Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Терһәкте тешләп булмай...
Терһәкте тешләп булмай... ...Беҙ Әнисә менән һабаҡташ. Уларҙың ауылындағы мәктәптә уҡыныҡ. Ул саҡта ситтән килгәндәр интернатта йәшәне. Ҡыҙ – класта комсорг. Бик етди, талапсан. Үҙе яҡшы уҡый. Уҡытыусылар: “Ана, Әнисәнән үрнәк алығыҙ”, – тип әйтә торғайны.
Ҡыҙ миңә генә түгел, X класс егеттәренә лә оҡшай. Күҙҙәре гел Әнисәне күҙәтә кеүек. Оҡшатмаҫлыҡ та түгел шул: яңы тыуған һарыҡ бәрәсе кеүек бөҙрә һарғылт сәсле, ап-аҡ йөҙлө, ҙур йәшкелт күҙле берәү генә ул...
Яратып, класташтар уны “беҙҙең бөҙрәкәй” тип кенә ебәрә. Мин дә төҫ-башҡа төшөп ҡалғандарҙан түгел, өҫтәүенә баянда уйнайым, вальста бейетәм. Әммә һис кенә лә ҡыйыулығым юҡ. Әнисәгә ҡараһам, оялам, ҡыҙарам. Ә ул әллә юрамал, әллә ысынлап, май ҡояшы кеүек йылмая ла күп итеп комсомол поручениелары бирә, үтәп кенә өлгөр. Шул бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмәғәт эштәре беҙҙе башта дуҫлаштырҙы, ә һуңынан ғишыҡ утында яндырҙы. Әйтерең бармы, был яныуҙар мине ғүмер буйы “бешерә” килде.
Беҙ техникумда ла бергә уҡыныҡ. Уҡыуҙы бүлдереп, һалдат шинеле кейеп хеҙмәт итә башлағас та һағыныу-һөйөү хаттары араларҙы яҡынайтып, бер-беребеҙ өсөн тыуғаныбыҙҙы нығыраҡ төшөндөрҙө. Әнисә мине көтөп алды. Был ваҡытта ул хеҙмәт юлын башлап өлгөргәйне. Миңә уҡыуҙы дауам итергә кәрәк. Ҡулыма диплом алыу менән Әнисә йәшәгән ҡалаға юллама буйынса эшкә киттем. Беҙ инде мөхәббәтебеҙҙең ныҡлығын һынап өлгөрҙөк һәм, мәңге бергә булырбыҙ, тип анттар биреп өйләнештек. Бик матур, хатта артығы менән матур йәшәнек. “Малосемейка”нан фатир ҙа биреп, һөйөнөсөбөҙҙө икеләтә арттырҙылар.
Әллә күҙ тейеү тигән нәмә хаҡ булды, әллә үтә ҡыҙыл тиҙ уңа тигән әйтем тура килде, бер кемгә һис насарлыҡ эшләмәй, үҙебеҙсә саф шатлыҡҡа сорналып ғүмер иткән мәлдә ғаиләне кинәт йәшен уты һуҡты. Барыһы ла бер минутта емерелеп төштө. Курсташ егет, һуңынан беленеүенсә, ҡасандыр Әнисәгә ғашиҡ булып, эстән генә яратып йөрөгән, һәм беҙҙең һәйбәт йәшәүебеҙ уға үс алыу ойотҡоһо һалған. Ул бысраҡ ниәтен тормошҡа ашырып ҡуйҙы. Имеш, Әнисәм хыянат итә! Битен дә йыумаған көйө, йөҙөмә-күҙемә ҡарап әйтте лә эше бөттө. Ә мин, йүләр, ашығып, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡтым. Фатирға ҡайтып бөтә кейем-һалымымды йыйып, “Һине ғәфү итә алмайым, көтмә мине” тигән яҙыу киҫәген өҫтәлдә ҡалдырып сығып киттем...
Йыраҡ туғандарым йәшәгән ҡалаға эшкә урынлаштым. “Әнисә менән һөйләшеп-аңлашып ҡарарға кәрәк. Бәлки, этлек ҡылғандыр ул курсташың. Бар, ҡайт, килешегеҙ. Улай бер тартып ҡына бөтә ептәрҙе өҙөү дөрөҫ түгел”, – тип күпме ялынһалар ҙа, тыңламаным. Кирелегем еңде. Был сифатымды бөгөн аңралыҡ, йүнһеҙлек тип иҫәпләйем. Үкенәм, ләкин терһәкте тешләп булмай... Яҡтыртҡан да, йылытҡан да, йәшәүгә көс биргән ҡояшым – Әнисәм хәҙер юҡ инде. Кемгә өйләнһәм дә ярар тип, беренсе осраған ҡыҙға ҡул бирҙем. Юҡ, яратып түгел, ярата алмаясағымды белә тороп, бары тик юлдан яҙмаҫ өсөн, ғаилә булһын тип өйләндем. Ҡатыным – сабыр кеше. Һалҡынлығымды тойһа ла өндәшмәне. Яраларын ваҡыт дауалар тип уйлағандыр, моғайын. Ә улары йылдар уҙған һайын ҙурая ғына торҙо, әрнене, һыҙланы. Эҙләне күңелем, көттө Әнисәне. Ә мин туң түмәр, ултырған ботағымды үтмәҫ балта менән сабып төшөрҙөм...
Йылдар үҙенекен итә, аҡҡан һыуҙай аға ғына. Һинең ҡайғың юҡ унда. Бер-бер артлы ике малайға ғүмер бирҙек. Ҡатыным аҡыллы, юҡ-барға сәбәләнеп бармай. Түҙем генә йәшәй бирә. Мине ярата ла әле. Ә мин, күпме генә тырышһам да, уға йән йылыһы бирә алмайым.
Йыл һайын отпускыла тыуған яҡҡа ҡайттыҡ, әммә Әнисәнең ата-әсәһе, туғандары янына барырға тәкәбберлегем ебәрмәне. Шулай ҙа класташтарым, ауылдаштарым аша һөйгәнемдең яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым. Әнисәм кинәт кенә бер ниндәй аңлашыуһыҙ юҡҡа сығыуымды бик ауыр кисергән. Мине эҙләгән. Нимә булғанлығына төшөнә алмай, Себергә сығып киткән. Нефтселәр ойошмаһына эшкә урынлашҡан. Геолог, украин егете менән тормош ҡорған, ике ул үҫтергәндәр. Беренсе мөхәббәт, йәшлектә һөйгән йәр берәү генә була бит. Әнисәм дә ирен ярата алмағандыр, бары эйәләшеп кенә йәшәгәндер, тип уйлайым. Минең кеүек...
Ҡот осҡос эҫе килгән 2010 йылдың йәйе тарихҡа иң ҡайнар йыл булып кереп ҡалды. Ул йәй ике ғаиләгә лә иң аяуһыҙ, фажиғәле юғалтыу алып килде. Әнисәнең ире георазведканан ҡайтмай, уны һаҙлыҡ үҙ эсенә тартып ала. Нәҡ шул көндә минең кесе улым һыу ингәндә батып үлде. Ҡотҡарыусылар ҙа, “Ашығыс ярҙам” да ярҙам итергә өлгөрә алманы.
Ҡайғы парлап килә, берәмләп китә, тиҙәр. Атаһы артынан оҙаҡ та тормай өлкән улының рулдә барғанда йөрәге тотоп, һәләк була. Әнисәм ҡан-йәш түгә, ауыр юғалтыу ғазаптары кисерә. Ишеткәнем бар, әгәр ҙә бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәр, ниндәйҙер сәбәп менән айырылыша икән, уларҙың фәрештәләре ғүмер буйы бер-береһенә талпынып, осрашыу көтә икән. Әллә ошо һиҙемләү, әллә Хоҙай ҡушыуы тура килде, ике ғаилә лә юғалтыуҙан һуң йәшәгән ерҙәрендә ҡала алмай, тормош ҡорған, саф күңелдән ант биргән тәүге ғаилә һуҡмағына – ҡалаға әйләнеп ҡайтты. Беҙ ҙә, Әнисәм дә фатир һатып алдыҡ.
Әнисә тыуған ауылында ла иҫкерәк кенә өй һатып алып, йүнәтеп, йәйен ауылда, ҡышын ҡалала йәшәй. Улы – Мәскәүҙә, студент.
Ғәжәп, бер ҡалала булһаҡ та, беҙ күрешә алманыҡ. Мин осрашыуҙан ҡурҡтым. Ғәйебем ҙур, беләм, әммә булдыра алманым. Ғүмерем ут эсендә уҙып, Әнисәмә әйтер һүҙҙәрем усҡа йыйылһа ла, юҡ инде, булмай. Йүнһеҙлек, бешмәгәнлек.
Яҙмыш осраштырҙы беҙҙе. Быйылғы ҡаты һыуыҡ ғинуар айында ауыр ҡайғы осраштырҙы... Оло улым сирле булды, астматик. Ул аптекаға инеп дарыу алған һәм сығыу менән тротуарға йығылған. Өйәнәге ҡалҡҡан! Әнисәм шундағы йәнәш Һаҡлыҡ банкына ингән, кредит түләгән. Ҡулында – машина асҡысы. Машина ишеген асҡанда йөрәге тотоп, сайҡалып китә һәм ҡарға ауа... Кешеләр “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Ул ике йәнһеҙ кәүҙәне бер юлы алып китә.
Нимә был? Саф мөхәббәтебеҙҙең ҡәҙерен белмәгән тәкәбберлегем өсөн яҙмыш һынауымы? Икебеҙ ике ерҙә бәхетһеҙ булыуыбыҙ етмәй, яралы йәнемә Хоҙай ебәргән язамы? Шул тиклем тап килеүе мөмкинме? Аҡылдан яҙыр сиккә еткәс, ташҡа әйләнгән баш эсендәге мейелә мең төрлө һорау. Ә яуап бары бер: шул кәрәк һиңә...
...Морг. Ҡаҡ өҫтәлдә йәнәш ике ҡәҙерле кешем ята. Мин үҙ-үҙемде белештермәй: “Әнисә-ә-ә!” – тип бар көсөмә ҡысҡырып ебәрҙем дә уның кәүҙәһе өҫтөнә ташланып ҡосаҡлап алдым. “Ғәфү ит мине, һөйөклөм! Былай булыуыбыҙға мин генә ғәйепле, ғәфү ит, зинһар, рәнйеп китмә!” – тип үкһенем.
Туғандарым да, Әнисәнең яҡындары ла ауыҙ асып шаҡ ҡатты. Улар нисек етте шулай мине Әнисәнең йәнһеҙ кәүҙәһенән айырып, өгөтләп, һушыма килтерҙе. Был йөрәк өҙгөс күренеште күҙәткән медицина хеҙмәткәрҙәре лә, аҡылына зыян килмәһә ярар ине, тип минең өсөн ҡурҡып ҡуйған.
Улымды ерләү менән Әнисәмде һуңғы юлға оҙатырға, ҡәберенә тупраҡ һалырға ашыҡтым. Әммә, ҡыҙғаныс, өлгөрә алманым. Үҙ ҡулдарым менән ҡәбергә лә төшөрә алманым. Башымда тик бер уй – ҡәбергә төшәм дә Әнисә менән йәнәш ятам... Үләм. Әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел, бик ауыр миңә. Кисә етеһен үткәрҙек – башта улымдыҡын, һуңынан ауылда һөйөк­лөмдөкөн...
Ауыр ҡайғыларға бирешмәй, ҡатыным түҙә әле. Сей тирегә ут ҡапмай. Яҡты донъяла беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Ҡатыным һәм мин. Йөрәк күпмегә түҙер... Йүнһеҙ ғорурлығым өсөн үкенәм, тик терһәкте тешләп булмай. Ә яҙмыш, язаһын ҡабул итә алмаһаң да, ризалыҡ бирмәһәң дә, иртәме-һуңмы, барыбер салғыйҙан тарта икән.


Автор: Ф. СИРАЕВА Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә