Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡҡош ҡыҙы (Фантастик хикәйә)
Аҡҡош ҡыҙы (Фантастик хикәйә) – Һуңғы тапҡыр әйтәм: йә иртәгә һин уны алып киләһең, йә үҙеңдең башыңдан ваз кисәһең. – Ҡурҡыныс ҡиәфәтле зат егетте ҡарашы менән генә ситкә бәрҙе. Иңбашына төшкән сөм-ҡара сәс, ҡыҙарып янған күҙҙәр, ергә тиклем төшкән плащ – барыһы ла ҡурҡыныс был затта. Ул – Зиндан, иң бөйөк дейеүҙәрҙең береһе. Меңдәрсә йыл инде үлемһеҙ тормошон изгелеккә ҡаршы көрәшеп үткәрә. Уның хәҙерге теләге – Аҡҡош ҡыҙын тотоп юҡ итеү.
Мең йылға бер Ер шарында Аҡҡош ҡыҙы тыуа. Уның күңеле ысыҡҡа йыуынған сәскә кеүек саф, ә төп маҡсаты – Ергә яңы илһам нуры килтереү. Ул уның йөрәгендә һаҡлана. Тәғәйен сәғәт килеп еткәс, Ҡыҙ аҡҡошҡа әүерелергә һәм, уттай янып, тирә-яҡҡа нур һибергә тейеш. Тап бына шуға ла инде Зиндан унан ҡотолорға теләй.
Сынйыр ҙур ауырлыҡ менән аяғына баҫты. Өс йөҙ йыл элек ул был яуызға йәнен һатты һәм енгә әүерелде. Ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын хәҙер ул үҙе лә иҫләмәй инде. Ләкин хәҙер уның хәле көндән-көн ауырлаша. Ендәрҙең йөрәге булмай, ә бына егеттеке шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән һулҡылдап ҡуя. Уға был әйтеп бөтмәҫлек яфа килтерә. Ә күңеленең төбөндә генә һаҡланып ҡалған ниндәйҙер изгелек осҡоно егеттең күңелен көндән-көн эстән нығыраҡ яндыра.
Бар михнәттәрҙән ниндәй ҙә булһа ҡотолоу сараһын табырға кәрәк. Егет ауыр һуланы ла тышҡа сыҡты.
Төн. Йондоҙҙар ялтлауы Аҡҡош ҡыҙының күҙҙәрен хәтерләтә. Ә бит ҡыҙ әлегә үҙенең кем икәнен дә белмәй. Алтынай исемле был ябай Ер ҡыҙы, көндәлек мәшәҡәттәренә сумып, донъяның матурлығына һоҡланып йәшәй бирә, ә үҙенә ниндәй бурыс йөкмәтелгәнен һәм ҙур ҡөҙрәт бирелгәнен һиҙмәй ҙә.
Оҙаҡламай Ете Йондоҙ төнө етәсәк. Ул мәлдә бар кешеләр ҙә тәрән йоҡоға сумғас, күктәге һәммә йондоҙҙар хәрәкәткә киләсәк. Тәүҙә улар спираль формаһында үтә тиҙ һәм болғансыҡ рәүештә өйөрөлөр. Шунан Ай күк уртаһына урынлашыр, ә йондоҙҙар, унан ҡасҡан кеүек, урау-урау юлдар һалып ергә яуыр, ә Ете Йондоҙ Ай тирәләй бейей башлар. Борон-борондан күккә сөйөлгән ете ҡыҙҙың һәр береһе изге хистәрен көмөш еп итеп иләр һәм ул еп, Ай нурында йымылдап, ерҙә Аҡҡош ҡыҙын уратып алыр. Ул шунда уҡ Аҡҡошҡа әйләнер, ә мөғжизәле, күңел ҡылдарын тибрәтер моңдар, алыҫ-алыҫтарға таралып, ҡырҙа үҫкән ҡурайҙарҙа яңғырар, ғәжәйеп илаһи бер нур кеүек, һәммә тирә-яҡты илаһилыҡҡа сорнар, һәм шул төндә барлыҡ кешеләр ҙә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, саҡ ҡына таҙараҡ, бәхетлерәк булыр, тирә-яҡты ураған яуызлыҡ эңере таралыр, хатта төндәр ҙә матурланыр. Ә Зиндан... Зиндан, бөйөк дейеүлегенән ваз кисеп, ябай енгә әүерелер, шуға күрә лә ул һуңғы ваҡытта тыныслығын юғалтты. Уға ҡыҙҙы, нисек кенә булһа ла ҡулға төшөрөп, юҡ итергә кәрәк ине.
Сынйыр Алтынайҙы күптән күҙәтеп йөрөй. Беренсе тапҡыр матур ғына егет ҡиәфәтенә инеп, уны зәп-зәңгәр һыулы йылға ярында осратты. Йылғала уйнаған ҡояш нурҙары ҡыҙҙың диңгеҙҙәй тәрән йәшел күҙҙәрендә сағыла. Сынйырҙың йөрәген бысаҡ менән телгеләнеләрме ни, ул “һулҡ” итеп ҡалды. Егет башы әйләнеп ҡоланы. Иҫенә килһә, ҡыҙ уның эргәһендә бөтөрөлә, йомшаҡ ҡулдары егеттең сәстәрен рәтләй, битенә һыу бөркә.
– Һеҙгә көн эҫеһе тейгән, ахыры... – Ҡыҙҙың тауышы моң булып тойола егеткә, йөрәген әсе әрнеү һулҡылдата.
– Ә... Эйе... шулайҙыр... – Егет йәһәтерәк тора һалды, өҫтөн ҡаҡҡылап китергә ашыҡты. – Рәхмәт...
Ҡыҙҙың аптыраулы ҡарашы егетте күҙҙән юғалғансы күҙәтте.
Шул мәлдән егет тыныслығын юғалтты. Өс йөҙ йыл буйы инде үлгән тип уйлаған йөрәге кинәт уянды ла уны сикһеҙ ғазаптарға дусар итте.
Ә кисә уның хәле бөтөнләй насарайҙы: тын юлдарын, әйтерһең дә, ниндәйҙер сихри көс ҡыҫҡан, һауа һулауы ла ауыр, ендең олоғоһо, күкрәген йыртып асҡыһы килде. “Йә, Хоҙайым!.. Ни эшләргә?” Хоҙайым? Туҡта, ен булып та онотмаҫ һүҙе ошо булған икән! Эйе, Алланан башҡа уға бер кем дә ярҙам итмәйәсәк...
Ҡолаҡта ел һыҙғыра, һалҡын һауа күҙҙе әсеттерә. Сынйыр кәүҙәһен уҡтай турайтып өҫкә оса. Өҫкә, өҫкә, йондоҙҙарға! Унда Хоҙайҙың ярҙамсы фәрештәләре, улар Сынйырға нисек тә булһа ярҙам итер... Шуға өмөтләнә егет.
Оҙаҡ көттөргәндән һуң, егеткә бер фәрештә төштө.
– Егет, һинең теләгең ҡабул булыр, һин был сикһеҙ аҙаптарҙан ҡотолорһоң, тик Алтынайҙы һаҡларға тейешһең. Шул осраҡта ғына Хоҙай һинең гонаһыңды ғәфү ҡылыр.
Сынйыр ни әйтергә лә белмәне. Уға бит бөгөн генә Алтынайҙы урларға ҡуштылар, ә хәҙер, киреһенсә, һаҡларға тейешме?! Йөрәгендәге һулҡылдау егеттең мейеһен сәнсеп үтте. Ярай, был ғазаптар ғына тиҙерәк үтһен.
Фәрештә уның бармағына көмөш йөҙөк кейҙерҙе: “Был йөҙөк һине күпмелер ваҡытҡа Зиндандан һаҡлар. Ә инде Ете Йондоҙ кисендә һин уны Аҡҡош ҡыҙына кейҙерергә тейешһең”.
Сынйыр күҙен асҡас, Ерҙә торғанын абайланы. Йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды: былар ни бары төш кенә булдымы ни? Ҡулына күҙ һалды: юҡ, Ай нурында балҡыған көмөш йөҙөк күңеленә һуңғы өс йөҙ йыл эсендә татымаған һиллек килтергәндәй тойолдо. Сынйыр еңел һуланы: “Рәхмәт...” Ә хәҙер Алтынай эргәһенә барырға, уны Зиндандан һаҡларға кәрәк...
– Һин нимә, аҡылыңды юйҙыңмы әллә?!
Егет гөрһөлдәп Алтынайҙың бүлмә мөйөшөнә ауҙы. Зиндан ер тетрәтә, ә бында ғына ултырған ҡыҙ бер ни ҙә күрмәй. Хәйер, ул дейеү – параллель үлсәмдә, ә был ике донъя бер-береһе менән осрашмай.
– Мин һинең менән башҡа хеҙмәттәшлек итмәйем, ҡыҙҙы мин хәҙер һаҡларға бурыслы!
– Һин был әкиәтеңде фәрештәләргә һөйлә, йәме! Нимә, үҙеңдең ен икәнлегеңде оноттоңмо әллә?
Дейеү утлы күҙҙәре менән Сынйырҙы үтәнән-үтә яндыра башланы. Егеттең һәр күҙәнәге шартлар хәлгә етте, көмөш йөҙөк кенә уны бөтөнләй хәлдән тайыуҙан һаҡлай ине.
– Иҫәр! Үҙеңдең йәнеңде ҡотҡарып ҡалырға булдыңмы? Улар һине файҙаланыр ҙа һуңынан йәһәннәмдең иң төбөнә ырғытыр. Ә минең менән һин...
– Юҡ!..

(Аҙағы бар).


Автор: Элина ДӘҮЛӘТШИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә