Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡорҙар ҡарсығанан һаҡлана
Ҡорҙар ҡарсығанан һаҡлана “Монолит” тигән төшөнсәнең ни аңлатҡанын күптәр белмәйҙер әле. Эйе, үҙебеҙҙең телгә ауҙарғанда, ул “берҙәмлек” һүҙенә яҡын тора һәм сәйәсәттән башҡа агрономик мәғәнәгә лә эйә. Ни өсөнмө? Сөнки тупраҡтың өҫкө ҡатламы, ужым культураларының ҡышҡы хәл-торошон, яҙҙы нисек ҡаршылауын белер өсөн мотлаҡ монолит алыу һәм билдәле бер шарттарҙа үҫтереп ҡарау кәрәк. Монолитҡа ҡарап ашлыҡтың киләһе уңышын күҙалларға була, яҙғы эштәргә, ғөмүмән, планға үҙгәрештәр индерелә.
Монолит ала торған мәл – февраль урталары. “Өф” итеп кенә үҫтергән ужымдың һәләк булыу ихтималлығы ошо осорҙа ҡырҡа арта. Ни өсөн тигәндә, йоҡлап ялҡҡан ужым инде уянырға әҙерләнә, ә һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һалҡындар әле үтмәгән. Сыуаҡ көн үҙәгендә шөйлә йылыта биреп ҡуйыуға ҡарамаҫтан, төндәрен һаман шаҡырайтып туңдыра. Ужым өсөн бына ошо – иң ҡурҡыныслыһы. Алдаҡсы йылы менән тиҫкәре һал­ҡындың уны харап итеүе бар. Әйт­кәндәй, миңә, монолит һылтауы менән һунарға йөрөйһөң дә ятаһың, тиеүселәр ҙә бар.
Әйтһендәр әйҙә, минең өсөн барыбер: беренсеһе икенсеһенә ҡамасау­ламай. Көнсөлдәр һәр ваҡыт булған, бар һәм буласаҡ. Киң күңеллелек тигән илаһи тойғонан мәхрүм ителгәндәрҙе мин һәр саҡ йәлләйем. Улар – Тәңре тарафынан йәберләнгән меҫкендәр...
Йәтеш кенә балтамды билгә ҡыҫ­тырҙым да, биштәремде артмаҡлаған көйө, тура тартып, ете саҡрым алыҫ­лыҡта ятҡан арыш баҫыуына юл тоттом. Ат менән йөрөгәндәй түгел, ҡар ифрат көслө. Ә балта нимәгәме? Уныһы туң ерҙе тумырыр өсөн.
Яҙҙы тойған ихлас көн йылмая-көлә генә, саңғылар еңел шыуа. Саңғысыға шунан башҡа ни кәрәк: йәнгә лә, тәнгә лә рәхәт. Ошондай мәлдәрҙә һин ерҙә йәшәп ятҡанлығыңа ысынлап ҡыуа­наһың һәм йәшәгән һайын йәшәге килеп тора.
Алаңғырт тау һыртына артылыу менән ҙур аҡланға килеп сыҡтым. Сыҡтым да һағайып ҡалдым. Бында, аҡландың бер кем теймәгән ҡалын һырынтыһы ҡосағында, ҡорҙар төн үткәргән. Ана, ҡар өҫтөндә өңрәйешкән “оя ауыҙҙары” тап шул хаҡта һөйләй. Улар байтаҡ ҡына. Иртән осоп киткән­дәрендә урман тауыҡтары һыҙылған ҡанат эҙҙәрен дә ҡалдырған. Һәр буш ояның төбөндә һарғылт “ҡарыш­ла­уыҡтар” өйөмө күренә. Уларға ҡарап ҡоштоң йәшен генә түгел, хатта енесен дә билдәләргә була. Әммә бының өсөн “юғары урман белеме” һәм ҙур ғәмәли оҫталыҡ кәрәк.
Күп тә барманым, ҡорҙар үҙҙәре лә күренде. Аулаҡ төпкөлдәрҙе төйәк итер ҡоштар, сағылда үҫкән яңғыҙ ялбыр ҡайынға ҡунып туҡлыҡлы бөрө менән һыйлана ине. Ғәжәп, ни сәбәптәндер барыһы ла әлеге ҡарт ҡайынды һырып алған. Бәлки, уның бөрөләре эрерәктер ҙә, тәмлерәктер ҙә.
Тәү ҡарашҡа ҡорҙар миңә бөтөнләй иғтибар итмәгән һымаҡ, ләкин был тәү ҡарауға ғына шулай. Асылда һәр ҡош күҙ асып йомған арала юҡ булырға әҙер, сәбәбе генә табылһын. Шуға күрә уларға тура бармайым, күҙ ҡыры менән ҡарай-ҡарай ситләтеп үтәм. Ҡар­шың­дағы йәнлеккә тура ҡарама, тура яҡын­лашма, киҫкен хәрәкәт яһама, алдан күренмә – бына һунарсының төп ҡанундары. Ошоларҙы белмәйһең икән – һин һунарсы түгел.
Мин инде, үҙем дә һиҙмәҫтән, ныҡ яҡынлашып бөтә сиктәрҙе үттем. Ғәҙәттә, һаҡ ҡорҙар һаман осоп китергә йыйынмай. Ырғаҡ ҡойроҡло сөм-ҡара әтәстәрҙең тимер-күк түштәре ҡояш нурҙарында йылҡылдашһа, һоро-ҡуңыр тауыҡтарҙың һәр төрлө төҫтәге сыбар ҡаурыйҙары ла асыҡ күренә. Фотоаппарат алмауыма үкенеп ҡуйҙым. Ярай, икенсе юлы төшөрөрмөн. Ҡорҙар бер төйәк иткән урындарынан алыҫ китмәй ул.
Ҡаралы-һороло ҡоштар көтөүе ҡунған ҡайынға боролоп күҙ һала-һала ары киттем. Аҡлан инде артта ҡалды. Ошо мәл, көтмәгәндә, ҡапыл ҡупҡан шау-шыуға һиҫкәнеп, әйләнеп ҡараным. Әле генә ағас башында ғәмһеҙ ултырған ҡорҙар юҡ ине. Шул арала ҡайҙа булдылар һуң? Әһә, ана, әйтерһең дә, ниндәйҙер серле көс уларҙың барыһын бер юлы көрткә сумырға мәжбүр иткән. Бая ғына тип-тигеҙ һырынты өҫтө уларҙың эҙҙәре менән сыбарланған. Урыны-урыны менән хатта ҡар ҡыймылдап ҡуйғандай.
Ғәжәпһенеп, тирә-яғымды байҡа­йым. Ә-ә, бына эш нимәлә: һирәк сау­ҡалыҡ араһынан, ҡарға тейер-теймәҫ шыҡы­йып, ҡара шәүлә үтте. Әлеге ялбыр ҡайынға етте лә ул, еңел генә кәйлегә биреп, аҫҡы ботаҡҡа ҡунды. Шәүлә тигәнем шул мәлдә ҡор аулаусы ҡар­сығаға әүерелде. Бына кем ҡорҙарҙың ҡотон алған һәм уларҙы йән аямай ҡар аҫтына ташланырға мәжбүр иткән.
Мин, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, туҡталып күҙәтә башланым. Тәкәббер ҡарсыға, табышының күҙ алдында ғәйеп булыуынан ҡаушап ҡал­ғандай, бер аҙ ултырҙы ла, еңел генә осоп, ҡорҙар боҫҡан урынға төштө. Ул иғтибар менән ян-яғына ҡаранып ала, башын бер яҡҡа ҡыйшайта биреп, ниҙер тыңлай. Йыртҡыс ҡар аҫтындағы күмәк ҡыштырлауҙы асыҡ ишетә ине, буғай. Ҡорҙарҙың ҡар йырып хәрәкәт иткән­дәрен асыҡ тоя, шулай ҙа ҡапыл ғына тотоп ала алмай. Хәленән килмәй.
Ҡарсыға ҡыр тауығы түгел. Ул туҙанға ла күмелеп ятмай, ҡарҙы ла йыра белмәй. Ҡарсығаның мөхите – һауа һәм иркенлек. Был сая ҡош осҡанда ғына көслө. Үҙен үҙе тота белмәгән тәжрибәһеҙ ҡорҙоң күтәрелеүе булыр, шунда уҡ йыртҡыс еменә әйләнәсәк. Ә былай, тәмле ит эргәлә генә, бөтөнләй йәнәшәлә, тик йәйәү көйө бер ни ҡылып булмай.
Тауыҡ затынан булһа ла, ҡорҙар ҙа бөтөнләй аңғыра түгел, ҡан дошманың яныңда саҡта тын да алмайынса тик кенә ятыуың хәйерле икәнлеген яҡшы аңлайҙар. Аңларһың да, оҙағыраҡ йәшәгең килһә. Ә тәбиғәттә оҙағыраҡ йәшәгеһе килмәгән йән эйәһе бармы икән? Ана, ҡорҙар әллә ҡасан ябай ғына бер алымды үҙләштереп алған да, хәҙер инде өҫтәренә барып баҫһаң да, ҡарсыға бында саҡта йәшеренгән урындарынан ҡыбырла­маясаҡтар. Мине шуныһы ғәжәпләндерә: ҡарсығаның әле осоп китмәгәнлеген ҡар ҡатламы аша нисек белә улар?
Йылы ҡан көҫәгән йыртҡыс ҡош, килбәтһеҙ туйтанлап, улай-былай йөрөштөргәндән һуң, теләр-теләмәҫ кенә ҡабат ҡайынға күтәрелде. Уның бар ҡиәфәте ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Ҡаурыйҙарын ҡабарта биреп, моңайған һымаҡ, ул ағас ботағында ултырып ҡалды, мин ары ҡуҙғалдым. Минең эшем тулып ята.
Еңелдән булмаған йөгөмдө иңгә һалған көйө, тирләп-бешеп, кисләтеп кенә ҡайтып киләм. Таныш ҡайынға еттем. Ҡарсыға инде күренмәй, ә ҡорҙар, ғәжәп, һаман осоп китмәгәндәр. Улар әле һаман ҡар аҫтында. Быныһын мин сумған соҡорсоҡтарының ситендә ҡанат эҙҙәре булмағанлыҡтан белә алдым. Ихтимал, улар ошо рәүешле таңға тиклем дә ятыр ине, мин килеп сыҡмағанда.
Ҡыҙыҡ күреп, туп-тура өҫтәренә бара башланым. Ситке “ояға” биш-алты аҙым ҡалды тигәндә, ҡар борхотоп тәүге ҡош күтәрелде. Ул сөм-ҡара әтәс ине. Үҙе ҡайҙалыр алға осоп барһа ла, ҡыҙыл ҡашы аҫтындағы йылтыр күҙе миңә төбәлгән. Ул ҡарашта мин бер аҙ ҡурҡыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу ҙа күреп ҡалдым. Көтмәгәндә гөрһөлдәп китеүе, шулай ҙа, ярайһы ғына тертләтте. Тимәк, беҙ бер-беребеҙҙе ҡурҡытҡанбыҙ килеп сыға.
Артабан ике-өс аҙым яһаған һайын ҡорҙар берәмләп тә, ҡушарлап та, хатта өсәрләп ҡар аҫтынан осоп сыға торҙо, һәр береһе бер яҡҡа китеп юғала торҙо. Башта һанап маташтым, ахырҙа яңы­лыштым: шул ҡәҙәре күп ине улар. Эре ҡоштар күтәрелгән һайын арттарынан ойоҫҡоп ҡар туҙаны оса, ҡойонсоҡтар уйнап ҡала. Бына ҡорҙар, ниһайәт, осоп бөттө шикелле, урманда иҫ киткес тынлыҡ урынлашты. Мин әкренләп тау һыртына артылдым.
Бәй, әлеге ҡорҙарым баяғы урындан алыҫ та түгел шундай уҡ ялбыр ҡайында ултыра. Ян-яҡҡа туҙған ҡоштар шул арала нисек итеп ҡабат йыйыла һалған тиһең?! Улар әүәлгесә миңә битараф һымаҡ ине: тыныс ҡына бөрө сүпләш­терәләр. Шулай ҙа әлеге битараф­лыҡтың яһалма икәнлеген яҡшы беләм.
Ҡыҙыл ҡояш ырамлы аҙымдар менән байыуға яҡынлаша. Күренеп тора – төн һалҡын ғына булмаҡсы. Шуға күрә ҡорҙарға кискелеккә яҡшылап тамаҡ туйҙырыу кәрәк. Тамағың туҡ булғанда сасҡау һыуыҡтарың да ҡурҡыныс түгел. Өҫтәүенә анауы ҡалынлыҡ ҡар-юрғаның барында. Ошоно ҡорҙар ҙа белмәй түгелдер.
Ҡайтып барышлай шуны уйлап ҡуйҙым: монолит тигән ят һүҙ, тимәк, бөтөнләй ят та түгел, хатта ҡырағай ҡорҙар өсөн дә. Улар ҙа бит, ана, шул монолит-берҙәмлек арҡаһында ғәжәп ауыр ҡышты еңел үткәрә. Берҙәм булғанда һәр кем өсөн аслыҡтың да, дошмандың да ҡурҡынысы ҡырҡа кәмей. Берҙәмлектә – көс, берҙәмлектә – тереклек. Ҡайһылай хаҡ һүҙҙәр.
Ә алып ҡайтҡан монолиттарым һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте. Ағымдағы йылда арышһыҙ ҡалмаҫбыҙ, тигән өмөттәмен.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә