Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир хәстәрле булһа…
Ир хәстәрле булһа… Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Ғайсиндар ғаиләһе яҡын-тирәлә генә түгел, тотош Урал аръяғында күптәргә яҡшы таныш. Бигерәк тә ғаилә башлығын һәр ерҙә күреп, ихлас ҡабул итәләр, сөнки ул исеме республикала һәм унан ситтә лә киң билдәле Сибай концерт-театр берекмәһендә популяр артистарҙың береһе. Халыҡ тарафынан һәр сығышы йылы ҡабул ителгән һәм тамашасыларҙың хаҡлы һөйөүен ҡаҙанған “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе, оҫта думбырасы, халыҡсан йырҙарҙы башҡарыусы Ринат Ғайсин” тип таныштыралар уның менән концерттарҙа.
…Йәшлек дәрте, шаулы тормошо, йөрәк елкендергес илаһи мәлдәре менән үҙенә әйҙәп, саҡырып торған студент йылдарында таныша Ринат менән Гүзәл. Буласаҡ ғаилә башлығы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында музыка бүлегенең бишенсе курсында белем алып йөрөгәнендә Баймаҡ ҡыҙы Гүзәл ошо уҡ институттың беренсе курсына уҡырға килә. Ыҫпай һәм баҫалҡы ҡыҙға егет тәүге көндәрҙән үк иғтибар итә һәм, яйын тура килтереп, дөйөм ятаҡта уға һүҙ ҡуша. Быға ҡәҙәр филармония сәхнәһендә генә күргән асыҡ сырайлы, баҙыҡ егетте ҡыҙ ҙа яҡын күрә. Шулай итеп, ике йәш йөрәк араһында әкренләп дуҫлыҡ ептәре үрелә. Артабан мөхәббәт хистәренә сорналған ҡыҙ менән егет ике йылдан өйләнешергә ҡарар итә. 2007 йылдың йәмле йәйендә белореттар баймаҡтарға ҡоҙалашыу ниәтенән яусылап килә. Оҙаҡламай ҡатайҙар менән бөрйәндәр, үҙ-ара туғанлашып, гөрләтеп туй яһай. Йәштәр үҙҙәре өсөн туған ҡалаға әйләнгән Сибайҙа ғаилә тормошон башлай. Ғашиҡтар өсөн ҡыуышта ла ожмах тигәндәй, тәүге йылдарҙа йәштәр коммуналь фатирҙа йәшәй.
Студент йылдарында уҡ урындағы филармонияла хеҙмәт урынын тапҡан Ринат шунда эшләүен дауам итә. Республикала талантлы ҡурайсы булараҡ танылыу алған Илнур Үтәев (йәне йәннәттә булһын!) менән “Тархан” фольклор-эстрада төркөмөн ойоштороп, филармония йылъяҙмаһында яңы бит аса йәштәр. Артабан уларға билдәле ҡурайсы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раушан Ниязғолов, бөгөн баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә эшләп йөрөгән Луиза һәм Арсен Кәримовтар ҡушыла. Әле “Тархан” төркөмө, Фаил Йортбәков, Зәлиә Нурлы, Айнур Әминев кеүек филармонияның йәш һәм талантлы сәхнә оҫталарын бергә туплап, яңы көс һәм дәрт менән эшләй, тамашасыларға халҡыбыҙҙың аҫыл йыр-моңон тәҡдим итә. Төркөм етәксеһе булған Ринат Ғайсиндың думбырала уйнап, илһамланып-дәртләнеп моң һуҙыуын һәр концертта көтөп алалар һәм дәррәү алҡыштар менән оҙатып ҡалалар.
Ринат кесе йәштән башҡорт сәнғәтенә ғашиҡ, мәктәп йылдарында уҡ ҡурайҙа, думбырала, баянда уйнарға өйрәнә. Ә йыр-моңға һөйөү ойотҡоһон уның күңеленә иң элек мандолинаһын ҡулынан төшөрмәгән өләсәһе менән өҙә баҫып бейергә яратҡан олатаһы һалғандыр, моғайын. Улдарының һәләтен, ынтылышын күргән атаһы Рәйес Ураҙбай улы менән әсәһе Фариза Мөхәмәтйән ҡыҙы уны башланғыс кластарҙан һуң Өфөгә – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге махсус музыка гимназияһына уҡырға бирә. Уҡытыусыһы Роберт Йосоп улы Әхмәров ҡулында тынлы музыка ҡоралдары класында тырышып уҡыған егет бер үк ваҡытта Риф Сөләймәнов етәкселегендә думбыра һәм һуҡма ҡоралдар (Алексей Алексеевич Медведев) класында ла шөғөлләнә.
Сәнғәт мәктәбен тамамлау алдында торған егет һәм ҡыҙҙарҙы артабан ҡайҙа барыу, ниндәй юлды һайлау мәсьәләһе борсой. Әммә Ринат Ғайсин был йәһәттән яҙмышын күптән хәл итеп ҡуя, сөнки Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан тәжрибәле музыка белгесе Нурғәле Мирғәле улы Кейекбирҙин, Өфөгә үҙе килеп, мәктәпте тамамлаусылар менән алдан һөйләшеү алып бара һәм бер нисә уҡыусыны, шул иҫәптән Ринатты ла үҙҙәренә “ҡоҙалай”.
– Сәхнәгә сығыуы бик ныҡ тулҡынландырҙы ла, ҡурҡытты ла, – тип хәтерләй хәҙер инде филармонияла бай тәжрибәле артистарҙың береһе булған Ринат Рәшит улы. – Әле лә еңел тип әйтә алмайым – сәхнәгә һәр сығыуың һиңә айырым яуаплылыҡ өҫтәй, яңынан-яңы талаптар ҡуя бит. Сәнғәт мәктәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаеванан дәрестәр алыуым, милли сәнғәтебеҙгә булған һөйөүем миңә көс һәм дәрт бирҙе. Яңы ғына эш башлаған йылдарымда институтта беҙгә белем биргән уҡытыусыбыҙ Фәрзәнә Фәтҡуллинанан алған һабаҡтарым да бик урынлы һәм кәрәкле булды…
Сибай филармонияһы – Ринат өсөн күңеленә ятҡан, рухи аҙыҡ биргән эш урыны ғына түгел, ә бар булмышын, йәшәү рәүешен яулаған тормош мәктәбе лә ул. Кем әйтмешләй, тормошоноң шатлыҡлы көндәре лә, һағышлы мәлдәре лә нәҡ ошо сәнғәт учреждениеһы менән бәйле. Тормош юлдашы Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы ла ошонда уҡ кадрҙар бүлеге етәксеһе булып эшләй – көн һайын эшкә бергә килеп, бергә ҡайта улар.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Гөлнур менән Рәфҡәт Ибраһимовтарҙың алма кеүек өс ҡыҙы араһында уртансыһы булған Гүзәл кесе йәштән баҫалҡылығы, төплө аҡыллы булыуы менән айырылып тора. Бөгөн дә ул, ғаилә тотҡаһы ҡатын икәнлеген яҡшы аңлап, ире өсөн ышаныслы терәк, һиҙгер һәм эшкә тилбер хужабикә булараҡ, яҡындарының, бергә эшләгән иптәштәренең ихтирам-хөрмәтен ҡаҙанған.
– Ғаиләм менән бәхетлемен тип уйлайым, – ете йәшлек ҡыҙҙары Ынйыны апай итеп ҡыуандырып, әле декрет ялында ултырған Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы тыйнаҡ ҡына йылмая. – Ринат менән өйҙә лә, эштә лә гел бергә булыуыбыҙ беҙҙе бер-беребеҙҙән ситләтмәй, киреһенсә, үҙ-ара ихтирам тойғоһон тәрәнәйтә генә. Беҙҙең ғаиләлә эште ирҙекенә йәки ҡатындыҡына бүлеү тигән нәмә бөтөнләй юҡ – һәр эште бергәләшеп, кәңәшләшеп атҡарабыҙ. Әлбиттә, мосолман ҡатыны булараҡ, һәр нәмәлә иремдең һүҙен алға ҡуйырға тырышам, теге йәки был мәсьәләлә һуңғы һүҙҙе ул әйтә.
Әйткәндәй, Ринат Рәшит улы – тырыш һәм эҙләнеүсән хеҙмәткәр генә түгел, йүнсел һәм ҡулы эштән бушамаҫ йорт хужаһы ла. Ата-әсәһенең һәм ҡайны-ҡәйнәһенең ихлас ярҙамы менән ғаиләһен заманса йортло иткән ғаилә башлығының ҡулы белмәгән эше юҡ, тип әйтергә мөмкин. Кәрәк икән, төҙөүсе лә, сантехник та, водитель дә, һатыусы ла, уҡытыусы ла булып эшләй ала. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ шул!
Һәр саҡ эҙләнеүсән, яңылыҡҡа ынтылған артист бөгөн дә яңынан-яңы программалар өҫтөндә эш алып бара. Әйтәйек, “Тархан” төркөмө тамашасыларҙы “Ҡотҡарыусылар ярҙамға ашыға!”, “Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары” һ.б. лекторийҙар, тематик программалар ҡуйып һөйөндөрҙө. Улай ғына түгел, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын йәмәғәт урындарында үҙеңде тотоу, юл ҡағиҙәләре менән таныштыра, әҙәпле, кеселекле булырға өйрәтә, матурлыҡҡа әйҙәй. Әле төркөм етәксеһе, замана сире булған эскелек, наркомания ише йәмғиәтебеҙҙе йәмһеҙләгән кире күренештәргә, экстремизмға ҡаршы программа төҙөп, тамашасылар хөкөмөнә сығарыу теләге менән яна. Патриотик тәрбиә, илһөйәрлек, мәрхәмәтлелек һәм шәфҡәтлелек буйынса ла уның үҙ уйҙары, үҙ ниәттәре бар. Быйылғы исемле йылға арналған махсус программаһы ла үҙ тамашасыларын табыр, моғайын.
– Коллектив татыу, берҙәм һәм бер маҡсатлы булһа, бар ауырлыҡтарҙы ла еңергә мөмкин, – ти әңгәмәселәрем. – Шөкөр, беҙҙә дөйөм эш өсөн янған, бер үк маҡсат менән эш иткән сәнғәт эшмәкәрҙәре бергә тупланған һәм маҡтауға лайыҡ. Тик беҙгә өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмайынса, эш стилен, сәхнәлә сығыш яһау рәүешен үҙгәртеп ҡороу, яңы программалар булдырыу, уларҙа заман проблемаларын күтәреп сығыу хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Һәм беҙ шулай эшләргә тырышабыҙ ҙа…
Әйткәндәй, осраҡтан файҙаланып, Ринат Ғайсин үҙҙәрен аңлап, ярҙам итергә әҙер торғандары өсөн Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселегенә, шулай уҡ һәүәҫкәр композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсинға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Репертуар өсөн йырҙар һайлағанда, теге йәки был концерт программаһын әҙерләгәндә Рәмил Париж улының төплө кәңәштәре “Тархан” фольклор-эстрада төркөмөнөң артабанғы үҫешендә ҙур булышлыҡ итә, ти ул.
Уй-ниәттәрегеҙ, изге теләктәрегеҙ бойомға ашһын, тип хушлаштым мин Ғайсиндар менән. Уларҙың татыу ғаиләһе менән танышып, ниндәйҙер бер рухи күтәренкелек, яҡшыға ышаныс алдым. Эйе, Сибай филармонияһында, ысынлап та, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, милли сәнғәт өсөн янған ысын илһөйәрҙәр эшләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872