Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хатамды төҙәтәм тиерһең дә...
Йәш саҡта рухи ҡиммәттәребеҙҙең әһәмиәтен аңлап еткермәйбеҙ. Ә улар өлкәнәйгән һайын матурлығын аса, яҡыныраҡ, мәғәнәлерәк була бара. Эйе, ошо милли үҙенсәлектәребеҙҙән айырым йәшәй алмайбыҙ, беҙ – бер бөтөн.
Туған телдең хикмәтенә, мөғжизәүи көсөнә бәйле ваҡиғалар бәйән ителгән мәҡәләләрҙе элек тә уҡығаным бар ине. Ҡанға һалынған милли үҙенсәлектең кешенең һаулығы менән туранан-тура бәйләнеше медицина тарафынан да аныҡ миҫалдар аша ныҡлы раҫлана бара. Шуларҙың береһе: баш мейеһендә туған тел – уң, һуңынан өйрәнелгәндәр һул ярымшарға һалына икән. Был турала Мәрйәм Бураҡаеваның яҙмаһын тетрәнеп уҡығайным. Аҙаҡ үҙемә лә ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килде. Шулар хаҡында бәйән итмәксемен.
Урамда танышым осрап, үҙен фалиж һуғыуы, байтаҡ ваҡыт дауаланала ятыуы тураһында һөйләне. “Эшкә сыҡманыңмы әле?” – тип ҡыҙыҡһындым. Танышым иһә, мине ҡаты аптырауға һалып, фалиждан һуң урыҫса бөтөнләй аңламауы хаҡында белдерҙе. Ни ҡылырға белмәйенсә, эшенән китергә мәжбүр булған икән. Телде аңламағас, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән күршеләренән уңайһыҙланып, әле фатирын алмаштырыу менән мәшғүл. Ҡала ситенән шәхси йорт алмаҡсы...
Оҙаҡламай йәнә бер танышымды осраттым. Ул башҡортса иҫәнләшеүемә баш ҡына ҡаҡты ла хәле тураһында урыҫса һөйләй башланы. Был ҡылығын мин генә түгел, яҡындары ла аңлай алмай икән. Һуңынан асыҡланды: фалиж ҡатындың баш мейеһенең уң ярымшарын зарарлаған. Был танышым урыҫ телен өйрәнмәһә, ни булыр ине? Һөйләшеү һәләтенән бөтөнләй мәхрүм ҡалыр ине бит.
Тимәк, телдәрҙе өйрәнеү мотлаҡ. Улар аҡыл-зиһенде камиллаштырып ҡына ҡалмай, һаулыҡты ла һаҡлай. Тәү сиратта ҡаныңа һалынған туған телеңде белеү зарур. Балаһын ошо мөмкинлектән мәхрүм иткән ата-әсә уйланһын ине. “Ул нимәгә кәрәк?” тип ҡаршы төшөүҙең, тәкәбберләнеүҙең һуңынан әсе үкенескә килтереүе ихтимал. Хатаңды төҙәтергә теләрһең дә, һуң булыр.
Күп милләтле төбәгебеҙ рухи ҡиммәттәр гөлләмәһен хәтерләтә. Аралашып йәшәгәс, бер-беребеҙҙең телен өйрәнеү ҙә бигүк ауырға төшмәй бит – өйрәнәйек! Был аң-зиһенебеҙгә лә, һаулығыбыҙ өсөн дә тик файҙаға булыр, ҡамасауламаҫ. Өҫтәүенә белем артҡан һайын күңел бөтәйә, үҙ-ара татыулыҡҡа ынтылыш көсәйә. Шул уҡ ваҡытта, медицинала иҫбатланыуынса, сит телдәрҙе белгән кешегә өлкәнәйгәс хәтер тарҡалыу сире бигүк янамай икән. Олоғайған көнөндә яңы һәләттәре лә асылыуы ихтимал, ләкин барыбер тәү сиратта туған телеңде, урындағы халыҡ телен белеүгә өҫтөнлөк биреү зарур, улар һәр яҡлап ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә.


Автор: Ә. САҘИҠОВА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә