Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәнйетелгәндең доғаһы ҡабул булыр
Рәнйетелгәндең доғаһы ҡабул булыр Дәүләт Думаһында яңыраҡ ҡабул ителгән законға ярашлы, хәҙер өйҙә яҡындарына ҡарата көс ҡулланған кешегә, әгәр ундай осраҡ беренсе тапҡыр теркәлгән икән, енәйәт эше ҡуҙғатылмаясаҡ. Бында тәнгә физик ауыртыныу яһаған, әммә хеҙмәткә яраҡлылыҡты юғалтыуға, һаулыҡтың ваҡытлыса ҡаҡшауына килтермәгән хәл күҙ уңында тотола. Ул административ хоҡуҡ боҙоуға индерелә, яза төрҙәре – штраф, 15 тәүлеккә бикләү һәм башҡа ваҡ холоҡ төҙәтеү саралары. Ошонан һуң да көс күрһәтеүен дауам иткәндәргә иһә енәйәт эше асыласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә 40 минут һайын бер ҡатын үҙ өйөндә туҡмалыуҙан зыян күрә. Ауыр енәйәттәрҙең 40 процентҡа яҡыны йортта ҡылына, һәр унынсы үлтереш ғаиләлә теркәлә. Былтырғы туғыҙ ай күрһәткестәренә ҡарағанда, илдә яҡындарының өйҙә көс ҡулланыуы сәбәпле биш йөҙҙән ашыу ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡануниәт йомшартылды. Мәғлүмәт сығанаҡтарынан күренеүенсә, төҙәтмә авторҙары быны ғаилә эшенә ҡыҫылырға теләмәү менән аңлата. Төп сәбәп шул: туҡмалған ҡатындарҙың күбеһе биргән ғаризаһын кире ала икән.
Ә рәнйетелеп йәшәүе хаҡында бөтөнләй өндәшмәй, теш ҡыҫып түҙгәндәр күпме?! Бындай осраҡтарҙы һанай китһәң... Айырыуса беҙҙең мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өйҙән “сүп” сығармауҙы хуп күрә. Бәпәй тыуҙырған саҡта ла ҡысҡырырға уңайһыҙланып, теш ҡыҫып әҙәп һаҡлайбыҙ бит. Борон-борондан шундай тәрбиә алғанбыҙ, сыҙамлылыҡ ҡаныбыҙға һеңгән. Шул уҡ ваҡытта ғаилә беҙҙең өсөн – иң ҙур ҡиммәт, уны бер нигә ҡарамай һаҡларға тырышабыҙ, ирҙең холҡо үҙгәреренә ышанабыҙ. Мин үҙем дә шулай булдым. Кейәүгә сығып, бер аҙна тирәһе йәшәп өлгөрҙөкмө-юҡмы, ирем, эсеп ҡайтып, ҡул күтәрҙе. Ғаиләлә ундай тәрбиә күрмәгәс, тәүҙә ауыртыныуҙан да бигерәк аптырап ҡалдым, ҙур күңел көсөргәнеше кисерҙем. Тәндең түгел, йәндең яраһы нығыраҡ һыҙлай, бөтәшмәй, тиҙәр бит. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, ғәфү иттем, оноторға тырыштым. Әммә өлкәндәрҙең әйтеүе дөрөҫ икән: бер күтәрелгән ҡул кире төшмәй. Ирем тора-бара хатта эсмәгән килеш тә һуға башланы. Кистәрҙе дер ҡалтырап көтөр инем, хатта “ҡайтмаһын да ҡуйһын ине” тигән уй ҙа килмәне түгел. Шулай ҙа хәлем тураһында берәүгә лә һиҙҙермәнем, өндәшмәнем, туҡмалғанда тауыш сығарманым. Ирем үҙе лә ҡысҡырмайынса, яман эшен вәхшиҙәрсә аҫтыртын башҡара ине шул. Күңеле һау булманы.
Эйе, үткән заманда һөйләйем, сөнки ирем донъяла юҡ инде хәҙер. Бергә йәшәүебеҙгә дүрт йыл тигәндә, юл фажиғәһенә осрап ғүмере өҙөлдө. Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үҙемде ғәйепләп йөрөнөм, әле лә тыныслыҡ тапмайым. “Ҡайтмаһын да ҡуйһын ине” ти торғайным бит... Был теләгем ишетелгәндер Аллаһ Тәғәләгә. “Буштан рәнйетелгән кешенең доғаһы мотлаҡ ҡабул ҡылыныр”, тиелгән бит хәҙистә.
Йәберһетелеп йәшәүемдең иң ҙур ҡазаһы – әсәйлек бәхетенән мәхрүм ҡалдым. Ауырлы сағымда һөйрәп йөрөп туҡмап, сабыйымдың йәнен ҡыйҙы атаһы. Ә мин ғүмерлеккә “ҡыу ағас” булып ҡалдым.
Ошолар хаҡында уйлайым да ғаиләлә көс ҡулланыуға бәйле закондың шул ҡәҙәр йомшаҡ булыуына йөрәгем әрней. Исем өсөн генә сығаралар кеүек. Проблеманың ни тиклем ауыр, ҡатмарлы, ҡот осҡос икәнен уны үҙ башынан үткәргәндәр генә беләлер. Шул уҡ ваҡытта, эйе, законға төҙәтмәләр индереп кенә яйға һалырлыҡ мәсьәлә түгел был. Һис һүҙһеҙ, уны хәл итеүҙең юлы – ҡатын-ҡыҙҙы, ғаилә ҡиммәттәрен юғарыға күтәргән, ирҙең төп бурыстарын төшөндөргән иман тәрбиәһе.


Автор: И. ТАҺИРОВА. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә