Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сихыр Иртән торғас, Нурия үҙен көҙгөлә күреп таныманы: йөҙө ҡыҙарып шешенгән, бөрсөк-бөрсөк таптар баҫҡан, күҙҙәре ҡыҫылып эренләгән. Тиҙ генә йыйынып, район үҙәгенә дауаханаға юлланды. Табипҡа күренеп, ул яҙып биргән рецепт буйынса дарыуҙар, майҙар һатып алды.
Юҡ, дауа килешмәне, йөҙө тағы ла нығыраҡ шешенеп, күҙе бөтөнләй асылмай башланы. Ире менән Өфөгә барып, ҡала табиптарына ла күренеп ҡараны, файҙаһы булманы.

Көҙгө ямғыр быҫҡаҡлап, күңелгә әллә ниндәй шомло уйҙар өҫтәй. Яңы һалынған йорт ҡыйығына тамған тамсылар йөрәкте тишерҙәй итеп тыпылдай. Нурия карауат өҫтөнә һуҙылып ятып, яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған. Шулай уҡ йәшләй генә үлеп китерме икән ни? Күпме михнәт күреп йорт бөтөрөп сыҡҡайнылар, киләсәккә матур пландар ҡорғайнылар... Туҡта, туҡта, нисек башланды һуң әле был сир?
...Ҡәйнәһе мунса инергә саҡырғас, шатланып риза булғайны. “Нисек миңә әйтергә уйланы икән, бик өнәп етмәгән килеш, улыма тиң түгелһең, тип аҙым һайын йөрәкте яралап ҡына тора бит”, – тип уйланы ул.
Ҡойоноп торғанда иҙән ярығынан килеп сыҡҡан ҙур йәшел тәлмәрйен өҫтөнә баҫып, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе, тәне аша электр тогы үттеме ни! Уның тауышынан ҡурҡып шым ғына мөйөштә йыуынып ултырған ҡәйенһеңлеһе сығып йүгерҙе, Нурия ла уның артынан ҡабаланып тышҡа атылды.
– Килен, самауыр өҫтәлдә, сәй эсеп алайыҡ, – тине ҡәйнәһе, ул ҡайтҡас.
Нурия сәй яһаны, үҙе уңай­һыҙланып булһа ла әле бер, әле икенсе ерен тырнаны.
– Кит, мунсанан сығып тырнанып ултырмаһаң, йыуынманыңмы әллә? – тип ҡәйнәһе битәрләп тә алды үҙен.
Шуларҙы хәтере аша үткәрҙе Нурия. Хәле көндән-көн ауырлаша, инде нимә эшләргә?..
Ире эштән ҡайтҡас, кәңәшләшеп, күрше районда йәшәгән әсәһе менән атаһы янына ҡайтып торорға булды.
– Һине көтөп, көн оҙоно бер үҙем ятам, минән бер ярҙам юҡ һиңә, – тине ул. – Ни ашарға бешерә алмайым, ни ут яғырға хәлемдән килмәй.
...Нурияның әсәһе ҡыҙы өсөн бик ҡайғырҙы, уны тәрбиәләне, татлы ризыҡтар бешереп тә ҡараны. Юҡ, алға китеш тойолманы. Атаһы ла ниҙер һиҙенеп, башын түбән эйеп кенә йөрөр булды.
– Ҡарт, әллә теге Федораны эҙләп ҡарайбыҙмы? – тине Фәниә бер көн.
– Әллә, уны нисек тапмаҡ кәрәк, күптән үҙе тураһында ишетелмәй ҙәбаһа, – тине ҡарты.
– Бәлки, кешеләрҙән һорашып ҡарарһың, башҡа өмөт юҡ бит, – тип өҙгөләнде Фәниә.
Таң һыҙыла башлағас та юлға сыҡты Нурғәле. Ҡыш яҡынлашыуын иҫкәртеп ер өҫтөнә беренсе ҡар бөртөктәре һибелгән. Урман юлында ҡар күберәк яуған икән, урыны-урыны менән аяғы батып-батып китә Нурғәлиҙең. Күпме барғандыр – үҙе лә белмәй, ҡыҙы өсөн уйлана-уйлана атлай торғас, кис ауышҡанын да һиҙмәй ҡалған. Таныш-белеш аша һораша торғас, “имсе” даны алған ҡатындың ҡайҙа йәшәгәнлеген белде.
– Әйҙүк, үт-үт, күптән көтәм һине – ҡыҙың ауырыған икән, – тип ҡаршы алды уны Федора.
Ул тулы ғына кәүҙәле, ҡуңыр йөҙлө ҡатын ине. Саллана башлаған сәсе яулыҡ аҫтынан күренеп тора. Өй эсенә төрлө киптерелгән үлән бәйләмдәре, ағас ҡайыры, хайуан тиреләре эленгән.
– Һине саҡ эҙләп таптым! Зинһар, ҡыҙымды ҡотҡар, бер нимә лә йәл түгел, һыйырымды бирергә әҙер, – тине күҙ йәштәрен һөртөп Нурғәле.
– Ҡыҙыңдың сире ифрат ауыр, йәшәргә бер аҙна ғына ҡалған. Ҡайтып, ат егеп кил, мин әҙерләнә торормон, көс туплап алырға ла кәрәк, – тине.
...Ауырыуҙы күргәс, Федора аһ итте! Иң тәүҙә өшкөрөп алды, төнәтмәләр эсерҙе. Нурия үҙен томан эсендәге кеүек кенә хәтерләй: бер ут булып янды, берсә ҡарҙа тәгәрәп туңды, берсә күккә олғашҡандай тойолдо. Үҙе генә белгән алымдар менән төрлө сүрәткә керетте Нурияны, иң аҙаҡтан сепрәктән ҡарасҡы яһап яндырып, көлөн ете юл сатына күмергә ҡушты. Тамам хәлдән тайып тәгәрәне Федора ла, ярым үлек Нурия ла. Бер ай күҙ ҙә йоммаған Нурия бер тәүлек уянмай йоҡланы. Әсәһе, әллә был үлдеме икән, тип ҡабат-ҡабат янына килеп ҡараны: тик Федора уны тынысландырҙы.
“Эй, бигерәк сибәрһең икән дә үҙең!” – тигән тауышҡа уянып китте Нурия. Эргәһендә баҫып торған Федораны күреп йылмайып ҡуйҙы. Ятҡан урыны лысма булған – һығып алырлыҡ, шешенгән тәненән һыу шулай һарҡҡан.
Әсәһе көҙгө һоноп:
– Ҡарале, ҡыҙым, элекке хәлеңә ҡайтҡанһың бит, Хоҙайға шөкөр, – тине шатлығынан ни ҡылырға белмәй.
Нурия көҙгөгә күҙ һирпте – аҡ йөҙлө һылыу ҡатын ҡарай ине унан.
– Бер ҡанһыҙ әҙәм һине сихыр­лаған, үлтерергә самалаған, – тине Федора. – Сихырын үҙенә ҡайтарма­һам да, Хоҙай ебәргән язаны барыбер аласаҡ, мин көсһөҙ был осраҡта. Бына күрерһең, кем икәнен әйтмәйем – һин һауыҡҡас та, ул яуыз был донъянан китәсәк.
– Ҡыҙым төҙәлһә, әйҙә, ул да йәшәһен, минең тарлығым юҡ, – тине Фәниә.
– Нурия һеңлем, был донъяла һинән дә һау-сәләмәт, һинән дә бәхетле кеше булмаҫ, тик байлыҡҡа иҫең китмәһен, тупылдап балаларың да тыуыр, ғүмерҙең дә оҙоно насип булыр үҙеңә, – тине Федора, хушлашып.
Фәниә менән Нурғәле Федораны ҙурлап оҙатты, нәҙер-бүләктәрен йәлләмәне.
Нурия ла, көндән-көн матурланып, аҙна үтеүгә һауығып аяҡҡа баҫты. Ауылына ҡайтҡанда ҡәйнәһенең етеһен уҡыталар ине...




Автор: Минира БИКӘНӘСОВА. Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә