Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өләсәй таратҡан йылы нур
Өләсәй таратҡан йылы нур Сажиҙә өләсәйем бәләкәй саҡта атай йорто сәйәси золом һөҙөмтәһендә селпәрәмә туҙҙырылһа ла, уның берәйһенә ләғнәт уҡыу түгел, хатта үпкә белдергәнен дә хәтерләмәйем. Өләсәйем яҡындарын да, ауылдаштарын да гел генә берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, игелекле, йомарт булырға өндәр ине...
1914 йылда Учалы районының Һәйтәк ауылында донъяға килә ул. Атаһы Абдулла Фәррәхов ифрат тырыш, эшсән, заманына күрә бик бай кешеләрҙән һанала. Малы ифрат күп була, хатта көтөү-көтөү йылҡыларын һанап та тормағандар. Уйһыу бер урынға өйөрҙәре менән ҡыуып төшөргәс, ошо үҙән тула икән, тимәк, йылҡы һаны теүәл... Ғөмүмән, олатаһы Фәррәхтең барлыҡ уландары ла уҡымышлы, дини белемле кешеләр була, мул тормошта йәшәй. Араларынан указной муллалар ҙа сыҡҡан.
Тәбиғи, бай ҡыҙының тормошо ал да гөл бара. Өләсәйем хәтерләүенсә, бала сағында уның сәсен хеҙмәтсе ҡатындар үрер булған. Тик сәйәси золом шауҡымы уның бәхетле бала сағын урлай. Һөргөнгә ебәреүҙән һаҡлап ҡалыр өсөн атаһы ҡыҙын 15 йәшендә генә белмәгән-күрмәгән кешегә кейәүгә бирә. Фәррәх олатайҙың барлыҡ тоҡомо репрессия тәгәрмәсе аҫтына эләгә, төрлөһө төрлө яҡҡа һөргөнгә ҡыуыла. Абдулланың ҡыҙы сит ауылға фәҡир кешегә тормошҡа сыҡҡас, үҫмер балаға бәйләнмәйҙәр. Ә инде өләсәйемдең бәләкәй һеңлеһе Сәлихәне Магнитогорск ҡалаһындағы балалар йортона оҙаталар.
Байтаҡ йылдар үткәс, бер мәл атаһы төндә тәҙрә шаҡып: «Сажиҙә ҡыҙым, ишегеңде ас, был атайың», – тип көтмәгәндә пәйҙә була. Хәләл көсө менән етеш йәшәгән егәрле уҙаман ҡыҙының ниндәй шарттарҙа донъя көткәнен күргәс, ултырып илай. Сәй эсеп алғас, таңға табан ҡуҙғалып китә. Үҙенең ауылға килгәнен бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡуша.
Хәйер, өләсәйемдең ире, йәғни олатайым Муллағәләм Сиражетдинов, тәртипле һәм белемле кеше була. Колхозда механизаторҙар бригадиры вазифаһында эшләй. Кешеләргә һәйбәт, игелекле мөнәсәбәт күрһәтә. Мәҫәлән, шул сәйәси золом дәүерендә бер төркөм кешене алып китергә тип келәткә ябып ҡуялар. Олатайым үҙе ағза булып торған ниндәйҙер комиссия йыйҙыртып, барыһын да тотҡондарҙың йорттарына алып бара. «Үҙегеҙ ҡарағыҙ, бына ниндәй ауыр шарттарҙа йәшәйҙәр, улар ниндәй халыҡ дошманы булһын!» – тип комиссия ағзаларына күрһәтеп йөрөй. Тотҡондарҙы аралап алып ҡала-ҡалыуын, әммә һуңынан, йәнәһе, Совет власының сәйәсәтен ғәмәлгә ашырырға ҡамасау­лағаны өсөн үҙен дә ҡулға алалар. Мөғжизә менән генә иҫән ҡала ул. Аҙаҡтан Бөйөк Ватан һуғышына алына һәм, орден-миҙалдарын күкрәгенә тағып, яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
…Әммә аяуһыҙ тормош өләсәйем алдына йәнә һынау ҡуя – ул 1946 йылда биш балаһы менән яңғыҙы тороп ҡала. Һуғыштың башынан аҙағынаса ут-һыу кисеп, еңеү яулап ҡайтҡан олатайым ни өсөн ғаиләһен ташлап, күрше яңғыҙ ҡатынға күскәндер – уныһы хәҙер мөһим түгел. Әммә өләсәйем бар көсөн һалып, балаларын аяҡҡа баҫтыра. Ике һыйыр тотоп, шуның һөтө менән генә иҫән ҡала улар. Унда ла һалым һалып йөҙәтәләр, балаларҙың ауыҙынан өҙөп, һөт ризыҡтарын һыпырып тигәндәй тартып алып сығыр булалар. Өләсәйем нисек тә бирешмәҫкә тырыша. Колхозда көлтә бәйләй, бесән саба (бик оҫта салғысы булып таныла). Эш хаҡы итеп колхоз көнөнә берәр кило он менән түләй. Аҙаҡ келәттә, фермала ҡарауылсы булып эшләй. «Беҙҙе хәленән килгәнсә ҡурсаланы, бер ауыр һүҙ әйтмәй, яратып үҫтерҙе», – тип хәтерләй атайым Ғафар Сиражетдинов.
Шәхсән үҙенә килгәндә, асыҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һөйкөмлө ҡарашлы, тыныс, үтә йомарт, изге күңелле кеше ине өләсәйем. Бер ваҡытта ла күңелһеҙләнеп, ауыр уйҙарға бирелеп ултырғанын хәтерләмәйем. Өйөнә инһәң, ниндәйҙер мөғжизәле йылы тулҡын эсенә эләккәндәй хис итә торғайным үҙемде. Үҙе һәр ваҡыт тыныс ҡына көйләп йөрөр ине. Кеше килеү менән йәһәт кенә самауырын ҡуя, төрлө хуш еҫле үләндәрен бешереп, тәмле сәй эсерә торғайны. Ашъяулығы үҙе бешергән бөккән, бөкөрөштәр, ҡоймаҡ менән тулы булды, еләк ҡағынан өҙөлмәне. Олоһо-кесеһенә тиң, ихтирам менән ҡараны.
Бер генә миҫал. Хәтеремдә, Яңы Байрамғолдан ейәнсәре Ләлә ҡунаҡҡа килгәс, уның хөрмәтенә күрше йәшәгән ҡыҙҙарҙы сәй табынына саҡырғайны. Ә Ләләгә ни бары 7-8 йәш самаһы ине! Ҡышҡы һыуыҡтарҙа әхирәтем Рита менән уйнап арығас, өләсәйгә йүгерә торғайныҡ. Көлөшә-көлөшә сәй эсәбеҙ, ноҡот һалдырабыҙ. Әхирәтем дә уны һағынып иҫкә ала.
Өләсәйемдең йомартлығы бәләкәй сағында мул, бай йәшәгәнгә ҡайтып ҡалалыр, моғайын. Бәлки, тормош михнәттәре кеше менән һәр саҡ уртаҡлашып йәшәргә өйрәткәндер. Хәйерселек ишле мал-тыуар булыу-булмауға ғына бәйле түгел бит, бәғзе кешеләр аҙҙы ла бәрәкәтле итеп тотона белә. Үзбәкстандағы ҡыҙынан посылка килһә, ундағы ҡуйыртылған һөт, грек сәтләүеге, шоколад-кәнфиттәр менән беҙҙе һыйлап шатлана ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен ныҡ яратты ул.
Өләсәйем йор һүҙле, телмәргә бай, хәбәрен кинәйә менән һөйләй торғайны: «Бур берәй кешенең әйберен урлаһа, бәхетен дә кеҫәһенә һалып алыр», «Ҡарғыш төшмәй, рәнйеш төшә», «Берәү йомош менән керһә, булған әйбереңде «юҡ» тимә, юҡлыҡҡа тартыр». Бик иманлы кеше булды. Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡыны, тәсбих тартты, дини вәғәздәрҙе һәр ваҡыт телгә алыр ине. Атеизм дәүерендә быға бәғзе кешеләрҙең сәйерһенеүенә бик сабыр ҡараны. Үлеренә бер нисә көн ҡалып телдән яҙыр алдынан да: «Ана, Аллаһ», – тип түшәмгә күрһәтте. 80 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте…
Ни өсөн хәтирәләремдең яратҡан гәзитемдә баҫылыуын теләнем? Сөнки өләсәйем менән сикһеҙ ғорурланам, матур бала саҡ бүләк иткәне өсөн рәхмәтем ифрат ҙур. Уның хаҡындағы йылы иҫтәлектәрем донъя күргән гәзит һанын ҡәҙерләп һаҡлармын, балаларыма, ейән-ейәнсәр­ҙәремә, бүлә-бүләсәрҙәремә уҡытырмын тигән ниәтем бар. Үҙегеҙҙең олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт менән иҫкә алығыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар. Ниндәй ауыр шарттарҙа ла кеше булып ҡала белгән һоҡланырлыҡ быуын бит улар!

Уҙған һайын ҡарайым,
Өләсәйҙең уты юҡ.
Уты ла, мөрйәһе лә,
Урынында өйө юҡ.

Кескәй генә саҡтарҙан
Мин оло ҡунаҡ инем.
Өҫтәл һый менән тулы,
Урыным түрҙә ине.

Йырын һуҙа шатланып,
Ейәнсәрен бик көткән:
“Беҙгә ҡунаҡтар килгән,
Сәрфинкә күлмәк кейгән”.

Ул бешергән аштарҙың
Барыһын да яратам.
Телә алма бөккәнен,
Йөрәгемә, ти, ята.

Ашъяулығын йыйнағас,
Һибә ноҡот таштарын:
– Ҡырҡ бер ташым,
Ҡырҡа әйт,
Һөйләп ебәр яҙғанын.

Буш төшмәне һинең, – ти, –
Тупһаң да, ҡулдарың да.
Йөрәгең дә ҡуш икән,
Берәү бар юлдарыңда.

Ҡурсағын эшләп бирә
Матур ғына тауарҙан.
Был хәтлем оҫталыҡты
Алған икән ҡайҙарҙан?

Ғәрәпсә лә, русса ла
Уҡый белә торғайны,
Ә Ҡөрьәнде ҡәҙерләп
Түр башына ҡуйғайны.

Көйләп кенә һөйләгән
Оҙон әкиәттәрен,
Оноталмам юрғанымды
Ҡымтып ҡуйған төндәрен.

Аллам – һаҡсым бар, тиеп
Ҡабатларға яратты.
Аҡтан-аҡ өләсәйем
Беҙгә аҡ нур таратты.

Барыһы ла хәтерҙә,
Йылдар юя алмаған.
Тимәк, һинең, өләсәй,
Ғүмер бушҡа уҙмаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872