Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Буш һүҙгә ваҡыт бүлмәйек
– Беҙҙең мәсеттә өлкәндәр көн дә тиерлек йыйылып, ауылдағы имеш-мимеште тик­шереүгә әүәҫләнеп китте. Иман йортонда хәбәр һатыу дөрөҫ түгелдер бит, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ә. ҠАҘАҠБАЕВА.
Хәйбулла районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмө­хәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Тормошобоҙҙа һүҙҙең әһәмиә­те ифрат ҙур, ҡөҙрәте баһалап бөткөһөҙ. Әҙәм балаһын йыға һуғыр, шул уҡ ваҡытта ҡалҡытып торғоҙор көскә эйә ул. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һүҙгә ҡарата бик иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар кил­термәҫ” тигән бөйөк аҡылын онотмайыҡ.
Исламды таратыуҙа ла мәғәнәне дөрөҫ итеп ет­ке­реүҙең, аныҡ төшөндөрөүҙең өлөшө элек-электән баһалап бөткөһөҙ булған. “Дингә күркәм вәғәз менән саҡырығыҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был йәһәттән еңел-елпелеккә, көсләүгә, кәм­һетеүгә, мыҫ­ҡыл итеүгә, әрләүгә, әҙерлекһеҙ буш хә­бәр һа­тыуға бөтөнләй урын юҡ. Иман юлына са­ҡы­рыусы тәү сиратта үҙе аҡылы, ғәмәлдәре аша өлгө күр­һәтергә, аят-хәҙистәрҙән миҫалдар килтереп, уйлап, төплө сығыш яһауы менән хөрмәт яуларға те­йеш. Нәҡ шундай кеше генә өммәттә ихтирам ҡа­ҙа­ныр, терәк-таяныс булырҙай әйҙәүсе көскә әүерелер.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм оҫта телле булыуы менән айырылып торған. Уның оло хикмәт һалынған һәр сығышын халыҡ йотлоғоп тың­лаған, ҙур фәһем алған. Аллаһ рәсүле оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған мәғәнәһеҙ, кәрәкһеҙ телмәр тотоусыларҙы, буш хәбәр һөйләүселәрҙе яратмаған, уларҙы был “сир”ҙән төҙәлергә, ваҡыттың ҡәҙерен белергә саҡырған.
Күп һүҙлелек, ысынлап та, ауырыуға тиң. Ул бө­гөн­гө йәмғиәттә лә йыш осрай. Ә инде әлеге һорауға килгәндә, иман йортонда буш хәбәр һатыу бөтөнләй урынһыҙ, ярамаған эш, хөрмәтле йәмәғәт. Әлбиттә, кәңәшләшеп, фекер алышып ултырыу мөһим, әммә, саманы онотоп, әңгәмәләшеүҙе “һүҙ бутҡаһы”на әйләндерергә ярамай. Бер-береңде тикшереү, яла яғыу – гонаһ. Күмәкләп һөйләшеүҙән һис кем зыян күрергә тейеш түгел. Әңгәмәләшеүҙән, киреһенсә, һәр ҡәрҙәшебеҙҙең һабаҡ, фәһем алыуы, күңелендә өмөт-ышаныс артыуы мөһим. Шулай уҡ фекер алышҡандан һуң гелән “иншаллаһ” һүҙен әйтеп, барыһы ла Аллаһтың ихтыярында икәнен йәнә бер ҡат иҫкә алырға онотмаһаҡ ине. Буш хәбәр һаҙ­лы­ғына батып, түбәнселеккә төшмәйек, динебеҙҙе лә, үҙебеҙҙе лә хәстәрләп йәшәйек, абруйыбыҙҙы һаҡлайыҡ, юғары булып ҡалайыҡ, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр! Яҡшы һүҙ саҙаҡаға тиң. Уны күберәк әйтеп, бер-беребеҙгә шатлыҡ, күңел көрлөгө өләшеп йәшәйек, иншаллаһ. Өлгө күрһәтеп ғүмер итәйек.
Мосолман өсөн кәрәкмәгән мәғлүмәт йыйыу һәм таратыу ҙа ят булырға тейеш. Хәбәр көндәлек тормошто, хеҙмәт тәртибен яҡшыртыу хаҡында түгел икән, уны иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Артыҡ ҡы­ҙыҡ­һыныу ҙа килешмәй. Кемдер үҫеш мөмкинлеген бирмәгән, төрлө мәғлүмәт сараһынан йә кешенән ишеткән кире хәбәр, ғәйбәт менән уртаҡлаша икән, тимәк, үҙенә гонаһ йыя. Мосолман үҙенә ҡағылмаған нәмәгә иғтибар итмәй, яҡынламай. Уның был сифаты, әлбиттә ки, файҙаһыҙ эштәргә ваҡыт бүлмәүе, баш­ҡаларҙың тормошонда ҡаҙынмауы хаҡында һөйләй.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тап шундай булырға әйҙәгән, дөрөҫ булмаған дәлил­дәрҙән, кәрәкһеҙ һөйләшеүҙәрҙән, мәғәнәһеҙ бәхәс­тәрҙән, маҡтаныуҙан ситтә торорға, хәл-ваҡиғаны яҡын­дан белмәйенсә, нигеҙенә төшөнмәйенсә, үҙ күҙҙәрең менән күрмәйенсә, һығымта яһауҙан тыйылырға ҡушҡан. Буш хәбәрҙе тыңлауҙың, мейегә һеңдереүҙең аңды томалауы, фекерләү ҡеүәһенә зарар килтереүе хаҡында ла онотмаһаҡ ине. Ваҡыт­ты юҡ менән уҙғарғансы, барлыҡ көстө иманыбыҙҙы нығытыуға, белемебеҙҙе камиллаштырыуға, өҙлөк­һөҙ хеҙмәткә бүләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: ДИЛБӘР ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә