Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөлгән ил бүтәндәрҙән дарман көтөр
Бөлгән ил бүтәндәрҙән дарман көтөр Теләйбеҙме-юҡмы, әммә Америка Ҡушма Штаттарының йоғонтоһо Рәсәй ысынбарлығына көндән-көн тәрәнерәк үтеп инә. Һүҙ бөтөн донъяны солғап алған финанс көрсөгөнөң Американан башланыуында ғына түгел. Иҫәп-хисап эштәрендә доллар иң төп фигура булғас һәм АҠШ иҡтисадының башҡа иҡтисадтарға шул дәрәжәлә бәйле икәнлеге хәҙер ошо рәүештә күренгәс, ни хәл итәһең.
Уртаҡ бәлә килгәндә, ха­лыҡтарҙа бәләнән ҡото­лоу өсөн, ваҡыт­лыса булһа ла, берләшеү ғәҙәте бар. Ләкин һуңғы ун йылдағы ифрат етди финанс һәм иҡтисади тетрәнеү ҙә ҡайһы бер дәүләт­тәрҙең тар милли-эгоистик фе­кер­ләүен еңә алманы. Ноябрь уртаһында егерме ҙур дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуы, уртаҡ ауырлыҡты күмәк­ләп һәм тиҙерәк еңеү юлдарын эҙләү урынына, АҠШ мәнфәғәт­тәрен сираттағы тәҡрарлау фор­маһы алды. Мәғлүмәт агентлыҡ­тары, гәзиттәрҙең хәбәр итеүенә ышан­ғанда, Вашингтондағы осрашыу декларация ҡабул итеүҙән һәм изге теләк­тәрҙән уҙмаған.
Әйткәндәй, һөйләшеү ошо ер­лектә Азия-Тымыҡ океан дәү­ләттәре етәксе­ләренең Көньяҡ Америкалағы Перу Республи­каһы баш ҡалаһы Лимала үткән осрашыуында ла дауам иткән. Был фекер алышыу донъя иҡ­тисадына нимә бирер, Рәсәй халҡының тормош-көнкүрешенә нисек йоғонто яһар – әлегә нимә­нелер асыҡ ҡына раҫлау ауыр. Донъяла хәҙер бер генә дәүләт тә башҡаларҙан айырылып йә­шәй алмай, шуға күрә Лима кәңәшмәһенә Көньяҡ Урал киңлектәрендә ятҡан Башҡортос­танда ла иғтибар ҙур.
Республикабыҙ Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәре иҫәбенә ингән Америка Ҡушма Штаттары, Ҡытай Халыҡ Рес­публикаһы, Көньяҡ Корея, Япония һәм Малайзия менән туранан-тура иҡти­сади хеҙмәттәшлектә йәшәй, быйылғы туғыҙ айҙа Башҡортос­тандың ҠХР менән тауар әйлә­неше күләме – 233 миллион, Көньяҡ Корея менән – 29 845 мең, Япония менән – 22 миллион, Малайзия менән 1,5 миллион доллар тәшкил иткән. Ҡайһы бер дәүләттәргә беҙҙең тауарҙар күберәк оҙатыла, икенселәрҙән беҙ күберәк алабыҙ – мәсьәлә унда түгел. Иң мөһиме – Баш­ҡортостандың Ер йөҙөнөң төрлө тарафтары менән хеҙ­мәттәшлек бәйләнештәре бар. Респуб­лика­быҙ, мәҫәлән, әлегә дәүләттәргә яғыулыҡ-энергетика тармағы про­дукция­һын, химия тауарҙа­рын, ҡайһы бер төрлө машиналар оҙа­та. АҠШ-тан беҙгә ауыл хужалы­ғы машиналары, Япония менән Көньяҡ Кореянан – медицина, Ҡы­тайҙан сәнәғәт йыһаз­дары һәм станоктар килә. Тик шуныһы, АТР илдәре менән мөнәсәбәт­тәрҙә ҡайһы бер ил­дәрҙән беҙгә импорт күберәк. Был экспорт-им­порт структураһының тиң нис­бәт­ле булмауы тураһында һөйләй.
БДБ илдәре менән иҡтисади бәйлә­нештәрҙең тотороҡло булмауы, традицион һәм төп хеҙ­мәттәш һаналыуы Европалағы иҡтисади һәм финанс проблемалары, санкциялар, сәйәси һәм ҡапма-ҡаршылыҡтың көсәйә барыуы Рәсәйҙе тышҡы сәйәсәттә төрлө йүнәлештәрҙә эште әүҙем­ләштерергә мәжбүр итә. Беҙҙең һуңғы осорҙағы тышҡы сәйәсәт Америка күптән ҡулланған “тоталь дипломатия” рәүешен ала. Был насар түгелдер, сөнки АҠШ эшмәкәрлектең һәр төрөндә файҙаны өҫтөн ҡуя.
Элеккесә дуҫтар табып, дошмандар эҙләп йәшәү заманы үтте. Бер нәмә генә үҙгәрешһеҙ ҡала: һәр осраҡта дәүләт мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйыу. Рәсәй отош алыр­лыҡ бер генә нәмәнән дә баш тартмау ғына түгел, киреһенсә, шул отошто һәр даим эҙләп, ошо сәйәсәтте тормошҡа ашыра барып, элекке СССР йоғонтоһонда булған террито­рияларға ҡай­тырға ынтыла. Эшмәкәрлек коллектив именлек буйынса договор (ОДКБ) йә иһә Шанхай хеҙ­мәттәшлек ойошмаһы (ШОС) менән генә сикләнмәй. Рәсәй Һиндостан менән бәйләнештәрҙе элекке кимәлдә тоторға, Иранға йоғон­тоһон кәметмәҫкә, ғәрәп донъяһын юғалт­маҫҡа тырыша. Владимир Путин­дың Молдова етәкселәре менән һөй­ләшеүҙәре, Белоруссияға ике миллиард долларлыҡ кредит биреүе лә был дәүләттәрҙе Рәсәйҙән ситкә ебәрмәү маҡсатында эшләнә. Украиналағы, Гру­зиялағы эске тотороҡһоҙлоҡ ахыр сиктә был илдәрҙә Рәсәй менән кешеләрсә мөнәсәбәт булдырырға теләгән етәк­селәрҙең килеүе менән тамамланыуы ихтимал. Бары тик сабырлыҡ күрһәтергә, ул илдәр­ҙәге сәйәси процестарға аҡыллы йүнәлеш бирә барырға кәрәк. Был эшләнәлер.
Лималағы кәңәшмәләрҙән һуң Дмитрий Медведев тәүҙә Бра­зилияға, унан Венесуэлаға юл алды. Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Перуға ла, Венесуэ­лаға ла рәсми визитты тәүге тапҡыр яһай. Әлбиттә, элекке ваҡыт­тарҙа ла Советтар Союзы Куба, Никарагуа, Гренада, Чили менән ғәйәт ҡайнар мөнә­сәбәт­тәрҙә булғыланы. Ул бәйлә­неш­тәрҙең эстәлеге, ысын ҡиммәте хәҙер генә билдәле булды.
Медведевтың Лимаға, Брази­лияға һәм Каракасҡа сәфәренән алда Рәсәй вәкилдәре Латин Америкаһы дәүләттә­ренә һуҡ­маҡты таҡырайтып өлгөргәйне инде. Кубаға йөрөүҙәр айырыуса йы­шайҙы. Ельцин осоронда Америка алдында яҡшатланып ябылған Лурдес радиолокация станцияһының эшмәкәрле­ген яңынан тергеҙеү Көнбайыштың Чехияла һәм Польшала ракетаға ҡаршы йыһаздар урынлаштырыуына һиҙелер­лек яуап буласаҡ, “Роснефть” президенты Игорь Се­чиндың Венесуэла менән Никарагуаға сәфәре, сит ил эш­тәре министры Сергей Лав­ров­тың Латин Америкаһы илдәрен йөрөп сығыуы, митрополит Кирилл етәкләгән православие руханиҙары делегацияһының ошо төбәктә булыуы — былар барыһы ла Рәсәйҙең Латин Америкаһына йөҙ менән боролоуын аңлата. Венесуэла иһә беҙҙең менән хеҙмәттәшлекте, ғөмүмән, киң ҡоласта алып бар­маҡсы. “Лукойл” нефть компа­нияһы бындағы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүҙә ҡатнашасаҡ. Уртаҡ хәрби-диңгеҙ маневрҙары ла юҡҡа ғына түгел.
Һәр йәһәттән өлгөрөргә дәрт бар ул, дарман ғына булһын. Хәҙер һөйләшеүҙә икенсерәк юҫыҡҡа күсәйек.
Донъя яралышында осраҡ­лыҡ­тар булмағандай, илдәр һәм халыҡтар яҙмышында ла күҙгә ташланып тормаған эске логика бар. Европаның Азия менән осрашҡан тарафында йәшәү, халыҡтар, цивилизациялар күсеп йөрөгән ете юл сатында булыу Башҡортостан, унда көн күргән халыҡтар өсөн бер яҡтан уңайлы булһа, икенсе йәһәттән байтаҡ мәшәҡәт тә килтергән. Оло юлда ел-дауылы ла, туҙаны ла сама­һыҙ күп. Шул уҡ ваҡытта ҡитға менән ҡитға ҡул бирешкән ерҙә халыҡтар менән халыҡтарҙың яҙмыш-булмышы ла уртаҡ була.
Башҡортостанды Урал-ар­ғымаҡтың һыртына һалынған эйәргә оҡшаталар. Республи­кабыҙҙың Рәсәйҙә иҡтисади, геополитик урыны тураһында фәлсә­фәүи фекер йөрөткәндә был сағыштырыуҙа, әлбиттә, мәғәнә бар. Әммә миңә, ижади эшкә мөнәсәбәте булған кешегә, Башҡортостанды Рәсәй күкрә­гендә типкән дәртле лә, наҙлы ла, сәләмәт тә йөрәк менән тиңләү яҡыныраҡ. Дәүләтебеҙҙә үҙенең иҡти­сади потенциалы, ныҡлы үҫешкән социаль ин­фра­структураһы һәм сәләмәт милли сәйәсәте менән Баш­ҡортостан тотош илдең йәшә­йешенә йоғон­то яһарлыҡ көс булып тора. Мәс­кәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Татарстан, Свердловск һәм Түбәнге Новгород өлкәләре – ошондай мәр­тәбәле ҡала һәм өлкәләр араһында респуб­ликабыҙ күп субъекттар­ҙың береһе рәүе­шен­дә лә юғал­маны, ә Рәсәй дәү­ләтселегенең йөҙөк ҡашы булып ҡалды.
Кеше хәтере ҡыҫҡа. Яманлыҡ, аҡтамырға оҡшап, ғүмерле бул­һа, яҡшылыҡ, иртә ҡойолған сәс­кә шикелле, күптәрҙең күңеленән тиҙ юйыла. Беҙҙең психология шулай. Изгелекте, рухи ҙур­лыҡ­ты, эскерһеҙлекте баһалай бел­мәү – Рәсәй киңлектәрен төбәк иткән һәр беребеҙҙең менталитеты. Был тезис менән ризалаш­маҫҡа мөмкин, әммә уны инҡар итергә тырышыу фай­ҙаһыҙ.
Фекеремдең шул йүнәлештә китеүе – хәүефләнеүҙән. Йылды йыл ҡыуа, ҡарҙы һыу ҡыуа, тигән­дәй, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡа­лырбыҙ. Бөгөн ең һыҙғанып эш­ләп йөрөгән заман­дашта­рыбыҙға алмашҡа сираттағы быуын килер. Улар бөтә дәрт-дар­маныбыҙҙы һалып башҡарған эштәргә үҙҙәренсә ҡарар, үҙ заманы бейеклегенән тороп баһа бирер. Шул саҡта башҡарылған эштәребеҙҙе күрмәмеш-белмә­мешкә һалыш­маҫтармы? Сафсата һатыусылар табылмаҫмы?
Һәр кеше өсөн үҙенә генә ҡояш ҡабыҙып булмай, тарихи ғәҙеллек тойғоһо ла әҙәм балаларына тигеҙ бирелмәгән. Бөгөн йөрәк ялҡынын, аҡыл көсөн һалып башҡарған эштәребеҙҙең киләсәге тураһында хәҙер үк хәстәрләү тәбиғи хәл.
Юҡҡа ғына, кешеләрҙең хол­ҡон ул йәшәгән шарттар билдә­ләй, тип раҫламайҙарҙыр. Ә холоҡтан милли менталитет, донъяға, хеҙмәткә, ижтимағи бурыстарға мөнәсәбәт формалаша. Башҡортостанда ла яңы ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади шарттарҙа ун йылдан ашыу ғүмер эсендә, бик ынтылышлы үҫкән иҡтисадтан тыш, яуаплы, юғары профессиональ әҙер­лекле, бары реаль эште генә һанлаған шәхестәр күтәрелеп сыҡты.
Бигүк йыраҡлашмаған тари­хыбыҙға ҡайырылып күҙ һалһаҡ, республи­кабыҙҙың иҡтисади үҫеше 90-сы йылдар башында етештереүҙең ныҡ кәмеүе, хужа­лыҡ бәйләнештәренең өҙөлөүе, түләү системаһының емерелеүе, халыҡтың байҙарға һәм ярлы­ларға бүленеүе, эшһеҙлектең үҫеүе кеүек Рәсәйҙәге дөйөм хәлгә бәйле булыуын хәтергә төшөрәбеҙ. Әммә Башҡор­тос­танда баҙар үҙгәрештәренә дәүләт контроле һөҙөмтәһендә бындай көрсөк күренештәре байтаҡ йомшартылды. Сәнәғәттә етештереү темпының кәмеүе, тотош Рәсәй Федерацияһындағы менән сағыштырғанда, аҙыраҡ булды.
Иҡтисади реформалауҙың үҙәгендә хосусилаштырыу торҙо. Республика буйынса, мәҫәлән, 1916 йылға 1100-ҙән күберәк педприятие хосусилаштырылды. Ә уларҙа халыҡ хужалығында эш­ләгәндәрҙең өстән бере мәшғүл ине. Бынан тыш, бәләкәй һәм урта ҙурлыҡтағы предприя­тие­ларҙы хосусилаштырыу, сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтен коммерциялаштырыу тамамланды. Республикала социаль-иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарҙың үҙ стра­тегияһы эшләнде һәм тормошҡа ашырылды. Шул арҡала беҙ башҡа төбәктәр яҙмышына төшкән байтаҡ проблемаларҙан ҡотолоп ҡала алдыҡ. Иң тәүҙә республикабыҙға һәм нормаль көнкүреш шарттарын тәьмин итерлек үҙ системабыҙға таян­дыҡ. Ҡоласлы бурыстарҙы хәл итеү зарурлығы республика етәкселәренән шул процестарҙа дәүләттең ролен һәм урынын яңыса күреүҙе талап итте. Шулай итеп, шаҡтай үҙаллы, иң мөһиме — республиканы социаль-иҡти­сади реформалауҙың тормошсан һәм ышаныслы моделен эшләү мөмкинлеге тыуҙы.
Был, беренсе сиратта, күп төр­лө иҡтисад рәүешендә ҡеүәтле матди базаны булдырыу ине. Ә унда республика (дәүләт) һәм муниципаль милек предприятиелары һәм ойошмалары ла, берҙәй үк көндәшлек шарттарында эшләгән хужалыҡ йәмғиәттәре һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа ла­йыҡлы урын тота. Башҡортос­танда элекке институттарҙы һәм хоҡуҡи формаларҙы үҙгәртеүгә, уларҙы баҙар механизмдары менән алмаштырыуға һаҡлыҡ менән, хатта консерватив рәүеш­тә тотондолар.
Үҙгәртеүҙәр, әлбиттә, улар өсөн шарттар тыуғас ҡына тор­мошҡа ашырыла. Нәҡ шул сәбәп менән үҙ ваҡытында яғыулыҡ-энергетика, нефть химияһы комплекстарында хосусилаштырыу темпы, формалары һәм ысулдары үҙгәртелде. Шулай бул­маһа, республика халыҡ хужа­лығында был тармаҡтарҙың хәл иткес урынын һаҡлап ҡала алмаҫ ине. Әле булһа ошо комплекста дәүләттең өҫтөнлөклө роле рес­пуб­ликаның стратегик мәнфәғәт­тәренә яуап бирә.
Шул идеялар һәм принциптар беҙҙең социаль-иҡтисади үҫе­шебеҙҙең концептуаль асылын тәшкил итә. Күп кенә республика программалары шуға таянып ҡабул ителгән.
Сәйәсәт, әгәр ул халыҡ, һәр кешенең оло һәм кесе ихтыяждарына буйһондоролмаһа, ҡоро һүҙ ҡуйыртыу ғына булып ҡала. Шөкөр, Башҡор­тостанда сәйә­сәт – ысын мәғәнәһендә. Әйтел­һә, вәғәҙә ителһә, уның аҙағы тәғәйен эш менән бөтөргә тейеш. Етәкселек иң йоғонтоло сәйә­сәтте реаль эштәрҙә күрә һәм бушты бушҡа ауҙарыуҙы, эшлә­гән булып ҡыланыуҙы, төймәләй генә уңышты ла дөйәләй итеп күрһәтеү оҫталарын ғәфү итмәй. Башҡортостанда эшлекле кеше культы нығынһын өсөн хәҙер бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Көсөргәнешле хеҙмәт, власть органдарының һәр тармағының тырыш­лығы менән беҙ төп йүнәлештәрҙең береһендә ыңғай үҙгәрештәргә өлгәштек: халыҡ тормошоноң күләмен һәм сифатын билдәләгән мөһим күр­һәткестәр яҡшыра бара. Уртаса аҡсалата килем күләме буйынса хәҙер Башҡортостан Рәсәй Феде­рацияһында 1990 йылдағы 66-сы урындан 29-сы урынға күтәрелде. Республика халҡының реаль килеме арта бара. Шулай ҙа эш хаҡын түләү буйынса бурыстың һаҡланып ҡалыуы борсомай ҡал­май. Бюджет хеҙмәт­кәрҙәренең эш хаҡы тотҡар­ланыуы хәҙер инде тарихта ғына ҡалды. Ауыр­лыҡ менән булһа ла, эшһеҙлек күләме түбәнәйә. Социаль тәьми­нәткә бюджеттан аҡса бүлеү 2001 йылдағы менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан. Килемдәре түбән булған ғаиләләргә тәғәйен социаль ярҙам күрһәтеүгә һуңғы биш йылда ғына төрлө сығанаҡ­тарҙан 21,6 миллиард һум аҡса бүлен­гән. Шуның дүрт ярым миллиарды – уҙған йылда. Хөрмәтле вете­рандарға, зәғифтәргә ярҙам да дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә булып ҡала. Уларҙы, балаларҙы лайыҡлы йәшәтеү өсөн дә аҡса йәлләү мөмкинме һуң? Ауыл ерендә йәшәгән күп балалы ғаи­ләләргә айырыуса өҫтөнлөктәр күп. Балалы студент ғаилә­ләре­нә, ғәрип балаһы булған ғаилә­ләргә түләү өсөн дә дәүләт аҡса таба.
Бөгөн һаулыҡ һаҡлау, мәға­риф, мәҙәниәт, физкультура һәм спорт кеүек мөһим йүнәлештәрҙә башҡарылған күп яҡлы эш тура­һын­да гәзит битен тултырып, тәф­силләп һөйләргә булыр ине лә, һүҙҙең мәғәнәһе дәлилдәрҙе йә һандарҙы барлап сығыуҙа ғына түгел. Беҙ һөҙөмтәле эшләр­гә, матур йәшәргә өйрәнеп килә­беҙ. Быныһы – уртаҡ ҡаҙаныш, дөйөм байлыҡ. Төҙөгән гүзәл йорттарыбыҙҙы, һалған юлдары­быҙҙы бер кем дә ҡайҙалыр күсереп алып китергә йыйынмай. Хеҙмәтебеҙ менән тыуҙырылған байлыҡ, республика хазинаһы булып, үҙебеҙҙә ҡала. Артабан да шул бәхеттән яҙҙырмаһын, һүҙебеҙ – эшебеҙҙе, эшебеҙ иле­беҙҙе күтәрһен. Башҡортос­тан исемле илебеҙҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872