Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бишҡурайҙың буйын урай-урай...
Бишҡурайҙың буйын урай-урай... “Нисек йәшәй бөгөнгө ауыл?” Ябай ғына был һорауға ҡапылдан яуап биреп булмай шикелле. Һәр ауылдың үҙ тарихы, үҙенсәлекле кешеләре, данлыҡлы шәхестәре, быуаттарға һуҙылған йолалары бар. Әле иһә заман ауырлығына һылтанабыҙ, халыҡты туплауы, бер маҡсатҡа ойоштороуы ауыр, тибеҙ. Был фекер менән Илеш районының Бишҡурай ауыл Советы рәйесе Замир Хәҙимуллин иһә килешмәй.
Замир Әхмәтзаһит улы был вазифала – теүәл утыҙ йыл. Ошо дәүер эсендә ул Совет осорон да, үҙгәртеп ҡороуҙар мәлен дә, көрсөк замандарын да ауылдаштары менән бергә иңгә-иң те­рә­шеп үткәргән. Замир Әхмәтзаһит улының холҡо шундайыраҡ: өн­дәшмәҫ, артыҡ сәбәләнмәй, ҡу­йылған маҡсаттарға артыла. Би­ләмәһендә атҡарылған эштәр тураһында тәфсирләп һөйләй башлаһаң, гәзит бите етмәҫ, моғайын. Шулай ҙа ауыл халҡы­ның тормошон еңеләйткән, йәм­ләндергән хәл-ваҡиғаларҙы телгә алып китмәү яҙыҡ булыр.
Ауыл Советына биш ауыл ҡа­рай: Бишҡурай, Иләкшиҙе, Кесе Бишҡурай, Ташшишмә, Түләгән. Йәмғеһе 1 100 кеше йәшәй. Билә­мәлә өс клуб, медпункттар, ауыл һайын ике-өс магазин, яңы технологиялар менән йыһазланды­рылған (моделле) китапхана, бер урта мәктәп һәм балалар баҡ­саһы бар. Мәктәп булмаған ауыл­дарҙан балаларҙы белем усағына һәм балалар баҡсаһына автобус­та йөрөтәләр. Бишҡурай ауылы мәктәбендә йөҙгә яҡын уҡыусы белем ала.
– Замир Әхмәтзаһит улы, мине иң ҡыҙыҡһындырған һорау: утыҙ йыл дауамында халыҡты арты­ғыҙ­ҙан әйҙәү, бергә туплау һеҙҙең өсөн ауыр мәсьәлә булдымы?
– Юҡ. Төрлө замандарҙы үткә­реп ебәрҙек. Бер хәҡиҡәткә инандым: халыҡ һиңә ышана, эштең һөҙөмтәһен күрә икән, һәр баш­лан­ғысты күтәреп алырға ғына тора. Һуңғы эштәребеҙҙең бере­һен миҫал итеп килтергем килә. “Урындағы башланғыстар” прог­рам­маһы менән яҡшы таныш­һығыҙ. Ошо проектты районда беренселәрҙән булып күтәреп алдыҡ, тиһәм, маҡтаныу булмаҫ. Бөтөн ауылдарҙың асфальт юлдары йүнәтелде, ҡалғандарына ҡом-таш түшәлде. Быйыл иһә Кесе Бишҡурай ауылында клубты һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. Эштәребеҙ уң барып сыҡһын инде. Яңыраҡ ошо хаҡта Түләгән һәм Кесе Бишҡурай ауылдары халҡы менән йыйылып һөй­ләштек.
– Белеүемсә, “Урындағы баш­ланғыстар” программаһына яраш­лы, ауыл халҡы ла изге маҡ­сатты тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Күп осраҡта кешеләр аҡса йыйырға ашҡынып тормай. Ҡайһы берәү­ҙәр эш, аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Ә бына Бишҡурай халҡы был тәҡдимде нисек ҡабул итте?
– Беҙҙә аҡса йыйыу мәсьә­лә­һенә ыңғай ҡарайҙар, сөнки быға тиклем үҙ көсөбөҙ менән байтаҡ эш атҡарҙыҡ. Үрҙә телгә алынған эштәрҙе башҡарғанда халыҡтан – 200 мең, бағыусыларҙан 130 мең һум аҡса йыйҙыҡ. Әлеге программаны мөмкин тиклем киңерәк файҙаланып ҡалырға тип теләк белдерә ауыл халҡы.
– Бөгөнгө йәмғиәттә эш юҡ­лыҡҡа зарланыусылар күп. Колхоз тарҡалды, ҡыҫҡартыуҙар ар­ҡаһында эшһеҙ ҡалдыҡ, тип зар илайҙар. Һеҙҙә был юҫыҡта хәл­дәр нисегерәк?
– Зарланам тиһәң, сәбәбе табыла инде. Башҡа ауылдарҙан айырмалы, беҙҙә колхоз тарҡал­маны! Муса Гәрәев исемендәге колхоз, барлыҡ заман ауырлыҡ­тарын еңеп, әле лә уңышлы эш­ләп килә. 1981 йылдан бирле был хужалыҡты Әнис Әхмәтнәғим улы Ғарипов етәкләй. Уҙған йыл­дарҙа Иләкшиҙе һөтсөлөк фер­маһы республика әһәмиәтендәге “500 ферма” программаһы ниге­ҙендә яңыртылды.
Бер нисә кеше, крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, үҙ эше ме­нән мәшғүл. Ғөмүмән, тырышып донъя көткәндәргә эш ҡарышмай ул. Ауылдарҙа яҡшы өлгө күр­һәтеүсе ғаиләләр байтаҡ. Мәҫә­лән, Иләкшиҙенән бер туған Ай­ҙар, Динар, Артур, Раил Баһма­новтар, крәҫтиән (фермер) хужа­лығы төҙөп, мал үҫтереп, ит ри­зыҡтары һатыу менән шөғөлләнә. Лилиә менән Флорид Ғиззәтов­тарҙың тормошон йәштәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Күп итеп мал аҫрап, етеш тормошта йәшәйҙәр. Өс малайы, Флоридтың терәге булып, ғаиләләре менән гел берҙәм эшләй. Улар халыҡтан һөт йыйып, май эшләү заводына тапшыра. Тәүҙә үҙебеҙҙең ауыл­дарҙан башланылар, хәҙер инде өс район халҡынан һөт йыялар! Земфира менән Линар Гәрәевтәр тураһында ла әйтеп үткем килә. Үҙҙәре өс бала тәрбиәләй, шулар эргәһенә тағы дүртенсеһен алдылар. Һәр яҡтан өлгөлө ғаилә.
– Тырыш кешеләр йәшәгән­леге әллә ҡайҙан күренеп тора. “Һары матур, һары матур, һары матур һайлаһаң”, – тип йыр­лайҙар бит әле. Һәр йорт буялған, кәртә-ҡуралар төҙөк.
– Ауыл халҡы матур итеп донъя көтә. Төҙөкләндереүгә бер­гәләшеп күп көс һалдыҡ. Бынан 15 – 20 йыл элек ауыл советтары араһында төҙөкләндереү буйынса ярыш үткәрелә башлағайны. Ошо конкурста ҡатнашып, 3 – 4 йыл рәттән беренселекте бир­мәнек. Еңеүсе ауылға бер урамын төҙөкләндереү хоҡуғы бирелә ине. Шул йылдарҙа бөтөн урам­дарға тиерлек асфальт һалдыр­ҙыҡ. Берәүһе генә тороп ҡалды.
Колхоз менән берлектә һәр йортҡа газ индерҙек. Бер өй ҙә утын менән йылытылмай хәҙер. Ауылдарҙа һыу мәсьәләһе элек-электән хәл итеүҙе көтә ине. Ра­йон хакимиәте башлығы халыҡ­тың үҙәгенә үткән ошо ихтыяжды бөтөрөүгә үҙе тотонғас, уның ярҙамы менән беренселәрҙән булып беҙҙә һыу торбалары алмаштырылды, яңы һыу башнялары ҡуйылды. Хәҙер һыуға бәйле өҙөклөк юҡ.
“Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тигән мәҡәл йәшәй халыҡта. Зыярат­тарҙың төҙөклөгөнә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һуңғы өс йылда уларҙы профнастил менән кәртәләнек. Ҡойма өсөн аҡсаны ауыл халҡы йыйҙы. Әлеге эште атҡарыуҙа ауыл старосталары ярҙам итте. Ҡойма һатып алыу – бер, кәртә­ләү икенсе мәсьәлә. Ял көндәре өмәгә йыйылып, үҙ көсөбөҙ менән атҡарҙыҡ барыһын да. Бишҡу­райҙа эште тамамланыҡ. Зыярат янында хәҙер хужалыҡ йорто һәм кәрәк-яраҡты һаҡлау өсөн келәт бар. Йыл һайын яҙлы-көҙлө хәтер көндәре үткәреп, был изге урын­дарҙы тәртиптә тоторға тыры­шабыҙ.
– Һеҙҙең ауыл Советында экология, тәбиғәтте һаҡлау мәсьә­лә­ләренә лә ҙур иғтибар бүле­неүе хаҡында гәзит биттәре аша беләбеҙ. Ауылдың ағинәйҙәре “Башҡортостан”ға яҙып ебәргәй­не.
– Ата-бабаларыбыҙ шишмә­ләргә ныҡ иғтибарлы булған. Беҙ­ҙә ошо матур йола юғала баш­лағайны. 90-сы йылдарҙа инеш­тәрҙе мал тапап, тирә-яҡта сүп-сар өйөмдәре күренә башлағас, шишмәләрҙе кәртәләп, эргә-тирә­һенә ағас, сәскәләр ултыртып ҡуйҙыҡ. Һәр шишмә өсөн яуаплы кешеләр беркетелгән. Улар йә старосталар, йә ауыл депутаттары араһынан һайлана. Яҙлы-көҙлө шишмәнең эргә-тирәһен таҙартыу, сәскәләр ултыртыу, ҡоймаһын рәтләү кеүек эштәрҙе ойоштора улар. Шуныһы ҡыуан­дыра: хәҙер ауыл кешеләренең барыһының да өйөндә һыу булһа ла, күптәр шишмәнән ташып эсеүҙе хуп күрә. Ә туйҙар мәлендә йәш килендең, силәктәрен сай­ҡай-сайҡай, шишмә һыуын күтә­реп ҡайтып килеүе ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо уята.
Быйыл, Экология йылында, шишмәләргә иғтибарҙы тағы ла көсәйтербеҙ. Ҡайһы берҙәренең ҡоймаларын яңыртырға кәрәк. Ғөмүмән, бәләкәй һыу ятҡылыҡ­тарын ғаилә менән ял итеү урындарына әйләндереүҙе күҙ уңында тотоп, юлаусыларға туҡтап хәл алыр өсөн өҫтәл, ултырғыс, мангал, балалар өсөн бәүелсәктәр урынлаштырҙыҡ.
Бишҡурай ауылында тау аҫтындағы Әүлиә шишмәһе бер заман район кимәлендә үткән шишмәләр конкурсы араһында иң матуры тип билдәләнгәйне. Ошо исемгә тап төшөрмәҫ өсөн үткән йыл уны заманса төҙөклән­дерҙек. Ғөмүмән, шишмәләрҙе таҙартыуҙа, тәртиптә тотоуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ауылдашта­рымдың һәр ҡайһыһына рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә.
– “Айыҡ ауыл” конкурсында ла еңеп, ҙур ҡаҙаныштарға өл­гәш­кәнегеҙҙе ишеттек.
– Был сарала 2014 йылда ҡат­наштыҡ. Һөҙөмтәле булды. Шул осорҙа 27 кешене алкоголизмдан дауаланыҡ. Әлбиттә, ауылда бөгөн эскән кеше юҡ тип әйтеп булмай, шулай ҙа ошо дауалан­ған кешеләрҙең тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәреүен күреп, күҙҙәр йәшләнә, шатланабыҙ. Ошо конкурстан һуң айыҡлыҡҡа юл ал­дыҡ, тип әйтеүҙән тартынмайым, сөнки тәртипһеҙ эсеүселәр аҙай­ҙы. Иң мөһиме – халыҡҡа эскеһеҙ ҙә бына тигән байрамдар ойош­торорға була икәнен иҫбатланыҡ.
Йыл һайын “Ҡарға бутҡаһы”, ”Науруз” байрамдары шаулап үтә.
Ауыл менән йыйылышып үт­кәргән сараларҙа өҫтәлдә “шайтан һыуы” булмай.
– Ойоштороу эшендә ауыл старосталарының эше баһалап бөткөһөҙ ҙур, тинегеҙ.
– Шулай. Халыҡты ойоштороу, өмәләргә саҡырыу, туплау, аңла­тыу эше алып барыуҙа уларҙың ярҙамы тос. Бишҡурайҙан Марат Баянов, Кесе Бишҡурайҙан Ру­зилә менән Йәүҙәт Латиповтар, Түләгәндән Әғләм Хәсәнов, Таш­шишмәнән Рәүил Рәжәпов, Иләк­шиҙенән Данил Тимерхановтарға таянып эшләйем. Уларҙан тыш, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек итәбеҙ. Ауыл биләмә­һендә үткән һәр байрам уларҙың башланғысы менән, үҙҙәренең әүҙем ҡатнашлығында үтә. Мәҫә­лән, ҡатын-ҡыҙҙар советы республикала беренселәрҙән булып “Сәксәк байрамы” ойоштороп ебәрҙе. Был матур саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Киреһенсә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар кү­бәйә, уны башҡа төбәктәрҙә лә үткәрә башланылар. Йыл һайын август-сентябрҙә сәскә байрамдары ойошторабыҙ. Урамдар менән ярышып-ярышып, ҡатын-ҡыҙҙар сәскә үҫтерә хәҙер. Былтыр һәр ауыл Советы район мәҙәниәт һарайында үткән “Бәлә­кәй тыуған илем” фестивалендә ҡатнашты. Ике-өс сәғәткә иҫәп­ләнгән программала ауыл билә­мәһенең эштәре, билдәле шәхес­тәр, уңған кешеләр, йолаларыбыҙ тураһында һөйләнек. Халыҡ шундай яратып ҡабул итте сараны, хәҙер ошо әҙер концерт менән күрше ауыл биләмәләренә сыға­быҙ. Улар ҙа беҙгә килә. Әлеге тамаша халыҡтың күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уятып ҡына ҡалмай, дуҫлыҡ ептәрен дә нығыта.
– Киләсәккә ниндәй пландар ҡороп йәшәйһегеҙ?
– Пландар күп инде. Уларҙы тормошҡа ашырыу фарыз. Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарарына ярашлы, хәҙер ауыл советтарына йыл да 500 мең һум аҡса бүленә. Был ярҙам хужалыҡ эштәрен ҡәнәғәт­ләнерлек кимәлдә алып барырға етә. Хәҙер урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы тулыһынса хәл ителде. Элек бит быға аҡса етең­керәмәй ине. Йәнә лә ошо аҡса ярҙамында рөхсәтһеҙ сүплектәр­ҙе бөтөрөүгә күп көс һалабыҙ. Ауыл биләмәһендәге ике сүп­лекте яптыҡ. Киләсәктә өс ауылға бер урында ғына ҡалдырырға ине. Мәсьәлә гел иғтибар үҙә­гендә булғас, халыҡтың үҙаңы ла үҙгәрҙе. Бынан бер нисә йыл элек ҡайһы берәүҙәр сүбен теләһә ҡайҙа ташлай торғайны, хәҙер ундай күренеш бөтөнләй юҡ.
Ауыл эргәһендәге ағаслыҡты йәш үҫентеләр менән тулыландырып, урындағы халыҡҡа ял итеү паркы булдырыу өсөн нигеҙ һалдыҡ. Матур эскәмйәләр, бә­үелсәк ҡуйҙыҡ. Киләсәктә фонтан урынлаштырырға ла иҫәп бар...
Шул саҡ: “Оҙон-оҙаҡ хәбәр һөйләшеп ултырғансы, әйҙәгеҙ, барып күрәйек”, – тип Замир Әхмәтзаһит улы беҙҙе тышҡа әйҙүкләй.
Ауыл Советы рәйесе менән урамдан тиҙ генә үтермен тимә! Әле бер ауылдашы туҡтатып хәлдәрен һорай, әле икенсеһе. Балалар мәктәптән ҡайта баш­лаған мәл. Ҡаршыбыҙға шуҡ ҡына егеттәр осрай.
– Замир ағай, һаумыһығыҙ! – тип әллә ҡайҙан ҡысҡыра ма­лайҙар.
– Сәләм, егеттәр! Хәлдәр нисек? Уҡыу барамы?
– Уҡыу ҡасмай ул, ағай. Хәҙер йыйылышып хоккей уйнарға барабыҙ.
– Боҙ майҙансығы балалар өсөн ҙур бүләк булды. Коньки менән дә шыуалар, егеттәр хоккей уйнай. Кисен күңелдәре булып, шау-гөр ҡайтып килгән балаларҙы күреү үҙе бәхет, – ти ауыл хакимиәте башлығы.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тыуған Ташшишмә ауылына юлланабыҙ.
– Өфөлә ҡар күп булғас, юлдарҙы таҙартып өлгөрмәйҙәр, ә һеҙҙә юлдар тап-таҡыр! – тим, һоҡланыуымды йәшермәй.
– Көн һайын таҙар­тып торалар. Хатта ыжғыр буран­дарҙа ла юл ябылғаны юҡ. Таш­шишмәлә кеше әҙ йәшәй, шуға ҡарамаҫтан, был ауылға ла юл көн дә таҙартыла, – ти Замир Әхмәтзаһит улы.
Ауылда, Муса Гәрәев тыуған нигеҙҙә, ҡаһарман яҡташыбыҙҙың музейы эшләй. Ҡыш көнө бында һирәк киләләр, уның ҡарауы йәй­геһен кешеләр ағымы өҙөлмәй икән. Уҡыусы балаларҙы ла, оло йәштәгеләрҙе лә район үҙәгенән автобус менән экскурсияға алып килеп торалар. Ҡунаҡтар музей менән танышҡандан һуң эргәләге быуала балыҡ ҡармаҡлай, Ташшишмәнең көмөш һыуынан ауыҙ итеп, сәй менән һыйлана.
Бына ошондай ҡыҙыҡлы тормошта ҡайнап йәшәй Бишҡурай ауыл биләмәһе.
Замир Хәҙимуллиндың илһө­йәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Ошо ерҙә тыуып үҫкәнгә лә тирә-яҡты төҙөкләндереү, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу теләге көслөлөр унда. Биш балалы колхозсы ғаиләһендә тыуған ул. Әсәһе Наилә Хәсән ҡыҙы, атаһы Әхмәтзаһит Хәҙимулла улы ғүмер буйы “Коммунар” (хәҙерге М. Гәрәев исемендәге колхоз) колхозында бригадир булып эшлә­гән. Замир Әхмәтзаһит улы әле әсәһенә күрше булып, үҙе төҙөп сыҡҡан бына тигән йортта йәшәй. Наилә апай улының ғаиләһен ҡурсалап ҡына тора.
Урта мәктәпте тамамлағас, Замир әрме һынауын үтә. Унан 86-сы ауыл һөнәрселек-техник училищеһының Маншырҙағы филиалында тракторсы һөнәрен үҙләштереп, бер аҙ колхозда эшләп ала. Әммә егеттә юғары белем алыу теләге көслө була, ул Бөгөлмә индустриаль-педагогия техникумына юллана. Уҡыуын уңышлы тамамлап, һөнәри белем биреү училищеһында хеҙмәткә өйрәтеү мастеры булып эшләй башлай, ситтән тороп Баш­ҡорт­остан ауыл хужалығы институ­тының механика факультетын тамамлай. Артабан тыуған ауылына ҡайтып, урта мәктәптә хеҙ­мәт дәрестәрен уҡыта. 1987 йылда ауыл Советы рәйесе вази­фаһына һайлана. 2011 йылда республиканың муниципаль берәмектәре араһындағы кон­курс­та “Иң яҡшы биләмә баш­лығы” тигән номинацияла беренсе урынды яулаған абруйлы, уңған, хәстәрлекле, тынғыһыҙ етәксе шул саҡтан бирле халҡы менән берҙәм булып, уртаҡ маҡсаттар менән алға атлай.
Ғаиләһенә килгәндә, тормош юлдашы менән татыу ғүмер кисерә. Рәмзилә Рафат ҡыҙы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Улдары Заһир Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, әлеге мәлдә эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Ҡыҙҙары Фирүзә лә ошо уҡ уҡыу йортоноң нефть-газ бизнесы факультетын тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес.
Ғаилә башлығының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булыуын иҫәпкә алһаң, уның үҙ шөғөл­дәренә, ҡыҙыҡһыныуҙа­рына ваҡыты тар икәнен тойомларға була. Шулай ҙа ата-бабаһынан мираҫ булып ҡалған шөғөлгә – умартасылыҡҡа – ваҡыт таба ул. Улына ла ошо эштең нескәлек­тәрен өйрәтә.
...Бишҡурайға килеп ингән урында ауыл ҡапҡаһы ҡуйылған. Кемде генә ҡаршы алмай ул, кемде генә оҙатмай! Әммә ҡапҡа гелән төҙөк. Һәр яҡлап өлгө алырлыҡ ауыл биләмәһенең йөҙө һымаҡ.
Бишҡурайҙың буйын урай-урай...
Бишҡурайҙың буйын урай-урай...
Бишҡурайҙың буйын урай-урай...
Бишҡурайҙың буйын урай-урай...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872