Китап – ҡартлыҡтың яҡын иптәше, шул уҡ ваҡытта йәшлектең иң яҡшы етәксеһе, тигән шотланд аҡыл эйәһе Самуэль Смайлс. Йәштәрҙең аҡыллы булыуына ишара түгелме ни был? Һәр хәлдә, китап уҡыу, әҙәбиәт һәм уны һөйөүселәр менән һөймәүселәр тәңгәлендә күптән бәхәс бара. Берәүҙәр, китап уҡыусыларҙың һаны кәмене, тип һығымта яһаһа, кемдәрҙер, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған уҡыу культы яңынан башланып тора, йәғни халыҡ китапҡа ынтыла, тип фаразланы. Ә баш ҡалабыҙҙағы З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлеге мөдире Айгөл БУРАНҒОЛОВА иһә алтын урталыҡты һайланы. Биғәйбә, республикабыҙҙың төп китапханаһында бына инде ун йыллап эшләгән милләттәшебеҙгә асығыраҡ күренәлер был мәсьәлә. Шуға ла уның менән әңгәмәбеҙҙе лә тап ошо һорауҙан башланыҡ. – Айгөл Сәлимйән ҡыҙы, китапханаға йышыраҡ ҡайһы социаль төркөм килә?– Беҙҙең Милли китапхананың баш ҡалала урынлашыуы бик яҡшы, тип әйтәйек, сөнки юғары уҡыу йорто студенттары өсөн был бик уңайлы. Китапханаға иң күп килгәндәр – йәштәр, йәғни фән менән шөғөлләнгәндәр, аспиранттар. Уларҙан ҡала, хаҡлы ялдағы кешеләр йыш йөрөй беҙгә.
– Улай булғас, әҙәби китаптар уҡыламы һуң? Фәнни китаптар менән ҡыҙыҡһынғандар күберәктер?..– Ғәмәлдә әҙәби китаптар уҡыла. Нәфис әҙәбиәтте күберәк һорайҙар.
– Бөгөн китапханаға ниндәй темаларға яҙылған китаптар етмәй? Элекке кеүек күмәртәләп килмәй бит хәҙер улар... – “Китап” нәшриәтендә сыҡҡандары бөтәһе лә мотлаҡ бында килә. Ә шулай ҙа ғилми китаптар, фәнни яҡтан тикшерелгәндәре етмәй. Бөгөнгө яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә ҡарата тәнҡит, монографиялар юҡ кимәлендә. Иң ҡыйынлыҡ тыуҙырғаны шул, ә күптәр һорай.
– Ә бит һуңғы ун йылда донъя шул тиклем үҙгәрҙе. Мәҫәлән, кино сәнғәтендә лә, әгәр фильмда апокалипсис булмаһа, донъя түңкәрелмәһә, һис юғы берәй ҡала ер аҫтына төшөп китмәһә, тамашасыға ҡыҙыҡ түгел. Кешелектең аңы шуға бара, тип әйтәйек. Әҙәбиәттә лә фантастиканы һорағандары бармы? – Тәғәйен генә темаға яҙылған китапты һорамай кеше. Улар, китапханалағы әҙәбиәт менән ҡәнәғәт булып, “Ниндәй һәйбәт, уҡымлы китаптарҙы тәҡдим итә алаһығыҙ?” тип кенә һорай. Бындай осраҡта инде беҙ яңыраҡ сыҡҡандарҙы әйтәбеҙ. Мәҫәлән, Гөлнур Яҡупованы, Әмир Әминевте, Гөлсирә Ғиззәтуллинаны, Таңсулпан Ғарипованы, Зифа Ҡадированы, Әхмәр Үтәбайҙы...
– Шулай ҙа китапҡа ихтыяжды Мостай Кәримдәр заманы менән сағыштырып булмай бит...– Эйе, ихтыяж кәмене. Был – бер, икенсенән, китап сығарыу нәшриәттәрендәге хәлдәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк. Бына элек беҙҙең уҡымлы китаптарҙың авторҙары йыл һайын китап сығара алған. Ул ваҡытта финанс яғынан да көрсөк булмаған. Ә хәҙер, белеүебеҙсә, уларҙың юбилейҙары уңайынан ғына әҫәрҙәрен баҫтыралар. Шулай уҡ, талапҡа ярашлы, бер авторҙыҡын биш йыл һайын ғына нәшерләйҙәр. Яҙыусы, шағирҙарыбыҙ, әлбиттә, тик ятмай, үҙнәшер юлы менән дә сығара. Был яҡшы, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә үҙенең аҡсаһын түләй, йәки бағыусы таба алмай. Бәлки, иң уҡымлы әҫәрҙәр ҙә шулай баҫтырыла алмай яталыр.
– Хәҙер ҙә, әлбиттә, китапхана яңы яҙыусыларҙың китаптары менән тулылана. Ә уларҙы уҡыусыларҙы теүәл һандар менән әйткәндә...– Беҙҙең бүлеккә бер йылда 4 800 тирәһе кеше килгән. Әлбиттә, уҙған йылға ҡараһаҡ, 100 кешегә әҙерәк, мәҫәлән. Уларҙың кәмеүенең сере – беҙҙең рәсми сайтҡа инеп, электрон китапхананан ғына уҡыу. Хәҙер инде авторҙарҙың рөхсәте менән дүрт тиҫтәгә яҡын китап электрон китапханаға һалынған. Китапханаға килгәндәрҙең һаны ла шуның өсөн кәмейҙер. Ә сайттан уҡыусылар һаны артты. Улар китапханаға килеп тә, бында килмәй электрон китапхананан уҡыһа ла яҡшы, иң мөһиме – уҡыһындар.
– Ә һеҙҙең киләсәктә китап уҡыуҙы пропагандалау, уҡыусыларҙы әүҙемләштереү йәһәтенән ниндәй пландарығыҙ бар?– Планға алынғанса, быйыл күп шағир-яҙыусыларыбыҙҙың юбилейҙары, шул уңайҙан йәштәр, әҙәбиәт һөйөүселәр күберәк килһен өсөн үҙгәрештәр индерергә теләйбеҙ. Мәҫәлән, уларҙың юбилейы айҡанлы ижад кисәһен генә үткәреү түгел, яҙыусы менән осрашыуҙы Ижад лабораторияһы форматына күсерәсәкбеҙ. Мәҫәлән, Ҡәҙим Аралбаевтыҡын үткәрҙек. Йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн ҡыҙыҡлы, тип уйлайым. Ә яҙыусы өсөн, уны тыуған көнө менән ҡотлап, дуҫтары маҡтағанды тыңлап ултырғансы, яҙа башлағаны, әҫәр нисек тыуа, йәштәргә ниндәй теләктәре бар, шул турала әңгәмә файҙалыраҡ, минеңсә.
Тағы ла “Әҙәби кәрәҙ”ҙе дауам итергә уйлайбыҙ. Унда әлегә ҡайһы бер кешеләр менән әңгәмәләр булды. Уның дауамын да һорайҙар. Мәҫәлән, Таңсулпан Ғарипова менән әңгәмәне уҡытыусыларҙың “Ютуб”тан алып дәрестә ҡулланыуы беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы булды. Эшебеҙҙең файҙаһын күрҙек, шуға артабан да дауам итәсәкбеҙ.
– Хәйер, уҙған йылда ла бит, күренеүенсә, Милли китапхана күп уңышҡа өлгәште. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине.– Эйе, беҙ 2016 йылды үҙебеҙҙең оло юбилейыбыҙға әҙерлек менән башлағайныҡ, сөнки Милли китапхананың, ғөмүмән, Башҡортостанда китапхананың барлыҡҡа килеүенә 180 йыл тулды. Был юбилей, башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә, ил кимәлендәге Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы форматында үтте һәм “Рәсәйҙең мәҙәни-тарихи контексында китапхана” тип аталды.
Географияһы ла бик киң булды. Уны беҙ Рәсәй китапханалар ассоциацияһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты менән берлектә ойошторҙоҡ, һуңынан йөкмәткеле материалдарҙан тупланған йыйынтыҡ баҫтырҙыҡ.
Ошо бер ҙур сара булһа, артабан инде йолаға әүерелгән, Рәсәй кимәлендә уҙғарыла барған “Китапхана төнө” акцияһында ҡатнаштыҡ. Быйыл ул “Китап уҡы” тип аталды. Уны Рәсәй киноһы йылы уңайынан шулай нарыҡланыҡ. Ғөмүмән, Кино йылының Әҙәбиәт йылынан һуң үтеүе бик мәғәнәле, тип уйлайбыҙ, сөнки киноның сюжетында барыбер ниндәйҙер бер әҙәби әҫәр ята.
Был саралар, әлбиттә, йыл дауамында булды, өҫтәүенә бер матур яңылыҡ индерҙек. Милли китапхананың “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлегендә яҙыусылар менән осрашыуҙар ҙа, яңы китаптарҙың исем туйҙары ла онлайн форматында ла үтте. Тура бәйләнеш аша республикалағы башҡа коллегаларыбыҙ ҙа сарала ҡатнашты, тәҡдимдәрен индерҙе. Киләсәктә лә быны дауам итергә уйлайбыҙ, сөнки хәҙер яҙыусылар, билдәле шәхестәр райондар буйлап командировкаларға йөрөй һалып бармай бит.
Шунан һуң тағы ла, бая әйтә биргәнемсә, “Әҙәби кәрәҙ” тигән яңы проект өҫтөндә эш башланыҡ. Интернет селтәрендә “Ютуб”та яҙыусы, шағирҙар менән әҙерләгән әңгәмәләр һалынып бара. Унда беҙ уларҙың әҙәбиәт донъяһына килеп инеүҙәре, ғөмүмән, китаптың тормоштарындағы әһәмиәте хаҡында һөйләшәбеҙ, сөнки китапҡа ылыҡтырыу, пропаганда эшен алып барыу – проекттың төп маҡсаты.
Йыл буйына яҙыусы, шағирҙарҙың юбилейҙарын уҙғарыуыбыҙ ҙа матур күренешкә әйләнде. Элек уларҙы үҙебеҙ эҙләп алып, юбилейҙарын үткәрергә тәҡдим итһәк, хәҙер быға мохтажлыҡ юҡ. Сәбәбе, бәлки, бынан бер нисә йыл элек кенә, беҙҙең яҙған әҫәрҙәрҙе халыҡ уҡымай, тип борсолоуҙарындалыр. Хәҙер улар реклама йүнәлешендә, йәғни үҙҙәрен күрһәтеү өҫтөндә, эшләй башланы, тип әйтер инем. Минең уйлауымса, дөрөҫ юлдан баралар. Бөгөн һин үҙеңде яҙыусы, шағир булараҡ танытмаһаң, халыҡ әҫәреңде уҡымаясаҡ. Мостай Кәримде, Һәҙиә Дәүләтшинаны, Зәйнәб Биишеваны халыҡ былай ҙа яратып уҡый.
– Хәҙерге яҙыусылар, бәлки, заман әҫәре тыуҙыра алмағандыр. Бер уйлаһаң, яҙған әҫәрең яҡшы булһа, халыҡ үҙе һорап, эҙләп алып уҡыясаҡ бит. Шуға үҙеңдең түгел, ә әҫәр өҫтөндә эшләргә кәрәк, минеңсә...– Килешәм... Ә шулай ҙа рекламаһыҙ булмай. Үҙеңде танытыу тигәндә мин шуны әйтәм: Интернет селтәрендә был хаҡта яҙылырға тейеш, йәки “Китап” нәшриәте әҙиптең китабы сығыу айҡанлы аннотация яҙырға бурыслы.
***
Әлбиттә, ул шулай булырға тейеш, әммә, китап яҙыуҙы һәм пропагандалауҙы әҙиптең үҙенең ҡарамағына ҡалдырып, китап уҡыусыларға, йәғни китапханаға йөрөргә яратыусыларға әйләнеп ҡайтҡанда, ни булһа ла, улар йәмғиәтебеҙҙең икенсе бер төркөмөнә ҡарағанда бәхетлерәк, тип әйтә алабыҙ. Һәм киләһе әңгәмәбеҙҙе Башҡортостан республика һуҡырҙар өсөн махсус китапхана директоры Айгөл ӘМИНЕВА менән дауам итәбеҙ.– Айгөл Рафаил ҡыҙы, һеҙ етәкселек иткән китапханала, әлбиттә, барыһы ла тәҡдир ҡулында. Уҙып киткән йылда эштәр нисек барҙы? – Беҙҙә бер нисә ҙур сара уҙҙы. Тәүгеһе “Китапхана төнө” сиктәренән сығып, “Өфө эңере” исеме аҫтында үтте. Тағы ла йылдағыса балалар араһында “Ышан үҙеңә” бәйгеһе үткәрҙек. Шулай уҡ “Башҡортостандың иң яҡшы тауары-2016” бәйгеһендә дипломант булып, “Башҡортостан бармаҡ осонда” тигән проект менән ҙур ҡаҙаныштарға үрләнек.
Ә инде китапханаға йөрөгәндәргә килгәндә, уларҙың һаны кәмене. Был, бер яҡтан, беҙҙең өсөн шатлыҡ, тимәк, кемдер шәбәйеп киткән йәки китап уҡыу өсөн икенсе юл тапҡан. Икенсе яҡтан, виртуаль уҡыусылар күбәйҙе, йәғни сайтҡа инәләр. Сөнки беҙ һуңғы арала әҫәрҙе тауышландырыу өҫтөндә ныҡлы эшләйбеҙ. Беҙҙең унда “Тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте”, “Башҡорт әҙәбиәте” бүлектәре бар. Унда китаптарҙы үҙебеҙ табып, тулыландырабыҙ. Ошо ысул менән уҡыусылар һаны артты.
– Бөтөнләй ишетмәгән-күрмәгәндәр ҙә барҙыр...– Эйе, бар. Бына һуңғы ике йылда бөтөнләй күрмәгән-ишетмәгәндәр менән беҙҙең белгестәр эшләй башланы. Улар араһында әҙ-мәҙ генә күргән-ишеткәндәр ҙә бар. Мәскәүҙән “Фонд соединений” ойошмаһы беҙгә ярҙам итә, берлектә эш алып барабыҙ.
– Китаптарҙы ҡайҙан алаһығыҙ? Өфөлә ундай нәшриәт юҡ, белеүемсә...– Беҙ рус телендәге китаптарҙы Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан алдырабыҙ, ә башҡортса китаптарҙы 1986 йылдан алып Брайль алымы менән үҙебеҙ сығарабыҙ. “Китап” нәшриәте менән бергә эшләйбеҙ, йыл һайын алтышар дана нәшер итәбеҙ. Уларҙы мотлаҡ Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белореттағы филиалдарға таратабыҙ. Ғөмүмән, Башҡортостан буйынса 50 китапхана пунктына һәм Рәсәй буйынса ҡайҙа башҡортса уҡыған, телде аңлаған һуҡырҙар бар – шул ерҙәргә ебәрәбеҙ.
– Ә бына алдығыҙҙа ятҡан “Зөләйха күҙҙәрен аса” китабы сыҡтымы һеҙҙә?– Уның бит татарсаһы баҫылған һәм күрше республикала ла беҙҙеке кеүек китапхана бар, шуға ла әлегә ул татар телендә генә тауышландырылған. Уҙған йыл китап авторы Гүзәл Яхина Башҡортостанға килгәйне, шунда уның буйынса әңгәмәләштек. Әйтеүенсә, әле башҡорт теленә тәржемәһе юҡ, ләкин буласаҡ. Шуға ла беҙ уның башҡортсаға тәржемә ителгәнен көтәбеҙ, киләсәктә иһә Брайль алымы менән һәм тауышландырып сығарасаҡбыҙ.
– Ә ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирә уҡыусылар?– Кемгәлер техника оҡшай, ҡалғандарға философия, әҙәбиәт һәм башҡаһы, шуға ла беҙ китаптарҙы туплаған совет менән кәңәшләшәбеҙ ҙә, кем ниндәй китаптар теләй, шуларҙы алырға, баҫтырырға тырышабыҙ.
Халыҡ өсөн эшләгән һәр йәмәғәт ойошмаһындағы кеүек кенә түгел, ә икеләтә тырышып эшләгәндәрен күрҙем мин был китапханала. Сөнки улар йәмғиәтебеҙҙәге һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, был яҡты донъяны бармаҡ остары менән генә таныған милләттәштәр, ватандаштар менән эшләй бит.
Бына өҫтәл артында китап тотоп бер үҫмер ултыра, үҙе бәхетле йылмая... Күренеп тора, ниндәйҙер яҡтылыҡты, изгелекте, кешелектең бәхетле минуттарын күргән ул, Брайль алфавитының һәр хәрефен үҙенең нескә генә, сибек бармаҡтары менән һыйпап сыҡҡас. Уға бында рәхәт. Китапты ҡулдарына алып уҡыған һайын кешелекте танып-белеп, “күреп”, һөйөнөп ҡайта бит ул.
Ысынлап та, республикабыҙҙағы ҡайһы ғына китапхананы алмайыҡ, унда йөрөгән кешеләр күберәк уҡыған һайын ҙурыраҡ аңға эйә була бара. Ә иң мөһиме – ул ниндәй генә социаль төркөмгә ҡарамаһын, ниндәй генә йәштә булмаһын, донъяны йөрәге аша үткәрә. Шуға ла, йыл башы булыуын иҫәпкә алып, быйылдан барыһының да китапханаларға йөрөүен, аңын, фекерен, телен байытыуын, шул юҫыҡта уҡыусы культын да күтәреүен теләргә генә ҡала.