Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 30 йәшлек... үҫмерҙәр
Ғалимдарҙың һуңғы ғилми тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, кешенең мейеһе 18 йәштә түгел, ә байтаҡ һуңғараҡ тулыһынса формалаша. Уның үҫешеп етеүе 25–30 йәштә генә тамамлана икән. Был хаҡта беҙгә Британия психологы Лаверн Антробус хәбәр итә.
Ошо йәһәттән “формалашыу” тигән төшөнсә нимәне аңлата? Баҡһаң, эш шунда икән: үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтте эшкәртеү процесы ололарҙыҡынан ҡырҡа айырыла. Шуға ла үҫмерлек осоронда теге йәки был ваҡиғаларға көтөлмәгән реакция барлыҡҡа килә.
Психологтар өлкәнәйеүҙең өс стадияһын билдәләй: башланғыс осор (12-14 йәштәр), урта стадия (15-17 йәш – иң ҡурҡынысы, был ваҡытта балалар үҙҙәрен раҫ­ларға, олоғайыуҙарын иҫбатларға тырыша) һәм һуңғы (18 йәш һәм унан өлкәнерәктәр). Тикшеренеү­ҙәр күрһәтеүенсә, 25 йәштә лә префронталь ҡабыҡ формалашыуын дауам итә. Ошо процесс тамамланғас ҡына, кеше үҙенең эмоциональ өлгөр­гәнлеген күр­һәтә, ҡылыҡтарын объектив баһа­лай ала, ғүмерен аңлы планлаштыра һәм килеп сыҡҡан пробле­маларҙы аныҡ хәл итә ала. Әйткәндәй, 25-30 йәштәргә ҡарай организмда ваҡыты менән ҡыҙыу­ҙарҙы баш етмәҫлек ҡылыҡҡа этәргән гормональ үҙгәрештәр ҙә тамамлана. Быларҙы иҫбат­лағандай, Британия ғалимдары телевизорға бармаҡ төртә: ҡарағыҙ, йәнәһе, күпме өлкән кеше хәҙер балалар йәнһүрәт­тәрен һәм тапшырыуҙарын мауығып ҡарай, әкиәттәр буйынса эшләнгән уйындар уйнай.
Был йәһәттән башҡа төрлө ҡараштар ҙа бар. Оҙаҡҡа һуҙылған инфантилизм осорон йәштәрҙең социаль яуаплылыҡҡа һуңлап инеүенә лә бәйләйҙәр. Уларға икмәклек аҡса табыу, олоғайған ата-әсәһен ҡарау тураһында, ата-бабаларына ҡара­ғанда һуңлабыраҡ уйланырға тура килә. Борон юғары уҡыу йорттарында инде өлгөргән шәхестәр генә белем алһа, хәҙер килеп уларҙа мәктәп балаларын ғына күрергә мөмкин.


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә