Һәр дәүерҙең йөҙөн билдәләгән, уның тулы ҡанлы картинаһын күҙ алдына баҫтырған шәхестәре була. Кемдәрҙер Ҡол Ғәлиҙең замандашы булыуы менән ғорурланған, икенселәр Салауат батыр, Пушкин заманында йәшәүе менән бәхетле, өсөнсөләр Ахматова, Есенин, Белинскийҙы күрҙек тип хәтирәләрен теркәй. Ҙур ғорурлыҡ менән кемде генә телгә алһалар ҙа, ул шәхестәрҙең зауыҡ билдәләрлек әҫәрҙәре, фиҙакәр эшмәкәрлеге менән халыҡ хәтерендә ҡалыуын таныйбыҙ.
Журналистикала эшләү осоромда һәр саҡ бер нисә шәхестең тәрән фекеренә, рухташлығына таяндым. Башҡорт тарихын, шәхестәрҙең шәжәрәләрен яҡшы белгән хөрмәтле Әнүәр ағай Әсфәндиәров арабыҙҙан иртә китеп барһа ла, әле булһа уйымда уның менән фекерләшеп, кәңәшләшеп алам. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән шиғриәт, әҙәбиәт ғилеме хаҡында һөйләшеүҙәр – минең өсөн ижади мәктәп, шиғриәттең сәнғәт институты булараҡ асылын нығыраҡ аңларға ярҙам итте. Яҡташым, башҡорт һүҙ сәнғәтенең, ғилеменең, фекеренең аҫыл вәкиле Рәшит ағай Шәкүр менән замандаш булыу – минең өсөн генә түгел, ә тотош халҡыбыҙ, ошо дәүер Башҡортостаны, башҡорттар өсөн ҙур бүләк. Һәр тотонған эшенә киң даирәлә, тәрән зиһен, йөрәк һиҙгерлеге, яҡты маҡсат менән ҡарауы, хеҙмәтен еренә еткереп башҡарыуы уның үҙен дә Аҡмулланың юғарылығына күтәрҙе. Уны хатта дәүеренең мәғрифәтсеһе, халҡының рухнамәһен яҙған шәхес тип ҡыйыу рәүештә атайым.
Рәшит ағайҙың төрлө өлкәгә ҡағылышлы китаптары уҡыусыларына етеп тора. “Ағиҙел” журналында баҫылып килгән хәтер яҙмалары уны мемуар жанр оҫтаһы ла итеп танытты. Алда яҙылған фекерҙәрҙе ҡабатламау маҡсатынан 80 йәшлек юбилейы айҡанлы уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.– Һеҙ үҫкән мөхитте күҙ алдына баҫтырайыҡ әле. Ижадсының формалашыуына уның йоғонтоһо ҙур, тип иҫәпләй ғалимдар. – Әле “Ағиҙел” журналында баҫыла башлаған хәтирәләр китабында ҡыҙыҡлы ғына итеп һүрәтләнде булһа кәрәк мин үҫкән мөхит. Ундағы ҡайһы бер параграфтарҙы шундай һүҙҙәр менән билдәләгәнмен: “Бала сағым – болондағы ҡолон сағым”, “Юлдарым урау-урау”. Икеһе ике төрлө фекер. Беренсенән, бала саҡ, үҫмерлек йылдары ғүмерҙең иң яҡты, ҡәҙерле миҙгеле икәнен әйтмәксемен. Кешенең үҫкән донъяһы – ул, әлбиттә, әйләнә-тирәләге тәбиғәт, ауылы, ауылдаштары, ауылдың рухи, мәҙәни мөхите, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, традициялар, туғандарҙың мөнәсәбәте, ғаилә – былар барыһы ла баланың аңы үҫешенә, хатта киләсәген билдәләүенә тәрән йоғонто яһай.
Мин ғүмер буйы тыуған ауылымды һағынып йәшәйем. Хатта тәбиғәт ҡосағында йәшәргә тура килмәгәненә лә үкенәм, ләкин яҙмыш үҙенекен итә.
– Ниндәй йолалар тотола ине һеҙ һағынған ул ауылда?– Ауылыбыҙ бәләкәй генә ине, әммә унда халыҡ бер ғаилә һымаҡ йәшәне. 30-35 өй тирәһе ине. Элегерәк ул ҙурыраҡ та булған, әммә тора-бара, халыҡты ерһеҙ ҡалдырып, совхоз ауылдарын килтереп ултыртҡандар. Ерһеҙ ҡалған халыҡ унда йәшәй алмай, бигерәк тә башҡорт милләте ергә ереккән бит инде ул. Сабынлыҡ, көтөүлек юҡ, иген игергә 400 гектар ер ҡалған. Беҙҙең ауылдың ерендә совхоз үҙәге, уның дүрт-биш бүлексәһенең ауылдары ултыра. Тимәк, ауылыбыҙ бер нисә ауылдан торған ҙур совхоздың ҡеүәтенә тиң булған. Хәҙерге ваҡытта Стәрлетамаҡ районының Яңы Абдрахман ауылы тип йөрөтөлә инде. Үҙ заманында урындағы халыҡтың егәрлелегенә, маҡсатҡа ынтылыусан булыуына эргә-тирәләгеләр көнләшеп тә ҡараған. Сумар шырпылары тип йөрөткәндәр уларҙы хатта. Революцияға хәтлем ауылдаштарым яҡшы аттарҙа йөрөгән, иген иккән, Стәрлегә, ҡайһы берҙәре Өфөгә ылау менән барып, ашлыҡ менән һатыу иткән. Уларҙың өйҙәре шығырлап торған бүрәнәнән булған, себеш тә үтмәҫлек ҡоймалар ҡорғандар.
– Ҡайҙан килгән һуң уларҙа башҡорт халҡына хатта хас бумағаныраҡ был сифаттар? Улар бит бик иркен йәшәгән булып сыға. Иген игеүҙе лә башҡорттар ҡасан ғына үҙләштергән бит әле?.. Күсмән башҡорттар мал үрсеткән, төрлө һөнәр, кәсеп эштәре менән шөғөлләнгән бит инде...– Улар яңылыҡты тиҙ ҡабул иткән, заман ҡуйған талаптарға тиҙ яраҡлашырға тырышҡандар һәм игенселеккә иртәрәк тотоноп киткәндәр. Йылҡысылыҡҡа килгәндә, ауылыбыҙҙа был шөғөл дә киң таралған булған. Ноғоман ҡартатайымдың малы бик күп булған, хатта өйөрҙөң бер осо яланда булһа, икенсеһе аҙбарҙа булған, тип һөйләйҙәр. Меңәрләгән баш мал тотҡан. Меркет ырыуы башҡорттарының бүтән ауылдары ла малды бик күпләп аҫраған. Инәйем яҡлап ҡартатайымдың Түрҫәгәҙелә өс мең баш йылҡыһы булған.
Йолаға килгәндә, беҙ һуғыш ваҡыты, һуғыштан һуңғы осорҙа тәрбиәләнгән балалар. Һуғыштан һуң берәм-берәм ағайҙар ҡайта башланы, аслыҡ ваҡыты. Әммә ағайҙарыбыҙ ҡайтыу менән, беҙ күрше-тирәне, туған-тыумасаны сәйгә лә, ашҡа ла саҡырып алған булабыҙ. Өҫтәлгә ҡуйырға аҙыҡ та күпме генә инде, әммә саҡырып алабыҙ. Шунан күрше-тирә ҡунаҡ күрһәткән була, дүрт-биш көн буйы дауам итә ул. Хәҙер бик ишетелеп бармаһа ла, беҙ үҫкәндә ундай йола тәртиптәре йәшәй ине әле.
– Киң таралмаһа ла, бар ул йола бөгөн дә. – Һиңә ҡунаҡҡа кеше ҡайтһа, һин туғандарҙы саҡырып алаһың. Ә инде улар, үҙ сиратында, иртәгә, иртәгә һуңға һәм артабан үҙҙәренә ҡунаҡты ашҡа саҡырып ҡайтып китәләр. Был – үҙенә күрә туғанлыҡ, ауылдашлыҡ ептәрен дә нығытҡан, аралашыу йолаһын һаҡлаған бер күренеш. Хәл белешеп, йырлашып, донъя ваҡиғаларын һөйләшеп, бер-береһен көлдөрөп, табын артында барған матур бер йола ине. Шундай йылы мөнәсәбәттәр һаҡлаған был йола хаҡында хәтирәләремдә лә яҙҙым.
Ауылда бик ҙур, саманан ашҡан конфликттар булмай торғайны. Ҡаршылыҡтар килеп сыға инде, әлбиттә, әммә уларҙы аҡыллы рәүештә хәл итә белделәр. Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, айырым бер колхоз ине: үҙенең хужалығы, фермаһы, тимерлеге бар ине. Тирмәне лә булды, әммә һуғыш ваҡытында бөттө ул. Миңлеғәле тигән бабай эшләй торғайны тимерлектә. Ана мин һеҙҙә баҫылған мәҡәләлә яҙам бит әле Әхәт Ғәйфуллин хаҡында. Ул да бала сағында шул тимерлеккә йөрөргә яратҡан. Миңлеғәле бабай менән Шәрифә әбей тимерлектә эшләй, ниндәй тимер-томор эше бар, барыһы ла улар өҫтөндә: сәскес, елләткес, һабан, тырма килтереп, шуны йүнәттереп китәләр. Мин дә бик йыш шул тимерлеккә бара торғайным. Күректе тартып, ярҙамлашҡан булам, ҡыҙған тимерҙең шаж итеп һыуға төшкәнен күҙәтәм. Ҡыҙыҡ инде ул.
Миңлеғәле бабай хаҡында минең иҫтәлектәр байтаҡ ул. Бер мәл уның менән ат арбаһында Орловка тигән ауылға барып йөрөп ҡайттыҡ. Ул миңә юл буйына: “Улым, алдашма, улым, урлашма!” – тип тылҡый. Быны ни өсөн иҫкә алам, сөнки ауылда халыҡ быуындан быуынға килгән йолаға тоғро ҡалып, үҙ балаларын ғына түгел, ә эргә-тирәләгеләрҙекен дә кәңәш, һүҙ менән тәрбиәләй ине әле ул осорҙа. Миңлеғәле бабайҙың әйткәндәре минең күңелемә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Үрге оста йәшәгән ул бабай ҙа минең тәрбиәсем булып сыға. Беҙ үҫкәндәге ул мөхит ҡалалағы балаларға етеңкерәмәй бит инде.
– Рәшит ағай, беҙҙә шундай тапалып бөткән бер фекер йәшәй: ҡалаға килеп юғары белем алһаң, тимәк, һин зыялы. Ғүмер буйы ауылда йәшәгән, хатта белем алыу мөмкинлегенә эйә булмаһа ла, ҡандан килгән зыялы өләсәй, олатайҙарыбыҙ миҫалында был ҡарашты кире ҡағырға була бит?– Беҙ үҫкәндә, бәхеткә күрә, ауылдағы күңел байлығы әле бик ныҡ һаҡланған булған. Был бик боронғо дәүерҙән килгән зыялылыҡ, тәрбиә мәктәбе. Ана шул тәрбиә мәктәбе халыҡтың барлыҡ йәшәү рәүеше булған. Быуаттар төпкөлөнән килгән йолалар, үҙ-ара итәғәтле мөнәсәбәт, әкиәттәр, байрамдар аша бирелгән ул тәрбиә. Бәхеткә, беҙ ана шул мәктәптең һуңғы балҡышын күреп ҡалдыҡ.
Бына, мәҫәлән, шул уҡ йыйындарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Бер-береһенә таянып, берләшеп йәшәү күренеше ул. Беҙҙең Өршәк буйында йыйындар айырым үткәрелә торған булған. Дим буйында – үҙенә башҡа. Беҙ ишетеп тора инек инде ҡайһы ауылда ҡасан йыйын буласағы хаҡында. Ғәҙәттә, үрге яҡтан түбәнгә табан бара инде улар. Яҙ башынан беҙҙең ауылдан башланып китә лә Дәүләкән районының Ҡаҙырғол, Мерәҫ ауылдары тирәһендә тамамланып ҡуя торғайны. Ике ай тирәһе бара. Йыйында көндөҙ төрлө ярыштар үткәрелә: көрәш, ат сабышы. Кисен ул ҡыҙҙар уйынына әйләнә. Түңәрәк уйындар таңға тиклем дауам итә. Ҡояш сығыр алдынан кемдер арбаға баҫып: “Киләһе йыйын – Мораҙым ауылында!” – тип ҡысҡыра. Шуны ишетер өсөн беҙ йоҡламаҫҡа, таңды ҡаршыларға тырышабыҙ. Әммә ҡайһы ваҡыт түҙмәйбеҙ, сиҙәмгә терһәкте терәп, тубыҡланып йоҡлап та алабыҙ, ә яҙғы ер әле йылынып өлгөрмәгән, шулай итһәң, һыуыҡ теймәй. Шунан әлеге таң алдынан уянып та китәһең, әгәр инде уянмаһаң, һорашаһың: “Кем ҡысҡырҙы, алдағы ялда ҡайһы ауылда үтәсәк?”, йәнәһе. Был хаҡта алдан белеп тә торабыҙ, әммә ана шул кульминацион мәлде ишетмәй ҡалыу үкендерә (көлә – авт.). Ул йыйындарҙы фәҡәт үҙебеҙҙең башҡорт ауылдары уҙғара торғайны. Ауылдан ауылға йыйындарға йөрөгәндә туғандарҙы ла барлап сығаһың. Атай-әсәйең, туғандарың шул-шул ауылда бына был бабайың йәшәй, хәлен белешеп сыҡ, тиҙәр. Унда инеп сәй эсеп сығаһың. Хәлде һорашалар, туғандарҙы белешәләр. Тирә-яҡтағы нәҫел ептәре ошоноң арҡаһында бер ваҡытта ла өҙөлмәгән. Йыйындар – ул уйын-көлкө генә түгел, ә йәштәр өсөн яңы мөнәсәбәттәр ҡороу, егеттәр өсөн иһә ҡыҙ күҙләү урыны ла.
Түрҫәгәҙенән бер бабайымды Инжаркаға, йәғни Анджеро-Судженскиға һөргөнгә ебәргәндәр. Ул, һуғыштан һуң ҡайтып, ғаиләһе менән Мейәстә урынлашҡан, бөгөн балаларының балалары шунда йәшәй. Шул Мейәстән бер мәлде Батырхан ағай йыйындан йыйынға йөрөп ҡыҙ күҙләргә ҡайтты. Уның менән беҙ брискаға, йәғни оҙон арбаға тейәлешеп, Төрөмбәткә йыйынға барғаныбыҙ хәтерҙә. Ул үҙе гармунсы ла ине. Юл буйы гармунда уйнап барҙы. Халыҡ ана шулай элек-электән бер-береһенә терәк булып, ныҡлы аралашып йәшәгән. Һуғыштан һуңғы йылдарға тура килһә лә, тормош нисек кенә ауыр булмаһын, барыбер күңелдә хыял ҡанаттары талпынған бер дәүер булып ҡалды ул. Ғаиләбеҙ ҙә, тыуған ауылым халҡы ла берҙәм, татыу, бер-береһенә ихтирамлы булды. Беҙҙең өйҙә белем культы көслө ине. Мораҙым ете йыллыҡ мәктәбендә уҡығанда шиғырҙар яҙа башланым, “дүрт”, “биш” билдәләренә генә өлгәштем. Шул тиклем шахмат уйнарға ярата инем, әммә артабан һәләтемде үҫтерергә мөмкинлек булманы. Сөнки ете йыллыҡ мәктәпте тамамлау менән тормошомда “урау-урау юлдар” осоро башланды. Эш шунда: артабан әллә ҡайҙа ятҡан Октябрьский ҡалаһындағы нефть техникумына уҡырға инеү менән туған тел, тыуған мөхиттән айырылыу эске донъям өсөн бик ҙур тотҡарлыҡ булған икән, тигән фекергә киләм. Тәүге бер-ике йыл эсендә стресс кисереү хәлендә йәшәгәнмен. Шуныһы ҡыҙыҡ: нәҡ ошо йылдарҙа туған телдә уҡырға, аралашырға ностальгия көсәйҙе. Шул ваҡыттан башлап, хәҙер инде бына 60 йылдан артыҡ, “Совет Башҡортостаны”ның, “Ағиҙел”дең (элекке “Әҙәби Башҡортостан”) даими уҡыусыһы булып киттем. Әле лә бер һанын да ҡалдырмай уҡып барам. Башҡорт әҙәбиәте ошо дәүерҙә минең күҙ алдында үҫте, байыҡты, яңынан-яңы үрҙәр яуланы. Ниһайәт, техникумды тамамлағанда арыу ғына яҙыша башланым. Шулай итеп, яңынан асылып киткәндәй булдым. Армияла хеҙмәт иткәндә лә “Совет Башҡортостаны”нда, хәрби округ гәзитендә мәҡәләләрем баҫылып торҙо. Армиянан ҡайтҡас, туп-тура Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлексәһенә уҡырға килеп керҙем. Урау-урау тормош юлында, шулай итеп, был минең иң беренсе дөрөҫ боролош яһауым булды. Кеше үҙ-үҙен юғалтмаҫҡа тейеш. Беҙ йәш саҡта милли мәктәптәрҙә бөтөн предметтар ҙа туған телдә уҡытыла ине. Урыҫ телен, әҙәбиәтен дә бик яратып уҡый инек. Мәктәптә туған телдә белем алыу баланың ижади фекерләү мөмкинлектәрен тулыраҡ асырға булышлыҡ итә. Миңә шул дәүерҙең ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыу бәхете тейҙе. Әгәр ҙә урта мәктәпте туған телдә уҡып бөткән булһам, был минең өсөн ғүмерлек байлыҡ булыр ине. Туған телдә уҡытыу ул, ғөмүмән, кешенең асылыуы, һәләттәрен үҫтереү өсөн төп нигеҙ булып тора икән. Мәктәптәрҙә туған телдә белем алып, күпме күренекле шәхестәребеҙ үҫеп сыҡҡан. Тотош бер нисә быуын улар.
– Кемдәрҙе атап китә алыр инегеҙ? – Фәндең теләһә ниндәй тармағында бар беҙҙең ундай күренекле шәхестәребеҙ. Шул уҡ Рәми Ғарипов йәш ваҡытында туған тел мөхитенән айырылған булһа, беҙ белгән шағир булып формалаша алмаҫ ине. Өфөгә килгәс тә тап башҡорт мәктәбендә белем алыу мөмкинлеге уның ижад ҡанаттарын үҫтереп кенә ебәргән. Күренекле геологтар Басир Мәһәҙиев, Диҡҡәт Бураҡаев, тарихсылар Әнүәр Әсфәндиәров, Ирек Аҡманов, иҡтисад белгесе Мазһар Иҫәнбаев, археолог Нияз Мәжитов, офтальмолог Марат Аҙнабаев, архитектор Урал Ураҡсин да башҡорт урта мәктәбен тамамлаған. Бөтә фәндәрҙе лә туған телдә уҡыу арҡаһында урта мәктәпте тамамлағанда уларҙың бөтә ижади мөмкинлектәре асылған. Темаларҙы аңламай баш ватып ултырырға кәрәкмәгән, улар фәндәрҙе һыу кеүек эскән. Мораҙым мәктәбендә лә мин үҙемде һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек хис итә торғайным. Урыҫ телен дә яҡшы үҙләштерҙем, техникумда был фән буйынса хатта урыҫтарға ҡарағанда ла яҡшыраҡ өлгәшә инем. Халҡыбыҙ туған телдә уҡытыу мөмкинлеген тулыһынса файҙаланһын ине. Үкенескә, 1964-1965 йылдарҙа күрше өлкәләрҙә туған телдә уҡытыу ҡыҫҡартылды, ә элегерәк, мәҫәлән, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә башҡорт телен туған тел тип иҫәпләү кимәле Башҡортостандан юғарыраҡ була торғайны хатта. Халыҡ үҙе, ата-әсәләр балаларын туған телдә уҡытыу мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға тырышһын.
– Ҡандан килгән һәләт хаҡында фекер алышһаҡ?– Ошо һорауға яуап бирер өсөн “Башҡорт шәжәрәләре” (Өфө, 1960, 50-51-се биттәр) китабын ҡулыма алдым. Мең ҡәбиләһе шәжәрәһендә бына ошондай аҡыллы һүҙҙәр бар: “Белеңезләр, ғафил булмаңызлар, ғаҡыллы аңлар, ғаҡылсызның бер ҡолағынан керүб, берсендин чығар. Имам Әғзам хәзрәтләре әйтмәдеме, укун (уҡын), йәғни нәселен белмәгән кеше бадшаһ алдында сүз сүзләргә ярамас, ахырғудан хәбәр белмәгән хакимчелеккә ярамас, тиде”. Был һүҙҙәр 1671-1672 йылдарҙа аҡ ҡағыҙға теркәлгән. Тимәк, ахырғыны (боронғоно) белмәгән кеше хакимлыҡҡа ярамаҫ, тигән мәғәнә ап-асыҡ итеп әйтелгән бит инде. Бик ҙур аҡыл ята был һүҙҙәрҙә. Нисәмә быуат элек үк меңлеләр араһында шәхес тәрбиәләүгә ҙур талап ҡуйылған. Һәр бер кеше үҙенең ете быуынын, мөмкин булһа, ун ике быуынын да белергә тейеш булған. Шәжәрәләр ярҙамында халыҡ үҙенең тарихын да һаҡлап алып ҡалған. “Урал батыр” эпосы – халыҡтың иң боронғо тарихын художестволы әҫәр аша һаҡлап алып ҡалыу, халыҡҡа еткереү, киләсәккә тапшырыу күренеше ул.
Мең ҡәбиләһе составында ун бер ырыуҙың береһе – меркет-меңдәр. Ул беҙҙең ырыуыбыҙ. Меркет-мең – Евразия тарихында күренекле, билдәле, боронғо ҡәүемдең береһе. Улар Сыңғыҙхан дәүерендә, шул ваҡиғаларҙа ғәйәт ҙур роль уйнаған халыҡ. Меркет-меңдәр – Сыңғыҙхандың күтәрелеүенә риза булмайынса, уға ҡаршы сыҡҡан халыҡ. Әгәр улар Сыңғыҙханға ҡаршы тора алһалар, Евразия тарихы бөтөнләй башҡа йүнәлештә киткән булыр ине. Күпме кеше, ҡалалар юҡҡа сығарыла. Үкенескә, меркеттәр, Сыңғыҙхандан еңелеп, төрлөһө төрлө яҡҡа һибелергә мәжбүр булған. Һуңғараҡ Көньяҡ Уралға килеп һыйынған, 12 башҡорт ауылы булып йәшәп киткән халыҡтың вәкиле – беҙ.
Меркеттәрҙең башҡорт тарихында ла үҙ урыны, роле бар. Уларға хас холоҡ, фиғел әле лә һаҡланған. Миҫал өсөн Мораҙым, Төрөмбәт ауылдары бөгөн дә үҙҙәренең көрәшселәре менән дан тота. Көрәш буйынса Рәсәй Федерацияһының абсолют чемпионы Вәкил Ильясов. Мораҙымға ҡайтһам, Раян Мырҙабаев менән күрешеп, аралашып китергә тырышам. Ул тирә-яҡта көслө көрәшселәрҙең береһе. Ул минең Урал ағайым менән дә көрәшкән. Урал абзыйым Әлшәй районында 15 йыл буйы беренселекте алып килде. Һабантуй һайын еңә лә һарығын алып та ҡайта, еңә лә һарыҡ ала торғайны. Тәүәккәллек, үткерлек, саялыҡ, асыҡлыҡ, булдыҡлылыҡ хас меркет ауылдары халҡына. Улар ат ярата. Игенселек менән дә тәүгеләрҙән шөғөлләнә башлауҙары ла заман ҡуйған талаптарҙы ҡабул итә белеү, аҡыл менән дә бәйле бит инде ул.
– Аҡмулла ижадын өйрәнгән ғалим башҡорт милләте был бөйөк шәхесенең исемен мәңгеләштереүҙә нимәләр эшләне һәм әле ниндәй ғәмәлдәр атҡараһы бар тигән фекерҙә?– Аҡмулла исемен үҙебеҙгә ҡайтарыу, мәңгеләштереү, ил юғарылығына күтәреү йәһәтенән беҙ, әлбиттә, беренсе һәм ғәйәт ҙур аҙымды яһаныҡ. Был Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы бойомға ашырылған эш булды. 1981 йылға тиклем беҙҙә Аҡмулланы бары тик боронғо әҙәбиәтте белгән, мәҙрәсә белемен алған, Аҡмулла ижадында тәрбиәләнеп үҫкән ҡарттар ғына белә ине. Йәмәғәтселек, етәкселек Аҡмулланың кем икәнен бөтөнләй ишеткәне лә юҡ ине. Бына шул 1981 йылда Аҡмулланың юбилейына әҙерлек ваҡытында партияның Башҡортостан Өлкә комитетында бер бүлек мөдире менән һөйләшеү иҫтә ҡалған, ул минән һорай: “Ҡайҙан килтереп сығарҙығыҙ ул Аҡмулланы? Уны беребеҙ ҙә белмәйбеҙ ҙәбаһа?” – ти. “Беләһегеҙме, беҙ белмәйбеҙ, ә уны халыҡ белә, ул халыҡ күңелендә йәшәй, тинем. Аҡмулланы “минеке лә минеке” тип үҙләштереп бөтөп киләләр ине. Ата-әсәһенең башҡорт икәнен дә танымаҫҡа тырышыусылар булды. Бәхеткә күрә, 1981 йылда Аҡмулланың юбилейына әҙерлек эше менән шөғөлләнеү минең ҡулға килеп керҙе. Яҙыусылар союзында консультантмын. Был яуаплылыҡҡа әҙер инем, сөнки университетты тамамлағанда Аҡмулла ижады буйынса диплом эше яҡлап, артабан да уның ижадын өйрәнеү менән шөғөлләндем. Өлкә комитет ҡарарының проектын әҙерләнем, ул ҡабул ителде. Ул ваҡыт өсөн был ҡарар әлеге Указдарға тиң ине. Аҡмулланың был юбилей саралары, ғөмүмән, төрлө яҡтан да ыңғай дәүергә тура килде, сөнки өлкә комитеттың 1-се секретары Миҙхәт Закир улы Шакиров башҡорт уҡымышлыһы, башҡорт патриоты Закир Шакировтың улы булып сыҡты. Икенсенән, идеология секретары Таһир Ахунйәнов, асылда, Аҡмулланың күрше ауылынан. Миәкә районының Туҡһанбайы менән Ахунйәновтың Бишбүләк районындағы тыуған ауылы аралары ун биш саҡрым тирәһе генә. Комсомол ваҡытында ул Туҡһанбайға ла барып йөрөгән, сөнки Туҡһанбайҙың Бишбүләк районына ла ҡараған йылдары булған икән. Әлеге Аҡмулла шиғырҙарын яттан белгән Хәбетдин Бәҙретдинов бабайҙы ла белеп йөрөгән. Ул – Туҡһанбайҙың башҡорт ауылы икәнен дә, Аҡмулланың Туҡһанбайҙан икәнен дә яҡшы белгән кеше. Уға быларҙы аңлатырға, иҫбатларға һис кәрәкмәне, ул барыһын да ишетеп-күреп тигәндәй белә ине. Йәғни беҙҙең беренсе етәкселәр өсөн Аҡмулла темаһы көтөлмәгән яңылыҡ булманы, улар быны ҡабул итергә әҙер ине. Закир Шакиров – 1930 йылдарҙа Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” тигән шиғырын Ҡурған өлкәһенән яҙып алып ҡайтҡан кеше. Әлбиттә, Миҙхәт Закир улы техник белемгә эйә кеше ине, шуға бөтә нескәлектәрен дә белеп бөтмәүе лә ихтимал, әммә, рухлы атаһы мөхитендә үҫкән кеше булараҡ, ул Аҡмулланы күтәреп алырға әҙер ине. Башҡортостанда 1981 йыл яҙ башынан алып декабргә тиклем ысынында Аҡмулла йылына әйләнде. Гәзит-журналдар, радио, телевидение шаулап торҙо, сөнки бөтә ерҙә мәҡәләләрҙе, сығыштарҙы көтөп кенә торҙолар. Ул арала Аҡмулла шиғырҙарының урыҫсаға юлға юл тәржемәһен эшләп, Яҙыусылар союзына тапшырҙым. Шиғырҙары урыҫ телендә лә сыға башланы. Әхәт Вилданов быларҙан алдараҡ Аҡмулла ижады буйынса диссертация яҡлағайны. Мин китап яҙып бөттөм. Беҙ шул тиклем әүҙем эшләнек. Ун ай эсендә китап та яҙылып бөттө, уны урыҫса сығарырға тип әйттеләр, уны тәржемә иттем. Бер аҙна эсендә Әхәт менән икебеҙҙең дә китаптар баҫылып сыҡты: уныҡы – башҡорт, минеке урыҫ телендә. Аҡмулланың юбилейын үткәргән ваҡытта беҙҙең өҫтәлгә шағирҙың башҡортса ҡалын йыйынтығы, уның тураһында ике-өс китап килеп ятты. Үҙәк матбуғатта – “Правда”, “Известия”, “Советская Россия” гәзиттәрендә мәҡәләләр баҫылды. Өфөгә Мәскәүҙән, союздаш республикаларҙан яҙыусылар, әҙәбиәтселәр килде. Улар ҡайтып Аҡмулла тураһында яҙып сыҡтылар, шиғырҙарын баҫтырҙылар, төрлө телдәргә тәржемә иттеләр. 14 декабрҙә Мәскәүгә юбилей сараларына ҙур делегация булып барып төштөк. Бер йыл эсендә беҙ Аҡмулланы үҙ юғарылығына күтәреп ҡуйҙыҡ. Ошо осорҙан алып Аҡмулланың башҡортлоғон танынылар. Дусмаил Ҡасҡынбаев әйткән ул, әммә бер ҡайҙа ла яҙмаған. Шәйхетдин Динмөхәмәтовҡа яҙған хатында ул бына нимә тигән: “Аҡмулла, ысынлап та, башҡорт балаһы икән. Беҙ уны яңылышып атаһы ҡаҙаҡ тип йөрөгәнбеҙ. Хәҙер барыһы ла асыҡланды”. Әҙәбиәтебеҙ, рухиәтебеҙ тарихында Аҡмулла үҙ урынын алды. Бөтә йәмәғәтселек уның рухи остаз икәнен таный.
Аҡмулланы беҙ, асылда, атеизм дәүерендә өйрәндек. Ул осорҙа беҙ Аҡмулланың рухи донъяһы хаҡында тирә-яҡҡа ҡаранып ҡына әйтә торғайныҡ. Беҙ уны суфый шағир тип тә, әүлиәләр затынан булған икәнен дә яҙмай инек. Ул – дини шағир, ул –иманға саҡырыусы шағир, ул – халыҡтың рухи, имани остазы. Ләкин шуны юл араһында аңғарта торғайныҡ. Уның ижадында диалектика көслө, тормошсан шағир, халыҡты тәртипкә, һөнәргә, белемгә өйрәтеүсе тип яҙҙыҡ. Әле китабымды ҡабат уҡыйым һәм атеизмдың сикләнгән ҡараштарына улай уҡ бирелеп китмәгәнмен икән тип ҡыуанам. Үҙем Ҡөрьән сүрәләрен тыңлап үҫкән кеше булараҡ, ниндәйҙер һаҡлыҡ менән әйтә белгәнмен. Хәҙерге дәүерҙә Аҡмулланы өйрәнеү өсөн беҙ Зәйнулла Рәсүлевтең Нәҡшбәндиә тәриҡәтенән сығып, суфыйсылыҡты аңлап, Аҡмулланың ысын дини шағир, иманға саҡырыусы булыуы хаҡында яңы һүҙ әйтергә тейешбеҙ. Уның ижадындағы бик күп фекерҙәр Ҡөрьәндән килә. Ул халыҡты сафлыҡҡа, күңел таҙалығына, рухи ҡеүәткә саҡырыусы булараҡ асырға кәрәк. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы ғилми конференцияла ла яңыраҡ ошо хаҡта әйттем. Ҡабул иттеләр. Икенсенән, фактик материалдарҙы өйрәнеүҙе лә дауам итергә һәм бик иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки Аҡмулланың биографияһында асыҡланып бөтмәгән, төрлөсә йөрөтөргә урын ҡалдырған моменттар ҙа бар. Шуларҙы төбөнә тоҙ ҡойоп ҡуллана белмәһәң, шағир тураһында хата фекер йөрөтөүең ихтимал. Һуңғы йылдарҙа Фәнис Янышев Аҡмулланың тормошон өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барҙы. Ләкин биографияһында ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тағы бер асыҡлап ҡарар кәрәк әле.
– Бөгөнгө заман һүҙ сәнғәтенең төп миссияһы нимәлә?– Был һорауға Флүр Ғәлимов “Аҙғын тәүбәһе” романы аша яуап бирҙе, минеңсә. Бөгөнгө әҙәбиәттең төп миссияһы – халыҡтың, милләттең рухын һаҡлау, заман картинаһын тыуҙырыу. Беҙҙең алда әле милләтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү бурысы тора. Беҙ арыу уҡ көслө милләтбеҙ. Эйе, үкенескә ҡаршы, бик күп һанлы түгелбеҙ. Донъяла глобалләшеү процесы бара, замандың яңы елдәре иҫә, уларға ҡаршы тороу өсөн һәр бер халыҡ үҙ яҙмышы өсөн үҙе ең һыҙғанып эшләргә тейеш. Һәр милләткә үҙ көсөн мобилизациялау зарур. Шул уҡ Флүр Ғәлимов дөрөҫ позицияла тора: ул иманды, телде, йолаларыбыҙҙы һаҡлау юлын һайланы. Беҙ шулай уҡ еребеҙҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ, еребеҙҙән ситкә таралырға тейеш түгелбеҙ. Ситтә йәшәгәндәр, бәлки, яҡшы ла көн итәлер, ата-әсәһе лә уның өсөн шат, туған телен дә һаҡлайҙыр, әммә балалары бит башҡа мөхиттә үҫә, айырыла. Йәш быуын башҡа халыҡты тулыландырыуға хеҙмәт итә башлай. Беҙ – боронғо һәм көслө халыҡ, беҙгә үҙ гендарыбыҙҙы ситкә таратырға ярамай. Беҙ барыһын да үҙ милләтебеҙҙе үҫтереү өсөн файҙаланырға тейешбеҙ. Һәр кем үҙ халҡы менән бергә йәшәүҙе оло бәхет тип иҫәпләһен ине.
– Топонимиканы өйрәнгән фән эшмәкәре булараҡ, беҙ был өлкәлә эштәрҙе теүәлләнек, тип әйтә алабыҙмы?– Топонимика буйынса беҙ бер аҙ уңышҡа өлгәштек инде ул. Уныһы бик һәйбәт: бер нисә фән докторы, фән кандидаттары үҫеп сыҡты, арыу ғына монографиялар яҙылды. Ул фән тармағы айырым бер йүнәлеш булып формалашты, һүҙлектәребеҙ баҫылып сыҡты. Ә бына топонимика донъяһын күҙ алдына килтереп ҡараһаҡ, артабан шул тиклем эштең күп булыуын күрәһең, сөнки һүҙлектәр буйынса ғына ҡарағанда ла, телдә йөҙ меңдән дә артмай бит һүҙҙәр һаны. Ә топонимиканы тулыһынса йыйһаҡ, тарихи Башҡортостанда кәмендә ярты миллион самаһы ер-һыу атамаһы йыйып алған булыр инек. Ләкин, үкенескә ҡаршы, ошо байлыҡ йыйылмай ята. Һәр топонимик берәмек – тел берәмеге, тел күренеше, тарих, һәр атамаға йөкмәтке һалынған. Мәҫәлән, Шүлгәнташ тигән атаманы ғына алайыҡ. Шул бер исем янында ғына ниндәй ҙур тарих ята. Йәнә Йылҡысыҡҡан күле тип әйткәндә лә беҙ уға бәйле тарихты күҙ уңынан үткәрәбеҙ. Аңлашылып бөткән һәм бөтмәгән серҙәр ята. Йылҡысыҡҡан күле ул бит Бөрйәндә генә түгел. Эпосыбыҙҙа Асылыкүлдән дә йылҡылар сыҡҡан. Баймаҡ районында йылҡылар сыҡҡан бер урын бар, ул хаҡта яңыраҡ бер легенда баҫтырҙым. Бында мифология тип тә әйтергә була, әллә беҙ белмәгән серҙәр йәшеренгәнме? Һәр топоним – ул алтын бөртөгө. Йөҙәрләгән мең микротопонимдар әрәм булып ята. Беҙ уларҙың бер аҙын йыйҙыҡ ул, ләкин бер быуындың, бер кешенең генә ғүмере етмәй быға. Мин үҙем бер нисә тиҫтә мең ер-һыу атамаһын асыҡланым, ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәргә теркәлгән ул. Уларҙы эш итеп бөтөүе лә ауыр, сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында даими эшләгән топонимика бүлеге булырға тейеш. Топонимик картотеканы бер туҡтауһыҙ тулыландыра барыу талап ителә. Бына беҙ институтта эшләгәндә 80 мең ер-һыу атамаһын йыйып, картотека төҙөлгәйне. Һуңғы осорҙа ул эш туҡтап ҡалды. Йәнә лә ваҡыт үтеү менән бик күп исемдәр юғала бара. Ауыл бөттөмө, шул тирәләге ер-һыу исемдәре лә онотола. Беҙҙең топонимия мираҫы бер нисә быуат буйы төҙөлә килгән карталарҙа, документаль әҙәбиәттә теркәлгән. “Материалы по истории Башкирской АССР” тигән документтар йыйынтыҡтарында шул тиклем бай топонимик материал теркәлгән, сөнки башҡорт араһына килеп ултырған һәр халыҡҡа ерҙе бүлгән ваҡытта исемен атап, сиктәрен билдәләп ҡуйғандар. Исемдәрҙең бик күбеһе урыҫса теркәлгән һәм башҡортса әйтелеше сер булып ҡала. Башҡортса әйтелешен беҙ бик ҙур ҡыйынлыҡ менән эҙләп табабыҙ. Ә йыш ҡына атамаларыбыҙҙың башҡортса әйтелешен юғалтабыҙ. Бына, мәҫәлән, Белорет районында Шакитар тигән тау бар икән. Минән, нимә аңлата ул, тип һорайҙар. Мин Шакиртауҙыр, тип әйтер инем, ләкин был фараз ғына буласаҡ. Уның дөрөҫ әйтелешен шул төбәктә йәшәгән зауыҡлы кешеләрҙән һорашып, яҙып алған йәки документаль сығанаҡ булған осраҡта ғына иҫбатлап әйтеп була. Шул уҡ Белорет районында Шеерлак тигән бер тау һырты бар. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә эшләгән осорҙа бер шул район кешеһе килеп керҙе лә, мин унан был хаҡта картаға төбәп һораным. Шәһәрләк, тине ул миңә. Күренеп тора, атаманың нигеҙендә “шәһәр” һүҙе ята. Ә инде “ләк”, “лек” ялғауҙары шәһәр булған урын тигәнде аңлата. Бына тағы ла бер сер, тағы ла бер тарих. Шул урынға археологтарҙы алып барыр инем: бына ошо урында ҡаҙынырға кәрәк, унда ҡасандыр булған ҡаланың нигеҙе ятыуы ихтимал, тиер инем.
Башҡортостандың топонимикаһы буйынса ауыл атамалары, оронимия, микротопонимия буйынса диссертациялар яҙылды. Региональ пландағы хеҙмәттәребеҙ бар. Әммә әлеге ваҡытта бер тема көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала: Башҡортостандың гидронимияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды ул. Азат Камалов 1969 йылда атҡарҙы был эште. Был тәүге генә хеҙмәт ине һәм айырым монография булып баҫылып сыҡманы. Ул бөтә тулылығында беҙҙең гидронимияны асып бирә торған дәүер түгел ине әле. Бөгөн Башҡортостан гидронимияһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҙырға кәрәк. Унда боронғо атамалар һаҡлана, был фән өлкәһендә иң актуаль проблемаларҙың береһе. Унда бик күп асыштар яһарға була. Төбәк кимәлендә топонимияны өйрәнерлек темалар бар. Был өлкәгә килгән йәштәр юҡ, сөнки ул ауыр хеҙмәт талап итә. Уның эсенә кереп китеүе лә еңел түгел. Топонимист булыр өсөн телсе лә, тарихсы ла, этнограф та, диалектолог та, географ та булырға кәрәк. Кәмендә ошо биш-алты фән тармағы буйынса йөҙөп йөрөп эш итә алырлыҡ белгес булыу шарт. Бик универсаль фән тармағы. Күп уҡыу кәрәк бының өсөн. Хәҙерге ваҡытта универсаллеккә өлгәшер өсөн мөмкинлектәр күп, Интернет та ныҡ ярҙам итә ала. Талантлы йәштәребеҙ күп. Белем биреү системаһы, бәлки, хәҙер аҡһайҙыр, әммә белем алыу мөмкинлектәре киңәйҙе. Ана шуны дөрөҫ итеп файҙалана белһәк ине.
– Энциклопедия фәнен үҫтереүгә, нигеҙ һалыуға күп көсөн һалған ғалим ниндәй темаларға энциклопедиялар яҙылмаған тип иҫәпләй?– Беҙ энциклопедияны “Башҡортостан” тигән тема буйынса башланыҡ. Ул төбәктең, республиканың энциклопедияһы булды һәм урыҫ, башҡорт телдәрендә баҫылып сыҡты. Был беҙҙә энциклопедистиканы башлап ебәреү күренеше ине. Шуны эшләгән ваҡытта мин “Башҡортостан” тигән том янында “Башҡорттар” тигән томды ла эшләүҙе күҙ уңында тоттом. Ошо илде, республиканы бар иткән халыҡ тураһында айырым энциклопедия булырға тейеш тип иҫәпләйем, әммә был мәсьәлә онотолоп ҡалды.
– “Башҡорттар” тигән китап сыҡты быйыл Мәскәүҙә. Ул яуап бирә алмаймы талаптарға? Әллә жанры башҡамы?– Энциклопедия төҙөү өсөн бик яҡшы нигеҙ була ала ул китап, хатта яуап та бирә ала. Ләкин уҡыусы өсөн был монография менән энциклопедия араһында ҙур айырма бар. Ул китапты эшләгән ғалимдарға беҙ рәхмәт әйтергә тейешбеҙ, был ҙур ҡаҙаныш. Әммә шуның эргәһендә барыбер “Башҡорттар” тигән том булырға тейеш.
Сыуашстанда мәктәптәрҙә “Сыуаш халҡының тарихы” тигән предмет уҡытыла. Шәп бит! Беҙҙә лә мәктәптә ошондай бер предмет, курс бик кәрәк булыр ине ул. Вуздарҙа ла кәрәк. Ошо ерҙең аҫаба халҡы тураһында Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше белергә тейеш. “Башҡорт халҡының тарихы” тигән фәнде уҡыған кеше ҡайҙа барһа ла Башҡортостан, уның төп халҡы тураһында мәғлүмәтле булыр, барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирә алыр ине.
Бөйөк шәхестәр тураһында энциклопедиялар серияһын күҙ алдына килтергәндә, уны “Зәки Вәлиди”ҙән башларға кәрәк ине. “Салауат Юлаев” булды. Бөйөк яҙыусылар, композиторҙар тураһында яҙыу һәйбәт, әлбиттә, әммә иң тәүҙә республиканы төҙөгән кеше – Зәки Вәлиди тураһында булырға тейеш ине китап. Тематик энциклопедияларға килгәндә, “Әҙәбиәт һәм сәнғәт”, шулай уҡ баш ҡалабыҙ – “Өфө” тигән томдарҙы эшләү ҙә зарур.
Беҙ энциклопедияла эшләй башлағанда, “Башҡортостан” тигән томды төҙөгәндән һуң, ун томдан торасаҡ донъя энциклопедияһын төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйғайныҡ, Ғилми советтың ҡарары ла бар ине. Уның төп идеяһы “Истоки духовности” тигән китабымда әйтелгән. Донъя энциклопедияһын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ, бер һүҙ менән аңлатып бирегеҙ, тигәс, мин “Урал тауҙары бейеклегенән донъяны асыу” (“Мир с высот Уральских гор”) тип яуап бирҙем. Урал тауҙары бейеклегәнән төҙөлгән энциклопедияла башҡорттар донъя картинаһында үҙ урынын да күрһәтә, үҙҙәрен дә таныта алыр ине. Миҫал өсөн ошондай темаларҙы ғына атап үтеү ҙә етә: 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышында башҡорттарҙың иҫ киткес батырлыҡ күрһәтеүе тураһында башҡалар белмәүе лә ихтимал, әммә беҙ уларҙың барлығын беләбеҙ һәм донъя энциклопедияһына ла индереп ебәрә алабыҙ. Фән донъяһында һәр ҙур милләттең, ә беҙ – ҙур фекерле милләт, үҙ энциклопедияһы бар. Совет осоронда барлыҡ союздаш республикалар хатта үҙ телдәрендә донъя энциклопедияларын төҙөп нәшер итте. Донъя энциклопедияһы төҙөһәк, беҙ һәр өлкәлә үҙебеҙҙе күрһәтер инек. Беҙҙә ШОС һәм БРИКС саммиттарының үткәрелеүе айҡанлы был проблема бөгөнгө көндә тағы ла актуалерәк була бара. Ана шулай донъя кимәленә сыға барған һайын беҙ энциклопедия жанрын да файҙаланырға тейешбеҙ.
– Бөгөн ниндәй хеҙмәттәр һәм әҫәрҙәр өҫтөндә эшләйһегеҙ?– Үҙемдең 80 йәшемә “Һайланма әҫәрҙәр”емдең 1-се томын көтөп йөрөйөм. 2-се томды әҙерләйем. Ваҡытында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы өс томлыҡҡа фатиха биргәйне. Киләһе йылдарҙа шуларҙы ҡулға алырға насип булһын. Минең әле ҙур шатлығым – хәтирәләр йыйынтығым. 450 биттән торған китап булды ул, әле “Ағиҙел”дә баҫылып килә. Бәлки, бағыусы табылып, айырым китап итеп сығарып та булыр, журнал уҡыусылар әүҙем генә шылтырата башланы, фекерҙәрен уртаҡлашалар.
Архивым ҙур, шунда ҡаҙынам. Һәр тема буйынса яҙмаларымды айырым туплайым. Фольклор материалдарын бер папкаға йыям: ауыл тарихтары, йырҙар, легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр. Ауылдарҙа йөрөп йыйылған, төнө буйы тыңлаған материалдар айырым бер том булырлыҡ ул. Бәлки, Фольклориада уңайынан донъяға сығарып булыр.
– Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә башҡорт халҡының асылы сағыла. Һеҙгә иң тәү сиратта милләттең ниндәй сифаттары күҙгә ташлана?– Беҙҙең әкиәттәрҙә башҡорт халҡының бөтә булмышы, тәрбиә асылы сағыла. Ир-егет – көслө, ғәййәр рухлы, ғәҙеллек өсөн үҙен аямаған зат, ҡатын-ҡыҙ – матурлыҡ өлгөһө, рухи күркәмлек билдәһе. Әкиәттәрҙә ғәҙеллек идеяһы, шуға иҫ киткес ышаныу йәшәй. Изгелекте раҫлау, “Урал батыр” эпосындағы идея беҙҙең әкиәттәребеҙҙә лә дауам итә.
– Һуңғы йылдарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙы ир холоҡло тип яҙа, әйтә башланылар. Миңә ошо фекер шул тиклем яман маҡсатты пропагандалаған төҫлө. Ҡатын кеше, нимә генә эшләһә лә, ир була алмай ҙа инде. Уларҙың ир булырға тырышыуы үҙе үк ир-атты кәмһетә төҫлө миңә. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?– Ҡатын-ҡыҙ – ул усаҡ йылыһын һаҡлаусы. “Киске Өфө”лә Миләүшә Ҡаһарманова: “Ҡатын кеше – ул рухи көс, ҡеүәт бирә торған зат, хатта бирә торған кеше”, – тип яҙҙы әле ул. Ирҙе ир итеп тотҡан кеше лә – ҡатын. Был хаҡта халҡыбыҙҙың, ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә – ҡатын, тигән ғәләмәт көслө фекерле мәҡәле бар. Эйе, ҡатындары заманында ире артынан яуға ла барған, әммә шул уҡ иренә терәк булыр өсөн. Ир-егетте кәмһетерҙәй фекерҙәр менән беҙгә, ғөмүмән, мауығырға ярамай. Киреһенсә, бөгөнгө болғауыр дәүерҙә ир-егеттең мәртәбәһен күтәрер фекерҙәрҙе алға әйҙәргә кәрәк.
– Филология буйынса бөгөн бик күп диссертациялар яҡлана. Асыштар бармы? Был тармаҡ өсөн асыш тип нимәне атап була?– Был хаҡта хәбәрҙар булыу өсөн кәмендә докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау Советы рәйесе юғарылығынан тороп фекер йөрөтөргә кәрәк, шуға күрә миңә был хаҡта нимәлер әйтеүе ауырыраҡ. Әммә шуны әйтер инем: ысынлап фән менән шөғөлләнеү диссертация яҡлағандан һуң башлана. Бөтә хикмәт шуға бәйле. Ярай, рәхмәт, кандидат, доктор булғанһың, ә артабан нимә эшләй алаһың, халҡың өсөн нимә бирә алаһың, бына ошо хаҡта уйланырға бурыслы фән кешеһе. Күп томлы академик “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” яҙылып бөттө. Быға шөкөр итергә кәрәк. Беҙҙең проза яйлап булһа ла тикшерелә, өйрәнелә. Шиғриәт буйынса Әнғәм Хәбиров шағирҙар ижадына арналған мәҡәләләр яҙып тора. Ләкин беҙҙә бит әҙәби процеста күренеш булырлыҡ әҫәрҙәргә ваҡытында анализ, баһа биреп барылмай башланы. Беҙҙең бик ҙур яҙыусыларыбыҙ бар, улар хаҡында күптән төплө монографиялар яҙылырға тейеш. Заманында проза, шиғриәт, драматургия буйынса эшләгән ғалимдарыбыҙ булды бит. Бөгөн прозаны Гөлфирә Гәрәева, Зәки Әлибаев ентекле өйрәнә. Рауил Бикбаев съездан съезға шиғриәт, әҙәби процесс тураһында етди мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Һуңғы съезда докладтар булды, әммә анализ етерлек түгел ине. Әҙәбиәттең ҙур күренеше булған яҙыусылар тураһында ҡайҙа ул ҙур күләмле тикшеренеү эштәре: әйтәйек, Әхиәр Хәкимов, Яныбай Хамматов, Булат Рафиҡов, Денис Бүләков, Рәшит Солтангәрәев, Суфиян Поварисов, Таңсулпан Ғарипова, Ноғман Мусин ижадтары. Һәр береһе үҙенсәлекле ижадсылар, әҙәбиәттәге уларҙың һүҙе – ҙур ваҡиға. Н. Мусиндың һайланма әҫәрҙәренең 11-се томы баҫылып сыҡты, халыҡ уҡый, ярата, шул романдар, шәхестәрҙең үҙҙәре тураһында тос ҡына хеҙмәттәр яҙылырға тейеш бит.
Йәнә лә мине шул аптырата: һуңғы ваҡытта шиғриәт һәм шағирҙар тураһында тәрәндән тороп фекер йөрөткән белгестәребеҙ юҡ бит. Ким Әхмәтйәнов кимәлен һаҡлай алманыҡ. Беҙ уның юғарылығын юғалтҡанбыҙ. Беҙҙең әҙәбиәттең иң алда барған жанры бит ул шиғриәт. Ә уның хаҡында тере фекер ишетәбеҙме? Ҙур шағирҙар ижады хаҡында төплө мәҡәләләр баҫыламы? Беҙҙең ике университетта ла әҙәбиәттең шиғриәт жанрын өйрәнеү буйынса уҡытыу кимәле борсолоу тыуҙыра, миңә ҡалһа. Беҙгә Ким Әхмәтйәнов һымаҡ фекерләгән әҙәбиәт белгестәре кәрәк!