Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеш батыр эҙҙәренән
“Башҡортостан” гәзитенең 1-се һанында (2017 йыл, 3 ғинуар) сыҡҡан “Кәңәшле эш тарҡалмай” тигән мәҡәлә күп һорауҙар тыуҙырыу сәбәпле, аңлатма индереү урынлы булыр тип иҫәпләйем.
Былтыр октябрҙә беҙҙең ауылға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Эҙәрмән” тапшырыуын әҙерләүселәр килде. Сура, Бейеш батырҙар хаҡында тапшырыу әҙерләнә тип, Сура батыр тоҡомонан булараҡ, уның хаҡында һөйләп, ҡәберендә аят уҡыуымды һорағайны Вәкилә апай Сафиуллина. Ләкин тапшырыуҙы алып барыусы Булат Кәримов, сценарий менән таныштырғас, тапшырыуҙың тик Бейеш батыр хаҡында булыуын аңланым. Ваҡиға ошондай боролош алғас, иң элек Ҡусҡар ауылы халҡы менән һөйләшеү, батырҙың туғандары менән күрешеү ниәтендә Ҡусҡарға юлландыҡ. Ауыл магазины эргәһендә, урамда осраған кешеләр менән һөйләштек, тик Бейеш хаҡында бер ниндәй мәғлүмәт ала алманыҡ.
Шул мәл 15 йыл элек Юлай Ғәйнетдинов килеп, Бейеш батыр тураһында тапшырыу әҙерләүе иҫкә төштө. Унда Шәрифйән ағай Афзалов саҡырыуы буйынса мин дә ҡатнашҡайным. Шәрифйән ағай, мин Бейеш батырҙың бишенсе быуын туғанымын, тип таныштырғайны. “Хазина” тапшырыуында Нафиҡ ағай Фәйезйәнов, сәсәниә Гөлнур апай Мамлееваларҙың ҡатнашыуын иҫкә алып, уларға киттек. Нафиҡ ағай ауырып торғас, беҙҙең менән бара алманы, шулай ҙа Бейеш хаҡында белгән туғандарының өйҙәрен өйрәтеп ебәрҙе. Әммә уларҙың бәғзеләренә тап булманыҡ, икенселәре уның хаҡында белмәй булып сыҡты. Мәктәпкә барайыҡ, уның аръяғында ғына Гөлнур апай Мамлеева йәшәй, тигәйнем, Булат Кәримов, тапшырыуҙы төшөрөп, бөгөн үк Өфөгә кире ҡайтырға кәрәк, ваҡыт тар, тип ризалашманы. Өфө журналистары буш ҡайтмаһын өсөн, уларға үҙем белгәндәрҙе күрһәтергә һәм һөйләргә булдым.
Бейештең тыуған, йәшәгән ауылына еткәс, Ҡусҡарҙа берәүҙән һорашҡайныҡ, Шәрифйән батыр йәшәгән йорт нигеҙе тип ауылдың иң ҡалҡыу урынындағы нигеҙҙе күрһәткәйне, шул урынды төшөрҙө Булат. Әлбиттә, тапшырыуҙы әҙерләүселәрҙе минең урынымда Бейеш батырҙың туғаны, йә булмаһа ауылдашы оҙатып йөрөһә, бик яҡшы булыр ине лә бит...
Унан һуң Ирәндек башындағы Оло ташҡа юлландыҡ, тауға Ҡолоҡас ауылы яғынан “ҡыя юл”дан мендек. Ирәндек башынан диләнкә бүленгән икән, утын ҡырҡырға йөрөүселәр юлынан ҙур ыҙа менән тауға күтәрелдек. Юл насар, тайғаҡ, бысраҡ, бында өҫтәүенә һыуыҡ, буран, ысын ҡыш ине — диңгеҙ кимәленән 885 метр бейеклектә бит тау.
Шәрифйән ағай күрһәткән Бейеш мәмерйәһен саҡ эҙләп таптыҡ — ун биш йыл элек нисек булһа, әле лә шул көйөнсә ул. Мәмерйә алдында Бейештең ҡурайҙары моңайып, елгә һыҙғырып ултыра, эстә шул уҡ йыуан ҡарағас торонбаштар ята, төптә таштарҙан һалып эшләнгән урындығы күренә, урындыҡ осона өҫтән ҙур бер таш ҡолап төшкән, көс еткеһеҙ...
Ошонда Шәрифйән ағай һөйләгән тарих иҫкә төштө. Был мәмерйәлә Бейеште ҡулға алалар. Батырҙы батша власы яҡлылар ун йыл тота алмаған була. Иҙәш Ҡусҡарынан Хәкимйән байҙың бер шәп айғыры юғала. Ул шуны Бейештән күреп, Үрге Урал ҡәлғәһенә барып, һалдаттар алып килеп, ошо мәмерйәне ҡамап, батырҙы тоттора. Күп тә үтмәй Бейештең дуҫтары Хәкимйән байҙы атып үлтереп, донъяһын үртәп китә, шулай итеп үс алалар. “Ситтәр Бейеште һаҡлап йөрөтә, ә үҙебеҙҙекеләр тоттора”, – тигәйне ағай.
Шунан һуң Ҡолоҡас ауылы эргәһендәге Бейеш мәмерйәһен видеояҙмаға төшөрҙө “эҙәрмәндәр”. “Бында быйыл бүреләр оялап, көсөкләгән икән, тәпәй эҙҙәре күренә”, – тине үҙе һунарсы булған Булат Кәримов. Унан һуң Бейеш ташын төшөрҙөләр. Киләсәк быуын, йәштәр белеп үҫергә тейеш, тип ошонда Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусыларын килтертте тапшырыу етәксеһе. Унан инде сценарийында яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыусыларҙан, беҙҙән әйттерҙе. Бейеш ташының легендаһын да һөйләнем. Әммә Б. Кәримов ташты ентекләп ҡарап сыҡты ла: “Бында кеше эшләгән бер ниндәй ҙә һүрәт юҡ”, — тине. Шуға ла легенда тапшырыуға инмәй ҡалды.
Шәрифйән ағай ҙа туғандары менән күмәкләп барып ҡарауҙары, әммә һүрәт күренмәүе сәбәпле, был ташты “Хазина”ға төшөртмәгәйне. Мин үҙем дә ташта һүрәтте тапмағас, Рысҡужа ауылы ололарынан һорашҡайным. Улар таш ярығына яуын йылында кеше һүрәтенә оҡшап мүк үҫеүе, уның ҡоро йылда булмауын әйтте. Һүрәтте күрергә теләһәң, яуын йылы барып ҡарарға кәрәк икән.
“Хазина” тапшырыуын төшөргәндән һуң, килгән ҡунаҡтарҙы Ҡыҙыл йылғаһы буйында ҡунаҡ иткәйнеләр. Шунда Шәрифйән ағай үҙенән йәштәргә, йәғни беҙгә: “Бына һеҙҙе, йәштәрҙе, Бейеш батыр атлаған, йәшәгән ерҙәрҙән алып йөрөнөм, күрһәттем, һеҙ киләсәк быуындарҙы алып барып күрһәтерһегеҙ. Балалар Бейеш батырҙы онотмаһын, уны белеп үҫһен”, — тип васыят әйткәйне. Был юлы Хоҙай Тәғәлә миңә насип иткәндер инде был бурысты үтәргә. Моғайын, тапшырыуҙан һуң Бейеш батырҙың, Шәрифйән ағайҙың рухтары шатланғандыр. Уларҙың урындары ожмахта, йәндәре йәннәттә булһын ине.
“Кәңәшләшеп эшләргә кәрәк ине”, – тип Мөнирә апай Кирәева дөрөҫ яҙа. “Эҙәрмән”дәрҙе саҡырған Вәкилә апай Сафиуллинаға рәхмәт, ошоноң һөҙөмтәһендә Булат Кәримов оло шәхесебеҙ хаҡында тапшырыу әҙерләп, халыҡҡа күрһәтте. Ул әйткәнсә, бындай тапшырыуҙар туристик походтар ойоштороу өсөн кәрәк. Тимәк, киләсәктә Бейеш батыр эҙҙәренән туристар килер, шуға күрә был хаҡта белгән ололар бар саҡта батырыбыҙ тыуған ауылға, нигеҙенә, ул булған мәмерйәгә яҙыулы билдәләр ҡуйырға кәрәк ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21