Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәскәү ҡалдырған тәьҫораттар
Мәскәү ҡалдырған тәьҫораттар Ҡалалар кешеләр кеүек. Йә һинеке, йә юҡ. Ҡолас етмәҫ илебеҙҙең баш ҡалаһы йөрәгемә самолет трапынан уҡ ояланы, быға тиклем “Мәскәү һынлы Мәскәү булғас, ҙур ҡалаларға хас ығы-зығыға күмелгәндер, уны тәү күргән кешелә әллә ниндәй хистәр ҙә уята алмайҙыр” тигән уйҙарым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Һәм бында, һис шикһеҙ, ҡаланан тыш, ундағы киң күңелле, ғәжәп кешеләр ҙә ҙур роль уйнаны.
Шағирә Лариса Абдуллина менән Мәскәүгә килеп төшкәс тә, тәү башлап Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенә юлландыҡ. Унда беҙҙе ҡолас йәйеп бик әүҙем эшләп килгән “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ҡаршы алды. Караптан балға тиҙәрме әле, беҙ яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы уңайынан ойошторолған сараға эләктек. Гүйә, Башҡортостандан сығып китмәгәнбеҙ ҙә: шул уҡ ҡурай һәм думбыра моңдары, башҡорт йырҙары, бейеүҙәре, барыһы ла саф башҡорт телендә генә һөйләшә.
Думбыра тигәндәй, был милли музыка ҡоралында уйнаған егет айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте: ул — урыҫ милләтле Андрей Смирнов. Уның башҡорттар ара­һы­на эләгеү тарихы ҡыҙыҡ та, үҙенсәлекле лә. Халҡыбыҙҙың яулы үткәне менән ҡыҙыҡһына Андрей, айырыуса Алдар ба­тырҙың 1696 йылда икенсе Азов походында күрһәткән батырлыҡ­тарына, аҙаҡ уның Петр I ҡулынан грамота алыуына һоҡлана. Бынан тыш, Андрей күп кенә башҡортса йырҙар ҙа белә. “Башҡорт батыр­ҙары менән супермендар ара­һында оҡшашлыҡтар күп: улар барыһы ла изгелек өсөн, халҡы өсөн көрәшә”, – ти ул.
Гөлсинә Батыршина етәкселе­гендәге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт­тарҙы берләштереп кенә ҡалмай, ә төрлө сараларҙа лайыҡлы сы­ғыш яһай, үҙҙәре лә уҙғара. Уларға ҡарап, баш ҡалалағы һәр башҡорт йыр-моңға һәләтле икән, тип уй­ларға мөмкин: Яңы йыл байрамы йыр-бейеүгә үрелеп барҙы. Сы­ғышы менән Мәсетле районынан Ринат Хәбиров атлы егет ҡурайҙа “Азамат”ты һыҙҙырғанда, “Уралым” ҡобайырын йырлағанда шуға төшөндөм: сит ерҙәрҙә туған моңдар айырым бер мәғәнәгә сорналыусан, үтә ҡәҙерле икән дә. Бына ни өсөн сит илдә, сит өлкә­ләрҙә йәшәгән башҡорттарыбыҙ туған моңдарыбыҙға, тари­хы­быҙға, милли ҡиммәттәребеҙгә айырыуса ныҡ иғтибарлы.
Интернет селтәрен һәм “Баш­ҡортостан” гәзитен даими күҙәтеп барыусыларға Радмир Мөфтәхин, Елена Созыкина, “Заман” этно­төркөмө яҡшы таныш. Радмир ҡыллы инструменттарҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уға ғына хас стиль менән башҡарыу оҫталығына эйә булһа, Елена үҙе башҡорт мил­ләтенән булмаһа ла, телебеҙҙе үҙаллы өйрәнеп, башҡортса йыр­ҙарҙы башҡарыуы менән бөтәһен дә хайран итә.
Кескәй сәйәхәтебеҙҙең икенсе көнөндә ваҡыт яғы тығыҙ булһа ла, уларҙың үҙҙәренә саҡырыу­ҙарын кире ҡаға алманыҡ. Һәләт­ле генә түгел, башҡорт халҡына хас булғанса бик ҡунаҡсыл да икән үҙҙәре: Радмир, халҡыбыҙ­ҙың көйҙәрен гитарала бик үҙен­сәлекле башҡарып, күңелдәрҙе илаһи моңға күмһә, Елена тәмле аш-һыуҙары, мәтрүшкәле сәй менән һыйланы.
Мәскәүгә барыуыбыҙҙың төп сәбәбе шулай ҙа “ЛиФФт” Бөтә Рәсәй әҙәби журналының сығы­уына, ошо уҡ исемдәге фестиваль уҙғарыла башлауға бер йыл тулыу айҡанлы ойошторолған халыҡ-ара шағирҙар форумы ине. Был сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктә­ренән, хатта БДБ илдәре шағир­ҙары ла сығыш яһауы сараның географияһы киңлеген күрһәтте.
Шәхсән минең күңелемдә Ҡал­мығстандан шағирә Валентина Боован, Мәскәү шағирәһе, бард йырсыһы Ольга Панюшкина, сараны ойоштороусылар: сығышы менән Тәтешле районынан Әнүәр Әлмөхәмәтов, Маргарита Аль, Рязань өлкәһенән Лидия Терехина менән танышыу онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
Шиғриәттә минең кеүек тәүге аҙымдарын яһағандар өсөн үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап ҡал­май, офоҡтарҙы киңәйтеү үтә лә мөһим, шуныһы менән төрлө ҡала, республика, өлкәләрҙәге ҡәләм әһелдәрен берләштереп, уларҙың шиғырҙарын баҫтырған “ЛиФФт” әҙәби журналының әһә­миәте бик ҙур. Лариса апай менән республикабыҙ исеменән сығыш яһағанда шиғырҙарыбыҙҙы тап башҡортса ишетергә теләк бел­дереүҙәре күңелгә май булып яғылды: телебеҙҙе яраталар, хөрмәт итәләр!
Үрҙә һанап үтелгән осрашыу­ҙарҙан тыш, Мәскәүҙең тағы ла бер үтә лә иҫтәлекле урынында булыуым менән Лариса Абдул­линаға бик рәхмәтлемен: форсаттан файҙаланып, беҙ Владимир Высоцкий, Сергей Есенин ҡәбер­ҙәренә зыярат ҡылдыҡ. Высоц­кийҙың сәскәләр менән тулған мәңгелек төйәгендә мөлдөрәмә тулған күңел бөйөк Есениндың ҡәберенә килеп еткәс, ярҙарынан сыҡты: яратҡан шағирым менән күҙгә-күҙ осраштыммы ни!.. Уның да һуңғы төйәгенән сәскәләр, шәмдәлдәр өҙөлмәй, йыш ҡына кешеләр килеп тора – яраталар, онотмайҙар. Шағир өсөн бынан да оло һәм лайыҡлы баһа бармы икән?..
Рәсәй-әсәйҙең тап йөрәгендә – Ҡыҙыл майҙанда, Кремль ҡар­шыһында торғанда бар булмышым бығаса кисерелмәгән бер моңға тулышты. Барыһы ла һый­ған ине был моңға: “Аҡ тирмә”лә ишеткән ҡурай, думбыра, халҡым йырҙары ла, Радмир Мөфтәхин гитараһының илаһи сыңы ла, шағирҙарҙың ижад емештәре лә, Есениндың ҡәберендә уҡылған “Жизнь – обман” шиғыры ла... Бығаса мең тапҡыр ишетеп тә, әллә ни мәғәнәһенә иғтибар итмәгән бер төшөнсәне йәнем-тәнем менән тойҙом: халыҡтар дуҫлығы – ул тыуған Башҡорт­останға ғына һөйөү түгел, ә оло Ватанға – Рәсәйгә һөйөү. Ярҙа­рына һыймаған хистәрем шиғыр юлдарына үрелде:
Рәсәй-әсәйҙең тап йөрәгендә
Аныҡ тойҙом бәҫен Уралдың.
Башҡорт моңо шуға Кремлдә бит
Курант тауышына уралды...



Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә