Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иңдәрендә — халҡыбыҙ хәстәре
Иңдәрендә — халҡыбыҙ хәстәреҺамар өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ, баш йорттан ярайһы ғына йыраҡ торһа ла, Башҡортостанда барған мөһим ваҡиғаларға бер ҡасан да битараф ҡалмай. Өлкәләге һигеҙ меңдән ашыу башҡортто туплап, төрлө милли-мәҙәни саралар ойоштороусы ҡоролтай бында уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында уҡ барлыҡҡа килгән. Әле Һамар башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына ғәйрәте ташып торған уҙаман Сафиулла Вилданов етәкселек итә.
Ул — һөнәре буйынса хәрби. Армия хеҙмәтен тамамлап, әле “Һамар тимер юл сауҙа компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә директор урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына идара итеү бурысы иһә Фәриҙә Сафинаның иңенә һалынған.
Тәү ҡарамаҡҡа Фәриҙә Әнүәр ҡыҙы милли хәрәкәттән йыраҡ торған һымаҡ. Үҙенең төп эше буйынса ул бөтөнләй мәҙәниәт кешеһе түгел, ә сауҙа хеҙмәткәре. Һамар ҡалаһында үҙенең эшен асҡан Ырымбур ҡыҙына милләттәштәребеҙ былтыр ғына яуаплы вазифа тапшырған. Ә, дөйөм алғанда, Фәриҙә Сафина ҡоролтай тормошонда ун йылдан ашыу әүҙем ҡатнаша.
Иңдәрендә — халҡыбыҙ хәстәре— 2002 йылдың октябрендә Миңзиә апай Хәтипова йәлеп иткәйне был йәмәғәт эшенә. Шул ваҡыттан алып Ғәбделбар Савғанов, Миңғәзим Мәмбәтов, Сәлимә Игенбәтова-Краснова, Ғәбделхәй Усманов кеүек милләтебеҙ йөҙөн билдәләүсе ағай һәм апайҙар менән барлыҡ сараларҙы бергә атҡарабыҙ, — ти ул.
Ә атҡарған эштәре ифрат күп Һамар башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының. Ойоштороу өсөн, ҙур теләк, ныҡышмаллыҡ, яуаплылыҡтан тыш, аҡса ла кәрәк, сөнки ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә урындағы етәкселек махсус матди ярҙам күрһәтмәй.
— Һамар өлкәһе Хөкүмәте тарафынан, әлбиттә, беҙгә ҡараш ыңғай, — ти Сафиулла Наил улы. — Ләкин шуны ла әйтеп китеү кәрәк: беҙ бит Башҡортостанда йәшәмәйбеҙ, шуға күрә юғарынан ниндәйҙер ҙур ярҙам өмөт итеү урынһыҙ. Хәйер, ғәҙеллек өсөн шуны ла әйтергә кәрәк: ҙурыраҡ сараларҙы ойошторғанда, Хөкүмәт ярҙам күрһәтә.
Үҙ кәсебен асып ебәргән эшҡыуар милләттәштәрҙең ярҙамында өлкә башҡорттарының мәҙәни-рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында “Ырғыҙ” гәзитен сығара. Белгес табып, Һамарҙа “Ләйсән” тигән фольклор ансамблен ойошторғандар. Ижади коллективтың етәксеһе Рәүҙә Шәймәрҙәнованың уңғанлығы арҡаһында ул “халыҡ ансамбле” исемен яулауға өлгәшкән. Таллы ауылында тағы бер халыҡ фольклор ансамбле уңышлы эшләй. Етәксеһе — оҙаҡ йылдар милләттәштәребеҙгә матурлыҡ, моң өләшеүсе Фатима Шағаева.
Йыл һайын апрелдә Һамар ҡалаһында Ҡарға туйын үткәреүҙе матур бер йолаға әйләндергән ҡоролтай ағзалары. Июнь башында Ырғыҙ буйында һабантуй ойошторалар. Ул бында “Йыйын” тип атала. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын да киң билдәләгәндәр Һамарҙа. Сараға Башҡортостан вәкилдәре — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Йәрмәкәй районы бай концерт программаһы алып килгән. Былтыр Кәрәлек йылғаһының иң матур еренә аҡ тирмәләр ҡороп, ҡаҙандар аҫып, Йәштәр һабантуйын үткәргәндәр. Өс көнгә һуҙылған был байрамға өлкәнең барлыҡ тарафтарынан дүрт меңдән ашыу ҡунаҡ килгән.
— Шул тиклем матур үтте байрам! — Йәштәр һабантуйы хаҡында һөйләгәндә Сафиулла Вилдановтың күҙҙәре янып китә. — Бер ниндәй иҫерткес эсемлек булманы. Өс көн буйы Кәрәлек буйындағы әрәмәлек йыр-моңдан гөрләп торҙо. Һабантуйҙы “Һылыуҡай”, “Дала бөркөтө” кеүек конкурстар, ярыштар биҙәне. Бәй, эскеһеҙ ҙә бына тигән байрам үткәрергә була икән, тип аптырап ҡайтты сараға килгән ҡунаҡтар.
— Былтыр Ташбулат ауылында Шәжәрә байрамы ла ойошторҙоҡ бит әле, — тип Фәриҙә Әнүәр ҡыҙы уның һүҙен элеп ала. — Быйыл шундай уҡ сараны Моратша ауылында үткәрергә торабыҙ. Һамарҙағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда “Таланттар йәйғоро” тигән конкурс булдырҙыҡ. Унда ҡатнашыусыларҙың иң кесеһенә өс йәш булһа, иң өлкәне ҡырҡҡа аяҡ баҫҡайны. Был сараны ла йыл һайын үткәрәсәкбеҙ. Ҡатнашырға теләге булған һәләтле яҡташтарыбыҙҙы саҡырып, иғлан бирҙек тә инде.
Тап бына ошондай саралар милли үҙаңды уята, кешеләр күңелендә халҡыбыҙҙың үткәненә, бөгөнгөһөнә ҡарата ғорурлыҡ хисе тыуҙыра. Йәштәребеҙ үҙ-ара таныша, кемдәрҙер йәр таба, яратыша, ҡауыша. Ә был бик мөһим, сөнки Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар араһында ҡатнаш никахтар айырыуса күп. Шул сәбәпле милләтебеҙ һаны кәмеүгә табан бара. Ҡоролтай ағзаларының төп бурысы — төрлө юлдарын табып, ошондай кире күренештәргә мөмкин тиклем нығыраҡ кәртә ҡуйыу.
Һамар башҡорттары бейеп-йырлап ҡына көн итмәй, өлкәнең сәйәси тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Оло Черниговка районы кимәлендәге һайлау кампанияһында улар хакимиәт башлығы вазифаһына үҙ кандидатын күрһәткән һәм, уны яҡлап, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барған. Башлыҡ булып һайланған Александр Баландин халыҡ алдында биргән вәғәҙәләрен тормошҡа ашыра башлаған да инде. Мәҫәлән, Ырғыҙ ауылы клубында заманса ремонт яһатҡан. Әле Таллыла мәҙәниәт усағында ла төҙөкләндереү йылдам бара.
Милләт мәнфәғәтендә ифрат күп эш башҡара Һамар башҡорттары ҡоролтайы. Һөҙөмтә ҙурыраҡ булһын тиһәк, Башҡортостандан да ярҙам күрһәтеү хаҡында уйланырға кәрәк. Шунһыҙ мөмкин түгел.
Сибәғәт Рахманғолов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә