Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Елдән етеҙ һыбай елеп...
Елдән етеҙ һыбай елеп... Елдән етеҙ һыбай елеп... Район һабантуйында егеттәр менән бер рәттән джигитовкала төрлө трюктар яһаған, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батыр был ҡыҙҙы күптәр танып белә. Уның сығыштары һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Күптән инде үҙе менән әңгәмәләшергә һүҙ ҡуйышһаҡ та, осрашыу төрлө сәбәп арҡаһында һаман кисектерелә килде. Ниһайәт, ошо көндәрҙә беҙҙең тарафтарҙа берҙән-бер һыбайлы ҡатын-ҡыҙ, күп тапҡыр ат ярыштарында призлы урындар яулаған Снежана ТАЙМАСОВА менән осрашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыма яуап алдым. 24 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, еңеүҙәр яулаған һылыуҙың уңыштарына һоҡланмау мөмкин түгел.
– Снежана, аттарға ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу ҡасан башланды?
– Үҙемде белә-белгәндән ҡурсаҡ урынына аттар менән уйнарға яраттым. Һабантуйҙарҙа мине ат ярышынан айырып та алып китә алмайҙар ине. Велосипедта йөрөп өйрәнгәс, әхирәтем менән Юрий олатайыма бара башланым. Ул йылҡы малы көттө. Үтенеп һорай торғас, ул да ялҡҡандыр инде, миңә йүгән тотторҙо ла яланда йөрөгән атын тотоп менергә ҡушты. Оҙаҡ ҡына булыша торғас, йүгәнләп, менеп ултырҙым. Ул саҡтарҙа миңә 10-11 йәш тирәһе ине.
– Атай-әсәйең быға нисек ҡараны?
– Әсәйемдәр ҡаршы булды. Шул ваҡытта Әлмәттә ат спорты мәктәбе асылды. Улар минең хаҡта ишетеп ҡалып, беренсе уҡыусылары булырға саҡырҙы. Шунда ат сабыштарының конкур тигән төрөн үҙләштерә башланым. Ул саҡта миңә 12 йәш ине. Һамар, Ҡазан ҡалаларынан тренерҙарҙа шөғөлләндем. Иртәнсәк өйҙән мәктәпкә тип сығып китәм дә тура ат спорты мәктәбенә юллана инем. Дәрестәрҙе ҡалдырған өсөн әсәйемдәрҙән эләгә торғайны. Ниңә әрләйһегеҙ, ана бит ниндәй бүләктәр алып ҡайттым, тип аҡлана инем. Призлы урындарға иһә электр ит турағысы, вентилятор, плед-юрғандар бирә торғай­нылар.
– Тәүге еңеүҙәр тураһында бер нисә һүҙ...
– Уңыштарымды күреп, тәүге тренерым Фәрит Фәрит улы миңә ныҡлап иғти­бар бирә башланы. Алабуға ҡалаһына конкур буйынса ат ярышына алып киттеләр. Үҙебеҙҙәге барьер ҡорол­малары исем өсөн генә эшләнгәйне. Ә унда бөтәһе лә шундай етди, талаптар ҙа икенсе. Ғөмүмән, ат ярышының һәр ҡайҙа үҙ ҡануны. Барин ҡушаматлы атта ярыштым. Һуңғы барьерҙы үткәндә ынтылышты дөрөҫ алманым һәм аҙаҡҡа ҡалдым. Һөҙөмтәлә финишҡа икенсе булып килдем. Бында миңә 3-сө разряд бирҙеләр. Ат ярыштарында яңы ҡатнашҡан кеше өсөн был ҙур уңыш ине. Күп тә үтмәй, 2-се разрядты ла алдым, ләкин был төр ярыш мине ҡәнәғәтләндермәй башланы. Әленән-әле яңы ат спорты төрҙәрен өйрәнгем килде. Һыбай йөрөгәндә атым бейеп торһа ла, ҡәнәғәтлек тапманым. Ғәрәп тоҡомло аттар менән эшләгем килде. Тренерҙар ҙа быны аңланы. Бына, исмаһам, улар – ат! Оҙон аяҡлы, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп бейеп торалар.
– Хеҙмәт юлын ҡайҙа башланың?
– IX класты тамамлағас, Ҡазан ипподромына эшкә саҡырҙылар. Әсәйемдәр риза булды, уҡырға ла инерһең, тинеләр, ләкин килеп сыҡманы. Эш сәғәтем төнгө сәғәт 3-4-тә башланһа, киске сәғәт 11-ҙә генә тамамланды. Төрлө күнекмә­ләрҙән тыш ярыш аттарын ҡарап-тәрбиәләү ҙә минең өҫтә ине. Ә уларҙы йәйге эҫелә йөрөтөп булмай, шунлыҡтан төндә лә эшләргә тура килде.
– Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромына нисек килеп эләктең?
– Әхирәтем менән эшкә саҡырҙылар. Был юлы ла әсәйемдәргә өндәшмәй генә юлландым. Ҡурҡтым. Ярышта ҡатна­шырға барам, тинем. Һуңынан уларға барыбер ҙә дөрөҫөн әйтергә тура килде. Әсәйемдәр шунда уҡ ике апайым менән мине алып ҡайтырға килеп етте, ләкин аттарыма сат йәбешеп тороп ҡалдым.
– “Аҡбуҙат”ҡа эшкә килгәнең өсөн үкенмәйһеңме?
– Юҡ. Киреһенсә, “Аҡбуҙат”та минең өсөн бөтөнләй икенсе тормош башланды. Тормош иптәшем Рәмзил менән дә ошонда таныштым. Ул – Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ҡасабаһы егете. Беҙ бергә эшләй инек. “Аҡбуҙат”тың ятағында йәшәнек. Ул элек һыбай йөрөй белгән ҡыҙға өйләнәсәкмен тип хыялланған булған икән. Хыялы тормошҡа ашты.
– Аттарҙың бөтәһен дә бер тигеҙ яратаһыңмы, әллә айырып ҡара­ғандарың бармы?
– Аттарымдың барыһы ла ҡәҙерле. Шулай ҙа уларҙың береһен билдәләп үтәйем. “Аҡбуҙат”та эшләгәндә Майнер Смайл ҡушаматлы атым иң яҡшыһы ине, тип иҫәпләйем. Уның менән Өфө ҡалаһы кубогы өсөн ярышта ҡатнашып, Гран-при яуланым. Бынан тыш Артик Голд, Эрисера ҡушаматлы аттарым менән дә яратып шөғөлләндем.
– Йәрәхәтләнгән саҡтарың булдымы?
– Әлбиттә. Был бит спорт. Тәүгеһен Һамарҙа уҙған ярышта алдым. IX класта уҡый инем. Бер ат менән дистанцияны үткәс тә икенсеһенә ултырып стартҡа баҫырға кәрәк ине. Тәүге атты үҙем эйәрләнем. Икенсеһендә башҡа кешегә ышандым. Тәүге дистанцияны үткәс, икенсе атҡа һикереп мендем. Шунда уҡ эйәрҙең бушаҡ икәнен һиҙҙем, ләкин туҡтарға, нығытырға ваҡыт булманы. Финишҡа етәрәк, һуңғы боролошта эйәр әйләнеп китте һәм ҡолап төштөм. Бер аяғым эйәрҙә ҡалды. Сабып барған атым мине әллә ҡайҙа алып китте. Иҫемә килгәндә, ипподромдың бер ял бүлмә­һендә ята инем. Йәрәхәтләнмәгән ерем ҡалмағайны. Төндә генә өйгә ҡайтып еттем. Ишекте апайым асҡайны. Уға йөҙөмдө күрһәтмәй, һиҙҙермәй генә индем дә яттым. Иртәнсәк сикәмә тып-тып итеп тамсы тамғанға уянып киттем. Әсәйем миңә эйелеп ҡарап илап торған икән. Шунан һуң улар ат спорты менән шөғөлләнеүҙе бөтөнләй тыйҙы. Ике аҙна түҙҙем. Артабан тағы ла ҡасып шөғөл­ләнә башланым.
Өфөлә саҡта тағы ла бер йәрәхәт алдым. Стартҡа баҫыр алдынан ғына атым, башын болғап, башымды төкөнө, танауым ҡанап китте. Ә миндә шундай адреналин, шунлыҡтан ҡан да ныҡ аға башланы. Бөтәһе лә быны күреп миңә табан йүгереп килә башлағайны, атымды старт боксына индерҙем дә баҫтырҙым. Ә унан артҡа кире сығып булмай, бары тик алға, ә унда – старт. Ҡанды күп юғалтыуҙан һуңғараҡ хәлем бөттө. Шунлыҡтан был ярышта 2-се урынды алдым.
– Ә Баймаҡҡа нисек килеп сыҡ­тың?
– Бер көн беҙҙең алға Башҡортос­танда ҡалырғамы, әллә Татарстан­дамы тигән һайлау килеп баҫты. Шул саҡта Баймаҡ районы хакимиәтенән саҡырыу алдыҡ. Бында беҙ бишенсе йыл эшләйбеҙ хәҙер.
– Район исеменән ат ярыштарында күп ҡатнашаһың икән...
– Сит тарафтарҙа хәҙер “баймаҡтар, башҡорттар килә” тип ҡурҡып торалар. Әлегә бер генә ярыштан да призһыҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ.
– Нисек уйлайһың, ат спортының киләсәге бармы?
– Әлбиттә. Баймаҡта ат спортын үҫте­реүгә ҙур иғтибар бирелә. Төрлө кимәл­дәге ярыштарҙа призлы урындар алабыҙ икән, тимәк, һөҙөмтәләр яҡшы. Ғөмүмән, был төр спорт ярышында баймаҡтарҙың үҙ урыны бар. Киләсәктә Темәс ауылында ипподром төҙөләсәк. Был иһә ат спортын тағы ла үҫтерергә, спортсылар тәрбиә­ләргә мөмкинлек бирәсәк.
– Әйткәндәй, һеҙ – күптәрҙең кумиры. Урамда таныйҙармы?
– Эйе. Бигерәк тә балалар. Ат спорты менән шөғөлләнергә теләгән малайҙар, ҡыҙҙар бик күп. Ҡуянтауҙан Айгиз Муллабаев тигән малайҙа мин үҙемде күрәм. Унда шул уҡ ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ бар.
– Ярыш аттарын тәрбиәләү ауыр­мы?
– Еңел түгел. Беҙҙең эш графигы йәй бигерәк тә тығыҙ. Ял, отпуск юҡ. Аттар ялҡаулыҡты яратмай. Йәй эш көнөбөҙ төнгө сәғәт 3-тә башлана һәм төнөн генә тамамлана. Сабыш аттары бер урында тик торорға тейеш түгел. Уларға даими хәрәкәт талап ителә.
Бынан ике йыл элек районда башҡорт аттары фестивале уҙҙы. Шул саҡта район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡов “Халыҡ өсөн бер тамаша әҙерләйек инде” тип үтенде. Район буйлап йөрөп, аттар һайлап алдыҡ. Ауыл аттары улар – эш аты, өйрәтеүе ауыр. Биш ат һайланыҡ, егеттәрҙе саҡырҙыҡ. Өфөнән тренер килеп, ике аҙнала джигитовка ойошторҙоҡ.
– Киләсәккә пландарың?
– Әлеге көндә бәпәй көтәбеҙ, шун­лыҡтан бер аҙ ял итеп алырға мөмкинлек бар, ләкин аттар һаман үҙенә тарта. Ярыштарҙа ҡатнашмай оҙаҡ түҙерменме икән? Даниэль улым өс айлыҡ ҡына сағында ярыштарҙа ҡатнаша баш­лағайным. Әле тормош иптәшем быға ҡырҡа ҡаршы.
– Улығыҙ һыбай йөрөй беләме?
– Эйе. 5 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, атта үҙен бик оҫта тота, ләкин киләсәктә уның яҙмышын ат спортына бәйләүен теләмәйем.
– Снежана, йәмәғәтең Рәмзил ме­нән районда ат спортын үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ. Һеҙҙең уңыш­тар беҙҙе ҡыуандыра. Киләсәктә яңы­нан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872