Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңеленә ғаләм һыйҙырған ғалим
Күңеленә ғаләм һыйҙырған ғалим Тормош юлында яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән кешеләр ҙә осрап ҡуя. Кемеһелер тәғәйен ваҡытта ғына кәрәкле йүнәлеш бирә, ҡайһылары урынлы кәңәше менән ярҙам итә, өсөнсөләренә матди ярҙамы өсөн бурыслыһың.
Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булырға хыялланып, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға ингәндә, бер көн килеп тел ғилеме фәненә башкөлләй сумырымды күҙ алдына һис килтермәй инем. Әлбиттә, был фәнде мәктәптә уҡығанда ла яраттым, олимпиадаларҙа ҡатнашып, урындар ҙа яуланым. Әммә тел хикмәттәрен асыуға ынтылышты тап Кәрим Ишбаев уятты.
Уның лекцияларын ысын мәғәнәһендә “ауыҙ асып” тыңланыҡ. Шулай итеп, башҡорт ағайы ораторлыҡ һәләте, материалды тотошлай яттан һөйләүе, теманы аңлатыу өсөн ҡыҙыҡлы миҫалдар килтереүе менән тиҙ арала иң яратҡан уҡытыусыбыҙға әйләнде. Өҫтәүенә, кәүҙәһен һәр саҡ тура тотоп, бөхтә кейенеп, йылмайып йөрөүе уға ҡарата һоҡланыуыбыҙҙы тағы ла арттырҙы.
Институтты тамамлағас, Кәрим Ғайса улының тәүге аспиранты булдым, һуңғараҡ – докторанты. Ун туғыҙ йыл бергә эшләргә насип булды уҡытыусым менән. Бер мин генә түгел, кафедраның башҡа ағзалары ла уның аҡылына, кешелеклелегенә ҡарап һоҡланды.
Башҡорт, урыҫ филологияһы һәм уҡытыу мето­дикаһы кафедраһында башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари һ.б. милләт кешеләре һыйышып эшләнек, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, итәғәтле булдыҡ. Уҡытыусылар араһындағы йылы мөнәсәбәт, әлбиттә, мөдирҙән дә тора. Ә Кәрим Ғайса улы бәхәстәрҙе һәүетемсә генә хәл итеп ебәреү һәләтенә эйә ине.
Башҡорт һәм урыҫ телдәрен берҙәй яҡшы белгән кеше булараҡ, уҡытыусыбыҙ, аспиранттарының яҙған диссертацияларын урыҫ телселәренән тикшертеп, төҙәттереп яфаланманы. Эштәре стилистик яҡтан ҡытыршыраҡ тойолғандарға иһә: “Тартынып торма, урыҫ стилистарынан ошо һөйләмде генә ҡаратып ал. Ни ҡылаһың инде, атаң-әсәң урыҫ булмағас”, – тигән булыр ине. Орфографик, пунктуацион хаталар менән яҙған кешене өнәмәне, уҡыусыларынан грамоталы яҙыуҙы, һәр эште еренә еткереп башҡарыуҙы талап итте.
Кәрим Ишбаев шулай уҡ башҡорт теленең төп бүлектәрен үҙ эсенә алған тәүге дәреслектең мөхәррире һәм авторҙашы, төрки телдәре тарихында иң тәүге “Башҡорт теленең һүҙъяһалыш һүҙлеге”н төҙөүсе, Стәрлетамаҡта башҡорт тел ғилеме буйынса иң тәүге фән докторы дәрәжәһенә күтәрелеүсе һ.б. Ошо “иң тәүге” тигән һүҙ остазыбыҙҙың тормош девизын билдәләгән кеүек. Бер ҡасан да тормоштан артта ҡалмаҫ, хәл иткес мәлдәрҙә иң кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтер, “мин булмаһам – кем һуң?” тигән принциптан ситкә тайпылмаҫ ине. Принципиаллек уның иң төп һыҙаттарының береһе булды, ахыры. Ваҡ-төйәккә иҫе китмәй, “Тормош ығы-зығыһынан юғарыраҡ торорға кәрәк ул”, тип әйтә торғайны.
1976 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында (хәҙер – Башҡорт дәүләт универси­те­тының Стәрлетамаҡ филиалында) өлкән уҡытыусы, доцент, факультет деканы урынбаҫары, профессор, кафедра мөдире вазифаларын башҡарыу менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Ака­де­мияһының Стәрлетамаҡ филиалында (аҙаҡ – Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтында) социаль һәм гуманитар фәндәр бүлеген етәкләгәндә, Өфөнө аҙнаһына ҡайһы берҙә ике урар булды. Тел яҙмышы Кәрим Ишбаевтың үҙ яҙмышына айырылғыһыҙ бәйләнгәйне инде.
Тыуған ауылына шул тиклем ихлас мөнәсәбәттә булыуына ла һоҡландыҡ. “Атайым – Ғайса пәйғәмбәр, тыуған ауылым – Аллабирҙе, йәшәгән урамым Хоҙайбирҙе бит минең”, тине ул йыш ҡына айырым бер ғорурлыҡ менән. Яҡташтарының ғалимды ни тиклем ололауын уны һуңғы юлға оҙатырға сыҡҡан, мәрхүмдең өсөн-етеһен уҡытырға дәррәү күтәрелгән тотош ауыл халҡына ҡарап та белеп була ине. Үҙе уҡытып киткән, һуңғараҡ директор вазифаһын башҡарған мәктәптә уға арнап иҫтәлекле таҡтаташ асыу ҙа – ҙур мәртәбә.
Йәнә ғаиләһенә, туғандарына ифрат иғтибарлы булыуы хәтерҙә ҡалған. Инде йәй етһә, машинаһына Йәмилә еңгәне (оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында методист булып эшләне), ейәндәрен тейәп, туғандарына – Юшатыр буйына ашҡына. Фатирҙарынан да ҡунаҡтар өҙөлмәне: Үзбәкстандан, Татарстандан, Себер тарафтарынан да килделәр уға. Ҡыҙҙары Зөлфиәнең (филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты), Гөлнурҙың (башланғыс синыфтар уҡытыусыһы), улы Рәшиттең (инженер) балаларын ысын олатайҙарса хәстәрләне. Бәләкәйерәк саҡтарында һәр ейәненә Яңы йыл бүләге эҙләп мәж килә, үҙе Ҡыш бабай булып кейенеп, ихлас әҙерләгән бүләктәрен таратып, ҙур кинәнес алды.
Кәрим Ғайса улының бик яратып ҡабатлаған һүҙе була торғайны: “Донъя киң бит ул – барыһына ла урын етә”. Айырыуса, тормош ваҡлыҡтарына бирелеп, бер-береһенән уҙып алға сығырға тырышҡандарға ҡарап, шулай тип өҫтәр ине: “Беҙгә бер-беребеҙ менән ярышырға түгел, киреһенсә, уңыштарыбыҙға бергәләп һөйөнөргә кәрәк, бер милләт балалары бит беҙ”. Үҙе тыуып үҫкән далалай киң күңелле, һәр кешегә ярҙамсыл, итәғәтле остазыбыҙ Кәрим Ғайса улы Ишбаевтан ғилем һәм тормош һабаҡтары алыуҙы, ғөмүмән, уның менән аралашыу мөмкинлеген яҙмыш биргән иң ҙур бүләктәрҙең береһе тип һанайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 7

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 9

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 15

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 13

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 13

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 13

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды