Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәшел береттар” ил гиҙә
Үҙ Ватаныңдың ысын патриоты булыу тигән төшөнсә ғәйәт киң мәғәнәгә эйә. Ябай ғына әйткәндә, Тыуған илеңде, тыуып үҫкән ереңде ихлас һөйөү, уның именлеге һәм киләсәк яҙмышы хаҡына ҡулыңдан килгәнде эшләү ул. Мәктәптәрҙә, төрлө мәғариф учреждениеларында тырышып белем алып, унан һайлаған һөнәрең буйынса фиҙакәр хеҙмәт һалып, кәрәк саҡта Ватанды яҡлап һәм һаҡлап, һәр кем үҙен Тыуған иленең ысын патриоты булыуын дәлилләй ала.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, яугир-интернационалист Рашат Фазлиәхмәтов етәкселегендә 2000 йылда ойошторолған “Йәшел береттар” вокаль-инструменталь ансамбле йәш быуында Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә бына ике тиҫтә йылға яҡын көс һала. Улар ил буйлап гастролдәргә йөрөй һәм концерттарҙан кергән аҡсаға хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙәргә иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуя. Ансамбль барлыҡҡа килгән көндән башлап, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ошондай 2400-ҙән ашыу иҫтәлекте мәңгеләштергән, дүрт мемориаль комплекс төҙөүгә үҙ өлөшөн кереткән. Рашат һәм уның дуҫтары башҡарған, Тыуған илгә ихлас мөхәббәт менән һуғарылған тәрән эстәлекле хәрби-патриотик йырҙар күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, һәр кемде уйланырға мәжбүр итә, йөрәктәге ватан тойғоһон тағы ла көсәйтә.
Уҙған йыл “Йәшел береттар” вокаль-инструменталь ансамбле Волгоград, Һарытау, Воронеж өлкәләренә Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына, Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 27 йыл тулыуға, шулай уҡ Төньяҡ Кавказдағы һәм башҡа “ҡыҙыу” нөктә­ләр­ҙәге һуғыштарҙа баштарын һалған яугирҙәр иҫтә­ле­генә бағышланған концерт программаһы менән гастролдәргә юлланды. Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған мәлендә Герой-ҡала Сталинградты фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап ҡалыу өсөн ҡот осҡос алыштар барған изге Волгоград ерендә ансамблде шул ҡәҙәр яраталар, хатта уларға унда яңы йылға ҡәҙәр дүрт ай дауамында концерттар күрһәттек.
Бында шуныһын асыҡлап үтәйек: Волгоград ҡалаһы 1925 йылға ҡәҙәр Царицын тип аталған, унан уға Совет иле юлбашсыһы Иосиф Виссарионович Сталин хөрмәтенә Сталинград исеме бирелгән, ә 1961 йылдан башлап ул Волгоград тип йөрөтөлә. Тыуған Башҡортостандың һәм Дүртөйлөнөң данын яҡлап, Волгоград өлкәһенең утыҙ өс районындағы мәҙәниәт һарайҙары һәм мәктәптәрҙең ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрендә көслө алҡыштар аҫтында ялҡынланып сығыш яһай беҙҙең егеттәр! Эш графигы бик тығыҙ була, көнөнә дүртәр концерт бирәләр, һәр ҡайһыһында тамаша залдары халыҡ менән шығырым тула. Ансамбль етәксеһе Рашат Фазлиәхмәтов һөйләүенсә, элек ҡот осҡос һуғыштар булған ерҙә йәшәгәндәрҙең булмышы бөтөнләй башҡаса, улар илебеҙ тарихына уйылып ҡалған ваҡиғаларҙы хәтерендә ҡәҙерләп һаҡлай һәм быуындан быуынға тапшыра килә, бындай урындарҙа өлкән быуын вәкилдәрендә генә түгел, балалар күңелендә лә ватансылыҡ хисе көслөрәк икән.
“Йәшел береттар” буш ваҡыттарында Волгоград ҡалаһындағы иҫтәлекле урындарҙа йөрөй. Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған күп һанлы монументтарҙа, музейҙарҙа, бар донъяла танылыу яулаған Мамаев ҡурғанында һәм Сталинград һуғышының музей панорамаһында булалар. Унан алынған тәьҫораттарҙы егеттәр һүҙҙәр менән генә аңлатып еткерә алмай…
Быйыл ғинуар айында “Йәшел береттар”, алдан планлаштырылған гастролдәрен дауам итеп, Һарытау өлкәһенә сәйәхәткә китте. Уларҙы унда ла ихлас ҡабул иткәндәр, концерттары бик уңышлы уҙған. Өлкәнең Екатериновск районының “Хеҙмәткә дан!” гәзите хәбәрсеһе Татьяна Шилованың беҙҙең редакцияға шылтыратып, концерттарҙан алынған сағыу тәьҫораттары менән уртаҡлашыуы – быға асыҡ дәлил.
“Концерттар беҙҙең Екатериновск районында ла шаулап-гөрләп үтте. Мәктәптәр, грипп эпидемияһы булыу сәбәпле, карантинға ябылыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар концерттарға күпләп килде, тамаша залдары һәр ваҡыт халыҡ менән шығырым тулды, хатта алма төшөрлөк тә урын юҡ ине! Олоһо ла, кесеһе лә һәр бер йырҙы ихлас ҡабул итте һәм көслө алҡыштарға күмде. Концерт тамамланғас, йырсылар менән аяғүрә баҫып, дәррәү ҡул сабып һаубуллаштылар. Меңдәрсә саҡрымға һуҙылған йыраҡ араны яҡын итеп беҙгә килгәндәре һәм тәрән эстәлекле хәрби-патриотик йырҙар башҡарып, балалар күңелендә ватансылыҡ хисен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн беҙ “Йәшел береттар” вокаль-инструменталь ансамбленә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты үткер ҡәләмле журналист ханым.
Ветерандарҙың Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ижтимағи ойошмаһы ағзалары булған “Йәшел береттар” портфолиоһында үҫеп килгән йәш быуынды патриотик, рухи-әхлаҡи һәм ижади рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Илшат Фәхретдинов тапшырған һәм Мордва, Сыуаш республикаларында, Киров, Һамар, Волгоград, Һарытау өлкәләрендә, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә урынлашҡан район хакимиәттәре башлыҡтары биргән почет грамоталары, рәхмәт хаттары бихисап.
Данлыҡлы ансамблдең тынғы белмәҫ ағзаларына, иң беренсе сиратта, халыҡ рәхмәте барлыҡ юғары наградаларға ҡарағанда ла яҡыныраҡ һәм ҡәҙерлерәк. “Йәшел береттар” вокаль-инструменталь ансамбле халыҡты һөйөндөрөп, гастролдәрен киләсәктә дауам итәсәк. Тиҙҙән Татарстанға юлланасаҡ, ә мартта концерттар Өфөлә уҙасаҡ.
“Йәшел береттар” вокаль-инструменталь ансамбле һәр саҡ юлда. Улар ижад һөйгән халыҡты үҙҙәренең күңелгә үтеп керерлек моңло йырҙары менән тәрән уйланырға мәжбүр итеп, дәртләндереп һәм кинәндереп, яңынан-яңы үрҙәр яулап, ғорур аҙымдар менән алға атлай.


Автор: Рафил САМАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә