Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәсәйҙең көс-ҡеүәте ҡоралда ғына түгел
Һәр дәүләт иң әүәл халҡының һәм иленең именлеген тәьмин итергә тейеш. Герберт Спенсер тигән фәйләсүф идеаль хөкүмәт хаҡындағы ҡараштарында быны хатта берҙән-бер һәм төп бурыс тип һанай. Хәйер, был йәһәттән әлегә Рәсәйҙең һынатҡаны юҡ. Бер көн ул хатта Ер шарындағы иң ҙур ҡораллы көстәргә лә әүерелә, ләкин еңелеүҙәр аша ла үтергә тура килә, тик нәҡ шулар көслө булырға этәрәлер ҙә инде.
Рус-япон һуғышындағы еңелеүҙән һуң Николай II Рәсәйҙең хәрби көсөн тергеҙеү өсөн төрлө алымдар ҡабул итеү маҡсатын ҡуя, ләкин уның артынса Беренсе донъя һуғышы башлана. Унан инде Октябрь революцияһына ла йыраҡ ҡалмай. Ә түңкәрелеш иһә дәүләт нигеҙен бөтөнләй аҡтарып ҡуя. Шул ваҡытта Совет хөкүмәте йәһәтләп яңы хәрби көстө туп­лай башлай. Ҡыҙыл гвардия уның терәге була. Сафында иһә 460 мең һалдат иҫәпләнә, әммә аҙ һанлы һәм насар өйрәтелгән был гвардия Германия илбаҫарҙарына ҡаршы тора алмай. Шул сәбәпле Совет хөкүмәте даими ғәскәр тупларға мәжбүр була, һәм 1918 йылдың 23 февралендә Эшсе-крәҫтиәндәрҙең Ҡыҙыл армияһы (РККА) барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, ошо дата һуңғараҡ Совет армияһы һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө тип билдәләнә, ә 1992 йылдан – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Шулай итеп, 1939 йылға тиклем төрлө алымдар үҙләштерелә һәм ҡанундар ҡабул ителә, хәрби исемдәр, һуғыш наградалары индерелә. Хәрби көстәрҙең сафы ла артҡандан-арта. 1941 йылда уның һаны 5,7 миллион кешегә етә. Ул ваҡытта инде Икенсе донъя һуғышы башланған була һәм ҡорбандарҙы тағы ла күберәк талап итә. Шулай итеп, 1942 йылда хәрби көстәр сафындағы һалдаттарҙың һаны 11 миллионға барып баҫа. Был һан һуғыш аҙағына тиклем кәмемәй.
Ошо осорға танктар, самолеттар, артиллерия ла ҡеүәтләнә, караптар, һыу аҫты кәмәләре төҙөлә. “Катюша” реактив артиллерияһы, танктар ҙа, дошмандыҡынан айырмалы рәүештә, һуғыш өсөн яҡшыраҡ ҡулайлаштырылған була. Еңеү яулағас та Хәрби көстәрҙе нығытыу һәм яңыртыу туҡтамай. Шулай итеп, илленсе йылдарҙың уртаһында ракета-ядро ҡоралы эшләнә, бомбардировщиктар һәм оҙаҡламай Стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәре булдырыла.
1980 йылдарҙың уртаһында Советтар Союзының Хәрби көстәре биш миллиондан ашыу һалдат менән донъяла иң ҙур һанлыға әүерелә. Ә 1989 йылда ул XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң ҙур армия иҫәпләнә. Шул ваҡытта ил тревога сигналы буйынса үҙенең ғәскәрен ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ерҙең ниндәй ҙә булһа нөктәһенә урынлаштыра алған, ядро һәм химик ҡоралдарының ҙур запасын туплаған. Быларҙан тыш, Союз Ер шарындағы иң ҙур танк ғәскәрҙәренә эйә була – 60 меңләп танк һәм бронемашина туплана. СССР-ҙың Хәрби көстәре, 1946 йылдан алып Союз тарҡалғансыға тиклем, донъялағы иң ҡеүәтлеһенән һанала. Ә ҡайһы бер ғәскәрҙәр сит илдәрҙә лә урынлаша.
Хәрби хәрәкәттәр иһә Икенсе донъя һуғышынан һуң да туҡтамай. Был йәһәттән СССР-ҙың Хәрби көстәре, хәрби кәңәшсе һәм белгестәре Ҡытайҙағы граждандар һуғышында (1946 йылдың мартынан 1949 йылдың май айынаса, 1950 йылдың мартынан май айынаса), Корея һуғышында (1950 йылдың июненән 1953 йылдың июль айынаса), Венгрия ихтилалында (1956 йыл), Даманск утрауындағы сик буйы конфликтында (1969 йылдың марты), Жаланашкүл сигендәге конфликтта (1969 йылдың авгусы), Алжирҙа (1962–1964 йылдар), Мысырҙа (1962 йылдың октябренән 1963 йылдың март айынаса, 1967 йылдың июне, 1968 йыл, 1969 йылдың мартынан 1972 йылдың июленәсә), Вьетнамда (1961 йылдың октябренән 1974 йылдың декабренәсә) һәм башҡа ерҙәрҙә ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Был исемлеккә шулай уҡ Сүриә, Ангола, Мозамбик, Эфиопия, Афғанстан, Камбоджа, Бангладеш, Лаос һәм Ливан да инә.
Советтар Союзы тарҡалғас, 1992 йылдың 7 майында Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәре булдырыла. Ул ваҡытта унда өс миллионға яҡын кеше иҫәпләнә. Бер юлы Ельцин да милли гвардия булдырып маташа. Хатта теләк белдереүселәрҙе ҡабул итеү ҙә башлана. Тик был проектҡа ҡул ҡуйылмай ҡала. Рәсәй Федерацияһының яңы төҙөлгән Хәрби көстәренең етешһеҙлектәре иһә Беренсе чечен һуғышында асыҡ сағыла. Унан һуң йәнә үҙгәртеүҙәр индерелә. Тик Икенсе чечен һуғышына ла йыраҡ ҡалмай. Әйткәндәй, нәҡ шул ваҡытта контракт буйынса хеҙмәт итеү киң тарала.
Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәре әле булһа үҙ ҡеүәтен юғалтмай. Уны РТ-2ПМ2, “Тополь-М” ядро ҡоралы, Т-72, Т-80, Т-90 танктары, БМП, БМД пехота һәм десанттың хәрби машиналары, БТР-ҙары, Точка, Искандер тактик ракета комплекстары, Бук, Тор, Панцирь-С1, С-300, С-400 һауа һөжүменә ҡаршы оборона системалары билдәләй. Быларҙан тыш тағы МиГ-29, МиГ-31, Су-27, Су-30, Су-35 истребителдәре, Су-24, Су-34 бомбардировщиктары, Су-25 штурмовиктары, башҡа төрлө ҡоралдар ҙа Хәрби көстәрҙең ғорурлығынан һанала. Мобилизация резервының потенциалы иһә 2009 йылда 31 миллион кеше тәшкил иткән (сағыштырып ҡарағанда, был һан АҠШ-та – 56 млн кеше, Ҡытайҙа – 208 млн кеше). Шәхси составҡа килгәндә, 2014 йылда Хәрби көстәрҙә 845 мең кеше булған. Быйылға ҡуйылған планда иһә Рәсәй армияһында 220 мең офицер, 50 меңләп прапорщик һәм мичман, 425 мең контрактсы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы хеҙмәттәге 300 мең хәрби хеҙмәткәр ҡаралған.


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә