Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигән боронғолар. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ыҫпай, үҙенә килешле итеп кейенеп йөрөгән. Мода бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Берәүҙәр уға табына, икенселәр – ҡыҙыҡһына, өсөнсөләр уға битараф. Әммә ҡайһы берәүҙәр мода артынан ҡыумаһа ла, һәр миҙгелдә модалағы өҫ кейеме тураһында ҡыҙыҡһына. 2017 йыл өҫ кейемебеҙгә ниндәй яңылыҡ индермәксе? Мода тигәндәре нимә менән һөйөндөрмәксе?Быйыл мода күп сюрприз вәғәҙә итә. Был өлкәлә ныҡлы үҙгәрештәр көтөлә: үткән миҙгелдең сағыу трендтары артҡа күсә, яңы тенденциялар барлыҡҡа килә. Быйыл уникаль принттарға өҫтөнлөк биреләсәк.
Мода артынан ҡыуыусыларҙы нимә көтә?Барокко стилен үҙ итеүселәр ҙур үҙгәрештәр кисерәсәк. Атлас, парса, ебәк өҫтөнлөк итер. Бисер, стразалар менән биҙәү шул килеш ҡала.
Милитари стиле лә үҙгәреш кисермәй ҡалмай. Камуфляж, хаки төҫөндәге кейемдәрегеҙҙе арыраҡ алып ҡуйырға мөмкин. Быйыл иһә һоро, көл төҫлө, аҡһыл-көрән төҫлө кейемдәр модаға инәсәк. Ошо төҫтәге жилет, салбар, жакетҡа өҫтөнлөк бирелә.
Мода донъяһында яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә. Ул – эльф мистицизмы. Күлдәктең йырығы фея (тылсымлы ҡыҙ) образын сағылдыра. Күбәләкле, сәскәле туҡымалар төрлөлөгө менән айырыласаҡ.
Салбар менән итәкте яңы мода буйынса икеһен бергә кейергә була. Был үҙенсәлекле стиль фольклор йәки этно исемен йөрөтә.
Ап-аҡ төҫтәге костюмдар 2017 йылдың “хит”ына әйләнәсәк. Киң, иркен пальтолар шулай уҡ быйылғы модаға тап килә. “Ҡасаҡтар” стиле әле генә подиумды ташларға йыйынмай.
Ә бына блузкалар үҙенсәлекле киҫелеш аласаҡ. Образ киҫелгән шарфтар, поястар, кокеткалар менән тулыланасаҡ. Ғөмүмән, ирекле силуэт, күп ҡатламлылыҡ, ассиметрия менән тегелгән күлдәк моделен һайлап алыу мөмкинлеге бар. Итәге ергә тейеп торған оҙон күлдәктәр ҙә трендтан төшөп ҡалмаҫ.
Үткән йылдан айырмалы, яңы миҙгелдә күҙҙе ҡамаштырып торған төҫтәр юҡ. Дизайнерҙар ҡыҙыл, аҡһыл ҡыҙыл, мәрйен, һары, ҡыҙғылт-һары, гәрсис, шоколад төҫтәрен кәңәш итә.
Яңы миҙгелдә принттар баҫалҡы, әммә этник стилгә тартым буласаҡ. Шәреҡ мотивтары – юғары баҫҡыста. Шуға күрә өҫ кейемегеҙҙәге милли биҙәктәр иғтибарҙы ғына йәлеп итеп ҡалмаҫ, улар модалы һаналыр.
Авангард стиле лә үҙенең позицияһын әллә нисә миҙгел тотоп килә. Ҡайһы бер орнаменттар билдәле рәссам-авангардистарҙың эшен ҡабатлап, мода менән сәнғәттең берләшеүен сағылдыра.
Яңы моделдәр туҡымаларҙың тәбиғилеге менән айырыласаҡ. Ебәккә, мамыҡҡа урын биреп, синтетик туҡыма артҡы планға күсә.
Спорт стиле тәү сиратта уңайлылыҡты күҙ уңында тота. Тупаҫ туҡымаларҙы бында осратмаҫһығыҙ. Ҡайһы бер моделдәр классикаға тартым, әммә үҙенсәлекле трикотаж туҡыма уларҙы сағыу күрһәтә.
Ретро стиле лә башҡаларҙан һис ҡалышмай. Ғөмүмән, быйылғы фасондар ниндәйҙер кимәлдә үткән быуаттың 70-се йылдарын иҫкә төшөрә, өҫтәүенә ажурлап сигелгән өҫтәлмәләр, аксессуарҙар иң ябай моделгә лә йән өрә.
Быйылғы аяҡ кейеменә килгәндә, туфли, әрме ботинкалары, батильондарҙы осратырға була. Шарап, кирбес, ҡара зәңгәр, зөбәржәт төҫтәре беренсе урында тора. 2017 йылдың тағы бер үҙенсәлеге – бәрхәт туҡыманан тегелгән аяҡ кейеме. Был туҡыма ҡиммәт тип табылды, уның альтернатив варианты – велюрҙан тегелгән кейем кәңәш ителә. Ҡуйы ҡыҙыл, ҡәһүә, ҡара-йәшел төҫтәр бәрхәт текстураһын матурыраҡ сағылдырасаҡ.
Йылан, крокодил тиреһенән тегелгән, платформалы аяҡ кейемдәре лә популярлығын юғалтмай әле. Баулы, шнурлы аяҡ кейеме, йомшаҡ күндән тегелгән ботфорттар быйылғы йыл хиты булып иҫтә ҡалыр.
Мода тураһында һүҙ йөрөткәндә тағы ла бер аксессуар – сумка хаҡында әйтмәү ярамаҫ. Элек ҡатын-ҡыҙ сумкаһын аяҡ кейеменең төҫөнә тап килтерер ине. Хәҙер дизайнерҙар был стереотиптан ҡотолорға кәңәш итә. Хәҙер фантазияны егергә тура килер. Модельерҙар был аксессуарҙы өҫ кейемендәге һүрәт йәки биҙәү менән тап килтереүҙе уңышлы тип һанай. Хатта маникюрыңдың, алҡаларыңдың биҙәге менән бер иш булырға мөмкин. Ғөмүмән, өҫ кейемең менән сумкаң бер төҫтә булһын.
Быйыл миниатюр сумкаларҙан алып урта ҙурлыҡтағы, трапеция, дүртмөйөш формаһындағылар модала. Йылан, крокодил тиреһенән тегелгәндәре лә модаға ҡайта. Модельерҙар уларҙы офис стилендәге эш костюмдары менән кейергә кәңәш итә. Спорт һөйөүселәр өсөн муйындан аҫмалы сумка-бау тәҡдим ителә. Ҙур сумкалар араһынан кейстар һәм сумка-саквояждар популярлыҡ ала. Ғөмүмән, дизайнерҙар уңайлы рюкзак, сумка-тоҡсай йөрөтөргә кәңәш бирә. Хәйер, клатчтар ҙа моданан төшөп ҡалмай әле.
Аксессуарҙар һәм бижутерия ҡатын-ҡыҙ тормошонда айырым урын алып тора. Быйылғы миҙгелдең мөһим тренды – эре алҡалар, йөҙөктәр, беләҙектәр. Тағы ла бер яңылыҡ – бармаҡтарҙағы йөҙөктәрҙең күп булыуы. Йөҙөктәр үлсәме, формаһы, төҫө буйынса тура килеп торорға тейеш. Һыуыҡ көндә был аксессуарҙы бирсәткә тышынан кейергә лә мөмкин.
Ағастан, металдан, пластиктан эшләнгән күн беләҙектәр шулай уҡ 2017 йылдың хиты һанала.
Дүртмөйөш, өсмөйөш, спираль, ромб формаһындағы алҡалар ҙа модала.
2017 йылда сәстәрҙе биҙәүгә ҙур иғтибар бүленә. Сәс ҡыҫтырғыстары төрлө ҙурлыҡта булырға мөмкин.