Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъя шулай ҡоролған
Донъя шулай ҡоролған Алған йүнәлешенән тайпылмай, ҡуйған маҡсатына үҙ һуҡмағынан барған һәм ҡорған ояһының ныҡлығын хәстәрләгән кешеләр һәр саҡ һоҡланыу уята. Уларҙың үткән ғүмер юлы, ылыҡтырғыс сергә сорнап, тирә-йүндәгеләрҙе лә үҙ өлгөһөндә йәшәргә сәмләндерә.
Ташбулат ауылында йәшәгән Фәрзәнә менән Дамир Билаловтар – тап шундайҙарҙан. Дамир Хашим улы, етенсе класты тамамлағас та, Белоретта механизаторҙар курсында уҡып, хаҡлы ялға киткәнсе шофер булып тир түгә.
Батыр егеттең бәхет ҡошо ла өс өй аша ғына була. Йомшаҡ, кешеләргә ярҙамсыл Фәрзәнә апай ҙа шул уҡ Белорет ҡалаһында “Ҡыҙыл тәре” ойошторған шәфҡәт туташтары курсында ике йыл медицина серҙәренә өйрәнә. Йәшлек үҙенекен итә. Әле бәхетле пар илле йыл буйына йөрәктәренең йылыһын һаҡлап, октябрь айында, дүрт балаһы, ейәндәре, туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре менән гөрләтеп алтын туй үткәрә. Башҡортостаныбыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлауға ҡушылған бүләк алып ҡыуаналар.
Үҙ ғүмерендә ғаилә башлығы ниндәй генә транспорт төрҙәрен ауыҙлыҡламай. Әрме сафына киткәнсе тракторсы булып, ул ваҡытта тәүлек әйләнәһенә ер эшкәртә. Ауылдағы башҡа механизаторҙар менән бергә тирә-яҡтағы яландарҙы, хатта ауыл араһындағы асыҡлыҡтарҙы һөрәләр. Уларҙы сиҙәмселәр тип атайҙар. Тәү ҡарамаҡҡа еңел тойолған эш арыу уҡ көс, таһыллыҡ, белем дә талап итә икән. Һабандың ултырғысына уңайлы урынлашып, еңел генә йөрөү түгел. Бураҙнаның ике башында һабандың автоматын үҙеңә ҡарай тартып ебәрһәң, төрәндәрҙе күтәреп йәки төшөрөп ары китәһең һәм икенсе оста тағы шуны ҡабатлайһың. Етмәһә, һабандың сиген боҙоуға ла юл ҡуйылмай. Ер күкрәген аҡтарып, ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереп, иген үҫтереү анһат түгел шулай.
Ер эше элек-электән иң ауыр хеҙмәт икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Тир түккәндәрҙе генә ул ҡыуандырғанын аңлаған механизатор башкөллө эшкә сума. Дәүләт алдындағы бурысыңды үтәргә тейешһең! Келәттәр алтындай бойҙай менән тула. Унда ер яратҡан Дамир ағайҙың көсө күп.
Уңған кешегә ул заманда эшһеҙлек проблемаһы юҡ кимәлдә. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозда әрме сафына киткәнсе фермаларҙан район үҙәгенә һөт ташый. Батҡаҡмы-буранмы, таң һарыһынан көн дә ваҡытында һөт продукцияны алып барып өлгөртөргә кәрәк.
Тиҙҙән, ил алдындағы бурысын үтәргә кәрәклеген белдереп, военкоматтан саҡырыу ҡағыҙы тотторалар. Билалов Байконурҙа өс йыл водитель булып хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, ғаилә ҡора.Ҡайҙарҙа ғына тир түкмәй! Автобуста күрше-тирә ауылдарҙан балаларҙы мәктәпкә, Ташбулат – Магнитогорск,Ташбулат – Асҡар маршруттарында пассажирҙарҙы, һәүәҫкәр артистарҙы, туй үткәреүселәрҙе ташыһынмы... Әммә күңеле тыныс. Өйөндә ҡунаҡтай итеп ғаиләһе көтә. Уларҙы күреүе менән барлыҡ арыуҙары юҡҡа сыға. Шулай итеп, ғаилә башлығының эш дәүере юлда үтә.
Ниндәй генә транспортта булһаң да, уларҙы майлап-көйләп кенә торорға кәрәк. Хәрәмләшеп, иҫәпләшеп эшләү уйында юҡ. Пассажирҙар ғүмере – уның намыҫында. Рейстан ҡайтҡас та, иртәгәһенә машинаһын әҙерләй.
Өҫ кейемең майлы, бысраҡ тип тормош юлдашы бер ваҡытта ла зар­ланмай. Ағайҙы бысраҡ кейемдә күрмәҫһең. Хәйер, шәфҡәт туташы Фәрзәнә апай, һуғыш арҡаһында етем ҡалған ҡыҙ, тормоштоң бөтә ауырлыҡ-ваҡлыҡтарын еңеп өйрәнгән.
Аҡ халатлылар, ғәҙәттә, һүҙсән булмай. Уның эше ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Дауаханала ниндәй генә хәлдәр булмай, фажиғәләр, аяныслы хәлдәр сығып тора. Тормош шулай ҡоролған.
Йорт һалып сыҡҡансы ҡайныһы Хашим, ҡәйнәһе Мәфтуха эргәһендә, уларҙың ун балаһы араһында артыҡ булмай бергә йәшәй. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән яғымлы ҡатындың ғүмер күге аяҙ һәм ҡояшлы ғына булған тип уйларһың! Гелән юлда йөрөгән ирен көтөп, балаларын аяҡҡа баҫтырғансы күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәнен улар кеүектәр генә аңлайҙыр.
...Бер уйлаһаң, улар ябай ғына ауыл кешеләре. Йөрәктәрендәге йылылығын һәр кемгә мул өләшеп, үҙ ҡулдары менән төҙөгән ҡояшлы йорттарында, бәхетле парҙың дауамы булып, бала-сағалар, бүлә-бүләсәрҙәр тауышы өҙөлмәй. Ҡәҙимге тормош ағышында ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ, изге күңеллелек, эскерһеҙлек кеүек изге сифаттар солғанышында көн итәләр.


Автор: Зәһрә БӘШӘРОВА. Район: Әбйәлил районы, Теләш ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә