Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милләтебеҙҙең рухи остазы
Милләтебеҙҙең рухи остазы Бөгөн беҙ уның исемен маяҡ итеп күтәрәбеҙ, уның башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурланабыҙ, уның рухи, имани эшмәкәрлегенә һыйынып, ул – беҙҙеке, тип әйтәбеҙ! Ә бит булған шундай заманалар, мәшһүр фекер эйәһе, философ, мәғрифәтсе-мөғәллим, дин әһеле, башҡорт халҡының рухи остазы, суфыйҙарҙың Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлын дауам иткән Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тап иманына тоғролоғо, халҡында аң-зиһен-белем таратыуы власть органдары тарафынан эҙәрлекләнгән.
Ошо көндәрҙә Милли музейҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, бөйөк шәхестең баҡыйлыҡҡа күсеүен киң билдәләп, “Шәйех Зәйнулла Рәсүлев – мәшһүр башҡорт теологы һәм мосолман донъяһы мәғрифәтсеһе” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Һәр ваҡыттағыса ҡурай моңо, “Урал” башҡорт халыҡ көйө менән асылған сараға дин әһелдәре генә түгел, билдәле шәхестәр, йәштәр ҙә йыйылды. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫланов, иҫтәлекле сараны асып, Зәйнулла ишандың төбәктәге эшмәкәрлеге, халыҡҡа ислам диненең асылын аңлатыуы хаҡында һөйләне. Милләттәштәребеҙ генә түгел, башҡалар ҙа уның уҡыусыһы булырға ынтылыуы тураһында әйтте.
Баш ҡалалағы Беренсе йәмиғ мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт Әхмәров Зәйнулла ишандың үҙенсәлекле эшмәкәрлеге тап иман­дың, диндең бөтә асылың, бөтә йөрәгең менән Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берле­генә ышаныуға, ғәмәлдәренең ихласлығына бәйле тип аңлатты. Ул шулай уҡ Өфө райо­нының Шамонин ауылындағы мәсеткә нигеҙ һалынып, уға Зәйнулла ишан исеме бирергә ниәтләүҙәрен әйтте. Башҡараһы эштәре әлегә күп, әммә ҙур маҡсат менән тотонғас, моғайын, мәсет асыу тантанаһында осрашырға ла насип булыр.
Журналист, тарихи телетапшырыуҙар авторы Салауат Хәмиҙуллиндың “Шәйех Зәйнул­ла Рәсүлев – Урал-Волга буйында су­фый­сылыҡ ­традицияларын дауам итеүсе” тигән архив документтарына нигеҙләнгән сығышы суфый­сылыҡ идеяларының асылын аңлатты. “Бөйөк шәйех ваххабизм, салафизмға ҡаршы фекер­ҙәрен теүәл әйтеп ҡалдырған, бөйөк бөтә ҡаршылыҡтар шунан килә”, – тине тарихсы. Киләсәктә лә был хаҡта һөйләшеүҙе дауам итербеҙ. Калифорния университеты профессоры Хамид Алгар кеүек донъяға билдәле ғалимдың Зәйнулла ишан эшмә­кәрлегенә арналған фәнни эше тураһында ла әйтте Салауат Ишмөхәмәт улы. Яҡын арала ул яҙмаларҙы “Башҡортостан” гәзитенә лә тәҡдим итербеҙ.
Ошондай уҡ ҡыҙыҡлы доклад менән М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Таһир Әминев та сығыш яһаны. “Урал һәм Волга буйы мосолман фекер эйәләренең мәғрифәтселек идеялары” тигән докладында ул Cтәрлетамаҡ эргәһендәге ҡәберлектәрҙә мәрхүмдәрҙең VII быуатта уҡ иcлам ҡанундары буйынса ерләнеүен иҫбат­лаған зыярат табылыуы халҡыбыҙҙың дин юлына Болғарҙағы кеүек IX быуатта түгел, ә ике быуат алдан килеүе тураһында һөйләүен белдерҙе. Сәхәбәләр аша иман ҡото төбә­гебеҙҙә киң йәйелдерелеүен дә беҙгә даими иҫкә төшөрөп тороу зарур.
Ошо уҡ фекерҙе Китап палатаһы директоры, тарихсы Азат Ярмуллин да дауам итте. “Башҡорттар дингә төрлөсә ҡараған, дин тип бик үк иҫе китеп бармаған, тигәнерәк фекерҙе таратҡандар менән һис килешмәҫ инем. Иман, дин хаҡында фекер беҙҙең халҡыбыҙҙың асылында, йөрәгендә, тарихи хәтерендә йәшәй. Бына, мәҫәлән, мәҡәлдәргә генә күҙ һалайыҡ. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, ти башҡорттар. Ошо уҡ фекер хәҙистәрҙә, изге китабыбыҙҙа ла әйтелгән”, – тине ул. Халҡыбыҙҙың эске аңын­да йәшәгән Аллаһты таныу тойғоһо мәҡәлдәр булып килеп еткән икән, башҡорттарҙың имандағы ихласлығына, бар күңеле менән дингә тартылыуына шикләнеп буламы? Бары тик халҡыбыҙҙың дин ғәмәлдәрен башҡар­ғанда ла, бар кешегә был хаҡта ҡысҡырып һөйләп йөрөй торған ғәҙәте юҡ, тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ һәр даим өҫтөнлөк итә миллә­тебеҙ вәкилдәрендә.
Күренекле ғалим, башҡорт шәхесе Рәшит Шәкүрҙең фекере лә тап суфыйсылыҡ идеялары төбәктә киң таралыуы, уның аша миллә­тебеҙ араһында иман ҡото, белем нуры ар­тыуы тураһында булды. Яҙыусы Лира Яҡшыбаева сәхәбәләр, әүлиәләр, күренекле муллалар хаҡында ижад итеүе, киләсәктә лә был эшмәкәрлеген дауам итәсәге тураһында һөйләне.
Сара һуңында резолюция ҡабул ителеп, уға ярашлы Зәйнулла ишандың исемен мәңгеләш­тереү буйынса эштәр планы раҫланды. Юғары уҡыу йорттарында “Рәсүлев уҡыуҙары” уҙға­рыу, урамдарға, төҙөләсәк мәсеттәргә, мәҙрә­сә­ләргә бөйөк шәйехтең исемен биреү, З. Рә­сүлев исемендәге журналистар премияһы булдырыу, шәхескә арнап фильм төшөрөү, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә дин әһеленең хеҙмәттәрен баҫтырыу, шәйех исемендәге ғилми-тикшеренеү үҙәге булдырыу тураһында ла әйтелде. Хәйер, эштәр етәрлек, маҡсаттар яҡты һәм халҡыбыҙҙың рухын күтәрерлек ғәмәлдәр менән билдәләнер. 2008 йылда төбәктә тәүге тапҡыр Зәйнулла ишандың исемен мәңгеләштергән саралар ойошторола башлағайны. Шунан алып уның исемендәге мәсет һалынды, урамдарға, мәктәпкә исем бирелде, алты китап сыҡты. Аллаға шөкөр, Зәйнулла ишандың исеме, уның рухы халҡыбыҙға әйләнеп ҡайтты. Уның иманлы асылы беҙҙең менән.


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә