Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Президент ҡулынан миҙал алған
Президент ҡулынан миҙал алған Илебеҙ баш ҡалаһына махсус саҡырылып, Президент ҡулынан бүләк алыу һәр кемгә тәтемәй.
Тотош республикала бындайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ғасим бабай Ғайсин – шуларҙың береһе: 2010 йылдың 19 февралендә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидына Рәсәйҙең ул саҡтағы етәксеһе Дмитрий Медведев Мәскәү Кремлендә “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (“За боевые зас­луги”) миҙалын тапшыра. Награда яугирҙе 66 йылдан һуң эҙләп таба.

Унынсы тиҫтәһен ваҡлаған аҡһаҡал хәтеренә бер ҙә зарланмай. Үҙенә лә, барлыҡ яҡындары, Яңы Ҡабан ауылы һәм район өсөн дә оло ваҡиға булған Мәскәүгә сәфәре хаҡында хисләнеп бәйән итте, аҙаҡтан тормош юлына байҡау яһаны. Һигеҙ балалы ғаиләлә иң олоһо булғас, донъя мәшәҡәттәренә иртә егелә. Яңы ғына мәктәпте тамамлаған үҫмергә һуғыш йылдарында бригадирлыҡ дил­бегәһен дә ышанып тапшыралар.
Ун һигеҙе тулған егет 1943 йылдың июнендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Тейешле әҙерлек үткәс, Белоруссия билә­мәләрендә дошманға ҡаршы алыша, артабан Латвия һәм Эстония ерҙәрендәге ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың 29 июлендә, саф алдына сығарып, күрһәткән батырлыҡтары “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән баһа­ланасағы хаҡында иғлан итәләр, был турала танытма ла тапшыралар.
Тағы бер нисә көндән кесе сержант Ғасим Ғайсин, ауыр яраланып, госпиталгә эләгә. Төҙәлеп сыҡҡас, тағы фронтҡа китә. Еңеү көнөн Румынияла ҡаршылай, тыныс көндәр килеүенә шатланып та өлгөрмәй, япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә.
Тыуған төйәгенә 1947 йылдың ғин­уарында ғына әйләнеп ҡайта. Яраланыуы буйынса икенсе төркөм инвалидлығы алған кисәге яугир ете йыл ауыл советы секретары булып эшләй, аҙаҡ урындағы колхозда агроном бурыстарын намыҫ менән башҡара, оҙаҡ йылдар шундай уҡ оло тырышлыҡ менән комплекслы бригаданы етәкләй.
– Тынғыһыҙ инем, һәр эшемде еренә еткереп үтәргә тырыштым, – тип хәтерләй ул осорҙарҙы аҡһаҡал.
Нәҡ шулай булғандыр ҙа ул. Юҡһа, төҙөлөш өсөн ағас бүлеү мәсьәләһе ҡаты булған заманда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары үҙе махсус күрһәтмәһе менән дәртләндереү йөҙөнән бригадирға дүрт балалы ғаиләһе өсөн шәхси йорт һалырға етерлек ағас бирҙертмәҫ ине. Хужалыҡтың игенселектә лә, малсылыҡта ла район буйынса күп йылдар алдынғылыҡты тотоуында, республикала билдәлелек яулауында урта звено етәксеһе Ғасим Ғайса улының да тос хеҙмәт өлөшө бар.
Малсылыҡ фермаһы мөдире вази­фаһынан хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятмай һуғыш һәм хеҙмәт ветераны: ҡатыны Шәрғиә Зариф ҡыҙы менән икәүләп ха­лыҡтан һөт йыя. Егәрлеләр, был эштә лә районда беренселәр рәтенә сығып, бүләктәргә һәм маҡтауҙарға лайыҡ була.
Алтмыш алты йыл тигеҙ ғүмер итә эшһөйәр Шәрғиә менән Ғасим Ғайсиндар. Өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарып, бөгөн иһә утыҙға яҡын ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәйҙәр.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә