Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтеремдең тере ҡуҙҙары
Хәтеремдең тере ҡуҙҙары Вәлимә инәй
Мәктәптән бер өй аша ғына йәшә­гән Мәхмүтйәндең ҡартәсәһе Вәлимә инәйҙең хәтере насарыраҡ була торғайны. Берәренә йомош ҡушыр булһа, Шәрифйән, Мәхмүтйән, Алма­бикә... тип бөтә бала-ейәндәрен теҙеп ала ла китә. Мәхмүтйән:
– Ана, башланды, – ти ҙә Вәлимә инәй “һанап” бөтмәҫ элек үк ишек алдынан сығып олаға.
“Һанап” бөтөүгә ул нимә әйтергә теләгәнен дә онотҡан була. Беҙ рәхәтләнеп көләбеҙ.
Бер көн Вәлимә инәй еләккә тип сы­ғып киткән. Балдый менән Оло тауҙы айырып ятҡан Тәрән үҙәк буйлап мал һуҡмағынан менеп барһа, эргә­һендә генә көслө шартлау тауышы яңғыраған.
Ҡурҡышынан ергә йығылған да, ни­мә булды икән, тип һауаға ҡараһа, күк­тән ҡарпыш ҡолаҡлы, оҙон ҡойроҡ­ло бер “йылан”, зәһәр ҡысҡырып, өҫтөнә төшөп килә икән. Ҡото осҡан Вәлимә инәй, биҙрәһен онотоп, саҡ өйөнә ҡайтып йығылған.
– Аждаһа... аждаһа йота яҙҙы, – ти икән артынан йүгереп ингән ейәндәренә.
Вәлимә инәйҙең һүҙҙәренә бер кем дә ышанмаған, әлбиттә. Өлкәнәйгән әбейҙең сираттағы бер ғәләмәте тип кенә ҡабул иткәндәр. Көпә-көндөҙ, ауыл янында ғына ниндәй “аждаһа” осоп йөрөһөн?
Был ваҡиға, бәлки, шуның менән тамамланыр ҙа ине. Ләкин ул “йыланды” күреүселәр ауылда артҡан­дан-арта барҙы. Баҡтиһәң, “йылан” реактив самолет булған икән. Само­леттың тиҙ­леге критик нөктәгә – тауыш тиҙ­легенә яҡынлашһа, шартлау яңғырай икән. Шул шартлауҙы ишетеп йығыл­ған да инде Вәлимә инәй. Тимәк, беҙҙең ауылда реактив самолетты күргән иң тәүге кеше Вәлимә инәй булып сыға лабаһа!
Үткән быуаттың илленсе йылдар аҙа­ғы беҙҙең ауыл кешеләре тормо­шоноң тыныс ҡына ағышына бер йәм өҫ­тәне – йәй башланһа, беҙҙең со­ҡор­ҙа ятҡан ауыл өҫтөнән бер туҡ­тауһыҙ самолеттар оса башлай. Бер-береһен баҫтырып, баштүбән әйлә­неп, шыҡыйып төшәләр, бер өҫкә, бер аҫҡа ташланалар. Күк йөҙө гөрләп то­ра. Кинола ла ундай нәмәне күр­мәҫ­һең. Беҙгә, ауыл малайҙарына, хөрриәт тыуҙы: Ҡурҡыс башына менеп тә ҡарайбыҙ, Сәмиғулла олатай­ҙарҙың кәртә башында ятып та “ухылдайбыҙ”. Орскиҙа хәрби аэродром бар, тип һөй­ләне олораҡтар. Ырымбурҙа осоусыға уҡыған егеттәр шунда килеп осорға өйрәнә, тип тә әйттеләр. Орск бит беҙ­ҙән күп булһа, 120-150 саҡрымда ғына ята. Самолет өсөн арамы ни ул...
Разия инәй
Был турала яҙайыммы-юҡмы тип күп уйландым. Яҙып та һалғайным ин­де, йыртып ташланым. Бөгөн уйла­нып-уйланып ултырҙым да тағы тә­үәк­кәлләргә булдым. Тормош тик шат­лыҡ- ҡыуаныстарҙан ғына тормай бит, әсендергән, көйөндөргән саҡтары ла була. Төрлө кешеләр осрай. Уларҙы хәтерҙән һыҙып ташлап та булмай – хәтер ҡағыҙ түгел.
Әмир менән бәләкәй саҡтан гел бергә уйнап үҫтек. Ул, Аҡсура малайы бул­һа ла, Аралбайҙа Хәҙисә өләсә­һен­дә йәшәне. Уҡырға төшкәс, айырылышып та торҙоҡ. Бишенселә Аҡсу­рала тағы осраштыҡ. Бер класта уҡы­ныҡ, бер партала ултырҙыҡ. Уҡыуын тамамлағас, Әмир таусы һөнәрен һайланы. Мин дә. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бала саҡ дуҫым яҡты донъя менән бигерәк иртә хушлашып ҡуйҙы – алтмышы ла тулмағайны әле...
Әмир менән Гөлсирәләрҙең кәртә аръяғында, Оло тау битендә, сиңерткә баҫтырып йөрөнөк тә, һыуһапмы икән, урамға төштөк. Минең эс бороп алды ла китте бит. Ҡараһам, бер өй алдын­дағы ышыҡ ҡына урында түңәрәк кенә соҡор ята. Үләне лә юҡ. Ултырҙым шунда. Ултырҙым да — бөттө. Онотолдо. Әмир менән һаман айырылыша алмайбыҙ. Бер ваҡыт ажғырып бер инәй килеп сыҡты.
– Фәрит, кил әле бында. Балсыҡ со­ҡорона һин ултырҙыңмы? Уҡы­тыусы балаһы булып... Атайың шулай тип өйрәтәме ни?
Илар хәлгә етһәм дә, өндәшмәйем. Ни тип аҡланаһың инде? Етмәһә, ҡулына һоҫҡо кеүек бер нәмә тотоп алған. Ҡундырһа шуның менән... Инәй ярһып:
– Тот итәгеңде! Тот тием! Ныҡ итеп тот! —тип ҡысҡырҙы.
Мин итәгемде ҡалҡытҡан булдым. Уҫал инәй һоҫҡолағы нәмәне минең итәккә ҡаҡты:
– Бар, әсәйеңә алып ҡайтып бир. Бүләк... Минән...
Разия исемле икәнен өйгә илап ҡайтып, әсәйем әрней-әрней күлдәгем­де алмаштырғанда ғына белдем.
– Разия апайҙың эшелер инде. Шуның ғына эше. Киң донъяға бер үҙе һыйманы бит...
Әле һанап ултырам – Әмир менән миңә алты ла тулмаған булған әле. Яңыраҡ Сиҙерҙә ауылыбыҙҙың аҡһа­ҡалдарының береһе Абдулла ағай менән осрашҡанда асылып китеп ошо хәлде иҫкә алдым.
– Уй, бөтә ауылды ҡан илатты инде заманында Разия апай, – тине Абдулла ағай.
– Көҙ игенде йыйып алғас, беҙ, ас балалар, башаҡ сүпләргә сыға торғай­ныҡ. Ҡуш устай ғына сүпләп тә өлгөр­мәйбеҙ, Разия апай килә лә сыға. Әллә ҡарауыллап тора инде...
Йыйған ғына башаҡтарыбыҙҙы, күҙ йәштәрен түктереп, тартып ала ла ҡайта ла китә. Аптырағас, килгәнен күреп, ергә күмә башланыҡ. Типкеләп йөрөп эҙләп ала.
Бер ваҡыт кис әсәйем, һоло әпсүген йыйып алып ҡайтып, мейестә ҡурып ултыра ине, Разия апай килеп инде лә баяғы ҡурған ғына нәмәне алып сыҡты ла китте. Әсәйем, ҡустым менән өсәүләп ила-а-ап ултырып ҡалдыҡ. Һүҙ әйтеп булмай — коммунист. Аталары фронтта йөрөгән ас балаларҙың ауыҙынан тартып алырға нисек ҡулы күтәрелгәндер.
...Бер ауылда йәшәһәк тә, Разия инәй менән минең юлым бер ҡасан да ҡабат киҫешмәне. Шулай ҙа, мин Мәскәүгә уҡырға ингәс, бер хәбәре килеп етте:
– Фәриттең кеше булырын мин бала сағынан һиҙҙем ул. Таң һары­һы­нан мәктәпкә бер үҙе (Аҡсурала уҡыған саҡтыр инде) аҡырып илап китә торғайны. Бер ваҡытта ла кире боролманы.
Күҙәтеп йөрөнөмө икән әллә?
Батыр ҡуян
Ҡышҡы каникул осоро булғандыр. Һөйөндөк, Мәхмүтйән, мин – өсәүләп саңғыла селек, тубылғы баҫҡан тау битенә яйлап ҡына менеп барабыҙ. Көн ҡояшлы, күктә болот әҫәре юҡ, ҡарап тороуға иҫ киткес матур күренһә лә, әсе ел битте өтөп алып бара. Шуға ауыҙҙы бейәләй менән ҡаплап йәки ел ыңғайына боролоп, һаңғы­рауҙар кеүек ҡысҡырып һөйләшәбеҙ.
Бер ваҡыт ниңәлер артыма әйләнеп ҡараһам, Һөйөндөк, ымлап, миңә нимә­лер аңлатырға тырыша. Ул төртөп күр­һәткән яҡҡа күҙ һалһам, ап-аҡ ҡарға күмелгән тубылғы өйөмө аҫтындағы өшәләктән ике ҡап-ҡара ғына күҙ баҙ­лап беҙҙе күҙәтә. Алдан барған Мәх­мүт­йән күрмәй, нимәлер һөйләнә-һөй­ләнә, уның өҫтөнә менеп бара. Хәҙер инде ымлап аңлатырға ваҡыт ҡалманы. Мин, Мәхмүтйән, алдыңда ҡуян ята, ҡола өҫтөнә, тип ҡысҡырып та өлгөр­мә­нем, ҡуян, һикереп тороп, алғы аяҡ­тары менән Мәхмүтйәнде йыға төрттө лә, тау башына сабып менде лә китте. Үр ҡуяны булған икән. Йөҙ метрҙай кү­тәрелгәс, тау башынан, беҙ Мәх­мүт­йәнде торғоҙоп, ҡарын ҡаҡҡылағанды оҙаҡ итеп ҡарап ултырҙы әле ул.
Ышыҡ урынымдан торғоҙҙолар, суҡынған малайҙар, тинеме икән.
Ә һеҙ “ҡуян ҡурҡаҡ” тигән булаһығыҙ.
Әсәлек хисе
Йәй баштары. Беҙ, Ҡайраҡлы ауылынан Ғилметдин, Аҡсуранан клас­ташым Әмир һәм мин, Абдулла ағайҙарҙың өйө алдындағы эскәмйәгә ултырып алғанбыҙ ҙа төшкөлөккә яҡынлаған ҡояш аҫтында ләззәт­ләнеп, көлә-көлә гәп һатабыҙ. Урамда бер кем юҡ. Шуғамы икән, ғәҙәттәгесә урамға түгел, кәртә артына, арыраҡ ятҡан бейек Олотауға ҡарап ултырып алғанбыҙ. Тау уртаһындараҡ сосайып торған ҙур ҡара таш аҫтында, бәрәсен эйәртеп, бер кәзә тыныс ҡына ашап йөрөй. Бәрәсе бер-ике аҙналыҡ ҡыналыр, яп-ялтыр ҡара йөнлө, эй һикерә, эй уйнаҡлай. Ҡарап ултырыуы кинәнес. Беҙ ҙә шул шаян ҡара йомғаҡтан күҙебеҙҙе алмайбыҙ.
Шулай ярты сәғәт тирәһе ултыр­ған­быҙҙыр. Бер ваҡыт әсе итеп йән әрнеүе менән баҡырып ебәргән кәзә тауышына һиҫкәнеп, нимә булды икән тип һикереп торһаҡ, күҙ алдыбыҙҙан бер бүре, теге кәзә бәрәсен артмаҡ­лап, тауға сабып менеп бара. Ҡасан, нисек килгәндер был бүре, бәрәстән күҙҙе алмай ултырып, нисек күрмәй ҡалғанбыҙҙыр. Бер ни аңламаған көйө һайғау менән кәртәләнгән картуфлыҡ аша һикереп сығып, ҡысҡыра-ҡысҡыра баҫтырған булдыҡ. Ҡайҙан ҡыуып етәһең инде. Кәзә, бахыр, бүре тауҙы артылып киткәнсе, яу һалып, артынан йүгергән булды.
Йыл һайын радио, телевидение аша, аламаға төрөп, ҡый һауытына ташланған, ҡыш һыуыҡ подъездарҙың бетон иҙәнендә ҡалдырып кителгән яңы тыуған балалар хаҡында әсенде­реп, йәлләтеп һөйләп торалар. Шулар­ҙы ишетһәм, бәрәсен урлаған бүрене тауҙы артылғансы баҫтырған әлеге кәзә күҙ алдымда тик тора. Кеше исемен йөрөткән ул әҙәм аҡтыҡтарында шул хайуандыҡы тиклем дә әсәлек хисе юҡмы икән ни?
Торонбаш
Атайымдың тәмәке тартҡанын бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Әсә­йемдең кемгәлер: “Һуғыштан ҡайтҡанда тартыштыра ине, аҙаҡ, үпкә сире менән ауырып алғас, ташланы”, – тигәне иҫемә һеңеп ҡалған.
Бер атайым ғынамы икән? Хәҙер иҫләп ҡарайым да, ул йылдарҙа беҙ­ҙең ауылда тәмәке тартыусылар булдымы икән әле, тип тә уйлап ҡуям. Бул­ғандыр, тартҡандарҙыр, сөнки магазин кәштәһендә махорка, “Казбек”, “Беломорканал” кеүек тәмәкеләр ятҡанын бала хәтере күңеленә яҙып ҡалдырған. Тартһалар ҙа, ипләп кенә, тәртипле генә итеп, бала-саға алдында сысаңлатмай ғына тартҡан­дарҙыр.
Тәмәке тартыу яман ғәҙәт итеп кенә түгел, ялҡаулыҡ, вайымһыҙлыҡ билдә­һе булараҡ та ҡабул ителде шикелле беҙҙең ауылда. Эшкә яйыраҡ ҡуҙғалған кешеләр тураһында, ул ни тәмәке тартыуҙан бушамай, тигән һүҙ юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгәндер, тим. Ауыл бәләкәй булғанғамы, әллә шундай татыу булғанбыҙмы, ауылдың бөтә малайҙары – ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә – шау-гөр килеп бергә уйнай торғайныҡ. Ҡыш булһа, сана, саңғы шыуабыҙ. Яҙ етеп, ер асыла башлаһа, бөтә донъя беҙҙеке! – ҡырҙан, Һаҡмар буйынан ҡайтмайбыҙ.
Миңә нисә йәш булғандыр, хәҙер инде иҫләмәйем (һәр хәлдә, Аҡсураға йөрөп уҡымай инем әле), ҡояшлы, йылы бер көндә ҡырға уйнарға сыҡтыҡ. Ҡарҙан асыла башлаған Оло тау башында сыр-сыу килеп уйнап туйғас, олораҡ малайҙар тәмәке төрөргә ул­тыр­ҙы. Тәмәке, тиһәң, хәтере ҡалыр, ҡағыҙ киҫәгенә мүк, кипкән үлән, теләһә нәмә урайҙар шунда. Өс-дүрт йәшкә кесерәк булһаҡ та, беҙҙең дә сер бирге килмәй бит инде. Кипкән ҡуян әкәлә­ләрен былтырҙан ҡалған ҡоро үләнгә ҡушып, беҙ ҙә “тәмәке” яһап алдыҡ.
Ауылға эңер төшкәс кенә әйләнеп ҡайттыҡ. Өй эсе ҡап-ҡараңғы (ауылға электр уты инмәгәйне әле). Әсәйем мейескә ут яҡҡан да утын өҫтәп ултыра. Мин, йүгереп инеп, башымдағы кепкамды урындыҡ өҫтөнә кәйпәләт­тем. Кепкам тәҙрә эргәһенә барып ятты. Әсәйем ултырған яҡҡа ла нимә­лер “шап” итеп барып төштө.
– Нимә ул былар? – ти әсәйем, тауышын күтәреңкерәп. Эргәһенә килеп, ҡарарға тип эйелдем дә... тәнем семерҙәп китте: кепка эсендә ҡулла­нырға өлгөрмәгән “тәмәкеләр” ятҡа­нын бөтөнләй онотҡанмын дабаһа!
Әсәйем ҡараңғы өй иҙәнендә ағарып ятҡан “кәзә тояҡтарын” алып, иғтибар менән өйрәнеп сыҡты ла мейес ауыҙына ырғытты.
– Тартаһыңмы?
Тотолғас, “юҡ” тип әйтеп булмай бит инде, өндәшмәйем. Икебеҙ ҙә бер нисә секундҡа өнһөҙ ҡалдыҡ. Артабан ни булғанын аңғармай ҙа ҡалдым. Әсәйем ҡулындағы йәмкәһе менән осо яна башлаған торонбашты эләктереп алды ла күҙ асып йомғансы минең ауыҙға төрттө.
– Мә, тарт, улай булғас...
Был ваҡиғаға хәҙер илле йылдан ашыу ваҡыт үткән. Атайым да, әсәйем дә күптән яҡты донъяла юҡ инде. Ә мин һаман да кисә генә булған хәл кеүек итеп иҫләйем. Әсәйемдең һәр һүҙе, һәр хәрәкәте күңелемә онотол­маҫлыҡ булып һеңеп ҡалған. Иҫкә төшә лә күҙгә йәш төйөлә. Асыу йәштәре түгел, рәхмәт йәштәре.
Шунан һуң “тәмәке тартыуҙы” бөтөнләй ташланым. Тәмәке тигән һүҙҙе иҫкә алғаным да булманы. Минән һуң үҫкән өс ҡустым да был алама ғәҙәт менән дуҫлашманы.
Был хәлде бер кемгә лә һөйлә­гәнем юҡ ине әле. Бына бөгөн, иҫкә төшөрөп, ҡағыҙға төшөрөп ултырам. Балаң бәләкәй генә саҡтан уҡ уға иғтибарлы һәм кәрәк ваҡытта ҡатыраҡ та була белергә кәрәктер ул. Әгәр сабыйлыҡтан яңы сығып килгән шул осорҙа әсәйем торонбаш тотоп ауы­ҙымды өтмәһә, ун өс йәше тулыр-тулмаҫ ситкә сығып киткән ауыл малайы, башҡаларға эйәреп, донъяның иң алама ғәҙәттәренән һаналған тартыуҙан ситтә ҡала алыр инеме икән. Бик икеле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872