Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Булмышы – көс һәм ышаныс
Булмышы – көс һәм ышаныс “Кеше үҙ көсөнә ышанған ерҙә генә уңышҡа өлгәшә”. Күренекле немец фәлсәфәсеһе Людвиг Фейербахтың был фекерен күптәрҙең тормош юлына бәйләп дәлилләргә мөмкиндер, әммә беҙҙең өсөн дуҫыбыҙ Ислам Мифтаховтан да нығыраҡ тап килгәне юҡ һымаҡ, сөнки уның булмышында “көс”, “ышаныс” һәм “уңыш” тигән өс төшөнсә айырыуса асыҡ сағыла.
Йылайыр ра­йонының Юлдыбай ауылында Фә­риға һәм Илһа­мет­дин Мифта­хов­тар­ҙың татыу ғаилә­һендә баш бала булып донъяға килгән Ислам бәләкәйҙән зи­рәклеге, ты­рыш­лы­ғы, ҡыйыу­лығы ме­нән айырылып то­ра. Яҡшы хеҙмәт тәрбиәһе алғанға күрә төрлө шө­ғөлгә иртә өйрәнә, ата-әсәһенә йорт-ҡура мәшә­ҡәт­тәрендә ярҙамлаша, дөйөм ауыл өмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Уҡыуҙа ла алдынғылар иҫәбендә була.
Ауылында урта мәктәпте тамамлағас, ҙур теләк менән армия сафтарына юллана Ислам. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та белем алыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыуға тотона – Башҡортостан ауыл хужалығы инсти­ту­тының ветеринария медицинаһы факультетына уҡырға инә. 1993 йылда инде, дипломлы йәш белгес булып, ауылына эшкә ҡайта. Шунда уҡ “Юлдыбай” совхозында хеҙмәт юлын башлай. Күреүебеҙсә, үҙ көсөнә ныҡлы ышаныуы, тырышлығы Ислам Илһаметдин улын һәр саҡ уңыштарға, еңеүҙәргә илтә.
Өмөтлө йәш белгесте бер нисә йылдан баш ветеринария табибы итеп тәғәйенләйҙәр. Ғөмү­мән, карьера баҫҡысынан тиҙ күтәрелә ул. 1998 йылда Ислам Мифтахов Башҡортостандың Ветеринария идара­лығындағы яуаплы вазифаға күсә һәм, һайлаған һөнәренә тоғро булып, бөгөн дә шунда эшләй. Республиканың Ветеринария хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе лә. Фиҙакәр хеҙмәте маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән баһаланды.
Шуныһын әйтергә кәрәк: дуҫыбыҙға бер ваҡытта ла һауаланыу, ҡоро һүҙлелек хас түгел. “Тормошом юлында гелән яҡшы кешеләр тап булды. Туғандарым, яҡташтарым менән татыу­быҙ, дуҫтарым күп. Хеҙ­мәт­тәштәремдән, етәксе­ләремдән дә уңдым, улар тарафынан таяныс, аңлау тоям”, – тип ихлас йылмая ул.
Беҙҙең өсөн Ислам Илһаметдин улы тәрән фекерле кәңәшсе лә, ни әйтеребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торған иғтибарлы әңгәмәсе лә, кәрәк саҡта һис икеләнмәй ярҙам ҡулы һуҙыр иптәш тә. Яҡташтар, класташтар, курсташтар осрашыуҙарын ойоштороп, барыһын ҡуҙғытып, берҙәмлеккә әйҙәп йөрөй ул. Үҙе – табындарҙа көтөп алынған ҡунаҡ: моңло йырлай, дәртле бейей, йор һүҙгә әүәҫ.
Ғаиләһен, нәҫелен Ислам Мифтаховтың уңыш нигеҙҙәренең иң мөһиме тип күрәм. Әсә­һенә изгелекле бала, туғандарына хәстәрлекле ағай, улы Илсурға абруйлы, өлгөлө атай, ҡатыны Ғәйнур Шәрифйән ҡыҙына һөйөклө, ҡәҙерле ир ул. Ошо “тыл”ға булған ышанысы ла уҙаманды илһамландырып, ҡанатландырып торалыр.


Автор: Ә. СӘЙФЕТДИНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә