Ғәжәп бит был донъя тигәнең! Ҡайһы ваҡыт осраҡлы ғына һөйләшеүҙә тетрәндергес яҙмыштарға юлығаһың. Хәйбулла районының урман хужалығы директоры Баязит Латиф улы Солтанғужин менән дә эш буйынса әңгәмәләшкәндә уның тормош юлы шыма ғына бармауын, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡыҙғаныс булыуын аңланым. Баязит ағай Йылайыр районының Һабыр ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Һигеҙ баланың икәүһе – Баязит менән Байназар – игеҙәктәр. Атайҙары Латиф ҡарт ғүмере буйы урмансы булып эшләгән. Шуға ла Баязит ағай “атаһынан күреп уҡ юнған” тип уйлап ҡына ултырғанда ул:
– Юҡ, бала саҡта бөтөнләй урман хаҡында уйламаным. Хыялым зәңгәр күк ине. Үҙемде белә-белгәндән летчик булырға теләнем. Шулай ҙа яҙмыш мине икенсе юлдан алып китте, – тине. – Әммә үкенмәйем, урмансы һөнәре бит минең ҡанымда. Дамир ағайым урмансы ине. Ҡустым Салауат та Йылайыр урман хужалығының Һабыр участкаһы урмансыһы булып эшләп йөрөй.
Баязит Һабыр мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алынғанға тиклем Ырымбур ҡалаһының граждандар авиацияһында эшләп ала. Авиация аэроклубының иң әүҙем ағзаһы булараҡ, 18 тапҡыр парашют менән һикерә. Унан, Ватаны алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡас, Йылайыр, Хәйбулла районының урман хужалыҡтарын берләштергән ойошманан йүнәлтмә алып, Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ ҡалаһындағы техникумға уҡырға инә. Уны тамамлап, Хәйбуллаға эшкә урынлашырға килгәнендә, урман авиаһағына хеҙмәткәрҙәр йыйылыуын ишетеп ҡала. Конторала шунда эшкә барырға теләгәнен әйткәс: “Йүнәлтмә буйынса уҡығас, үҙебеҙгә ҡайтырға тейешһең. Белгестәр беҙгә лә кәрәк”, – тип Баязитты ситкә ебәрмәйҙәр.
Шулай ҙа бошонмай йәш белгес, ең һыҙғанып эшкә тотона. Ул мәлдәрҙән өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт үтеп китһә лә, урмансы эшенә тоғро ҡалған. Ябай белгестән директор вазифаһына тиклем күтәрелгән. Ун өс йыл етәкселек итеү осоронда, ғөмүмән, ошо өлкәлә эшләү дәүерендә урманды хәстәрләү уның йәшәү рәүешенә әүерелгән. Хужалыҡ офисы урынлашҡан Аҡъяр ауылының ҡола яланда ятыуын күҙ уңында тотоп: “Ҡайҙа ҡараһаң да – офоҡ. Ҡайҙа һуң һеҙҙең урман хужалығығыҙ?” – тип һораным. Директор алдыма район картаһын сығарып һалды.
– Хәйбулла районының 43 мең 800 гектар майҙанын урман тәшкил итә. Төбәгебеҙҙә ҡайын, уҫаҡ, имән шаулап үҫә, ҡатнаш урман – төп байлығыбыҙ. Питомниктар элек тә булды, әле лә Вәлит ауылы эргәһендә биш гектар майҙанға, Урыҫбай, Вәзәм ауылдары янында питомниктар йәйелдереп, ҡарағай, ҡайын, ҡыҙыл һәм ҡара миләш, башҡа ағас үҫентеләре ултырттыҡ, – тип эштәре менән таныштырҙы етәксе.
Баязит Латиф улы 1989 йылда эшкә килгәнендә 200-ләп кешеһе булған хужалыҡта хәҙер 20 хеҙмәткәр генә ҡалыуына көйөнә. Шуға ла урмандар ҡарауһыҙ, йыл һайын диләнкә бүлеп биреү күләмен дә үтәй алмайҙар. Урмандың район үҙәгенән алыҫ ятыуы ла бәкәлгә һуға. Һикһән саҡрым алыҫлыҡтан ағасты тейәп, ике бейек тау аша алып ҡайтыуы күп сығым талап итә. Ара йыраҡлыҡтан, юлдарҙан ҡурҡып, кешеләр күберәк юлдар тип-тигеҙ булған Юлдыбай урман хужалығына мөрәжәғәт итә. Тағы шуныһы: был тарафтарҙа ҡарағай һирәк. Ә өй һалыу өсөн тап ошо ылыҫлы ағасҡа һорау ҙур. Хәҙер урмандар теләгән кешегә ҡуртымға бирелә, әммә әлеге лә баяғы ҡарағайҙың аҙ үҫеүе был тәңгәлдә эштәренә аяҡ сала. Һәр кешегә яғыулыҡ өсөн йылына 20 кубометр ағас бүленә. Урман файҙаһын күреп, арттарынан таҙартмай китеүселәр ҙә юҡ түгел.
– Ҡайһы берәүҙәр һаман да шундай уй менән йәшәй, йәнәһе, урман миллион йылдар буйы беҙгә хеҙмәт иткән, һаман да бөтмәй. Уға бынан һуң да бер ни булмаҫ. Йәнәһе, уның үҙ ямауы үҙендә. Урманға ҙур зыян килтергән был ҡарашты беҙ кешеләр аңынан ҡырып-һепереп түгергә тейешбеҙ. Заман алдыбыҙға “урман яҙмышы – кешелек яҙмышы” ла тигән лозунгты килтереп ҡуйҙы.
Быға тиклем кеше урмандан файҙа алыу яғын ғына ҡайғыртҡан. Хәҙер беҙгә, үҙебеҙҙең аҡылға, белемебеҙгә, тәжрибәбеҙгә таянып, урманды мәңге йәш итеү хәстәрлеген күреү кәрәк, – ти Баязит Латиф улы.
Урман хужалығына йылдан-йыл финанс та аҙ бүленә. Былтыр, әйтәйек, хужалыҡтың бюджеты 600 мең һум тәшкил иткән. Ә төбәк урмандарын ҡарау, хеҙмәтләндереү өсөн дүрт миллион һум сығым талап ителә. Ауырлыҡтарға ҡарамай хужалыҡ эшләп килә. Өс участкаға бүленгән урмансылыҡтың Степной участкаһына – мастер Фаил Ниғәмәтов, Ҙур Арыҫланғол, Вәзәм, Әбеш ауылдары биләмәләре ингән Үҫәргән урмансылығында Ғаян Сурин етәкселек итә. Көньяҡ Урал участкаһы мастеры Айрат Буранбаев Ғәлиәхмәт, Урыҫбай, Аҡнаҙар ауылдары урмандарын ҡарай.
Урман “ене” ҡағылған Баязит Латиф улы эштәре хаҡында туҡтамай көндәр буйы һөйләр ине, әңгәмәбеҙҙе ҡатыны Әлфиә Ғәйнулла ҡыҙы шылтыратып бүлде. “Хәләл ефетем Бүребай ауылы дауаханаһында теш табибы булып эшләй. Белемен камиллаштырып, сертификат алыр өсөн Өфөгә уҡырға китергә йыйына. Кесе ҡыҙым Ғәлиәбаныуға сәләмдәр әйтеп ҡалайым”, – тигән булды, йылмайып.
Баш ҡаланың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге махсус музыка мәктәп-интернатында тәрбиәләнгән кинйәкәйҙәрен ныҡ һағына Баязит ағай. Ул әлеге көндә туғыҙынсыла уҡый, фортепьяно буйынса махсус белем алһа ла, әсәһе, Даян ағаһы кеүек табип булырға хыяллана. Ғәлиәбаныуын ғына түгел, үҙаллы донъя көткән өлкән ҡыҙҙары Айзилә, Ләйсән, Әлиә өсөн дә өҙөлөп тора атайҙары. Һөйләшеү барышында Баязит Латиф улының: “Ғаиләбеҙҙәге биш бала өс әсәнән тыуған”, – тигәс, бөтөнләй аптырауға ҡалдым.
...Яратҡан ҡыҙына өйләнеп, Айзилә, Ләйсән исемле сабыйҙарға ғүмер бүләк итеп, Һамар ауылында йәшәп, Хәйбулла урмансылығында етәксе булып эшләп йөрөгәндә Баязит Солтанғужиндың ғаиләһенә ҡаза килә. 1993 йылдың февраль айы башында Баязит Латиф улы эш буйынса Өфөгә командировкаға юллана. Ҡәҙерле кешеләренә хәйерле юл теләп ете һәм ике йәше тулып барған ҡыҙҙары, кәләше оҙатып ҡала. Бер туҡтауһыҙ ҡар яуып, буран юлдарҙы ҡамап торғанға, баш ҡалаға саҡ барып етә. Урман министрлығының ишеген асып инеүе була, уны министр үҙе саҡыртып ала. Хәлдәрен һораша, айырыуса ғаилә хәле менән ҡыҙыҡһына хужа. “Районда кемдең телефон номерын яттан беләһең?” – тип һорағас, ул ваҡыттағы район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тәлғәт Солтановтың телефонын әйтә Баязит ағай. Министр ул әйткән һандарҙы йыя ла, телефон трубкаһын тоттороп, сәбәп табып, бүлмәһенән сығып китә. Сымдың теге осонан “ҡатыныңды үлтереп киткәндәр” тигән ҡот осҡос хәбәр ишетә. “Нисек? Кем? Ҡайҙа?” тигән һорауҙар һауала аҫылынып ҡала. Шаҡ ҡатып торған Б. Солтанғужин янына министр инә һәм: “Бындай ауыр ҡайғылы хәбәрҙе үҙем әйтә алманым, ҡустым. Ҡайғыңды уртаҡлашам”, – ти. Саҡ ҡайтып етә урмансы Һамарға. Һин дә мин оҙатып тороп ҡалған 26 йәшлек кенә ҡатыны менән ундай хәл булыуына ышанмай...
Ире командировкаға киткәс, ҡатыны, ҡыҙҙары янына күршеһе кино ҡарарға инә. Бәләкәсе сирләп торғас, хужабикә, эңер булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарын күршеһе ҡарамағына ҡалдырып, шәфҡәт туташын саҡырырға китә. Шунан кире әйләнеп ҡайтмай бисара. Күршеһе, әхирәте оҙаҡлағас, аптырыуға ҡала, балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн үҙе уларҙа ҡунырға ҡала. Иртәнсәк ире уны эҙләп инә. Хәлде аңлатҡас, бөтә ауыл менән юғалған йәш әсәне эҙләргә тотоналар. Бик һуң ғына уның мәйетен Һамар автотранспорт предприятиеһы йортоноң бәҙрәфенән табып алалар. Шунан был фажиғә хаҡында туғандарына, иренә хәбәр итәләр.
Шәфҡәт туташын саҡыртырға китеп барғанда ҡатындың юлына командировкаға килгән ирҙәр ҡаршы сыға. Ҡыҙмаса булып алған кешеләр ҡатынды, көсләп, енәйәттәре фашланмаһын тип үлтереп, бәҙрәфкә ташлап китә. Әлбиттә, енәйәтселәр тотола, язаһын ала, әммә береһенән-береһе бәләкәй ике ҡыҙҙың ниндәйҙер вәхшиҙәр арҡаһында әсәйһеҙ, йәш ирҙең ҡатынһыҙ ҡалыуы ҡыҙғаныс. Шулай көтмәгәндә ике бала менән тол ҡала Баязит ағай.
Ғәзиз балаларын бағыуға, эшенә күңелен һала ул. Ир кеше нисек кенә тырышмаһын, өйҙәрендә ҡатын-ҡыҙ ҡулы етмәгәне һиҙелә башлай. Донъяһының ҡотон, йәмен ҡатыны үҙе менән алып киткәндәй тойола. Шулай яҙ етә. Май байрамдарына тыуған яҡтарына ҡайтҡанында, ғаилә дуҫтары уның хәлен һораша, һөйләшкән, вәғәҙәләшкән ҡатының булмаһа, әйҙә берәү менән таныштырабыҙ, тип ирҙең ҡылын тартып ҡарай. Яңғыҙлыҡтан йонсоған Баязит бындай тәҡдимде кире ҡаҡмай. Йылайыр үҙәк дауаханаһында стоматолог булып эшләп йөрөгән Әлфиә Ғәйнулла ҡыҙы беренсе осрашыуҙан күңеленә ята. Ҡатындың Даян исемле кескәй улы ла уға тиҙ ылыға. Баязит ағай эште оҙаҡҡа һуҙмай: “Әгәр риза булһаң, ике аҙнанан килеп алам”, – тип Һамарға ҡайтып китә. Вәғәҙә иткән ваҡытҡа Йылайырға килһә, Әлфиәне йәшәгән урынында таба алмай. Бындай хәлде көтмәгән ир аптырап ҡарап торһа, “балтаһы һыуға” төшкән Әлфиәнең ҡайтып килгәнен күрә.
Эргәһенә яҡынлашҡас, ныҡлап ҡараһа, ҡатындың күҙҙәре күгәргәнен, бите һыҙырылып бөткәнен шәйләй. “Нимә булды? Кем һине битәрләне? Ни өсөн?” – тип Әлфиәгә ташлана. Уныһы башын аҫҡа эйеп, һүҙһеҙ ҡала. Баҡтиһәң, ҡасандыр йәш ҡатынын, улын, икенсе йәргә алмаштырып, ғаиләһен ташлап киткән ире (әйткәндәй, уның да исеме Баязит), Әлфиәнең икенсегә тормошҡа сығырға йөрөүен ишетеп, үҙ “көсөн” күрһәтеп киткән икән. Үҙе һанға һуҡмағас, тәүге ҡатыны, балаһы башҡаларға ла кәрәкмәҫ тип уйлап, ныҡ яңылыша ире. Ул Әлфиәнең яңынан тормошҡа сығыуын күтәрә алмай, ундай ҡайғыны кисергәнсе һыу төбөнә китәм типме, Йылайыр йылғаһына батып үлә. Йәшләй яратып сыҡҡан Баязиты ауыр һынауҙарға дусар итһә лә, Әлфиә икенсегә ҡулын һораған урмансы Баязиттың тәҡдимен кире ҡаҡмай. Етемһерәгән ике йөрәк шулай бер бөтөн, ҡыҙҙар – әсәйле, малай атайлы-арҡалы булып, уның фамилияһын алып, Һамар ауылында татыу ғына йәшәп китә.
Донъялар теүәлләнде – Баязит Әлфиәгә өйләнде тигәндә, көтмәгәндә кәләшенең Себерҙән тыуған яҡтарына күсенеп ҡайтырға йыйынған бер туған апаһы фажиғәле вафат була. Уның биш йәшлек кенә Әлиә исемле ҡыҙы тороп ҡала. Әлфиә туғанын ят бауырҙарға биргеһе килмәй, өс бала һыйған урынға, дүртенсеһе лә артыҡ булмаҫ, тип Солтанғужиндар ҡыҙҙы үҙҙәренә алырға ҡарар итә. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй, бала йөрәкле парға Аллаһы Тәғәлә уртаҡ бала һөйөү бәхетен татыта – Ғәлиәбаныуҙары тыуа.
Был кескәй ҡыҙсыҡ төрлө ғаиләләрҙән йыйылған балаларҙы тулыһынса берләштерә, донъяларын бер бөтөн итә. Ғәлиәбаныу һәр балаға – өс апаһына ла, ағаһына ла бер туған йәнгә әйләнә. Бер-береһенә терәк-таяныс, иптәш булып балалар буй еткерә, уҡып белем ала.
Ҡыҙ балалар – өйҙә ҡунаҡ ҡына. Ләйсән, Айзилә, Әлиәне матур итеп туйҙар үткәреп, кейәүгә бирәләр, Даянды өйләндерәләр. Ләйсән, Айзилә ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй, тормош иптәштәре менән парлашып, балалар үҫтерә. Әсәһе кеүек табип һөнәрен һайлаған Даян Баязит улы хәҙер Хәйбулла районының үҙәк дауаханаһында табип-онколог булып эшләй. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Район советы янында булдырылған йәштәр парламентын етәкләй, урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының әүҙем ағзаһы.
Мәктәпте, юғары уҡыу йортон тамамлағас, Мәскәү тарафтарына юлланған Әлиә шунда бәхетен тапҡан. Былтыр Солтанғужиндар баш ҡалаға барып, ҡыҙҙарын кейәүгә биреп ҡайтҡан.
– Ҡоҙабыҙ – үзбәк, ҡоҙағый рус милләтенән. Ҡоҙабыҙ эске эштәр органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан бик дәрәжәле кеше. Туйға Үзбәкстандан, Мәскәүҙән абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Үзбәктәрҙең Шәрипов фамилиялы космонавтары, генералдар, эре компанияларҙың директорҙары менән ҡунаҡ булдыҡ, – тип ҡыҙыҡ итеп һөйләй Баязит ағай. – Тантана залынан ял итергә сыҡҡанда, һөйләшкәндәрҙән ниндәй кешеләр араһында йөрөүемде аңланым. Берәүһе “Иртәгә Италияға китәм” ти. Ял итергәме тиһәм, шунда йәшәй икән. Берәүһе заводтағы эшен һөйләй. Беҙҙең һөйләшкәнде ситтән тыңлап торған Салауат ҡустым тегенән: “Заводта эшләйһеңме?” – тип һораны. Теге эре предприятиеның етәксеһе бит инде, ҡустымдың һорауына аптырап ҡараны ла: “Шулайыраҡ”, – тигән булды.
Ябай кешеләр булһаҡ та, улар араһында үҙебеҙҙе лайыҡлы тоттоҡ. Баш ҡаланан ҡоҙаларыбыҙ ҙур ихтирам күрһәтеп, шундай ҡыҙ үҫтергән өсөн рәхмәт әйтеп оҙаттылар. Ҡоҙағыйыбыҙ: “Ике киленемдең береһен мосолман булыуын ныҡ теләгәйнем, мораҙыма ирештем”, – тип әйтеүе күңелгә тыныслыҡ бирҙе.
Татыу ғаилә башлығының тормоштан, эшенән, балаларынан, хәләл ефетенән ҡәнәғәт булыуы йөҙөнә сыҡҡан. Аҡъярҙан ҡайтҡас та, “Бәйләнештә” селтәренә инеп, ҡыҙҙарының, улының фотоһүрәттәрен ҡарап сыҡтым. Ҡыҙҙары береһенән-береһе һылыу, бына тигән кейәүҙәре, балалары бар, Даян улдарының әүҙем йәмәғәт эше диуарында ап-асыҡ сағыла. Әлфиә Ғәйнулла ҡыҙының да фотоларын ҡарап, Баязит ағай менән бик күп сәйәхәт иткәндәрен күрҙем.
Биш сабыйға ата-әсә наҙын тигеҙ бүлеп бирә алған, балаларын башлы-күҙле иткән, уларҙы хәстәрләгән Солтанғужиндар ғаиләһе оло ихтирамға лайыҡ. Ҡайһы бармағыңды тешләһәң дә ауырта тигәндәй, ата-әсә өсөн һәр бала ғәзиз. Шәп ҡыҙҙар һәм ул үҫтергән матур ғаиләгә Xоҙай йән рәхәте, һаулыҡ бирһен, тағы оҙаҡ йылдар бергә-бергә матур йәшәргә насип итһен.