Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Икәүләшеп, етәкләшеп...
Икәүләшеп, етәкләшеп... Йәмле йәйҙең алһыу ҡояшлы матур бер көнөндә Әминә менән Дәүләткилде Рәмовтарҙың балалары, туғандары, дуҫ-иштәре, элекке уҡытыусылары, ҡасандыр бергә эшләгән иптәштәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары оло табынға йыйылды. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән, алыҫ Ҡаҙағстан еренән ашҡынып килде улар: ни тиһәң дә, “бер күрешеү – үҙе бер ғүмер”, тиҙәр бит. Хужа менән хужабикә һәр ҡунағын урамға уҡ сығып, яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алды, һәммәһен дә әйҙүкләп түргә саҡырҙы.
...Улар араһында тәүге мөхәббәт хистәре уҙған быуаттың 70-се йылдарында ҡабына. Әминәнең бер туған апаһы Вәлимә менән бер класта уҡыған Дәүләт уның сабыр холоҡло, шул уҡ ваҡытта йәштәр араһында һәр ваҡыт төрлө сараларҙы башлап йөрөгән һеңлеһенә мәктәп йылдарында уҡ иғтибар итә. Әммә һөйөү тойғолары көтмәгәндә, Дәүләт ағай үҙе әйтмешләй, “ташбаҡа аҙымы” менән йөрөгән тәгәрмәсле тракторында (ә заманында ул иң етеҙ техниканың береһе һаналды) күрше ауыл араһын икәүләшеп хәтһеҙ генә ваҡыт бергәләп үткән мәлдә килә... Һәр һүҙен үлсәп һөйләгән ҡыҙ менән шаярып ҡына башланған әңгәмә тора-бара йәштәр йөрәген һөйөү ялҡындары менән ялмай.
Бына шулай, Йылайыр районының Сәләх ауылында ысын мөхәббәт нигеҙендә йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Дөрөҫ, йәштәр ҡыҙҙың төп эш урыны булған Йомағужа ауылында төпләнә – Әминә Ғиниәт ҡыҙы урындағы мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып бара.
Күп тә тормай, йәштәргә мәктәп етәкселеге айырым фатир бирә. Ошо ауылда, ғаиләләренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Альбина һәм Әлфидә, улдары Мөнир менән Тимур тыуа. Тик бер нисә йылдан яҙмыш елдәре Рәмовтарҙы ҡара урман төпкөлөнән ялан яҡтарына – Воскресенка ауылына ташлай. Ауылдарҙа тормош гөрләгән, һәр кемдең тәғәйен эш урыны, тимәк, киләсәккә ышанысы булған матур йылдарҙа ысын оя ҡора улар был ауылда. Ғаилә башлығы “Юлдыбай” совхозының Воскресенка бүлексәһендә үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итә, ә хужабикә ул саҡтағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә эш башлай. Булыр бала бишектән билдәле тигәндәй, татыу ғаиләлә үҫкән ҡыҙ һәм малайҙар бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, үҙаллы тормошҡа тулы әҙерлек менән буй еткерә һәм үҙ ғаиләләрен ҡора.
Бөгөн Хәйбулла районының эске эштәр бүлегендә яуаплы вазифа биләгән Тимур Дәүләткилде улы Аҡъярҙа үҙ ҡулдары менән һалып ингән иркен йортонда йәшәй. Альбина менән Әлфидә Баймаҡ ҡалаһында төпләнде – үҙ парҙары менән бик матур донъя көтә улар. Альбина – Рәсәй почтаһы хеҙмәткәре, ә Әлфидә – Баймаҡ гимназия-интернатында уҡытыусы. Рәмовтарҙың аяуһыҙ яҙмыштың әсе һурпаһын күп татыған өлкән улдары Мөнир иһә ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй. Үҙенә терәк һәм таяныс булған кәләше Альбина менән икеһенә ҡарап, уларҙың татыулығына, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел! Был да ир менән ҡатындың балаларына дөрөҫ тәрбиә биреүенә асыҡ миҫал!
Байрам табынында Әминә Ғиниәт ҡыҙы һәм Дәүләткилде Ҡотлогилде улы исеменә бик күп йылы һүҙҙәр, күңел түренән сыҡҡан рәхмәттәр әйтелде. Ә хужабикәнең сикәһенән аҡҡан йәштәр ысын-ысындан шатлыҡ, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт менән көтөп алынған, лайыҡ булынған шатлыҡ йәштәрелер, моғайын. Әйткәндәй, хужалар ҡунаҡтарын өҫтәлдәрҙе һығылдырып торған мул аш-һыу менән генә түгел, ә йәштән килгән парлы йырҙары менән дә һыйланы. Дәүләткилде ағайҙың өҙҙөрөп гармунда уйнауы һәм икәүләшеп йәшлек йырҙарын йырлауы ололарҙы алыҫ үткәндәргә алып ҡайтты.
Мәктәп йылдарында белем биргән уҡытыу­сылары – туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаған педагогия хеҙмәте ветераны Мәхмүтйән Хәлиулла улы Мәхийәновтың урыны ла табын түрендә, юбилярҙар менән йәнәш булды. Әйткәндәй, оло ҡунаҡ был көндә Әминә Ғиниәт ҡыҙының бынан 50 йыл элек Яңы йыл менән ҡотлап яҙған открыткаһын шул килеш кенә үҙенә кире тапшырҙы һәм шуның менән онотолған хәтирәләрҙе яңыртты.
Бөгөн инде етмешенсе тиҫтәләрен ваҡлау­сы Рәмовтар, йәшлек дәртен, күңел хисен, йөрәк йылыһын юғалтмайынса, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, балаларына матур өлгө күрһәтеп йәшәй. Донъяларын барып күргән кеше ғаилә башлығының хәстәрлекле хужа, тернәксел ир булыуына, ә хужабикәнең егәрле ҡатын, ысын донъя тотҡаһы икәнлегенә инаныр. Уларҙа һәр нәмә үҙ урынында, йорт-ҡураһы һәр саҡ ҡараулы һәм бөхтә. Дәүләткилде ағайҙың, таң һарыһынан тороп, ихаталарын һәм урам тирәһен йәйен-ҡышын һепереп тотоуы уның өсөн йәштән өйрәнелгән, ғәҙәтенә ингән ябай бер ғәмәл булһа, башҡаларға – матур үрнәк! Халҡыбыҙҙың “Ире хәстәрленең ҡатыны таҫтарлы” тигән әйтеме нәҡ Әминә апай менән Дәүләткилде ағай ишеләрҙән барлыҡҡа килгәндер ул... Һәр хәлдә мин шулай уйлайым...


Автор: Мотал РӘМОВ. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә