Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Алиһә көтә... Бер танышым бар. Сибәр, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ, баһаһын белеп, үҙен яратып тормош көткәндәрҙән. Эшләгән урыны яҡшы – интеллектуаль хеҙмәт. Тиңдәр араһында тиңдер: эшен башҡармайынса ҡалғаны юҡ, мәгәр уның һөҙөмтәһе башҡаларҙыҡынан бер ни менән дә айырылмай. Төшөп ҡалғандарҙан да түгел, алға сыҡҡандарҙан да... Үҙенә булған мөхәббәте, бәлки, бар ғәмәлдәрҙән бейегерәк һәм юғарыраҡтыр... Алиһә, ҡыҫҡаһы.
Бергә бассейнда булдыҡ. Ҡәҙерле тә­нен һыу менән сылатып, наҙлы хә­рәкәттәр менән зәңгәр тәрәнлекте иңләгәнсе, мин үҙем менән алып килгән баламды йыуындырып, бассейнға төшөрөп ебәрергә, ары-бире йөҙгәнсе, улымды күҙәтеп торорға ла өлгөрәм. Ҡырҡ ваҡ-төйәгебеҙҙе барлап, йы­йынғансы-йыуынғансы байтаҡ ваҡыт үтә. Танышым иһә душтан һуң тәнен зиннәтле май менән йомшарта, сәсен киптерә, яйлап кейенә. Һис шикһеҙ, ял шундай булырға тейеш. Минең иһә эстәге пружина ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара – бассейндан ҡайта һалырға, ашарға бешерергә, иргә, балаларға иғтибар бүлеп өлгөрөргә кәрәк...
Бихисап ваҡыт үткәндән һуң танышымды театрҙа осраттым. Бына ҡайҙа ул сибәр, буй етмәҫлек бейеклектәге Алиһә! Һәр ваҡыттағыса яңғыҙ (берәй әхирәтен булһа ла үҙе менән бергә иптәшкә алып килеп булмаймы икән?). Ипле генә йылмая, итәғәтле һөйләшә. Торғаны бер ҡупшы ҡурсаҡ тиерһең. Бәйлә­нерлек бер сәбәп тә юҡ. Тағы ла – кейеме. Ундай селтәрле яғалы, оҙон еңле зиннәтле күлдәк менән, үҙемдә булған хәлдә лә, ҡәҙимге көндә бер ҡайҙа ла сыға алмайым – мәшәҡәт баштан ашҡан, мәктәп – баҡса – эш – магазин маршруты буйынса “зыр” әйләнеп сыҡҡансы, итәккә уралып, рисуай булып, эләгеп-һөрлөгөп йығылып ятыуым бар. Шуға ла аяҡта – уңайлы итек, өҫтә – еңел кейем. Ә танышым, һис шикһеҙ, афарин – образына хыянат итмәй. Хатта сауҙа үҙәгенә барғанда ла. Быға миҫал – уның менән маршрут автобусында тап булышабыҙ. Кешеләр арып-талып эштән ҡайта, тығылыш. Этәрәләр, төр­тәләр, терһәк менән ауырттырып үткән­дәре лә була. Ә танышыма барыбер. Оҙон итәктәре маршрут автобусының ҡырҡ атайҙың ҡырҡ балаһы тапаған бысраҡ иҙәнен һеперһә лә, башына зауыҡлы итеп салма формаһында ураған шарфының осон тегеләй-былай тартҡылаһа ла... Сөнки ул – Алиһә. Ҡағыл­мағыҙ, әйтмәгеҙ, ҡарамағыҙ... Ваҡланып тормай, бейек кү­тәрмәнән яйлап, бәҫен белеп кенә төшә, сауҙа үҙәгенә йүнәлә. Мин иһә, автобустың тынсыу, тар тотҡонлоғонан ысҡынып, саф һауаны тултырып һулайым да баҡсаға сабам – һуңларға ярамай, балам көтә.
Танышым менән ҡайһы саҡта тормош тураһында әңгәмәләшеп алабыҙ. Бәхәс­ләшеп булмай – Алиһәнең күңел төҙө­лөшө нескә материянан, ауыр һүҙҙәрҙән кителеп ҡуйыуы бар. Элегерәк тәгәрмәс эсендәге тейен кеүек сапҡаныма бер аҙ кинәйә ме­нән баға ине – ни хәл итәһең, күп балалы ғаиләнең тормошо күп яҡлы, туҡтап тын алырға ла ваҡыт юҡ, Аллаға шөкөр (шундай уҡ ғаиләләр алдарға бирмәҫ). Хәҙер иһә Алиһәнең күҙҙәрендә моңһоу­лыҡ кү­ләгәһен күрәм, сөнки ул япа-яңғыҙ. Бе­ле­үебеҙсә, яңғыҙ­лыҡтан да яман нәмә юҡ.
– Ир-ат менән борсаҡ бешмәй, – ти ул әллә үкенеп, әллә ҡыйынһынып.
– Ябайыраҡ бул, матурым.
– Күңелем нурлы, булмышым ихлас – барыһына ла асыҡмын! – тип ҡаршы төшә Алиһә.
– Һуң һинең ул ихласлығыңа барып еткәнсе ҡырҡ ҡаршы­лыҡ­ты үтергә кәрәк! Ирҙәр бит ябай­лыҡты ярата. Иманым камил – уларҙы, тәүге сиратта, башың­да­ғы ғәләмәт салмаң, бер итәге ҡыҫҡа, береһе оҙон булған модалы, затлы-зиннәтле туның, сел­тәрле яғаларың ҡурҡыталыр әле.
– Мин ирҙәр өсөн кейенәмдер шул... Зауыҡ, стиль төшөнсәһе булырға тейеш тә һуң.
– Тейеш, әлбиттә. Тик һин ҡа­сан да булһа Алиһә образыңдан сығаһыңмы? Уйындың да, кейем­дең дә урыны-тәғә­йенләнеше була бит. Ә кешеләр иң тәүҙә кейемгә ҡарап ҡаршы ала. Ҡа­тындар һинең һәр зауыҡлы сепрәгеңде айырым-айырым күҙлек аша үткәрһә, тауары, сифаты, хаҡы хаҡында уйлаһа, бәлки, үҙҙәре ошолай иҫ киткес гүзәл була алмағанға үкенес һәм көнләшеү кисерһә, ир-ат бит тулайым образ буйынса фекер йөрөтә! Уларға һинең юбкамы, күлдәкме кейгән­легең барыбер, күҙ алдына баҫҡан дөйөм образ мөһим. Ә һинең хаҡта: “Был затлы ҡошҡа тешем үтерлек түгел”, – тигәндәр күберәктер – иманым камил. Шуға тағы берҙе ҡабатлайым – ябайыраҡ бул.
Миңә үпкәләүҙән фәтүә юҡ – Алиһә белә, сөнки һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ тормошо, һәр кемебеҙ үҙенсә йәшәй. Ҡайһы саҡта һуҡмаҡтарыбыҙ киҫешә икән – тимәк, шулай тейеш, шулай кәрәк. Ғәмәлдә һәр кем бәхетле булырға хаҡлы. Тик бәхет төшөнсәһе шартлы – уны һәр кем үҙ бейеклегенән сығып баһалай. Шулай ҙа һәммәбеҙ өсөн уртаҡ, мәңгелек ҡиммәттәр бар: Хоҙай Тәғәлә барлыҡ кешеләрҙе лә парлы итеп яралт­ҡан, ир-ат – гүзәл затһыҙ, ә ҡатындар уларһыҙ тулы ҡанлы тормош кисерә алмай. Ҡатын-ҡыҙҙың әсәлек хоҡуғы ла – донъяның нигеҙен тәшкил иткән изге, самими төшөнсә... Иң ябай, иң ҡәҙимге ғәмәлдәр кеүек. Мәгәр, ошолар булмаһа, хатта буй етмәҫлек Алиһә лә бәхетһеҙ, китек күңелле... Хәйер, кешене өмөт йәшәтә – уға тигән затлы зат арағыҙҙа йөрөйҙөр, бәлки? Уға тап шундай ҡатмарлы булмышлы, тормош ваҡлыҡ­тарынан өҫтөн торған нәзәкәтле, гүзәл зат кәрәктер? Күрһәгеҙ, әйтегеҙ уға, зинһар, – Алиһә уны һаман көтә...


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. ҡунаҡ
    ҡунаҡ от 03.02.2017, 11:59
    Минең дә бар тап ошондай танышым - Алиһә. Ҡатмарлы булмышлы, тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн...Һыр бирмәй, ҡыҫҡаһы. Битлеген систереп ҡараным - принциптары тормошсан түгел, үкенескә

Комментарий өҫтәргә