Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә...
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә... Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә... Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ кәсептәренә, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең шөғөлөнә иғтибар артты. Аҫалы балаҫ, кейеҙ һуғыу, селтәр, милли биҙәүестәр, ҡорама эшләү буйынса оҫталарҙы һәр төбәктә осратырға мөмкин. Улар буйынса район һәм республикала оҫталыҡ дәрестәре, хатта конкурстар үтә. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был юҫыҡта аҡса табыуҙың бер өлгөһөнә әйләнде, үҙҙәренең эштәрен һатыуға сығара. Шундай оҫтабикәләрҙең бер нисәһен Әбйәлил тарафтарында осратырға насип итте.
Үҙе йылы, үҙе матур – бәйләүсеһе кем икән?
Ғәҙәттә, шәл бәйләгән оҫталарҙы Ейән­сура яҡтарында осратырға күнеккәнбеҙ. Ә бына был төбәктә дебеттән күпереп торған йылы шәл, йомшаҡ бейәләй-ойоҡ, кофта-жилетты һирәк осратырға мөмкин. “Сәриә килендән шәл алдым”, “Бигерәк тә матур бәйләгән”, – тигән һүҙҙәрҙең Ҡаҙ­маш ауылына килен булып төшкән Сәриә Мәхмүтова хаҡында икәнлеген ишеткәс, “Ейәнсуранан түгелме?” – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ысынлап та, оҫтаның даны ете ауылға таралыр тигәндәй, шәл бәйләүсе тигән дан алған килен Ейәнсура районының Яңыбай ауылынан булып сыҡты.
– Бәләкәйҙән ҡулыбыҙҙан энә төшмә­не, – тип ҡаршыланы беҙ­ҙе Сәриә ханым. Ҡулына бәйләмен алып, һөйләшеүҙе дауам итте. – Дүртенсе класта уҡығанда әсәйем бейәләй бәй­ләр­гә ултыртҡайны, ҡайҙан инде унда өйрәтеү. Уларҙың нисек бәйләүен ҡарап торғанмынмы икән, әллә ҡандан бире­ләме, тот та бәйлә лә кит инде. Артабан шәл бәйләргә тотондоҡ. Кис күмәкләшеп ултырып, беребеҙ – шәл, икенсебеҙ – уның ситен, өсөнсөбөҙ бейәләй бәйләр инек. Ял етһә, әсәйем уны Ҡыуандыҡ баҙа­рына (Ырымбур өлкәһе) һатырға китә. Уның ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, ул беҙгә кейем-һалым, тәмле­кәстәр алып ҡайта. Шунан ҡайҙа бараһың, тағы ултырабыҙ бәйләргә.
“Кешене ҡыуандырырға ынтылып эшләгәнгә күрә, бәйләүгә тотонғанда бар күңел йылыңды һалаһың, күҙ нурың­ды түгәһең”, – ти әңгәмәсем. Был яҡтар­ҙың кәзә мамығы яҡшы булмағанлыҡтан, ул тыуған яҡтарына ҡайтып, йыл һайын сифатлы дебет килтерә. Хәҙер оҫтаның үҙ һатып алыусылары бар.
Шәлдең ҙурлығына һәм сифатына ҡа­рап хаҡтары төрлөсә: бер меңдән алып биш мең һумға тиклем. Ҡатын-ҡыҙ бейә­ләйенең хаҡы 400 һумдан башланһа, ир-егеттәр өсөн бирсәткәләрҙе 500 һум­дан һайларға була. Заказ биреүселәргә йылы жилеттар ҙа бәйләй, шулай уҡ балалар өсөн өҫ кейеме һораусылар ҙа етерлек. “Айгөл ҡыҙым менән Вилүр улым да бәләкәйҙән минән күреп бәйләм эшенә бик оҫта. Хәҙер улар үҫте, һәр береһенең үҙ донъя­һы. Балаларҙы уҡытып, кеше итеүҙә бәйләмдәремдең ярҙамы ҙур. Шәл һатып, уларҙы уҡыттым”, – ти Сәриә апай.
Йәмәғәте Ринат Мәхмүтов ҡатынының яратҡан шөғөлөнә ихтирам менән ҡарай, кәрәк булһа, орсоҡ эшләп бирә, энәләрҙең осон да үткерләп ҡуя.
Сәйләндәрҙән түгелә сәскәләр
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙ ҡулдары менән матурлыҡтың ниндәй генә төрөн тыуҙырмай! Кемдер бәйләй, сигә, ҡупшы кейемдәр тегеп күптәрҙе һоҡландыра. Асҡарҙа йәшәгән Сәкинә Ғәлина һуңғы ваҡытта төрлө сәйләндәр менән сәскәләр яһай. Уның шөғөлөн күргән һәр кем тәүҙә был сәскәләрҙең матурлығына хайран ҡала, аҙаҡ уның тере түгеллеген аңлағас, нисек эшләүенә һоҡлана. Оҙаҡ йылдар район дауаханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Сәкинә ханым яратҡан һөнәренә тотона.
– Матурлыҡты бала саҡтан яратам, шуға күрә кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүҙән башланды барыһы ла, – тине Сә­кинә Салауат ҡыҙы. – Күргәҙмәлә сәйләндәрҙән эшләнгән сәскәләрҙе күреп һушым китте. Ошо мөғжизәне үҙ ҡулда­рым менән тыуҙырғым килде, Магнит ҡалаһынан кәрәкле әйберҙәр алып ҡайтып, башкөллө эшкә сумдым.
Тәүҙәрәк үҙенең йортонда үҫкән гөл­дәр­ҙе эшләй, артабан төрлө төҫтәге ми­ләү­шә, ынйы, рауза, ромашка сәскәләрен тереләре менән йәнәш ултыртып ҡуя. Күптәр уларҙың ҡайһыһы яһалма икән­леген айыра алмай. Фантазия менән оҫталыҡтың йәнәш килеүе генә ошондай илаһи матурлыҡ тыуҙырыуға булышлыҡ итәлер, күрәһең. Тыуған көндәргә, бай­рамдарға яҡындарыма бүләк итәм, заказ буйынса эшләйем, – ти алтын ҡуллы оҫтабикә.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигән­дәй, геройым көндән-көн яңылыҡҡа ынтыла, төрлө йүнәлештә эшләп ҡарарға тырыша. Һуңғы ҡыҙыҡһыныуы – алмас мозаикаһы буйынса картина яһау. Уны рамға урынлаштырып ҡуйғас, оҫтаның ижадына барыһы ла таң ҡалған. Ундай картина һатыуҙа 5-6 мең һум тора. Кәсеп итергә лә мөмкин, әммә күңеленең бер өлөшөн биргән эш нисектер яҡын, йылы һәм уны кем менәндер бүлешеү ҡыйыныраҡ, ти сәйлән оҫтаһы.
Селтәр сере
Селтәр, һаҡал, хәситә... Башҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙары кейеменең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған затлы биҙәүестәр төр­лө ерҙә төрлөсә атап йөрөтөлә. Уларҙың эшләнеше лә бер-береһенән айырылып тора. Шау көмөш тәңкәнән торғаны, то­тош­лай мәрйендәр менән ҡапланғаны, тәңкә менән мәрйендәрҙе аралаштырып тегелгәне, ҡортбаш баҫылғаны ла. Әйт­кән­дәй, уларҙың биҙәлешендә ниндәй ырыу­ҙан булыуы ла сағылыш тапҡан. Ялан башҡорттары менән урман яғында йәшәүселәрҙең кейеме генә түгел, хатта биҙәүестәрендә үҙ тамғаһы, үҙ биҙәге һалынған.
Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә ҡарата иғтибар арта төштө, күп кенә гүзәл заттарҙың селтәр, хәситә, алмиҙеү тағыуҙары матур күре­нешкә әйләнә бара. Шунлыҡтан селтәргә һорау йылдан-йыл күбәйә, уны эшләү­селәрҙе күп кенә ауылдарҙа осратырға мөмкин. Хәйер, селтәр бәйләүҙең дә үҙ сере, нескәлектәре бар.
Шундай оҫталар­ҙың береһе – Сәр­бия­мал Ихсанова. Ул Ҡаҙмаш ауылында йәшәй. Күптән түгел Өфөлә үткән “Сел­тәр” байрамында лауреат исеменә лайыҡ булған. Башҡортостан Республикаһының мә­ғариф алдынғыһы, 36 йыл башланғыс кластарҙы уҡытҡан Сәрбиямал Әкрәм ҡыҙының ҡул эшенә һөйөүе бәләкәйҙән килә. Ғаиләлә ете ҡыҙ үҫкәндәр, уларҙың һәр береһе ҡул эштәренә һәләт­ле. Береһе кейем бесһә, икенсеһе уны тегеп ҡуя, өсөнсөһө шул кейемгә ярашлы биҙәүес яһай. Шуға күрә милли биҙәүес­тәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу геройымдың бала сағынан килә тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. 1976 йылда Миҙхәт Рәжәпов атлы егет менән сәстәрен-сәскә бәйләгәс, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә. Бөгөн бәхетле олатай-өләсәйҙең өс ейәнсәре үҫә.
– Ҡыҙҙар тәрбиәләгән әсә, хә­ҙер һө­йөклө өләсәй булараҡ, нисек ин­де халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә битараф булырға мөмкин?! Уларҙың һәр береһенә эшләп бүләк итәм. Тәүҙә үҙем өсөн башлаған селтәр бик уңышлы килеп сыҡҡас, алты һеңлемә лә бәйләп бирҙем. Аҙаҡ ҡыҙҙарым өсөн тотондом, хәҙер ейән­сәрҙәремдең һәр береһенә инсе­ләгән­мен. Милли кейемдәрҙе ҡыҙым Шәүрә тегә, уларҙы тулыландырып сел­тәр, алмиҙеү, хәситәләрҙе үҙем яһарға тырышам, – ти оҫтабикә.
Селтәр өсөн йомшаҡ туҡыма алы­на, ул кәрәкле үлсәмдә тегелә. Артабан би­ҙәүескә милли биҙәк һалына. Сәрбиямал Әкрәм ҡыҙы ғәҙәттә селтәрҙәренә үҙ ырыуының тамғаһын төшөрә. Мәрйен­дәр урынына магазинда һатылған төрлө сәйләндәрҙе (бисер) ҡуллана. Хатта әйлә­нештән сы­ғарылған элекке тинлек аҡса­ларҙы һатыу­сылар бар икән. Шулай уҡ ҡорт­баштарҙы ҡуйыу үҙенә күрә бер биҙәк бирә. Һуңғы ваҡытта Сәрбиямал ханым хәситә йәки иҙеү (алмиҙеү) эшләү менән шөғөлләнә.
– Һеңлемдең ҡыҙының туйы үтте, шун­да барыбыҙ ҙа мин эшләгән иҙеүҙәрҙе таҡтыҡ. Бүтән райондан килгән ҡунаҡтар хайран ҡалды. Ниндәй генә затлы биҙә­үес­тәр булһа ла, миллилеккә етмәй, ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға нәзәкәтлек һәм һөй­көмлөлөк өҫтәй. Шуға күрә өләсәйҙәре­беҙҙән аманат булып ҡалған милли биҙәүестәргә йөҙ борайыҡ, уларҙы кейәйек, хөрмәт һәм ҡәҙер итәйек.
Бөгөн ҡул эше менән булышам тигән кешегә магазиндарҙа барлыҡ әйберҙәр ҙә етерлек. Әммә шуны оноторға ярамай: ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарып ҡуймағыҙ, сөнки һуңғы ваҡытта урынлы-урынһыҙ һәр ерҙә милли биҙәүес таҡҡандар күбәйҙе. Әлегә уларҙы эшләй белгән, нисек яһау серҙәренә төшөндөр­гән оло йәштәге оҫталарыбыҙ иҫән саҡта, уларҙан өйрәнеп ҡалыу һис тә ҡамасау итмәҫ ине. Заманса стилгә әйләндер­гән­дәре матур, әлбиттә, әммә уларға эйәрһәк, милли мәҙәниәттең юҡҡа сығыуы ла бар бит.
Ҡаҙмаш ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәрбиямал Ихсанова әйтеүенсә, селтәр эшләү еңелдән түгел. Бер селтәр­ҙе ижад итеү өсөн яҡынса ун ай самаһы ваҡыт китә, ә бына иҙеүҙәрҙе 10-15 көндә эшләргә мөмкин. Селтәрҙең биҙәлешендә ниндәй тәңкәләр ҡулланылыуына ҡарап хаҡ­тары төрлөсә: 8 меңдән алып 10 мең һумға тик­лем барып етә. Ә бына иҙеүҙәрҙе 2 мең­гә һатып алырға мөмкин. Заказ биреү­селәр төҫтәрен үҙе әйтә, дизайнер ҡыҙы Шәүрә уларҙы “һә” тигәнсә әсәһенә ҡыр­ҡып бирә. Әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, әсәле-ҡыҙлы Шәүрә менән Сәрбиямал ханым ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өләшеүен дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 30

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 27

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 32

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 41

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 27

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 31