Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үткерлек һәм фәлсәфәүи уйланыуҙар хас
Башҡортостан Яҙыусылар союзында “Әҙәби кесаҙна” циклынан күркәм йолаға әүерелгән ижади осрашыу үтте. Был юлы билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәми Ғарипов һәм Фәтих Кәрим исемендәге республика премиялары лауреаты Тамара Ғәниева сараның төп геройы булды.
Осрашыуға яҙыусының коллегалары Рәшит Шәкүр, Марсель Сәлимов, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, “Аҡ тирмә” клубы ағзалары, студенттар килде. Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәниә Ғәбиҙуллина шағирәнең тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне. Союз рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев иһә Тамара Ғәниеваның әҫәрҙәренә анализ яһаны, уның башҡорт әҙәбиәте тарихына тос өлөш индереүен билдәләне.
Шағирә 2016 йылда ижад ителгән лирик-фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡыны. Сарала ҡатнашыусылар шиғриәт тураһында һорауҙар бирҙе, киләсәккә өмөт-ниәттәре менән ҡыҙыҡһынды.
– Бындай ижади осрашыуҙар һәр саҡ илһам өҫтәй. Улар йышыраҡ үткәрелер һәм Союздың эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерер тип ышанғы килә, – тине Тамара Ғәниева. – Әле бөтә көсөмдө ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәремде әҙерләүгә һалам. Әйткәндәй, уға шиғырҙарым һәм туғыҙ поэмам инәсәк.
Тамара Ғәниева Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән. Уҡытыусы, “Ленинсы” республика гәзитендә журналист, Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында мөхәррир, “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, “Панорама Башкортостана” журналында бүлек мөхәррире булып эшләй. 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әҙәбиәткә Тамара Ғәниева ХХ быуаттың 80-се йылдарында килә.
Әҫәрҙәре башҡорт халҡының рухи байлығы менән һуғарылған. Уның лирикаһына үткерлек һәм хис-тойғо төрлөлөгө, йәшәү мәғәнәһе тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙар хас. Шағирә поэма жанрында ла әүҙем эшләй, халҡыбыҙ тарихына мөрәжәғәт итә, замандың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә. Башҡорт композиторҙары Заһир Исмәғилев, Роза Сәхәүетдинова, Абрар Ғабдрахманов уның шиғырҙарына популяр йырҙар ижад иткән.
Тамара Ғәниева драматургия һәм тәржемә өлкәһендә лә билдәле. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры ҡуйған “Тамарис” трагедияһы “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә премияға лайыҡ булды. Әҙибәгә шулай уҡ донъя һәм рус әҙәбиәте әҫәрҙәрен башҡорт теленә оҫта тәржемә иткән өсөн Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы тапшырылған.

Үткерлек һәм фәлсәфәүи уйланыуҙар хасТамара ҒӘНИЕВА:
– Һәр ижадсы, яҙыусымы, артисмы, йырсы булһынмы ул, мотлаҡ ниндәйҙер аудитория алдына сығып, ижады хаҡындағы ҡарашты белгеһе килә. Һәммәбеҙ ҙә үҙебеҙ өсөн генә ижад итмәйбеҙ бит, кеше менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейешбеҙ. Мин бына ун йыллап халыҡ алдына сығып шиғырҙарымды уҡығаным юҡ ине. Шуға күрә Башҡортостан Яҙыусылар союзының “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни клубы менән берлектә ойошторолған “Әҙәби кесаҙна”һы күңелемдә йылы тойғо уятты. Залдың шығырым тулылығы, һәм унда студенттарҙан башлап байтаҡ өлкән йәштәге ир-егеттең, ҡатын-ҡыҙҙың йыйылыуы көтөлмәгән ваҡиға булды. Заманында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының шиғриәт секцияһы рәйесе вазифаһын башҡарған сағымда, “Әҙәби кесаҙна”ларҙы мин үҙем йыш ойоштора инем. Унда йәш таланттар һәм тәжрибәле яҙыусылар йыйылыша ине, һәм әҙәбиәт, шиғриәт хаҡында бик етди һөйләшеүҙәр була торғайны. Шуға ла 26 ғинуарҙа уҙған был сараны мин Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби процесҡа етди мөнәсәбәте тип баһалау яғындамын.


Автор: Ләйлә АРАЛБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә