Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡсат та, бурыс та — сифатлы ярҙам күрһәтеү
Маҡсат та, бурыс та — сифатлы ярҙам күрһәтеүБылтыр һаулыҡ һаҡлау системаһы үҙ алдына ҡолас ташлап эшләрлек бурыстар билдәләгәйне. Мәҫәлән, идара итеүҙе ҡулайлаштырыу, кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу, үлем кимәлен түбәнәйтеү һәм яңыртыу программаһы буйынса билдәләнгән сараларҙы атҡарыу кеүек көнүҙәк һәм ҙур күләмле мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш ине. Хәйер, тармаҡҡа йөкмәтелгән бурыстар бер йылда ла бәләкәйҙән түгел.
Ауыртҡан урындарҙы баҫырға һәм дауаларға тейешле өлкәнең үҙенең оҙаҡҡа һуҙылып йонсотҡан, “ашығыс ярҙам” талап ителгән “шештәре” байтаҡ. Заманға ярашлы хәл итәһе саралар ҙа арта, яңыртыуҙың да туҡталғаны юҡ, әленән-әле закон базаһы ла, нормативтар ҙа үҙгәреп тора. Билдәле, быларҙың береһе лә һаулыҡ һағында тороусыларҙың эшендә сағылыш тапмай ҡалмай.
Былтыр барлыҡ сығанаҡтарҙан өлкәне үҫтереүгә 38 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Ә республиканың маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуға — 71,2 миллион һум. Сығымдар 15 процентҡа артҡан һәм 28,8 миллиард һум тәшкил иткән. Мотлаҡ медицина страховкаһын финанслау 40 процентҡа үҫкән.
Был мәғлүмәттәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2011 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалған һәм киләсәккә яңы бурыстар билдәләнгән коллегия ултырышында яңғыраны. Унда ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тармаҡта тотонолған аҡсаның ғәйәт ҙур күләмдә булыуын белдерҙе.
Һуңғы осорҙа тармаҡты яңыртыу буйынса тәүге ырамлы аҙымдар яһалыуына шаһитбыҙ. Белгестәр менән тәьмин итеү буйынса ла сара башланып тора. Шулай ҙа йомғаҡлау нимә күрһәтә һуң? Уҙған бер йыл эсендә ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшкәнбеҙ? Артабан ҡайһы йүнәлеш билде биштән быуыуҙы көтә?
Дөйөм алғанда, ыңғай һөҙөмтәләр бар, һәр юҫыҡта ла тиерлек тотороҡлолоҡҡа өлгәшелгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев сығышында быға байтаҡ миҫал килтерҙе. Юғары технологиялы медицина ярҙамынан һәр кем файҙалана аласаҡ тип вәғәҙә ителһә лә, ғәмәлдә быға ышаныуы ауыр ине. Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалған. Былтыр ошондай ярҙам республиканың биш мең самаһы кешеһенә күрһәтелгән. Уларҙың 2756-һы федераль квота буйынса файҙаланған, 843-ө — республика учреждениеларында, 1913-ө федераль үҙәктәрҙә дауаланған. Республиканың туғыҙ шифаханаһында 100 меңдән ашыу кешене һауыҡтырыу дауам ителгән. Киләсәктә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә атҡарылыусы был сараны киңәйтеү күҙаллана. Мәҫәлән, шәкәр сирле һәм быуындарына протез ҡуйылған пациенттар ҙа дауахананан һуң шифаханаларға ебәреләсәк.
Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәһе күҙ алдында. Мәҫәлән, сабыйҙарҙың үлеме 3 процентҡа кәмегән. Миокард инфарктынан вафат булыусылар һаны 22 процентҡа аҙыраҡ. Баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуға бәйле лә байтаҡ кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған. Был күрһәткесте 6 процентҡа түбәнәйтә алғандар. Яңынан хеҙмәткә яраҡлы хәлгә килеүселәрҙең һаны ла шаҡтай ҙур. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлеү осраҡтары аҙайған. Быға кардиология хеҙмәтен камиллаштырыу ҙа булышлыҡ иткән. Шулай уҡ республикала төбәк ҡан тамырҙары үҙәге һәм өс ҡан тамырҙары бүлексәһе ойошторолоуҙың да һөҙөмтәһе бар.
Ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, үлемгә килтергән осраҡтарҙың һаман да элеккесә ҡалыуы борсой, әлбиттә. Мәҫәлән, беренсе урында — ҡан әйләнеше системаһы, икенсе урында — онкологик сирҙәр, өсөнсө урында — тышҡы сәбәптәр, йәғни юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыу, үҙ-үҙенә ҡул һалыу сәбәпле ғүмерҙәр ҡыйылыу һәм башҡалар. Министр күпселек пациенттарҙа яман шеш ауырыуҙарының 3-сө һәм 4-се стадияһында ғына асыҡланыуына ҡарата ла ҡәнәғәтһеҙлек булдерҙе. Шуға ла уның сирҙе башланғыс мәлендә диагностикалау һәр табиптың бурысы булыуын йәнә һыҙыҡ өҫтөнә алыуы яҡшы аңлашыла.
Сәләмәтлек үҙәктәре эшмәкәрлегенә лә дәғүәләр яңғыраны. Былтыр 17 сәләмәтлек үҙәге аша 250 мең кеше үткән. Был — республика халҡы һанының ни бары 6 проценты. Уларҙың да һәр икенсеһенең һаулығында тайпылыш күҙәтелгән. Күптәренең поликлиникаларға ебәрелмәүенә ҡарата әйтелгән тәнҡит тә урынлы.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелгән аҡсаның 25 проценты самаһы тыуымды һәм балалыҡты һаҡлау хеҙмәтенә тура килә. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, аҡса менән нығытыу үҙ емешен бирә, ыңғай миҫал байтаҡ. Һуңғы осорҙа республика халҡы тыуым иҫәбенә арта, йыл һайын 1-1,5 мең бала донъяға килә. Һөйөнөслө күренеш алты ҡалала һәм 14 районда күҙәтелә. Юл-транспорт фажиғәләрендә вафат булыусыларҙың 5,2 процентҡа кәмеүенә өлгәшелгән. Был да юлдарҙа медицина ярҙамын камиллаштырыу буйынса саралар күрелеүгә бәйле. Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа вафат булыусылар һаны һаман да юғары ҡала әле. Министрҙы өйҙәрендә үлеүселәрҙең күп булыуы ла борсой. Йоғошло сирҙәрҙең, атап әйткәндә, туберкулез, В гепатиты һәм ҡыҙамыҡтың таралыуы кәмегән. Был вакцинациялауҙы ойоштороуға етди ҡарауға бәйле.
Медицина өлкәһен заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороуға күпме генә аҡса һалынмаһын һәм юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырылмаһын, эшен яратып башҡарған, камиллашыуҙан туҡтамаған белгестәрһеҙ бурыстарҙы тейешенсә атҡарып булмаясаҡ. Үҙәктән алыҫ төбәктәрҙә генә түгел, хатта ҡалаларҙа ла табиптар етешмәүенә зарланыу бер бөгөн генә түгел. Былтыр ҙа табиптарға ихтыяж күҙәтелгән. Республика буйынса 2600-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре талап ителә. Хатта Өфөлә генә лә 270 табип кәрәк. Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, йыл һайын интернатура тамамлап 700-ләп, ординатуранан һуң 130 самаһы белгес сыға. Шуға ҡарамаҫтан, кадрҙар мәсьәләһе киҫкен ҡала. Мәҫәлән, педиатр һәм терапевтар, нигеҙҙә, пенсия йәшендә. Өмөт — быйылдан башлап тормошҡа ашырылыусы “Ауыл табибы” программаһына. Әммә ул ышанысты ни кимәлдә аҡлар — әлегә әйтеүе ауыр. Табиптарҙы урындарҙа торлаҡ менән тәьмин итеү эше ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел. Әле Ауырғазы районында ғына килгән белгес өсөн йорт әҙер.
Быйылға билдәләнгән бурыстар ҙа аҙ түгел. Мәҫәлән, шул уҡ дарыуҙарға бәйлеһе һаман көн үҙәгендә. Бер үк етештереүсенән төрлө хаҡҡа һатып алыу, йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар хаҡының артыуы, “Һаулыҡ” милли проекты буйынса ҡайтарылған медицина ҡорамалдарын түләүле хеҙмәт күрһәтеүҙә ҡулланыу кеүек мәсьәләләр буйынса уйланырға урын бар. Бынан тыш, министрҙы ялыуҙарҙың артыуы борсой. Былтыр 5500 яҙма дәғүә белдерелгән. Уларҙың байтағы дарыуҙар менән тәьмин ителеүгә бәйле. Хәйер, түләүһеҙ препараттарҙы ваҡытында ҡайтартыу йыл да абындырған мәсьәләгә әүерелде. Һәр йыл башында рецептар буйынса тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡ тыуа. 2011 йылда юғары сығым талап иткән сирҙәрҙән яфаланыусы 1413 кеше алған дарыуҙарҙың дөйөм хаҡы 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Бер рецептың уртаса хаҡы — 49 мең һум. Медик-социаль экспертиза эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ күрһәтеп мөрәжәғәт итеүселәр ҙә кәмемәй. Шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына ҡарата дәғүәләр ҙә тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен биҙәмәй.
Ф. Ямалетдинов әйтеүенсә, дарыуҙарға бәйле киҫкен хәлгә юл ҡуйылыуы республиканың абруйын да төшөрә.
Былтыр республикала эргә-тирәһендәге райондарҙы үҙ эсенә алған туғыҙ медицина округы төҙөү планлаштырылғайны. Шул сәбәпле медицина учреждениелары етәкселәренә йөкмәтелгән бурыстар ҙа ҙурҙан ине. Ғәмәлдә был күләмле эш атҡарылған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Белорет, Бөрө, Күмертау, Сибай ҡалаларында һәм Дыуан районында үҙәктәр эшләй башлаған.
Һаулыҡ һаҡлау системаһы алдында торған бурыс та, тармаҡты яңыртыу программаһының маҡсаты ла структураны үҙгәртеп ҡороуҙа һәм медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙа ғына түгел. Иң мөһиме — медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеүсе һәр кешенең ҡыҫҡа ваҡытта кәрәкле һәм сифатлы ярҙам алыуына, ауырыусыларҙың, вафат булыусыларҙың һанын кәметеү һәм ғүмер оҙайлылығын арттырыуға өлгәшеү. Күреүебеҙсә, бының өсөн мөмкинлектәр ҙә арта, саралар финанс менән дә нығытыла.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20