... Алимент түләмәһәңҒаиләнән ситтә йәшәүҙән файҙаланып, атайлыҡ йәки әсәйлек бурысын үтәмәгәндәр өсөн законға үҙгәрештәр 2013 йылдан алып индерелгәне юҡ ине. Әммә ғаилә институтын яҡлау сәйәсәте нигеҙендә ҡабул ителгән 2025 йылға тиклемге концепция ошо йүнәлештә күп үҙгәреш индерҙе.
Был документ алимент түләү тәртибенә, шул иҫәптән алимент түләүҙән ҡасып йөрөгәндәргә ҡарата яза биреүгә лә ҡағыла. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, фәҡирлек сигендә йәшәгән сабыйҙар аҙ түгел, быға, бүтән сәбәптәрҙән тыш, ата-әсәһенән алимент ала алмауҙары ла сәбәпсе. Күптән түгел алимент түләргә теләмәүселәрҙе автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһындағы ҡарар ҙа ғәмәлгә инде. Халыҡтың күпселеге автомобиль йөрөтөүен иҫәпкә алғанда, был йоғонтоло ғына яза булмаҡсы.
Алимент түләмәү өсөн ниндәй ҙә булһа сәбәп, ғөмүмән, законда ҡаралмаған. Дөрөҫ, алиментсы үҙ бурысының йыйылыу сәбәбе (мәҫәлән, сирләүе) тураһында судҡа мөрәжәғәт итеп аңлатырға хоҡуҡлы, ләкин бер суд та уны алимент түләүҙән азат итмәйәсәк, фәҡәт бурысын түләтеүҙе кисектереп торорға һәм төрмәгә ултыртмаҫҡа ғына мөмкин.
Бындай бурысын үтәмәгәндәр өсөн иң йомшаҡ яза – ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм сит илгә сығыуҙы тыйыу. Тик юристар уларҙы йоғонтоло сара тип иҫәпләмәй: алимент түләмәүсе былай ҙа балаға ҡарата вайымһыҙлығын күрһәтә, шуға күрә ата-әсәлек хоҡуғынан тороп ҡалыуына ҡайғырыуы икеле. Сит илгә лә һәр кем сыҡмай, хәҙер эске туризмды үҫтереүгә йүнәлеш алдыҡ.
Ҡаты язаға, йәғни енәйәт яуаплылығына тарттырыу өсөн түбәндәге шарттар кәрәк:
– дәғүәсенең (күпселек осраҡта – әсәйҙәрҙең) алимент түләттереү тураһындағы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итеүе;
– алимент ярты йыл дауамында түләнмәһә (балаға ара-тирә алып биргән бүләктәр бында иҫәпкә инмәй);
– бурыслы атай-әсәй үҙенең килемен йәшерергә тырышһа.
Ошондай бурысын үтәмәгән өсөн алиментсыны бер йылға саҡлы төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Яҡын киләсәктә ул ике-өс йыл тәшкил итәсәк, шундай закон проекты әҙер ҙә инде. Төрмәгә ултырғас та алиментсы түләү бурысынан ҡотола алмай.
...Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысың йыйылһаТорлаҡты хеҙмәтләндергән өсөн хаҡтар йылдан-йыл арта бара, сөнки коммуналь хужалыҡтарҙың сығымдары ла күтәрелә. Улар өҙлөкһөҙ эшләй алһын өсөн, йылылыҡ, һыу, газ һәм башҡа ресурстар өсөн түләүҙе лә тотҡарларға ярамай. Был бурыстарҙың йыйылыуына юл ҡуйыу ҙа хоҡуҡ боҙоуға инә.
Рәсәй закондарына ярашлы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр айҙың 10-ына саҡлы иҫәпләшеү талап ителә. Һуңлағандарға тәүҙә штраф санкциялары ҡулланалар. Түләү датаһын ашып киткән һәр көн өсөн Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300 өлөшө күләмендә пеня өҫтәлә бара. Был күләм, әлбиттә, дөйөм бурыс суммаһынан алып иҫәпләнә. Был ғына һеҙҙе ҡурҡытмаһа, суд аша барлыҡ бурысты бер юлы түләтергә мәжбүр итәсәктәр. Был суммаға, тәбиғи, суд сығымдары ла өҫтәлә.
Артабанғы сара – ҡайһы бер коммуналь хеҙмәттәрҙе сикләү йәки хатта туҡтатыу. Был осраҡта коммуналь хеҙмәткәрҙәргә һыуыҡ һыу һәм йылы биреү крандарын ябыу ғына тыйыла. Ошондай ҡарар ҡабул ителеү тураһында фатир хужаһына мотлаҡ алдан иҫкәртеү ҡағыҙы килергә тейеш. Иҫкәртеү яһалып 30 көн үткәс тә ресурстар биреүҙе туҡтата башларға мөмкин. Улар менән ҡабаттан тәьмин итеү бурысты тулыһынса ҡаплап бөткәндән һуң ике тәүлек эсендә башҡарыла.
Ошонан һуң да бурысты түләргә ашыҡмаһалар, фатирҙан ҡыуып сығарыуҙары ла ихтимал. Тик был сара фатирҙы ҡуртымға алыусыларға ҡарата ғына ҡулланыла. Бәхеткә күрә, Рәсәй закондары күсмә милек хужаһын мөлкәтенән мәхрүм итеүҙе тыя. Әлеге ваҡытта ундай милексегә ҡарата штраф ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр ҙә бар, әммә бөгөнгә улар ҡануниәт итеп ҡабул ителмәгән.
....ОСАГО полисын оҙайтырға онотһаңАвтомобиль менән ОСАГО полисы булмайынса идара итеү тыйыла, ләкин сираттағы полис ғәмәлдән сығып өлгөргәндә йәки ул өйҙә онотолоп ҡалғанда нимә эшләргә?
Ҡануниәткә ярашлы, транспорт сараһы һатып алып йөрөтә башлағас та шофер ун көн эсендә ОСАГО полисы алырға бурыслы. Ул бик уңайлы: юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле тип танылған хәлдә икенсе шоферҙың автомобиленә килгән зыянды һинең өсөн страховкалау компанияһы түләй.
Инспектор туҡтатҡан саҡта полисығыҙ булмаһа, штраф әллә ни ҙур түгел – 500 һум ғына. Әммә бында штрафтан да ҡурҡынысыраҡ нәмә бар – автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә ихтимал, йәғни инспектор машинаңдан дәүләт теркәү номерын алырға һәм автомобилде штраф туҡталҡаһына оҙатырға ла хоҡуҡлы. Тағы ла хәүефлерәге: юл-транспорт ваҡиғаһында үтә бәхәсле һәм сетерекле хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай, тимәк, ғәйепле тип таба ҡалһалар, ә теге автомобиль зиннәтле сит ил маркаһы булып сыҡһа, уның шоферына килгән зыянды нисек түләргә? Машинаңды һатыпмы? Шуға күрә был осраҡта бер генә кәңәш бирергә мөмкин: ОСАГО полисын үҙ ваҡытында оҙайтыу зарур.
Ҡайһы саҡта: “Әгәр ҙә аварияла икенсе шофер ғәйепле тип танылһа, ә минең ОСАГО полисым булмаһа, машинама килгән зыянды ул шофер түләргә тейешме?” – тип һорайҙар. Әлбиттә, тейеш, сөнки Рәсәйҙең Граждандар кодексын бер кем дә юҡҡа сығармаған бит әле. Ләкин был осраҡта, ғәйеплеһеңме-түгелме, полисың булмаған өсөн штрафтан ҡотолоу сараһы юҡ.