Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ялан бөрйәндәре төйәге
Юлдаш ауылына – 165 йыл
Ялан бөрйәндәре төйәгеҠайҙа ғына йәшәһәк тә, һәр ҡайһыбыҙ күңелебеҙ менән тыуған яғыбыҙҙан айырылғыһыҙ. Йөрәк түрендә уның менән бәйле иң йылы хәтирәләрҙе, хистәрҙе һаҡлайбыҙ. Йәшәй-йәшәй тыуған ауылыбыҙҙың тарихы, уның халҡы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына барабыҙ, ололарҙың һөйләгәнен дә башҡа төрлө ҡабул итәбеҙ, ҡәҙерен белә башлайбыҙ. Федоровка районындағы Юлдаш ауылы Бөрйән ырыуына ҡарай. Ул бик ҙур ырыу һаналған. Халҡы ҙур-ҙур ауылдар булып йәшәгән, хандары ла булған.
Карателдәр ауылдарын емереп, тотошлай яндырғас, улар Ирәндек тауы буйынан Бөрйән яғына килеп, Ҡушкүл эргәһенә урынлашҡан. Мал үҫтереп, һу­нарға йөрөп көн күргәндәр.
Тик һаман да карателдәр талап аптыратҡан, малдарын ҡы­уып алып киткәндәр, ҡураларын яндырғандар. Шуға ла һуңынан, бөрйән-ҡыпсаҡ ырыуҙары менән бергә ҡушылып, ҙур ауылдар хасил булған. Батша ауылдарҙан һалым йыйырға үҙенең офи­цер­ҙарын ебәргән. Улар һалымды башҡорттарҙан йыйып, ылау менән ҡалаға оҙаттырған. Брагин фамилиялы офицер, көн дә бер ҡыҙҙы алып, Ҡушкүлдә кәмәлә йөҙөп, ял итергә ғәҙәтләнгән.
Бер ҡарттың бер улы һәм бер ҡыҙы булған. Был юлы Брагин шул ҡыҙҙы һайлаған, һәм кәмәлә йөҙөп киткәндәр. Ағаһы уҡ-йәйә алған да уларҙың кире килеүен ағас араһына йәшенеп көтөп торған. Кәмә ярға етәрәк, ағаһы Брагинға уҡ менән атҡан. Теге һыуға йығылып төшөп, батып үлгән. Ағаһы хәлде ҡайтып ата­һына һөйләгән. Бик абруйлы булған атаһын халыҡ тыңлаған һәм шул төндә бөтәһе лә күтә­релеп, хәҙерге Күгәрсен районы яҡтарына ҡарай юл тотҡан. Етегә бүленеп, көтөү-көтөү малдарын ҡыуғандар. Ҡыҙыл Мәсет ауылы янына (хәҙерге Мораҡ ауылы) килеп туҡтағандар. Бер нисә көн тирә-яҡта урын эҙләгәндән һуң, ете ауыл булып таралып ултыралар: Мотал, Түкән, Таймаҫ, Юлдаш, Ялсыҡай, Яңы Бесәнсе, Яҡут. Күсенгәндә бүленеп йөрө­гәс, халыҡ тарафынан Юлдаш өс төрлө атала башлай: Үрге, Урта, Түбәнге.
Юлдаш ауылы Мәләүез ра­йонының Көнгәк тауы янына килеп урынлашҡас, көтөүлектәр аҙ булыу сәбәпле, икегә бүленәләр: 1723 йылда Үрге һәм Урта Юлдаш Туҡсоран буйына, ә Түбәнге­һе 1766 йылда хәҙерге Ишембай районындағы Торатау буйына китә. Ләкин бында ла тыныс ҡына донъя көтә алмайҙар – улар йә­шә­гән урында руда табыла. 13 йыл йәшәгәндән һуң, халыҡты унан да ҡыуалар. 1780 йылда Юлдаш халҡының бер өлөшө (һуңыраҡ улар Түбәнге Юлдаш тип атала) Ағиҙелдең һул яғына сығып, Ашҡаҙар уға ҡойған ерҙә төпләнә. 1806 йылда Үрге Юлдаш менән Урта Юлдаш Ырымбур өлкәһенең хәҙерге Шарлыҡ райо­нына ҡараған Богородский һәм Пародеево ауылдарының урта­һында, Тиләгәҙе йылғаһының Һалмыш йылғаһы тамағында урынлаша. Богородский һәм Пародеево ауылдары барлыҡҡа килеп, унда урыҫ халҡы урынлаш­ҡас, улар һыуҙы бысрата тип, бөрйәндәр 1822 – 1823 йылда Тиләгәҙе йылғаһы буйлап ун саҡрым үргәрәк күсенә.
1850 –1852 йылдарҙа юлдаштар йәшәгән урынға староверҙар ҙа (“сталабир” тип йөрөттөк) килеп төпләнә, һәм ул урын “Красный хутор” тип атала. 1852 йылда Үрге һәм Урта ауылдар әлеге Юлдаш ауылына күсенеп килә. Йорт һалып йәшәй башлайҙар. 1854 йылда ауылда беренсе мәсет төҙөлә. Уны һалғанда буйға оҙон, баһадир кәүҙәле (ул ҡунаҡ­ҡа килгәндә хатта ишек яңаҡ­тарын алып индергәндәр), тирә-йүндә бер һабантуйҙа ла бил бирмәгән Ғимран исемле егет мәсет башына 150 кг тупраҡты бер юлы күтәреп алып менгән. Мәсеттә иң беренсе имам-хатип Мөҙәрис Мөхәмәтхажи бин Алтынсура Юлдаши (1822 йылда тыуған) булған. Ул Хажимулла исеме менән шиғырҙар баҫ­тырған. Ҡарттар әйтеүенсә,
“Йыраҡ-йыраҡтарҙан, һай,
күренә
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына бармай,
ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы, тигән юлдар ҙа Хажимул­ланыҡы.
Унан һуң мәсеттә Абдулла мулла имам була. Уның йорто һуңынан мәсет булып хеҙмәт итә. Артабан Ҡорбан Ҡыҙрасов, Хәсән Байегетов, Усман-Хәким Ташбулатов мулла була. Мәсетте аҙаҡ Иҫке Михайловкаға күсереп клуб итеп һалалар. Урта ауылдың мә­сете 1877 йылда һалынған.
Мулла булып Оло Сытырмандан Сәфиулла Иҫәнғолов килгән. Революция башланғас, ауылына кире ҡайтып киткән. Революциянан һуң Зәйләғи Байегетов, Хәй­ретдин Зәйнәғәбдинов, Ғәйнетдин Атйетәров, Ҡорбанғәли Әлибаев, Әҙһәм Әлибаев, Кәрим Атйетәров мулла була. 1873 йылда Түбәнге Юлдаш ауылынан күсеп киләләр һәм, халыҡ мәсеткә һыймағас, икенсе мәсет төҙөйҙәр, әле уның бинаһы – иҫке клуб.
Өлфәт Ҡобағошовтың китабы буйынса, 1859 йылда Үрге ауылдан 86 ир, 65 ҡатын Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылына күсенгән. Урта Юлдаштан ете ир, алты ҡатын Мотал ауылына киткән.
1864 йылдан алып Юлдаш ауылы ҡараған Таймаҫ улысының башында старшина булып Йы­һангир Ураҙбаев, үрәтник Ҡор­банғәли Ҡыҙрасов, уның улы үрәтник Ғәйзулла Ҡыҙрасов хеҙмәт иткән. Юлдашҡа атаһы менән күсеп килгән Ғәйзулла хеҙмәт баҫҡысынан яйлап күтәрелеп, Ырымбур өлкәһендә Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Ул Көйөргәҙе райо­нының Яманғол ауылынан Бай­мөхәмәт Яманғоловты күсереп алып килә лә үҙенең күсере итә. Һуңынан Баймөхәмәт ауыл старшинаһы булып китә.
Революция башланғас, Ғәй­зулла Ырымбурҙан казак һал­даттарын килтереп, совет власын урынлаштырып йөрөгән ауыл активистары Юлдашбаевтарҙы Шарлыҡ ауылына алып китеп, атып үлтерткән.
Юлдаш ауылы Ырымбур өлкә­һенә ҡараған. Ҡыҙылдар кил­гәс, Хәмиҙулла Юлдашбаев – рәйес, Зәйләғи Байегетов – сәр­кәтип, Хәйретдин Зәйнәғәб­динов комендант итеп тәғәйен­ләнә.
Ғәйзулла Ҡыҙрасов Ырымбур­ға дүрт йөк ит, май, он ебәрергә йыйына. Хәми­ҙул­ла, Хәйретдин, Зәйләғи йәштәрҙе ойоштороп, Мостафа Зәйнәғәбдиновтың йортонда (уның йорто ауылдан сыҡ­ҡан урында) йөктәрҙе ҡарауыл­лап, иртәгәһенә Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡыҙылдарға оҙаталар.
Ғәйзулла ете һалдатты алып ауылға ҡайта ла ҡыҙылдарға ярҙам итеүселәрҙе берәм-берәм саҡырта, һәр ҡайһыһына 25-әр мең һум (бер ат хаҡы) штраф түләргә ҡуша. Түләүселәр бул­мағас, уларҙы таш һарайға яптырып ҡуя.
Бер аҙнанан, ҡыҙылдар баҫып алғас, Ғәйзулла йәш ҡатыны һәм өс балаһы менән ҡасып китә. Улар бик оҙаҡ йөрөп, яфалы юл үтеп, Ҡытайға тиклем барып сыға. Юлда алып киткән байлыҡтары бөтә, ашарҙарына булмағас, һуң­ғы сиктә йылан тотоп аша­ғандар. Ғәйзулла үлгәс, ҡатыны балалары менән Фрунзе ҡала­һына ҡайтып йәшәй. Үткән бы­уаттың 60-сы йылдарында ауыл­ға ҡайтҡандарында, әсәйем уларҙы сәйгә саҡырғанда, шулай тип һөйләгәндәре хәтеремдә.
Ғәйзулланың ауылда тәүге ҡатыны – Абдулла мулланың ҡы­ҙы Минкәс ҡыҙы Кәримә менән тороп ҡала. Һуңынан Кәримә инәй­ҙең улы Шәфҡәт Зәйнәғәб­динов “Новая жизнь” колхозында – бригадир, Юлдаш ауылы “Урал” колхозы булғас, уның рәйесе булды.
Революциянан һуң Ирғәли Мерәҫов тәүге колхоз ойоштора. Бик уҫал кеше була. Ул район үҙә­ге Федоровка ауылынан ҡай­тышлай ҡаты һыуыҡта туңып үлә.
Унан һуң бер рус кешеһе “Политотдел” исемле колхоз ойоштора. Уны аҙаҡ районға эшкә алалар. Аҙаҡ Хәйретдин Зәйнәғәб­динов, Зәйләғи Байегетов, Хәми­ҙулла Юлдашбаев рәйес була. Һуңғыһы эшләгән ваҡытта колхоз “Ҡыҙыл Урал”ға әйләндерелә һәм унда Әбдрәхим Ирәлин, Мөхәмәт­ғәли Мерәҫов, Рамаҙан Йәнебаев рәйеслек итә.
1948 йылда Башҡорт АССР-ы – Министрҙар Советы Ишембай – Ермолаевка тимер юлын төҙөргә ҡарар сығара. Юл полотноһын күтәреү өсөн яҡын район ауыл­дарының халҡы йәлеп ителә. Һәр бер колхозға, бригадаға, ауылға тимер юл полотноһын күтәреү бурысы йөкмәтелә. Беҙҙең ауыл­ға – “Ҡыҙыл Урал” колхозына – Ҡотош ауылы ҡаршыһында участка тура килә.
1949 йылдың йәйендә колхоз рәйесе Хәмиҙулла Юлдашбаев, 17-18 йәшлек 15 егет һәм ҡыҙҙы, бригадир итеп Хәсиәт Уразбаевты тәғәйенләп, аҙыҡ-түлек тейәп, “Балаларҙы ҡара, ас булмаһын­дар”, – тип иҫкәртеп, эшкә ебәрә. Ирҙәрҙән Факил Зәйнәғәбдинов, Әхтәм Кинйәбаев, Әҙһәм Әли­баев, Ғайса Кинйәбаев, Миң­лемырҙа Мерәҫов, ҡатындарҙан Сәрбиямал Ҡыуандыҡова, Зө­ләйха Кинйәбаева, Фәниә Яма­ғолова, Маһира Әлибаева, Сәмә­рә Ташбулатова, Нәзиә Зәйнә­ғәбдинова һәм башҡалар, ҡыуыш ҡороп, шунда йәшәй. Көн эҫе булғанға, аҙыҡ-түлек боҙолоп, иттәре ҡортлап бөткәс, ондо ыу­мас итеп, шуны ғына бешереп ашап, ас булһалар ҙа, 100 метр араны көрәк менән ҡаҙып, носилка, ат бистаркаһы менән ташып, ағас түмәрҙәр менән төйөп, тыңҡыслап, киңлеге 6 метр, бейеклеге 3-4 метрға еткән тимер юл полотноһын 40 көн эшләп, тапшырып ҡайталар.
1955 йылда “Ҡыҙыл Урал” колхозы Батыр ауылының “Большевик” колхозына ҡушыла. Сәйҙәш Ибәтуллин уның рәйесе була. Башҡортостанда “Сәйҙәш” йыр-бейеү төркөмө бар, ул уның исеме менән аталған. Ул Юлдаш ауылында 130 метр оҙонлоғонда ферма һалдыра. Унан һуң баш­маҡ­тар өсөн тағы бер ферма төҙөтә. Тирмән һалыр өсөн таш килтереп стенаһын күтәрәләр, ләкин төҙөп бөтөрә алмайҙар.
Һуңынан “Большевик” колхозын Иҫке Михайловка ауылының “Новая жизнь” колхозына ҡуша­лар. Бындай үҙгәрештәр Юлдаш ауылының артабан үҫешенә тот­ҡарлыҡ була. Бәләкәй генә йомош­тарҙы ла хәл итер өсөн, 13 километр алыҫлыҡтағы Иҫке Михайловка ауылына барып, колхоз етәкселегенә баш эйеп, үте­нергә мәжбүр инек. Ул ваҡытта юл юҡ, халыҡ “Беларусь” трак­торының арбаһына ултырып, ҡышын да, йәйен дә юл йөрөнө.
Юлдаш ауылына район һәм колхоз етәкселеге лә иғтибар бирмәне. Ә мал үрсетеү, иген үҫ­те­реү, сөгөлдөр сәсеп уны эш­кәр­теү колхоздың Юлдаш брига­даһына йөкмәтелде. Бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарыла, техника Батыр һәм Михайловка ауылдарында тупланған. Йөкмәт­кене үтәмәһәң – ҡаты шелтә.
Ауыл бригадаһының йөк ташыу эштәрен күпселек осраҡта ”Беларусь” тракторы менән баш­ҡарҙылар. Тракторсылар Әҙ­һәм Әлибаев, Миңләхмәт Йәй­ҡаров, Рәхмәт Йәнебаев, Радик Мыр­ҙабаев кистән йөк тейәп ҡуйып, иртән Мәләүез, Күмертау ҡала­ларына юлланып, кирегә күмер, утын, сөгөлдөр жомы йә ҡатнаш мал аҙығы тейәп ҡайта торғайны. Ә юл йөрөгән кешеләр шул йөк башына ултырыр булды.
Ауылда бер социаль төҙөлөш тә алып барылманы, бөтөн төҙө­лөш Батыр һәм Михайловка ауылында башҡарылды. Хатта юлды ла Юлдаш ауылына төҙөп еткер­мәйҙәр, сөнки ауылды перспекти­ваһыҙҙар рәтенә керетеп ҡуялар.
Хәҙер иһә Батыр, Михайловка ауылдары шул хәлгә ҡалған: урта мәктәптәр, клубтар ябылған, йәш­тәр ҡалаға китеп бөткән, ауылда ҡарт-ҡоро ғына йәшәй.
Юлдаш ауылында 1967 йылға тиклем дүрт йыллыҡ мәктәп булды. Унда уҡытыусылар Мәғәфүрә Насирова, Йомабикә Усманова уҡытты. Улар заманына ҡарата алдынғы педагогтар ине.
1966 йылда Юрматы ауылы­ның иҫке ағас мәктәбен Юлдаш ауылына күсереп һалдылар. 1978 – 1983 йылдарҙа белем усағына мин дә етәкселек иттем. Уға тиклем директорҙар Закир Хәлитов, Тимерҡаҙыҡ Әхмәров, Йомабикә Усманова, Абдулхаҡ Иҫәнғолов, Рифат Иҫәнғолов булды.
1980 йылда район һәм колхоз етәкселәренең ауылға булған мөнәсәбәтен тәнҡитләп, юл, емерелеп килгән мәктәп тураһында еткереп, 27 имза ҡуйып, партия­ның өлкә комитетына хат яҙҙыҡ.
Ошо хатты тикшергәндән һуң, обкомдың ҡушыуы буйынса пар­тияның Федоровка район комитеты Юлдаш ауылында ике ҡатлы типовой кирбес мәктәп төҙөргә, юл һалырға ҡарар сыға­ра, һәм был эштәр райондың төҙөлөш планына индерелә. Шулай итеп, 1984 – 1986 йылдарҙа Юлдаш ауылында юл һалына, мәктәп төҙөлә.
1983 йылда Мәләүез ҡалаһына район электр селтәрҙәренә эшкә күскәс тә, ауылға ярҙамымды өҙмәнем. Юлдаш ауылында 1998 йылда мәсет асылғас, баш инженер булып эшләгән сағымда, Күмертау электр селтәрҙәре аша мәсет манараһы эшләтергә булышлыҡ иттем.
Юлдаш ауылы халҡы хәҙерге көндә ҡала халҡынан бер ҙә кәм йәшәмәй: ауылда урта мәктәп, интернет селтәренә тоташтырыл­ған электрон базалы китапхана, һәр йортта Интернет, кабель теле­видениеһы, телефон, газ-һыу үткәрелгән.
Иртә һайын егәрле хужалар­ҙың ҡураларынан тиҫтәләгән баш һыйыр малы сығып, көтөүгә китә. Шуға күрә ауыл халҡы, йәштәр ҡалаға сығып китергә атлыҡмай, үҙ ауылында йорттар һалып, мал аҫрап донъя көтә.
Был ауылда рухлы, динде ташламаған, мәсеткә олоһо ла, бәләкәйе лә йөрөгән халыҡ йәшәй.
Шундай бай тарихлы ауылдың киләсәге яҡты, тырыш халҡы етеш тормош көтөп, хәҙерге баҙар шарттарына яраҡлашып, бәхетле тормошта йәшәр тип ышанғы килә.
Бөгөн Юлдаш ауылы халҡын борсоған мәсьәлә – клуб. Ул үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағын­да төҙөлә башлағайны. Яртылаш төҙөп тә ҡуйғайнылар. Бына ун биш йылдан ашыу ул шул хәлдә ҡала килә. Район хужалары төҙөп бөтөрөргә лә вәғәҙә биргәйне. Юлдаш ауылының 165 йыллыҡ юбилейы йылында был мәсьә­ләнең дә хәл ителеренә ышанабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874