Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Араланы Апрель айы етеп, ҡар бутҡа ише иҙелә башлағанда, мин аҡ юрғандарын аса башлаған баҫыуҙарымды байҡап ҡайтырға һыбай сығам. Йыл да. Әле иртә булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәтемә кергән. Урман-ҡырҙар ҙа ныҡ һағындырған. Унан, бар тәбиғәт зыҡ ҡубып уяна башлаған мәлдә нисек сыҙап ятмаҡ кәрәк. Быйыл да ул ғәҙәтемде ташламаным.
Инде унда-бында үҙҙәренә саҡырып ятҡан “йәй урындар” күренә. Ҡарҙан әрселә башлаған ерҙе беҙҙең яҡтарҙа шулай тиҙәр – “Йәй урын”. Миңә ҡалһа, ошо бәләкәй генә һүҙҙән ниндәйҙер наҙлы йылылыҡ килә һымаҡ. “Йәй урындарға” тәүләп аяҡ баҫырға ғәжәп яратам. Малай саҡтан ошолай булды, әле лә шулай. Ҡарайышып ятҡан “йәй урындарҙан” танһыҡлап кителгән еүеш ер еҫе аңҡый. Ошо илаһи еҫтән еңелсә баш әйләнә, тын алыуҙары рәхәт.
Әйткәнемсә, тәбиғәткә йән керә башлаған саҡ. Көнө ғәжәп матур! Тыуған ер, тыуған төйәк яҙғы ҡояш нурҙарына ҡойона. Шул рәүешле, ныҡ көттөрөп килгән миҙгелгә ҡыуанып, бар тереклек тантана кисерә. Нәҡ ошондай көндәрен ялҡытҡыс оҙон ҡыштан биҙеп бөткән тәнгә ҡушылып йән дә ял итә.
Әлегә шыр яланғас урман һәр төрлө ҡош-ҡорт тауышынан гөрләп тора. Хисле күңелде иң уйнатып ебәргәне тумыртҡа “йыры”. “Тор-р-р... Тр-р-р-рр...” Әйтерһең дә, кемдер тырышып-тырышып барабан ҡаға. Ул саҡырыу ауазы әллә ҡайҙарға китеп, ағастарҙан, тауҙарҙан ҡаҡлыға ла кире әйләнеп ҡайта. Бер сама моңло ғына үҙе. Моңло ла, моңһоуыраҡ та. Ҡыҫҡаһы, моңһоу моң. Нин­дәйҙер бер ҡыу ағастан да шундай моң сығарып булыр икән. Мин ихлас күңелдән ғәжәпләнәм.
Бысрағы иҙелеп ятҡан юлда ҡарға, сәүкә һәм башҡа ҡанатлы йәндәр көтөүе ҡайнай. Ай-һай, шәп бара “ҡоштар баҙары”. Ниңә шул ҡәҙәре мәж киләләрҙер инде, нимә тапҡандарҙыр, белмәҫһең.
Мин, атымды ҡабаландырмайса, миҙгел хозурлығына һоҡлана-һоҡлана, ләззәтләнеп барам. Һәр саҡтағыса, этем Мурзик та ятып ҡалмаған. Уның үҙ кәсебе: аҙым һайын осраған болғансыҡ күләүектәрҙе шаптырлатып кисә-кисә, еҫкәнеүҙән туҡтамай. Ул башҡа бер йән эйәһенә лә тәтергә яҙмаған еҫтәр донъяһын туҡтауһыҙ өйрәнә.
Көтмәгәндә бер ҡарға үҙенсәлекле ҡарҡылдап ҡуйҙы. Мин инде беләм: башҡаларын һаҡ булырға саҡыра. Шул әҙере яҡын-тирәләге ҡош өйөрө ҡара болот булып һауаға күтәрелде. Ян-яҡта ғәҙәти булмаған шау-шыу ҡупты. Ошо мәл күҙ ҡырыйы менән генә шәйләйем: әлеге мәхшәр эсенә юғарынан, атҡан уҡтай, күгелйем йыртҡыс ҡош ташланды. Ул сел ҡарсығаһы ине. Күгәрсендән саҡ ҡына ҙурыраҡ.
Ҡыйыу ҡарсыға ағастар бейеклегендә бер сәүкәне тырнағына эләктереп алды. Эләктереүен-эләктерҙе, әммә күтәреп алып китергә хәленән килмәне. Йыртҡыс менән ҡорбан, йомғаҡ ише, лып итеп һыулы ҡар өҫтөнә килеп төштөләр. Меҫкен сәүкә бар хәленсә ҡаршылашып маташҡан була, ҡәрҙәштәренән ярҙам һорап яр һала. Йән бит, һәр кемгә ҡәҙерле. Ә улары яҡын-тирәлә юҡ инде. Ҡайһыһы йәшенеп өлгөрҙө, ҡайһыһы осоп китте. Тыуған төйәгенә ашҡынып ҡайтып та аяныс яҙмышҡа дусар ителгән ҡошсоҡ япа-яңғыҙы үлемгә ҡаршы алыша. Тик ҡарсыға тырнағына бер тарыһаң....
Мурзик башта был алышҡа аптырай биреп ҡарап торҙо. Ахырҙа сәүкәгә ярҙамға ашыҡты, буғай, сабып китте. Ләкин барып өлгөрмәне, әллә ҡайһы арала пәйҙә булған шуҡ ала ҡарға бәхәскә ҡушылды. Ул, аҡты-ҡараны айырмай, зәһәр ҡырағай тауыш сығарып, көсһөҙләнә барған ҡорбаны өҫтөндә ҡуҡырайып ултырған юлбаҫарға ташланды. Ҡарғаның ҡыйыулығына аптырап, мин шаҡ ҡаттым. Ә ҡарсыға? Ул сәүкәне ҡармап алған кәкре тырнаҡтарын бушата һалды ла, ҡорбанын ташлап, яҡындағы ҡыуаҡтар араһына осто. Хәле мөшкөләйгән сәүкә шунда уҡ икенсе яҡҡа китеп юғалды.
Батыр ҡарға ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡарсығаны эҙәрлекләүен дауам итте. Мурзик менән беҙ уларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Аҙаҡ уйға ҡалдым: өйөр-өйөр ҡоштоң ҡотон алған ҡарсыға ни эшләп, ни сәбәптән бер йолҡош ҡарғанан шөрләне. Көтмәгәнлектән ҡаушанымы, әллә әрһеҙ һөмһөҙлөк алдында юғалып ҡалдымы? Әҙәми зат араһында ла булғылай ҙа баһаң бындайы. Нисек кенә булмаһын, бәләгә тарыған бәләкәс сәүкәне ала ҡарға аралап ҡалды, ә сәүкәнең үҙ иштәре түгел. Ошоноһо ғәжәп. Кешеләрҙең: “Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә”, – тигәне әллә ошо буламы. Әлеге сәүкә көнөндә ҡалған саҡтарҙа юлыңа ала ҡарға килеп сығыуына ла ҡыуанаһың бит ул.


Автор: Иҙрис НОҒМАНОВ. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә