Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Архивсы – ғорур яңғырай
Архивсы – ғорур яңғырай Ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика архив эштәре идаралығының элекке начальнигы Әхмәт Хисмәтуллинға 65 йәш тулды. Ул 1998 йылдан 2013 йылға тиклем Башҡортостан­дағы Дәүләт архив хеҙмәтен етәкләне. Был системаға өс тиҫтә йыл самаһы элек күсә, эшмәкәрлеген өлкән инс­пектор вазифаһынан башлай.
Әхмәт Әхәт улы республиканың Үҙәк дәүләт тарих архивы директоры ла була. Министрҙар Кабинеты Аппаратындағы социаль-гуманитар бүлектә төп белгес, баш белгес, мөдир урынбаҫары булып эшләй, мәҙәниәт, сәнғәт, ижади союздар мәсьәлә­ләрен көйләй, мәҙәниәт буйынса закон проекттарын һәм программалар әҙерләү буйынса эш төркөмдәренә инә. Башҡорттар ҡоролтайы, Рустар соборы, Татарҙар съезы кеүек күләмле ижтимағи-сәйәси сара­ларға, Мәскәү, Ырымбур ҡалаларында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәренә һ.б. әҙерләнеүҙә һәм уларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Әхмәт Хисмәтуллиндың тырышлығы менән 1999 йылда тәүге тапҡыр “Баш­ҡорт­останда архив эшен үҫтереү програм­маһы” эшләнә һәм Министрҙар Ка­бинеты ҡарары менән раҫлана. Планға ярашлы эш һөҙөмтәһендә төбәктәге архив ойош­маларының матди-техник базаһы тамырынан яҡшыра: дөйөм майҙаны 3,5 мең квадрат метрлыҡ биш ҡатлы архив һаҡ­лағыс сафҡа индерелә, муниципаль район­дарҙың һәм ҡала округтарының күп кенә архив бүлектәре яңы биналарға эйә була, ғәмәлдәгеләре майҙандарын киңәйтә. Республикалағы архив учреждениелары компьютерлаштырыла, автоматлаш­ты­рылған архив технологияларын ғәмәлгә индереү, үҙенсәлекле һәм айырыуса ҡиммәтле архив документтарын электрон төргә күсереү буйынса етди аҙымдар яһала.
Әхмәт Әхәт улының етәк­селегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының Архив фонды һәм архивтар тура­һын­да”ғы, “Башҡортостан Рес­публикаһында архив ҡану­ниәтен боҙған өсөн административ яуап­лы­лыҡ ту­ра­һында”ғы закон проекттары әҙерләнә. Ул Федераль дәүләт архивтарының күр­гәҙмәләр залында Башҡортостандың үҙ ир­ке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыл­лығына арналған “Рәсәй менән мәңге бергә” тарихи-документаль күргәҙмәһен ойоштора.
Әхмәт Хисмәтуллин үҙенең эшмәкәр­леген йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бер­ләштерә. Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенә нигеҙ һала һәм биш йыл дауамында уға етәкселек итә. Республиканың дәүләт символикаһы, Сәйәси золом ҡорбандарын реабилитациялау буйынса комиссиялар, Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең Үҙәк советы, Мәҙәниәт фондының Башҡортостан бүлексәһе президиумы ағзаһы була. Әхмәт Әхәт улы бер нисә тапҡыр уҡыу йорттарына “Идараны документтар менән тәьмин итеү һәм архив фәне” тигән йүнәлеш буйынса Дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе итеп саҡырыла.
Уның архив эшендәге тырыш хеҙмәте Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең почетлы билдәһе һәм “Почетлы архивсы” билдәһе менән баһалана.
Әле Әхмәт Әхәт улы хаҡлы ялда, әммә йәмәғәт эшенән һис айырылмай. Әйткән­дәй, ул Башҡортостан Архив эштәре ида­ралығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе итеп һайланды.


Автор: Таһир ИҪӘНҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә