Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Маһирлығы күңел матурлығынан
Маһирлығы күңел матурлығынан Тәбиғәткә иҫ киткес ғашиҡ кешеләр була. Уларҙың булмышында — донъяға кешелек күҙлегенән бағыу, изге ғәмәл­дәре менән уны йәмләндерергә, ҡурсаларға тырышыу. Бөгөнгө геройым, Тәүәкәс ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Роза Ғәббәсова, ошолай мөҡәддәс бурыстарын үтәүҙә үҙ тәғәйенләнешен табып, тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып йәшәй. Илһамлы ижад менән дөрләп янған йөрәге сикһеҙ һөйөү хистәре менән һуғарылғанға күрә, йәшәйеше шундай хозур һәм үҙенсәлекле тип әйтергә мөмкин.
“Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе вазифаһын ул бөтә тырышлығы менән атҡара. Йыш ҡына өр-яңы шиғыр­ҙа­ры, мәҡәләләре, һүрәтләмәләре һәм яңы идеялары менән редакция хеҙмәт­кәрҙәрен рухландырып тора. Ә бына үҙенең буш ваҡытын ҡул эштәренә арнауы айырым тема.
Хаҡлы ялдағы Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы улы Айрат һәм килене Гөлнара ме­нән бергә татыу ғү­мер кисерә. Ғаилә­нең заманса төҙөл­гән иркен йортоноң ишеген асып ингәс тә сағыу төҫтәрҙән күҙ ҡамаша. Өй эсендәге йәйғор төҫтәренә мансылған зауыҡлы әйберҙәргә хужабикәнең күңел йылыһы һалынған, шуға ла һәр береһе хайран ҡалдырыу ғына түгел, һушты ала: ултырғысҡа һалыу өсөн түңәрәк япмалар, төрлө биҙәкле диван, карауат йәймәләре. Ул ҡорамаларҙың үҙенә күрә исемдәре лә бар: “Осрашыу”, “Инйәр буйы”, “Йәйғор”, “Сәскәле болон”, “Маҡсатҡа өлгәшеү” һ.б. Стеналағы һоҡланғыс картиналарға, башҡорт кейемендәге ете ҡурсаҡҡа ҡарап туйғыһыҙ. Таҫмаларҙан эшләнгән сәскә гөлләмәләре күркәм бер мөйөштө биләй. Төрлө алым менән яһалған ҡул эштәрен сәнғәт әҫәрҙәренә тиңләрлек. Әҙәбиәт йылы, Рәсәй киноһы йылы уңайынан бәйләнгән эмблемалар ҙа үҙенсәлекле. Быйылғы символ иһә төрлө төҫтәр менән һырылған һәм ағинәй бер нисәүһен яҡындарына ла бүләк иткән.
— Ышанаһығыҙмы-юҡмы, биш-алты йәштәрҙә бәйләргә һәм тегенергә өйрәндем. Уның тарихы ла бар. Фәтхиә инәйемдең “Зингер” теген машинаһы бар ине. Үҙе баҙарға китһә йә күрше-тирәгә сыҡһа, тиҙ генә ултыра һалам. Күреп ҡалһа: “Ҡулыңа сөй ҡағам”, – тип ҡурҡыта. Башта илай инем, тик теләгем көслө булғандыр, күрәһең, барыбер ныҡышып һүҙемде һүҙ иттем, өйрәндем. Бишенсе класта уҡығанда әсәйем теген машинаһы алып бирҙе. Шул саҡта фантазияны эшкә ектем, һеңлем Данияға әсәйемдең иҫке пальтоһын яңыртып бирҙем. Әхирәттәремдең күҙе шар булды. Зилә менән Бибинурға күлдәк тегеп бирҙем. Зәкирә Свердловск өлкәһенән ҡайтҡайны, ул инде байрам һайын яңыларын тектерә торғайны. Үҙемә бөтә кейемде лә бесеп, тегеп кейә инем. Башта ең төбө ҡыйынға тура килде, аҙаҡ лавканан өлгөләр алғас, еңелгә төштө.
Бәйләмгә килгәндә, әсәйемдең ун күҙ йыйып биргәне хәтеремдә. Бер тапҡыр күрһәтте лә эшкә ашыҡты, ә мин ул ҡайтҡансы оҙон итеп бәйләнем дә бәйләнем.
Тәүге ҙур эшемде “Башҡорт биҙәге” тип атаным. Башыма яңынан-яңы уй килә, үҙенсәлекле төҫ һайлайым, ниндәй эш тыуасағын күҙаллайым. Өфөгә барһам, “Туҡымалар” магазинында, ательеларҙа тауар, төҫлө ептәр, энәләр һайлап һатып алам. Ауылдашым Рәғиҙә Илназарова менән өлгөләр уртаҡлашабыҙ.
Ҡул эштәренә тотонғанда, күңелемде шатлыҡ биләй, уның һөҙөмтәһен тиҙерәк күргем килә. Башҡалар менән ошо ҡыуанысымды уртаҡлашырға теләйем. Бер журналда уҡығайным, әгәр кеше йәйғорҙай төҫтәргә йыш ҡарай икән, ул күҙҙәргә гимнастика кеүек тәьҫир итә. Ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, ейәнсәремә бирнәлеккә матур әйберҙәр әҙерләп, үҙемдең яратҡан шөғөлөм менән күптәрҙе һөйөндөрөп йәшәйем, – тип уй-хистәрен белдерҙе ҡул эштәренә маһир ағинәй Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы.


Автор: Миләүшә БӘШИРОВА. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә