Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Рәхмәт һеҙгә, Мәрйәм апай!”
“Рәхмәт һеҙгә, Мәрйәм апай!” Яңыраҡ “Бәйләнештә” селтәрендә бер әсәнең ихлас йөрәктән яҙылған һүҙҙәренә юлыҡтым: “Улымдың күңелен үҫтерҙегеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Мәрйәм апай!” Изге хәбәргә музыкаль бүләк тә беркетелгән. Баҡһаң, малай үҙенең башҡортса йырлағанын яҙҙырып һалған икән:
“Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,
Ҡояш нурын һибә көлтәләр.
Һаумы, ҡояш, һаумы, яҡты көн,
Үрмә гөлдәр наҙлы иркәләр...”

Ғаилә менән яҡынданыраҡ танышыу теләген белдереп яҙған хәбәремә яуап йәһәт килде. Улар – Ишембай ҡыҙы Альбина менән Сибай егете Азат Бүләковтар – Санкт-Петербургта йәшәй. Йәш ғаиләлә Ансар исемле малай үҫә. Ул былтырҙан тиңдәш милләттәштәре менән “Башҡортостан” мәҙәни үҙәге төбәк йәмәғәт ойошмаһында үткәрелгән милли бейеү һәм ҡурай түңәрәктәрендә шөғөлләнә башлаған.
– Тәүге дәрестән үк шул ҡәҙәр оҡшатты, – тип һөйөнә Альбина. – Балабыҙҙы милли мөхиттән мәхрүм итеп үҫтерәбеҙ бит, тип ғәйеп уты йотоп йөрөй инек, был түңәрәктәр эшләй башлағас, еңелерәк тын алып ҡуйҙыҡ. Ойошма етәксеһе Люция Ғафар ҡыҙы Буканова – ғәжәп тын­ғыһыҙ, дәртле кеше. Милләттәштәрҙе аҙна һайын йыйып ала, “йоҡлап” йөрөргә мөмкинлек бирмәй. Үҙ-ара фекер алышып, ярҙам итешеп, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ.
Малайҙарҙы ҡурайҙа уйнарға Ринат Камалов, бейергә Айназ Низаметдинов тигән егеттәр өйрәтә икән. Былтыр ҡалала үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында бәләкәй оҫталар – Ансар Бүлә­ков, Таһир һәм Данил Шәғәлиевтәр, Анатолий Малышев, Әмир Бикҡужин – беренсе тапҡыр күмәк тамашасы алдына сығып, “Тимербайҙың биш улы” тигән бейеүҙе күрһәтергә лә өлгөргән.
– Йәйгеһен иһә Талҡаҫ күле буйында “Йәйләү” лагеры ойоштороласағы хаҡында ишетеп, тағы ла дәртләнеп киттек, – ти Альбина. – Эй оҡшаны унда Ансарға! Йыр-бейеү, конкурстар, һыу инеү, сәйәхәттәр... Аҙаҡ улар хаҡында һөйләп һүҙе бөтмәне улыбыҙҙың. Ҡайтыу менән “Һаумы, ҡояш!” тип башҡортса йырлап ебәргәс, ғәжәпләнеү ҡатыш шатлыҡтан күҙ йәштәрем атылып сыҡты. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Мәрйәм апай! Халыҡ мәнфәғәтендәге тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ, оло йөрәгегеҙ өсөн. Бәләкәй баланың күңелен милли мөхиткә шул ҡәҙәр ҙә ылыҡтырырға мөмкин икән! Күпме ваҡыт үтте, ә улыбыҙ һаман ауыҙ эсенән йырын көйләп йөрөй, “Йәйләү”ҙе телдән төшөрмәй, тәрбиәселәрен, дуҫтарын һағынып зарыға. Ҡасан ғына йәй етер?!


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә