Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттә үткән тормош
Хеҙмәттә үткән тормош Дәүләтша ҙур түгел, Атауҙы һәм Бөрсөнсө күлдәре араһында ятҡан ыҡсым ғына, матур ауыл. Рәүйә һәм Зекериә Сафиуллиндарҙың йорто ошо матурлыҡҡа тағы ла күркәмлек өҫтәп ултыра. Йорт хужалары ауыл ерендә, әммә ҡала шарттарында йәшәй. Рәүйә апай менән Зекериә ағайҙың бала саҡтары ил иңенә төшкән иң ауыр осорға тура килгән.
Зекериә Фазулла улы һөйләй:
– Атайым һуғышҡа киткәс, әсәйем менән өс малай, бер ҡыҙ ҡалдыҡ, миңә ни бары һигеҙ йәш. Бәләкәйҙән колхозға эшкә егелдем. Дүрт йыл күбә тарттырҙым. Унан ат тырмаһына сығарҙылар. Ер һөрәбеҙ, үгеҙ ҡыуалайбыҙ. Ҡатындар – һуҡала. Ашағаныбыҙ – ҡырҙыҡ (алабута) өйрәһе, икмәкте күргән юҡ. Шул иҫтә ҡалған: кешенең төҫө булманы, биттәре ябыҡ, аслыҡтан йөҙҙәрен һары баҫҡан.
Бер заман Магниттан бесән эшләргә өс урыҫ килде. Сосораҡ булдыммы икән, мине һайлап алдылар. Өс йыл рәттән шуларға бесән эшләштем. Тамағым туйып ҡалды. Улар һәйбәт ашай ине. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, мал тоттолар, колхозға ла, үҙҙәренә лә эшләнеләр бесәнде.
Улар ҡайтып киткәс, тағы асыға башланыҡ. Аҙ ғына ойотҡанға еләк һалып эскән булабыҙ. Әтлек, һарына, йыуа күп ине. Северный ауылы яғына тоҡ менән ҡалмаҡ йыуаһына йөрөйбөҙ. Атай 1942 йылда Сталинградта һәләк булды...
Әле тыңлап ултырғанда сәстәр үрә тора, ә уларҙың быуыны ошо хәсрәтле йыл­дарҙы үҙҙәре кисергән. Бер көн Әнүәр (Зекериәнән бәләкәй) Әсмә һеңлеһен күршегә ҡуҙ алырға ебәрә. Ҡайтып килгәнендә бәләкәс ҡыҙыҡайҙың итәгенә ел ыңғайы ут ҡаба. Был хәлде күреп торған кешеләр баланың кейемендәге утты һүндереү урынына уны һыуға ҡыуалар. Бахырҡай айҙан ашыу ғазапланып ятып үлә... Аңра булғанмы кеше шул дәрәжәлә, әллә миһырбанһыҙмы, иҫ-аҡыл китерлек. Ошоға оҡшаш хәлдәрҙе мин башҡа урындарҙа ла ишеткәнем булды...
Зекериәгә лә ФЗО-ға китергә ваҡыт етә – ун бише тула. Башҡалар әйтеүенсә, Белоретта бик насар икән, шуға күрә ул Тәпән ауылында йәшәгән апаһы ярҙамында Магнитогорскиға бара. Металл конструкциялар йыйыусы һөнәрен үҙләштерә. Белем етешмәй, русса белмәй, өйрәнеүе бик ауыр була. Бәхеткә, мастер тырыш һәм ныҡышмал башҡорт малайын яҡын күрә һәм яйы тура килгән һайын уға ярҙам итергә тырыша. Имтихан тапшырыр алдынан: “Ситтән икенсе билетты ал”, – тип кәңәш бирә.
– Комиссия ҙур. Алты ай уҡыған арала ҡорамалдарҙы ятлап бөттөм. Мастер әйткән билетты алдым... Мине дүртенсе разряд менән сығарҙылар. Мастер миңә атай һымаҡ булды, әле лә уға рәхмәт уҡыйым, – тип хәтерләй Зекериә ағай.
Ҡаҙан йүнәтеү цехында өс-дүрт йыл эшләү дәүерендә егет бүтән һөнәрҙәр ҙә үҙләштерә. Эш хаҡы һәйбәт – 800-900 һум. Заманында был байтаҡ аҡса була.
Зекериәне армия сафына оҙатырға булалар заводта. “Өйгә ҡайтып хушлашып киләйем”, – ти егет. Аҡса мул, күстәнәс-бүләк тейәп ҡайтып китә. Унда Әнүәр һәм Сөләймән ҡустылары менән әсәһе көтөп тора. Яҡындары эргәһендә өс ай йөрөп ташлай. Ул арала өс мәртәбә телеграмма килә.
– “Дезертир” тип әрләй-әрләй кире эшкә ебәрҙеләр, – ти Зекериә Сафиуллин. – Коксохимия заводына эшкә төштөм. Түҙеп торғоһоҙ эҫе, төшкө ашҡа ла туҡтамайбыҙ тиерлек. Эш хаҡы 1900 һумға етә ине. Ашау бушлай, йәшәү шарттары һәйбәт. Армия онотолдо, күҙҙәр ҙә насар күрә ине. Ике йыл эшләнем, 1955 йылда ауылға ҡайттым.
Бында егетте прицепщик итеп алалар. Механизаторҙар дым тоторға сыға, ризыҡ– икмәк тә сәй. Сәсеүҙә лә йөрөй, кәбәнен дә һала, Әүжәнгә ағас ҡырҡырға ла бара.
Ауылға ҡайтҡас, Иҙәштән Ғәйникамал инәһе: “Кәләш алмай тор”, – ти. Баҡтиһәң, уның димләргә йыйынған ҡыҙы булған икән. Зекериә Рәүйә менән осраша. Ҡыҙ риза була, шулай ҙа буласаҡ кейәүгә бер йыл һынау ваҡыты бирелә.
Рәүйә апай һөйләй:
– Атай-әсәй ҡулында йәшәнем. Атайым яуҙан 1945 йылда ҡайтып төштө. Зиннәт, Марат ағайҙарым, мин – һуғыш балалары, һуңынан Рәсих донъяға килде. Ике-өс йыл милицияла эшләп алғас, атай ферма мөдире булып китте. Үпкәһенә операция яһатҡайны. Һарыҡ фермаһы тәүҙә Тал Ҡусҡарында ине, аҙаҡ үҙебеҙҙең ауылға, Иҙәшкә, күсте. Һарыҡ араһында йөрөп, етенселә уҡығанда бруцеллез эләктерҙем, һигеҙенсегә бара алманым. Дауаханаға ебәрмәй, әсәйем дауаланы. Йүнәлгәс, атайым эргәһенә эшкә алды, биш йыл һарыҡ ҡараным. Ә йәйҙәрен йәшелсә үҫтерә торғайныҡ. Бик уңа ине. Биш ҡыҙ эшләйбеҙ, беҙ үҫтергән кәбеҫтә, ҡыяр, кишерҙе Асҡар дауаханаһы, ашхана алды. Көҙ ураҡта бил бөктөм. 1955 йылда йортобоҙ янды, бер нәмә лә ҡалманы. Атайым үҙ көсө менән яңы өй һала башланы...
Рәүйә Фәйзелғаян ҡыҙы менән Зекериә Фазулла улы 1956 йылда өйләнешә. Был ваҡытта Әүжән тарафтарында төҙөлөш эштәрендә йөрөгән Зекериәне үҙ туйына ла ҡайтармайҙар. Ә Рәүйә килен булып төшөүенә ике-өс аҙна үткәс тә бесәнселәргә аш бешереүсе булып сыға. Бесәнен дә саба.
Етешер-етешмәҫ кенә тормош башла­на. Тәүҙә Зекериә ағайҙың әсәһендә йәшәйҙәр, бер аҙҙан бәләкәй генә өй төҙөп сығалар. Таң һарыһынан уяналар ҙа, билде биш­тән быуып, эшкә тотоналар. Йәй еләк, сейә йыйып, баҙарға йөрөүҙәр, ул арала колхоз малы өсөн күлдә ҡамыш сабыуҙар, малсылыҡта һыйыр һауыу, башмаҡ ҡарау, сәсеү алдынан баҫыуҙы таштан таҙартыу, утын, миндек әҙерләү, һөт ташыу һәм башҡа иге-сиге күренмәгән колхоз эше... Атауҙыла ҡамыш сабып йөрөп, Рәүйә апай бик ныҡ һалҡын алдыра, шуның ҡоһоро сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан.
Зекериә ағай һөйләй:
– Өй һалып, матур ғына йәшәй башланыҡ. Балалар икәү булып китте, әҙәмсә донъя көткө килә бит. Өйҙө Һарт ауылына 800 һумға һатып ебәрҙем дә үҙебеҙ күршенең өйөнә сығып торҙоҡ. Мал һимертеп һаттым – шулай аҡса тупланым. Ағас ҡырҡтым. Яҙғыһын Рәүйәгә әйтәм, бал ҡой, өй күтәртәбеҙ. Ишҡолдан ярҙамға ун һигеҙ кеше килде. Бураны бер көндә ултырттыҡ. Әкренләп тормош яйға һалынды. Мотоцикл алып ҡыуандыҡ, унан – машина. Бына хәҙер алтынсы машинамда йөрөйөм.
Зекериә ағай әҙерләүсе булып та, МСО-ла ла эшләй, бригада ойоштороп, төҙөлөш эштәре менән дә шөғөлләнә. Хеҙмәт ветеранының күкрәген “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һәм башҡа миҙалдар биҙәй. Ул өс саҡырылыш ауыл Советы депутаты булып та һайланған. Рәүйә апайҙың да хеҙмәт ҡаҙаныштары юғары баһаланған, миҙал һәм маҡтау гра­моталары менән билдәләнгән.
Рәүйә апай һөйләй:
– Тормошто етештерер өсөн ал-ял белмәй эшләнек. Емеш-еләк йыйып һаттыҡ, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡ менән Баймаҡ яҡтарына, Хәмит ауылына барып етә торғайныҡ. Ваҡ мал менән дә һатыу иттек, һауын һыйырҙы биш башҡа еткергән мәлебеҙ булды. Балаларҙы үҫтерергә кәрәк ине бит.
Сафиуллиндар ғаиләһендә бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләнә. Фәтих улдары мәктәптә эшләй, Фәйрүзәләре хәҙер хаҡлы ялда. Ә Нәсих ғаиләле, бала-сағалы булғас, яҡты донъяларҙан китеп барған. Бөгөн Рәүйә апай менән Зекериә ағайҙың туғыҙ ейән-ейәнсәре бар. 26 йыл инде Зекериә ағай ауыл мәсе­тендә имам-хатиб булып тора. Икеһе лә намаҙ ҡалдырмай. Йыл һайын сәләмәтлектәрен төрлө шифаханаларҙа нығыталар. Өй эргәһендәге баҡсала һәр төрлө емеш ағастары, йәшелсә үҫтерәләр. Бер ваҡыт 90 банка ҡыяр тоҙлағандарын әле лә көлөп хәтерләйҙәр.
– Балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, шөкөр, – тип шатлана хеҙмәт ветерандары. – Пенсияны ла һәйбәт алабыҙ...
Быйыл Рәүйә апайға ла 80 йәш тула. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, матур итеп йәшәй белә Сафиуллиндар. Балаларына ла хәлдән килгәнсә ярҙам итәләр. Рәүйә апайҙың оҫта тегенсе булыуын да билдәләргә кәрәк.
Эйе, бик етеш, матур йәшәй улар. Был муллыҡҡа улар үҙҙәренең тырышлығы менән өлгәшкән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872