Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Шүлгәнташ һәр кемде үҙенә тартырға тейеш”
“Шүлгәнташ һәр кемде үҙенә тартырға тейеш” Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрйән районына эш сәфәрендә “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында булды, уны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, инфраструктура объекттарын төҙөү барышы менән танышты.
Райондың туристик-рекреация инфраструк­тураһын үҫтереү маҡсатында Шүлгәнташ мәмерйәһенән өс саҡрым алыҫлыҡта, Ағиҙелдең уң яҡ ярында, 2014 йылда “Морат туғай” туристик кемпингы сафҡа индерел­гәйне. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 11,2 гектар тәшкил итә.
Әле кемпинг объекттары нигеҙендә 50 ял итеүсегә иҫәпләнгән “Аҡбуҙат” туристик комплексы ойошторолдо. Ағастан һалынған һигеҙ йоҡо корпусында ике, өс һәм дүрт урынлыҡ бүлмәләр, 10–12 кешегә иҫәпләнгән эконом класлы номерҙар бар. Комплекс биләмәһендә кафе, ял үҙәге, мунсалар, балалар спорт майҙансыҡтары урынлашҡан. Былтыр бында 2 меңдән ашыу кеше ял иткән.
Республика Башлығы комплекстың инфраструктураһы менән танышты һәм туристарҙың йәшәү шарттарын баһаланы.
“Шүлгәнташ” музей-ҡурсаулығында Рөстәм Хәмитов боронғо фаунаға, мәмерйәне тикшереүселәргә, унда табылған палеолит дәүерендәге һүрәттәргә, шулай уҡ “Урал батыр” эпосына арналған археология музейы экспозицияларын ҡарап сыҡты. Республика Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин төбәк етәксеһен Шүлгәнташ мәмерйәһенең музей комплексы проекты менән таныштырҙы. Уны ойош­тороуҙың төп маҡсаты – мәмерйәләге микроклиматҡа һәм ҡаялағы һүрәттәргә антропоген йоғонтоно кәметеү өсөн туристар ағымын музейға йәлеп итеү, үҙенсәлекле археологик ҡомартҡыны, уның мәҙәни һәм тәбиғи ландшафтын һаҡлап ҡалыу.
Әле биләмәгә килеүсе туристар артҡандан-арта бара. Былтыр ғына “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына 42 меңдән ашыу кеше килгән. Музей һәм тейешле инфраструктура булған осраҡта уларҙың һаны 100 – 150 меңгә тиклем артыуы ихтимал.
Республика Башлығы, буласаҡ музей комплексы заман талаптарына яуап бирергә, уны төҙөүҙә экологик яҡтан таҙа, инновациялы технологиялар файҙаланырға тейеш, тип билдәләне.
Ҡурсаулыҡтың мәғлүмәт-сервис үҙәгендә Рөстәм Хәмитов муниципалитет биләмәһен һәр йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының перспективалы пландары, Бөрйән туристик кластерын ойоштороу, тейешле инфраструктура булдырыу, “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресына әҙерлек, ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек, профилле министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың эшен көйләү мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов, биләмәне үҫтереү йүнәлештәрен анығыраҡ билдәләү өсөн федераль, республика һәм муниципаль власть органдары берлектә эшләргә тейеш, тип билдәләне.
– Бергә эшләүебеҙ шарт. Берҙәм үҫеш планы булырға тейеш. Юғиһә Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы – үҙ планы буйынса, ә беҙ үҙебеҙсә эш башлауыбыҙ ихтимал. Әле беҙгә нигеҙҙе дөрөҫ һалыу зарур. Сөнки был – республикабыҙ байлығы, – тине төбәк етәксеһе. – Урындағы, республика власы ҡатнаш­лығынан тыш биләмәне үҫтереү мөмкин түгел, әлбиттә. Был теманы ошо территорияға берлектә идара итеү тип билдәләйек, әйтәйек, Рәсәй Федерацияһы, республика һәм муниципалитет араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуяйыҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, Бөрйән туристик кластерын үҫтереү мөһим йүнәлеш булып тора. Уға ярашлы тау саңғыһы инфраструктураһын булдырыу күҙаллана. Район башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, сит ил инвесторҙары ошо йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныу белдерә.
Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡурсаулыҡты “Апимондия” федерацияһы конгресын үткәреүгә әҙерләү һәм Бөрйән солоҡ ҡорто популяцияһын һаҡлау буйынса саралар тикшерелде. Ҡурсаулыҡ һәм тотош район менән бәйле мәсьәләләрҙең күплеген иҫәпкә алып, Рөстәм Хәмитов биләмәне үҫтереүҙең бөтә йүнәлештәрен үҙ эсенә алған берҙәм документ әҙерләргә тәҡдим итте.
– “Шүлгәнташ” – республика биләмәһендәге уникаль объект. Һәм ул фән менән тикшеренеүселәрҙе генә түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән туристарҙы ла магнит кеүек тартып торорға тейеш, – тине республика Башлығы кәңәшмәгә йомғаҡ яһап.
Район үҙәге Иҫке Собханғолда төбәк етәксеһе 550 урынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбен ҡарап сыҡты. Уҡыу йорто уның күрһәтмәһе буйынса үткәрелгән реконструкциянан һуң, былтыр 1 сентябрҙә асылғайны.
2014 йылдың мартында мәктәптең иҫке бинаһында булып киткәндән һуң Рөстәм Хәмитов, уҡыусыларҙың ҡыҫынҡы шарттарҙа белем алыуын күреп, тиҙ арала реконструкция буйынса эш башлау бурысын йөкмәткәйне. Әле мәктәптә район үҙәгенән һәм күрше ауылдарҙан 700-ҙән ашыу бала белем ала. Башҡа ауылдарҙан уҡыусыларҙы автобус ташый. Бында шулай уҡ уларға элекке музыка мәктәбе бинаһында ваҡытлыса йәшәү өсөн бүлмәләр ҙә бүленгән. Яҙ комплекстың икенсе сиратын – 120 урынлыҡ интернатты сафҡа индереү күҙаллана.
Район башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, Яңы Собханғолда тиҙҙән башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә башлаясаҡ. Әле проектҡа дәүләт экспертизаһы үткәрелгән.
* * *
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында “Морат” тау саңғыһы үҙәгендә булды. Унда ул трассаларҙы тикшерҙе, шарттар менән танышты һәм комплексты үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Тау саңғыһы үҙәге етәкселеге әйтеүенсә, Яңы йыл байрамы осоронда бында 8,5 меңдән ашыу кеше килгән. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 11 процентҡа күберәк.
Төбәк Башлығы автомобилдәр туҡталҡаһын ойоштороуҙағы етешһеҙлектәрҙе, сервистың түбән кимәлен билдәләне.
– Тау һырттары буйынса дәғүә юҡ. Әммә башланған эште еренә еткереп ҡуйыу шарт, ә һеҙ бер урында тапанаһығыҙ, мәсьәләне һәүәҫкәрҙәрсә хәл итергә тырышаһығыҙ. Улай ярамай. Профессиональ күҙлектән ҡарарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Канат юлдарын тейешенсә көйләргә, уларҙы проект ҡеүәтенә сығарырға кәрәк. Бында һигеҙ мең түгел, ә 15 мең кеше ял итергә тейеш. Машина ҡуйырлыҡ, туҡланырлыҡ урындар ойоштороу зарур, башҡа хеҙмәттәр ҙә тейешенсә күрһәтелһен. Көньяҡ Уралдағы иң яҡшы тау саңғыһы курорты ошонда булырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы комплексының артабанғы эше буйынса өр-яңы план әҙерләргә, тейешле ресурстарҙы күрһәтергә, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала яйға һалырға, шул иҫәптән подрядсыларҙы һәм ситтән белгестәрҙе йәлеп итергә ҡушты.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә