Күп кенә башҡа даими баҫмаларҙағы кеүек, гәзитебеҙҙә заман афәтенә әйләнгән эскелек һәм наркомания темаһына мәҡәләләр баҫылып сығып тора. Алкоголизм һәм наркомания сиренән ыҙа сиккән, әммә әлегәсә һәләк булып өлгөрмәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡасандыр дөрөҫ юлға баҫыуҙарына өмөт итеп, илебеҙҙә киң таралған кире күренешкә битараф булмаған авторҙарыбыҙ ошо афәттән һәр төрлө ҡотолоу юлдарын күрһәтергә тырыша. Арабыҙҙа иң таралғаны эскелек булғанғалыр, һүҙҙе ана шул хаҡта йөрөтә күпселек. Эскелектең ниндәй аяныслы һөҙөмтәләргә килтереүен раҫлаған миҫалдар бихисап, ташҡа ла баҫылып тора.
Әммә бына ошо фәһемле, өгөт-нәсихәтле мәҡәләләрҙе тетрәнә-тетрәнә уҡып сыҡҡас, ни өсөндөр һәммәбеҙ ҙә улар башҡа берәүҙәр өсөн яҙылған тип ҡабул итәбеҙ. Ә улар беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға, хатта, ҡайһы бер осраҡта, үҙебеҙгә лә ҡағылышлы. Үкенескә ҡаршы, күпселек ваҡытта алкоголизм тип аталған мәкерле сирҙең үҙебеҙҙең яҡын-тирәлә генә йөрөгәнен белмәйбеҙ. Ә иң үкенеслеһе – ошо яман ауырыуҙың тоҙағына барып эләккәнебеҙҙе һиҙмәйбеҙ, белмәйбеҙ, дөрөҫөрәге, белмәмешкә һалышабыҙ, танымайбыҙ. Был хәл бик аяныслы. Табип һәм ҡәләм тибрәтеүсе булараҡ, алкоголизм тигән сирҙең нимә икәнлеген ябай кеше аңларлыҡ итеп һүрәтләргә ниәтем.
“Мин – алкоголик” йә иһә “Алкоголизм менән сирләйем, фәләнсә стадияла, миңә дауаланырға кәрәк”, – тип һүҙ йөрөткән берәй эскесене күргәнегеҙ бармы? Эйе, хатта хроник алкоголизмдың иң һуңғы стадияһында булған сирлеләр ҙә улай тип әйтмәй! Әгәр ҙә мәгәр, кем дә кем үҙенең ошо ауырыу менән сирләүен таныу бәхетенә өлгәшә икән, ул кеше һауығырға ынтыласаҡ һәм киләсәктә һис шикһеҙ был сирҙән ҡотоласаҡ, ти торғайны Һамар медицина академияһында беҙҙе уҡытҡан профессор.
Медицинала алкоголизмды өс стадияға бүләләр. Иң тәүге, йәғни беренсе стадияһына килеп ингәнен кеше үҙе лә һиҙмәй, сөнки алкоголизмдың башланғыс стадияһы күпселек осраҡта көнкүреш эскелектәре, бәғзеләр әйтмешләй, “мәҙәни” эсеү формаһында үтә. Хәмер эсеү менән бәйле һәр төрлө байрамдар, кисәләр, ҡунаҡ-маҙар йә иһә былай ғына “осрашыу хөрмәтенә бер “ярты” бушатыуҙар һәм башҡалар – төп этәргес. Тәү осорҙарҙа ошоноң һымаҡ мәжлестәрҙә эселгән хәмерҙән һуң барлыҡҡа килгән күтәренке кәйеф, фекер йөрөтөү еңеллеге тойғоһо, кеше араһында “оҫта итеп” һөйләй алыу, йырлау һәм бейеү һәләтенең “көсәйеүе” кешене тап бына шундай мәжлестәргә һаман йышыраҡ әйҙәй. Организмында һиҙелмәй генә биохимик үҙгәрештәр барған бындай кеше тора-бара, ошо коллектив рәүештә үткәрелгән кисәләрҙән тыш, хәмер эсеүгә башҡа сәбәптәр һәм юлдар эҙләй башлай.
Эҙләгән – таба, тигәндәй, сәбәптәр, үкенескә, эт тубығынан! Тыуған көнө, ҡатынының (иренең), балаларының, ата-әсәһенең, ағай-энеләренең, дуҫ-иштәренең яҡты донъяға килгән көндәре лә хәмерһеҙ үтмәй. Ундай кеше күптәрҙең тыуған көндәрен хәтерләп ҡалыусан. Яңы фатир, машина, кейем алған таныштарына, яҡындарына һәр саҡ “Йыуырға кәрәк...” тип шаяртырға ярата ул... Ошо сараларҙың һәр береһендә лә “төшөрөп” йөрөгән кешенең организмы әкренләп кенә (ә ҡайһы берҙәрҙең бик тиҙ, бер нисә ай эсендә) алкоголь эсемлегенә өйрәнә бара. Был процесс бер нисә йылға һуҙылыуы ла мөмкин. Йәне-тәне шайтан һыуына “күнегә” барған кеше тора-бара шундай һәр датаны спиртлы эсемлекһеҙ күҙ алдына килтерә алмай башлай.
Шул уҡ ваҡытта организмда алкоголизмдың иң тәүге стадияһына хас булған “толерантлыҡ” тип аталған симптом барлыҡҡа килә (толерантлыҡ күнегеү тигәнде аңлата). Ябай тел менән әйткәндә, элегерәк кеше ике-өс рюмканан иҫерһә, хәҙер уны иҫертер өсөн яңғыҙына бер “ярты”, хатта унан да күберәк кәрәк, шунһыҙ “алмай”. Күптәр тап ошо стадияла үҙҙәренең хәмергә “бирешмәүсәнлеген” организмының “ныҡлығынан” тип уйлай һәм йыш байрамдарҙы артабан дауам итә.
Артабан, шешәләш тә эҙләп тормай, яңғыҙы ғына булһа ла ултырып “төшөрөп” алырға әүәҫләнеп китә бәғзеләр. Әммә был стадияла әле, айырыуса баштараҡ, кеше “баш төҙәтеү”гә мохтаж түгел. Шунлыҡтан, башҡалар “похмелдән” сирләгән саҡта, “мин күпме эсһәм дә, бер ҡасан да ауырымайым” тип маҡтаныусан була ул. Сөнки “алкоголь абстиненцияһы” тип аталған синдром ауырыуҙың икенсе стадияһына сыҡҡас ныҡлап беленә башлай. Шулай итеп, әҙәм балаһы теләһә лә, теләмәһә лә, үҙе лә һиҙмәҫтән, был мәкерле ауырыуҙың ошо стадияһына килеп тә инә.
Абстиненция – кисә иҫергәнсе эсеп, бөгөн иртән уянған кешенең үтә лә ныҡ кәйефе төшкән хәле. Ул ғына ла түгел, иҫерек ваҡытта бер ниндәй ҙә артыҡ эш боҙмаған хәлдә лә, иртәгәһенә үҙеңде нимәләлер бик ныҡ ғәйепле итеп тойоу. Кешене шундай ыҙа сиктергән ошо тойғо иртәнсәк тороу менән “100 грамм” эсеп алыуға этәрә лә инде. Ошо дозанан кешенең хәле бер аҙ “яҡшыра” төшә. Тәүге стадияның аҙаҡтарында беленә башлаған һәм икенсе стадияға бөтөнләйгә хас булған бындай хәлде “похмель синдромы” тип тә әйтәләр.
Шулай уҡ беренсе стадияла башланған толерантлыҡ артабан да үҫә бара. Хәҙер инде кешегә иҫерер өсөн тағы ла күберәк доза кәрәк, хатта бер литрға тиклем (нормаль кеше өсөн бер литр – үлемесле доза!). Меҫкен кеше ана шулайтып һаман үҙенсә “нығына” бара. Ошо стадияла уның эшкә һәләте түбәнәйә, тиҙ арыусан булып китә. Элек ҡасандыр итәғәтле, әҙәпле булған кешенең холоҡ-фиғеле үҙгәрә. Алдаҡсылыҡ, тупаҫлыҡ, эгоизм һымаҡ элегерәк булмаған сифаттары барлыҡҡа килә башлай.
Баштараҡ, ҡатыны алдында үҙен аҡлар өсөн, “начальнигым” йә иһә икенсе бер “ҙур кеше” менән эстем, тип алдаусан. Үҙ-үҙеңә ҡарата тәнҡит тойғоһо һүнә барып, бөтөнләйгә тиерлек юҡҡа сығып, шәхес деградацияһы әкренләп башланыу ҙа хас ауырыуҙың был стадияһына. Көн дә эсеп, унан (хатта эш ваҡыттарында ла) баш йүнәтеп, үҙ эшен тулыһынса үтәй алмаған бындай кешенең ҡасандыр яратҡан һөнәренән яҙыуы, әлбиттә, ғәжәп түгел. Һәр көн кис өйөнә иҫерек ҡайтҡан ир ҡатыны алдында, “начальство менән талаштым, шуға йәнем көйөп эстем”, тип аҡлана. Ә инде иртәгәһенә эшкә “пахмурҙан”, йә иһә “баш төҙәтеп”, эсеп килә икән, “өйҙә ҡатыныма көйөп эстем” тигән һымағыраҡ яуаптар таба һәр саҡ.
Бына шуның өсөн дә инде ауырыуҙың ошо стадияһында булған кеше, ғәҙәттә, элекке эшендә эшләмәгән була, дөрөҫөрәге, “арт һанына тибелеп” ҡыуылған була. Ошо арҡала бик күптәрҙең ғаиләһе лә тарҡала. Берәй ғаилә ағзаһы йә иһә башҡа кемдеңдер уға дауаланырға биргән кәңәше уны асыуландыра ғына. “Һеҙ нимә, мине алкоголик тип беләһегеҙме, кәрәк булһа, үҙем ташлармын әле!” тигән һымағыраҡ яуап бирә ул яҡындарына. Ә үҙе һаман да эсеүен дауам итә. “Пахмырҙан” ныҡ ҡына ауырыған сағында туғандарына, ҡатынына “ошонан иҫән ҡалһам, башҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын”, тип анттар бирә, әммә бер аҙ хәле яҡшырыу менән вәғәҙәһен бөтөнләйгә онота. Бер нисә көн шулай өҙлөкһөҙ эскәндән һуң, ҙур ыҙа менән “похмель хәле”нән сығып, айныҡ ваҡытында туғандары, етәксеһе алдында тырышып-тырмашып үҙен “реабилитацияларға” тотона. Хатта бер-ике байрам мәжлесендә эсмәй ултырыуы мөмкин. Эшендә лә күпмелер кимәлдә элекке абруйын бер аҙға ҡайтара аласаҡ. “Алтын ҡуллы кеше ул, тик ана шул бер аҙ эсергә ярата”, тиҙәр ҡайһы саҡ ундай кеше тураһында. Тик уның аяныслы сирҙең тоҙағына эләккәне үҙенең дә, башҡаларҙың да башына килмәй.
Бындай “яҡты период” оҙаҡҡа бармай. Бер нисә аҙнанан бер-ике айға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Инде үҙен бөтөнләйгә яҡшы тоя башлаған был кеше ҡабаттан эскеһе килә башлай. Сәбәп өсөн ниндәйҙер бер ваҡиғаны тап килтереп (илебеҙҙә билдәләрлек сәбәптәр көн һайын тиерлек), йә иһә бер ниндәй сәбәпһеҙ “эс ҡортлап китте әле...” тигән һымағыраҡ кәрәкле шаян һүҙҙәр табып, ҡабаттан элекке дуҫтары янына килә...
Ҡайһы саҡ, “инде эсеүҙе бөтөнләйгә ташланым” тип уйлап, яҡшы ғына эшләп йөрөгән мәлендә, был “алтын ҡуллы” кешегә ниндәйҙер эш өсөн бер ни ҙә уйламай ғына һалып биреүселәр ҙә табыла. Унһыҙ ҙа “күңеле йомшаҡ” кеше быларҙың һүҙен кире ҡағырға “ҡыймай”. Шулай йә иһә башҡа һылтауҙар менән, ғөмүмән, нисек кенә булһа ла ахырҙа ул тағы ла организмы талап иткән сираттағы дозаны ала. Ә организм ысынлап та талап итә. Шәхестең тән күҙәнәктәрендәге инде алкоголгә яраҡлашып өлгөргән ҡатмарлы химик һәм биологик процестарҙың башланыуы “күңел талабы”на әйләнеп, даими рәүештә уның “эсен ҡортлатып” тора ла инде. Шулай итеп, ауырыу үҙенең иң һуңғы – өсөнсө стадияһына күсә.
Алкоголизмдың аҙаҡҡы стадияһына юғарыла әйтеп үтелгән “толерантлыҡ”тың бөтөүе хас. Хатта, киреһенсә, быға тиклем иҫерер өсөн кешегә бер-ике ярты кәрәк булһа, өсөнсө стадияға ингән кеше илле-йөҙ грамдан да “лаяҡыл” була. Ауырыуҙың был кимәленең икенсе бер симптомы: элек бер аҙ эскәс, кәйефе күтәрелеп киткән был кеше хәҙер “баш йүнәтеү” менән иҫерек йоҡоға тала. Кәйефе күтәрелеп тә “өлгөрмәй”. Йоҡонан уянғас та, аңында тик бер генә уй – нисек итеп тағы ла баш төҙәтәһе... Ғаилә, бала-саға, туғандары, эше хаҡында уйҙары уны әллә ҡасан уҡ ташлап киткән. Был стадия өсөн шәхес деградацияһы хас. Һирәк-һаяҡ ҡына була торған айныҡ ваҡыттарында ла һис бер юҡҡа шашынып көлөү йә иһә башҡалар алдында теләһә ниндәй һүҙҙәр менән һүгенеү уның өсөн ғәҙәти булып китә. Ҡасандыр үҙенең ниндәй “алыштырғыһыҙ” юғары квалификациялы һөнәрмән булыуы менән шапырынырға ярата күптәр. Бәғзеләре ҡасандыр теге йәки был билдәле артист йә яҙыусы менән яҡын дуҫ булыуҙарын, хатта уның менән хәмер эскәнен шаштырып һөйләргә ярата. Һөйләгән берәй ҡыҙыҡлы хәле лә эскелек темаһынан алыҫ китмәй. Нисек итеп сиратһыҙ араҡы алып киткәне хаҡында көлә-көлә йә иһә, киреһенсә, ҡасандыр яңылыш төшөрөп ебәреп ватылған шешәһен иҫләп, йәлләп һөйләүсән. Һөйләшкәндә, һүҙҙе магазиндағы араҡының хаҡы йә иһә сифаты тураһында алып барыусан. Хатта ана шул стадияла ла ул үҙенең сирле икәнен танымай. Был турала һүҙ әйткән яҡындарына “мин алкоголик түгел, тик башҡалар һымаҡ самалап ҡына эсә белмәйем” тип яуап бирә. Сираттағы “запой” ваҡыттарында һәр төрлө өй йыһазын хәмергә алыштырырға ла тартынмай башлай, хатта балаларының кейемен һатып эсеүе лә бар. Бер “ҡойған” урынға тағы һәм тағы килеүсән. “Үләм, ҡой!” тип үҙен йәлләтеп ялбара ул. Оҙаҡҡа һуҙылған “запой” осорҙары бик аҙға (аҙна-ун көнгә) эсеүҙән туҡтау менән алмашына бара, әммә “яҡты аралыҡтар” һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Тора-бара айҙар буйы, тәнәфесһеҙ эсеү башлана.
Ауырыуҙың икенсе стадияһында уҡ башланған абстинент синдромы, йә иһә һуңғы стадияла күҙәтелгән һәр төрлө галлюцинациялар ваҡытында, күп кенә осраҡта әҙәм балаһы үҙ-үҙенә ҡул һалыусан да була. Бик күптәр бауыр ауырыуынан (цирроз) ыҙа сигеп, һарғайып, йә булмаһа берәй йөрәк өйәнәгенән (алкогольная кардиомиопатия, инфаркт миокарда), мейе инсультынан кинәт кенә яҡты донъя менән хушлаша.
Күп яҡлы булған был сирҙе, әлбиттә, бер генә мәҡәләлә тулыһынса һүрәтләп бөтөү мөмкин түгел. Әммә күп осраҡта башҡаларҙың күҙендә генә күренә торған сүпте үҙеңдә эҙләп ҡарау кәрәклеген, мөмкинлеген ошо мәҡәләм аша күрһәтә алған булһам, маҡсатыма өлгәштем тип һанар инем.
Афәттән ҡотолоу юлдары бар. Тәүгеһе – дин юлына баҫыу. Ислам динендә иҫерткес эсемлектәр – хәрәм. Эскелек менән дуҫ булған бәндәһенә Аллаһ Тәғәлә был донъяла ғына түгел, ә ахирәттә, йәғни киләһе мәңгелек йортта ла ғазаптарын әҙерләп ҡуйған. Әгәр Аллаға ышанаһың икән, был һине ҡурҡытырға тейеш. Сөнки ҡәбер ғазаптары, унан килә йәһәннәм (тамуҡ) утында яныуҙары был донъя ғазаптарынан һанһыҙ мәртәбә аяныслыраҡ. Әммә иманға килеүҙе тик эскелекте ташлау ысулдарының береһе генә тип һанарға ярамай!
Әгәр дин юлына баҫырға әлегә әҙер түгелһең икән, ғаиләңде, ата-әсәңде, ғәзиз балаларыңды яратҡан кеше булараҡ, был донъялағы йәшәйешеңде ҡайғыртырға тейешһең. Ваҡытынан алда был донъянан ваз кисеп, яҡындарыңды, ғәзиздәреңде ташлап китеүҙән ҡурҡырға тейешһең.
Әгәр һин йәш кеше икәнһең, әле татып ҡарамаған йәшәү бәхете, һөйөү һәм һөйөлөү көндәре алда икәнлеген иҫеңдән сығармаҫҡа, был донъяға әҙәм балаһы тик бер мәртәбә генә килеүен күҙ уңында тотоп, исмаһам, үҙең хаҡында ғына булһа ла уйланырға, ҡайғыртырға тейешһең.