Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илле йыл бергә
Илле йыл бергә Зиннур менән Мәүә Бикбовтар илле йыл бергә тормош тигән “кәмә”лә йөҙә, донъяның рәхәтлеген дә, ауырлығын да бергә татый, бер-береһенә терәк һәм ышыҡ булып йәшәй. “Кәмә” сайҡалмайынса тигеҙ йөҙә, алға йылдам бара икән, тимәк, ишкәкселәрҙең йөрәктәре берҙәй тибә, күңелдәре бер моңға көйләнгән, һәр ҡайһыһы үҙ урынын, үҙ бурысын, үҙ яуаплылығын белә, тоя, теүәл үтәй.
1965 йылдың йәмле йәй айы – Йылайыр районының Матрай ауылы егете Зин­нурҙың, Күгәрсен районының Сапыҡ ауылы һылыуы Мәүәнең артабанғы тормош юлдарында маяҡ булып янған, яҙмыштарын билдәләгән мәл. Тыуған ауылына төҙөлөшкә килгән бер төркөм ҡыҙ араһынан Зиннур Мәүәгә күҙ һала. Теремек, эш­сән, төҫкә-башҡа һөйкөмлө ҡыҙ, әлбиттә, егеттәр иғтибарынан мәх­рүм булмай. Күптәр ара­һынан һылыу­ҡай етди ҡараш­лы, төплө фекерле, тырыш һәм сая егеткә өҫтөнлөк бирә. Шулай йәштәр дуҫлашып китә, киноға, уйындарға бергә йөрөй, күрешеп торалар. Бер йыл үткәс, йолаға ярашлы, никах уҡыталар, башта ҡыҙ йортонда, унан егет яғында гөрләтеп туй үткәрәләр.
Килен төшөргән йортта ғаиләнең ишле булыуы сә­бәпле, оҙаҡламай йәштәр башҡа сыға, үҙ ояһын ҡора. “Күсеп сығып, беренсе эш хаҡын алғас та, 123 һумға радиоалғыс һатып алдыҡ, почта аша пластинкалар яҙҙырып алып, музыка тыңлап, күңе­лебеҙҙе күтәреп йәшәй баш­ланыҡ”, – тип иҫләй Зиннур Ямалетдин улы ғаиләһе тари­хының башланған сағын. Һәр саҡ матур, мәғә­нәле йәшәргә тырышалар, инде ярты быуат үткәс, кисергән тормоштарын байҡап, Зиннур Ямалетдин улы менән Мәүә Рәүеф ҡыҙы Бикбовтар хыялдарын тормошҡа ашыра алған, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
Әлбиттә, бының төп сәбәбе – бер-береһен аңлап, дөйөм йөк­тө бергә тигеҙ тартып йәшәү­ҙәрендә. Юҡҡа ғына: “Килендең ҡулдары эшкә килешеп тора. Алла бирһә, бай, мул тормошта йәшәр­һегеҙ”, – тимәгәндер ҡәйнәһе, йортҡа уңған килен төшөүенә ҡыуанып.
Мәүә Рәүеф ҡыҙы ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлай. 1968 йылда “Баш­ҡорт” совхозының Матрай бүлексәһе агрономы булып эшләй башлаған тормош иптәше хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө етәксе вазифаларға тәғә­йенләнә, ғаиләгә урындан урынға, ауылдан ауылға күсеп йөрөргә тура килә. Яңы урында ғаилә усағын дөрләтеп ебәреү иң элек ҡатын иңенә төшә. Дөйөм хужалыҡ, мир хәстәрлеге менән көнө-төнө эштән өҙөлә алмаған ирҙең йорт эштәренә ваҡыты ҡалмай. Етәксе ҡатыны була белеү ҙә үҙенә күрә оло талант. Сабырлыҡ, итәғәтлелек кеүек күркәм сифаттар талап итә ул.
Мәүә Рәүеф ҡыҙының тилбер ҡулдары бер ваҡытта ла эшһеҙ тормай. Күгәрсен яҡтарының матур кәсебен – мамыҡ шәл бәйләү оҫталығын алып килә Йылайыр тарафтарына. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, баҡса, йорт хужалығын башҡалар көнлә­шерлек итеп тоталар. “Ҡайһы ғына ваҡытта ла, кемде генә алып ҡайтһам да, Мәүәнең өйө йыйыштырылған, ашы бешкән, балалар бағылған, үҙенең йөҙө яҡты булыр ине”, – ти Зиннур Ямалетдин улы.
Комбайнсы ярҙамсыһы, тракторсы, слесарь-ремонтлаусы, экскаваторсы, совхоз бүлексәһе агрономы, ауыл хужалығы дәүләт инспекцияһы агрономы, райком комитетының ойоштороу бүлеге инспекторы, совхоз бүлексәһе идарасыһы, профком рәйесе, совхоз директоры, район хакимиәте баш­лығының беренсе урынбаҫары, фермер – былар Зиннур Ямалетдин улы­ның төрлө йылдарҙа биләгән вазифалары. Матрай, Йылайыр, Һабыр, Япарһаҙ, Дмитриевка, Яманһаҙ – былары инде эшләгән ауылдары. Әйтеүе, теҙеп яҙыуы ғына анһат. Бына ошо бер нисә генә юллыҡҡа Бикбовтар ғаиләһен һынаған, сыныҡтырған, цементтай ны­ғытҡан, ҡыуандырған һәм бор­солдорған, талаштырған һәм яраштырған ҙур дәүер – илле йыл тормоштары ингән. Партия һәм дәүләт ҡушҡас, Зиннур Ямалетдин улы, үтә яуаплы ҡарашлы кеше һәм коммунист булараҡ, ең һыҙғанып эшкә тотонған. Әсә, ҡатын булараҡ, иң элек ғаилә мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйған Мәүә Рәүеф ҡыҙы бөтмәҫ күсенеүҙәргә ҡуш ҡуллап ризалашҡандыр тип уйламайым. Ир менән ҡатын араһында етди һөйләшеүҙәр ҙә, мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау ҙа булғандыр. Зиннур Ямалетдин улының аҡыллы һәм төплө һүҙҙәре, Мәүә Рәүеф ҡыҙының ысынбарлыҡты дөрөҫ ҡабул итеүе, ир һүҙен йығыуҙың хилаф икәнен аңлауы һәр саҡ уртаҡ тел табырға ярҙам иткәндер. Тылы ныҡлы етәксе бүлек­сәләрҙе, хужалыҡтарҙы күтәргән, ал­дынғылыҡҡа сығарған, халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған. Был – Бикбовтар ғаиләһенең дөйөм ҡаҙа­нышы, сөнки ғаилә башлы­ғының даны – ҡатындың, ғаи­ләнең дә даны! “Почет Билдәһе” ордены ла – уларҙың уртаҡ дәүләт наградаһы!
Зиннур Ямалетдин улы менән Мәүә Рәүеф ҡыҙы, ике ҡыҙ тәрбиәләп, үҫтереп, уҡы­тып, башлы-күҙле итеп, хәҙер биш ейән-ейәнсәр, ике бүлә һөйә. Өлкән ҡыҙҙары Римма, финанс өлкә­һендә белгес бу­лараҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында, республика министрлыҡтарында төрлө юғары вазифаларҙа эшләне, бөгөн Башҡорт­остан Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директорының тышҡы бәйлә­нештәр буйынса урынбаҫары. Эльвира – медицина һәм биология буйынса белгес, Сибай үҙәк дауаханаһында врач-лаборант булып эшләй.
Алтын туйҙарын билдәләгән Бикбовтар хәҙер Сибай ҡала­һында йәшәй. Бөтә уңайлыҡ­та­ры булған фатирҙа тик кенә ятмай улар, баҡса үҫтерәләр, еләк-емешкә, балыҡҡа йөрөй­ҙәр, ял итергә тәбиғәт ҡосағына сығалар, Күгәрсен, Йы­лайыр райондарында, Өфөлә йәшәгән туғандары менән араларын һы­уытмайҙар. Улар һәр саҡ бергә.


Автор: Байгилде МОТАЛЛАП. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә