсендә нимә булмаҫҡа мөмкин, белем дә онотола башлай. Кем әйтер, шул арҡала имтихан бирә алмайынса, буласаҡ Ломоносовтар, Эйнштейндар юғары белемһеҙ ҡалмаҫ тип.
Ренат шулай 1963 – 1964 йылдарҙа ҙур “завод мәктәбен” үтә.
Өс сменала ҡайнар һауалы, газ еҫе таралған ярайһы ғына ауыр шарттарҙа эшләү уны ике йылда колхоз крәҫтиәне кимәленән ысын пролетариатҡа әйләнде­рә. Эшсе халыҡтың хәлен дә, хеҙмәт түләүенең ҡәҙерен дә яҡшы аңлайһың, уға ҡарата ихтирамың бермә-бер арта. Завод мәктәбе уға тормош хәҡиҡәтен бөтөнләй башҡаса аңларға ярҙам итә. Шул тәжрибәһе менән башҡа урында эшләгәндә, кешеләр менән аралашҡанда файҙалана. Заводтың тағы бер файҙаһын әйтмәй булмай – буласаҡ студент инс­титутҡа керер алдынан биш йылға етерлек өҫ һәм аяҡ кейеме алып ҡуя. Юҡһа ғүмере буйы колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан әсәһенең 20 һум пенсияһына әллә ҡайҙа китә алмаҫ ине…
Инде эшсе вазифаһын үтәп, “заводчан” исеменә лайыҡ булған, беренсе разрядлы саңғысыға әйләнгән һәм күп ярыштарҙа призлы урындар яулаған спортсы егет Өфө нефть институтына уҡырға керә. Биш йыл шулай уҡ тиҙ үтеп китә. Стипендияһы бөтөп, аҡсаһыҙ йөрөгәндә генә сәғәттәр оҙаҡ һуҙыла. Ярай әле институттың йыйылма командаһы исеменән сығыш яһағаны өсөн кафедранан туҡланыу талондары эләгә. Аҙаҡҡы курсҡа ҡәҙәр ярыштарҙы ташламай. Еңел атлетика буйынса республика кимәлендә бронза миҙалға лайыҡ була.
1969 йылда “инженер-механик” дипломлы йәш инженерҙы институт йүнәлт­мәһе буйынса “Ишембайнефт”кә эшкә ебәрәләр. Йәш кеше өсөн икенсе осор хеҙмәт мәктәбе башлана. Ул үҙенең ошо эш дәүерен былай хәтерләй:
– Ишембай кешеләре бер ҡасан да блокадала булмаһа ла, нисектер ленин­градсыларҙы хәтерләтә. Һуғыш ваҡытында нефть табыу, фронттағы хәрби техниканы кәрәсин, бензин менән тәьмин итеү һәм башҡа ауыр эштәрҙе башҡарыуҙа үткер күҙле дәүләт именлеге органдары күҙәте­үендә булыу кешеләрҙең холоҡ-фиғелендә тәрән эҙ ҡалдырған. Бер-береңә ярҙам итеү, хәлде аңлау сифаттары шунда тыу­ған. Ул саҡта эшсенең хата ебәрергә “хоҡуғы” булмаған. Хатта гайка бора торған асҡыс һынһа ла, “органдарҙа” (НКВД) яуап бирергә тура килгән. Уртаҡ эште дуҫ, татыу коллектив ҡына башҡарып сыға алған. Һәр ваҡыт бер-береңә ярҙамға килеү – уларҙың йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте.
Ошондай кешеләр, фронттан ҡайтып ең һыҙғанып тир түккән ветерандар араһында эшләү һәр кемгә ыңғай тәьҫир итә. Икенсе яҡтан, Ишембай “икенсе Баку” бит. Бында – беренсе “ҡара алтын”ды табыусылар, нефть сығарыу оҫталары… Алдынғы технологияларҙы, техниканы һынау мәктәбе...
“Бында мин үҙемдең нефтсе юлын башланым. Йәш белгес инем – күренекле кешеләр менән эшләнем, матур, тыныс, йәшел ҡалала йәшәнем, тәжрибә тупланым, ысын инженер-нефтсе булып етештем, минең алда профессиональ үҫеш өсөн ишектәр һәр ваҡыт асыҡ булды…” – ти Ренат Нуретдинов.
“Ишембайнефт”тә ун өс йыл эшлә­гәндән һуң инде хәтһеҙ тәжрибә туплаған инженерҙы – ер аҫты ҡорамалдарын ремонтлау белгесен – “Башнефть” берек­мәһе генераль директо­рының бойороғо менән яңы нефть ятҡылыҡтары үҙләш­терелә башлаған “Саҡмағошнефть” коллективына күсерәләр. Ике идаралыҡта эшләү дәүерендә ул слесарь, өлкән инженер-механик, цех начальнигы урын­ба­ҫары, НГДУ-ның баш инженер урынбаҫары сифаттарындағы яуаплы вазифаларҙың барыһын да еренә еткереп үтәй. Шулар араһында иң күп эшләгән урыны – ер аҫты ҡорамалдарын ремонтлау буйынса өлкән инженер дәрәжәһе. Беренсенән, бында ремонт эштәре ауырлығы, ҡатмар­лылығы, хәүеф-хәтәрҙең яҡын йөрөүе, ҙур тәүәккәллек һәм оҫталыҡ талап итеүе менән киҫкен айырылып тора. Икенсенән, был ҡорамалдарҙың сифатлы һәм оҙаҡ хеҙмәт итеүенә нефть сығарыуҙың 90 процентҡа яҡын уңышы бәйләнгән.
Ошо өлкәлә ҙур күрһәткестәргә өл­гәшкән “Башнефть” берекмә­һендәге ал­дынғы өлкән инже­нерҙың тәжрибәһен билдәләп, уны йыйылма бригадаларға етәк­селек итеү өсөн Себер нефтсе­ләренә ярҙамға командировка­ларға ла ебәрәләр. 1984 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарары менән хәҙерге “Лукойл” промыслалары “Башнефт”кә шефлыҡҡа бирелгәс, бындай ярҙамдың һөҙөмтәләре айырыуса асыҡ күренә, сөнки һәр бригада – уларҙың һаны егерменән артып китә – Ивано-Франковский һәм “Куйбышевнефть” егеттәренән күпкә уңышлыраҡ эшләй. Улар бер скважина ремонтлағансы, беҙҙекеләр ике-өстө сафҡа индерергә өлгөрә. Башҡорт бригадаларын бында “башҡорт атлы амурҙары” тип ихтирам итеп йөрөтәләр. Уларҙың хеҙмәт батырлығы тураһында легендалар тыуа.
Ренаттың был осорҙа инженер белеме менән бергә ойоштороу оҫталығы ла, ауыр шарттарҙа эшләгәндәр менән уртаҡ тел таба белеүе лә, таланты ла асыҡ күренә.
Кешеләр менән эшләү, уларҙы ихтирам итеү, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерлек Ренат Нурет­диновҡа пионер ойошма­һынан башлап комсомол сафында ла, партия ағзаһы булараҡ та ҡанына һеңеп ҡалған, характерын формалаш­тырған. Бөгөн дә ул үҙен совет кешеһе кеүек хис итә, ғорурлана. Коллективтарҙа ихтирам менән ҡарайҙар, уға һәр ваҡыт ышаныс күрһәтәләр.
Ишембайҙа эшләгәндә комсорг итеп һайлайҙар, ҡала һәм өлкә комсомол коми­теттарына ағза итеп тәғәйенләйҙәр. 27 йә­шендә партияға алалар, коммунистар уны күп тә үтмәй үҙҙәренең секретары итеп күтәрә. Бер нисә йылдан уның партия ойош­маһында производствонан айырылмайынса эшләй алыу тәжрибәһен пропагандалау ниәте менән КПСС Үҙәк Комитетына мәғлүмәт ебәрәләр.
Данлыҡлы Дүртөйлө ерендә лә шул тәртип һаҡлана. Нефт­селәр уны шулай уҡ цехтың партия ойошмаһы секретары итеп һайлай. Эш ғүмерендә ул ике тапҡыр Рәсәй нефтселәре профсоюзы советына, өс саҡырылыш район депутаттары советына үтә. Хаҡлы ялға киткәнсе сирек быуат профсоюз комитеты рәйесе вазифаһында була. Һәр һайлауҙа үҙенә коллективтың бер ҡаршы­лыҡһыҙ тауыш биргәнен һис тә иҫенән сығармай, халыҡтың ышанысын аҡлай. Профсоюз ойош­маһы 20 йыл буйы республика советында алдынғы урынды биләп килә. Ә был инде профсоюз комитеты, уның етәксеһе коллективта һәр эшсенең мәнфәғәтен күҙәткән, һәр һора­уын ваҡытында ғәҙел хәл иткән тигән һүҙ.
Билдәле, проблемалар еңел генә артҡа сигенмәй. 1990 – 1991 йылдарҙа юғары власть органдары, хатта ил Президенты кимәлендә коллективты яҡлап көрәшергә лә тура килә. 2004 – 2005 йылдарҙа, коллективты яҡлап, профсоюз комитеты рәйе­сенә йылға яҡын “Башнефть” акционер­ҙары етәкселеге менән судлашырға, тартҡылашырға тура килә. Коллектив һаҡлана, 112 нефтсе ҡыҫҡартылыуҙан ҡотолоп ҡала.
Ренат Ғиләжетдин улының хеҙмәте күп миҙалдар, “СССР-ҙың нефть сәнәғәте алдынғыһы”, “Рәсәйҙең маҡтаулы нефтсе­һе” тигән исемдәр менән билдәләнә.
Эйе, 41 йыл стаж тупланған. Күп эш­ләнгән, ғаиләлә Илдар, Роза, Шамил исемле өс бала тәрбиәләнгән. Улар өсөһө лә юғары белемле, ғаиләләре менән йәшәй, һөнәрҙәре буйынса тырышып эшләй.
Бәләкәйҙән спорттың байтаҡ төрҙәрен үҙ иткән, тирә-яҡта көс­лө спортсы булып танылған Ренат Ғиләжетдин улы – Баш­ҡортостан һәм Рәсәй Журналис­тар союздары ағзаһы. Күп йылдар күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтерлек хикәйәләр, очерктар, мемуарҙар ижад итә, мәҡәләләр яҙа. Йөрәге аша үткәрелеп, образ­дарға бай ижад емеш­тәренең күбеһе нефть өлкәһенә, Туймазы, Ишембай, Дүртөйлө кешеләренә бағышланған. Улар башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә нәшер ителгән туғыҙ китапта донъя күргән.
Ренат ағай – һөнәре буйынса нефтсе, шул уҡ ваҡытта бөтөн күңеле, йәне менән тәрән уйлап, кисерә белгән оло тойғоло яҙыу­сы ла. Дүртөйлө ҡалаһындағы “Тул­ҡын” әҙәби-ижад берләшмә­һенең әүҙем ағзаһы булараҡ, әҙәби кисәләрҙә ҡатнаша, сығыш яһай.
Яҡты тормош юлы үткән Ренат Нурет­диновтың яратҡан һөнәре­нә, тыуған еренә, торған йәнтөйә­генә, халҡына ихтирам һәм мөхәббәт менән һуғарылған китаптары уҡыусыларҙа илаһи көс, йәшәү дәрте уята.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә