Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Имандан яҙҙырмаһын
Ауылға ҡайтҡанда апайым менән еҙнәм сәйгә саҡырҙы. Пенсия йәшендәге абруйлы кешеләр, ҡала ситендә күркәм йорт һалып, донъя көтәләр, өйгә терәтеп, заманса мунса яңыртҡандар икән. “Ҡала кешеләренә мунса танһыҡ, әйҙә, килеп һынап ҡайтығыҙ”, – тигәс, ваҡыт тар булһа ла, ололарҙың һүҙен йыҡманыҡ.
Хәл-әхүәлдәрҙе барлап, хәбәр йомғағын һүткәндә, күҙем кәш­тә­ләге йәшел тышлы ҡалын ки­тапҡа төштө. Изге китап – Ҡөрьән икән. Ғәрәп телендә, Ҡазанда баҫылған. 1907 йылғы китаптың репринт баҫмаһы (ҡасандыр донъя күргән баҫманы бер үҙгәр­теүһеҙ яңыртыу). Һис шикһеҙ, йортҡа ҡот, рух өҫтәп торған зиннәтле ғәмәл. Тик шуныһы: еҙнәм дә, апайым да диндар түгел, донъяуи ҡанундарға таянып донъя көткән ҡәҙимге кеше­ләр. Шуға был баҫма, дини белем сығанағы булыуҙан бигерәк, кәштәлә йорт биҙәге сүрәтендә торалыр, тип һығымта яһарға ашыҡтым... Ә яңылышҡанымды аҙағыраҡ аңланым.
– Ҡайҙан килеп эләкте һеҙгә был китап? – тим ҡыҙыҡ­һыныуымды тыя алмай.
– Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ­лыҡ хәл, – тип сабыр ғына йылмая еҙнәм. Ул оҙаҡ йылдар производствола эшләне, етәксе вазифалар биләне. Һәр ваҡыт дәрәжәһен белеп һөйләшә, аҡыллы, төплө кеше.
– Еҙнә, һөйлә инде, мин ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе яратам, – һүҙҙе шаяртыуға борам.
– 90-сы йылдар уртаһы ине. Беҙҙең ҡатырға-рубероид заводына сеймалды илдең төрлө төбәктәренән алып киләләр, ауыр йылдарҙа ла производство туҡта­маны. Бер көн шулай йөк машиналарын ҡабул итеп, теркәп торған кеше ашығып кабинетыма килеп инде, йөҙө ифрат борсоулы.
– Унда шундай-шундай тарафтан бер “КамАЗ” сеймал килтергәндәр, иҫке китаптар, тинеләр...
– Шунан ни булған? Заводҡа макулатура көн дә килеп тора. Нимәһе бар уның?
– Беҙ асып ҡараныҡ – ябай китаптар түгел бит әле...Ҡөрьән алып килгәндәр, ҡатырғаға әйләндерергә тип...
Хәҙер мин хайран ҡалдым. Сығып машинаның көпләүен асып ҡарайым: бер кузов Ҡөрьән өйөп тултырылған! Йәшел тышлы, ҡалын баҫмалар...
Хәбәр тиҙ арала завод буйлап таралды, хаяһыҙлыҡҡа юл ҡуйылманы. Китаптарҙы завод­тың күп һанлы эшселәре бүлешеп алып бөттө. Дөрөҫөн әйткәндә, мин баҙап ҡалдым, үҙемә бер дана китап алырға ла уңайһыҙландым. Кабинетҡа бер хеҙмәт­тәшем: “Ағай, мин һеҙгә лә алдым”, – тип индереп китмәһә, был һөйләшеү, бәлки, булмаҫ та ине.
Ҡөрьәнде оҙаҡ ваҡыт кабинетымда тоттом, пенсияға сыҡҡас, өйгә алып ҡайттым. Бер ғәмәлгә ышандыра алам: ул “КамАЗ”-дан бер генә китап та цехҡа эшкәртеүгә эләкмәне, һәр данаһы беҙҙең төбәктәге кемдеңдер йортона ҡот биреп тора бөгөн, – тип тамамланы һүҙен еҙнәм.
Диндар булмау иманһыҙ тигәнде аңлат­май шул... Ә изге китапты йөк машинаһына тейәп ебәргән яҡтарҙа иман нуры ҡалдымы икән?


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә