Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Паклыҡ бар ерҙә – сафлыҡ
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рах­мәнир-рахим!
Иге-сиге булмаған ғаләм­дә Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған еребеҙ хозур тәбиғәте, тау-ҡаялары, йыл­ға-күлдәре, урмандары ме­нән йәмле. Тупраҡтан тиртеп сығып, ҡояштан нур алған үҫемлектәр күҙҙе иркәләй, йөрәкте йылыта, хушландыра, көндәребеҙҙе сағыу төҫтәргә мансый. Инеш-шишмәләрҙең һыуы, һәр күҙә­нәгебеҙгә үтеп инеп, зиһенде яҡтыртып ебәрә. Эйе, тәбиғәт – әҙәм балаһы күңеленә шифа, ҡеүәт, илһам биреүсе, уны йәшәтеүсе. Кеше йәшеллек менән бер бөтөн. Хоҙай Тәғәлә уларҙы айырылғыһыҙ итеп яралтҡан. Ә әҙәм балаларының барыһы ла быны аңлап етәме? Ер-әсәне хәстәрләйме, һаҡлаймы? Тирә-яҡ мөхиткә ҡарата битараф булһаҡ, уның кешелеккә шундай уҡ мөнәсәбәт менән яуап ҡайтарырын төшөнәме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был һорауҙар күп осраҡта яуапһыҙ ҡала.
Мәсьәлә һаман да ҡырҡыулаша барғанда, ағымдағы йылдың дәүләт етәкселеге тарафынан Экология йылы тип иғлан ителеүе хәлдең ныҡлы контролгә алынырына, көнүҙәк проблемаларҙың күпмелер кимәлдә яйға һалынырына ышанысты нығытты. Мәғлүм ки, “экология” һүҙе боронғо грек теленән алынған. Уның тәүге өлөшө йәшәгән урын, йорт, мөлкәт төшөнсәләрен бирһә, икенсеһе өйрәнеү, фән тигәнде аңлата. Еребеҙҙең, тирә-яҡ мөхитебеҙҙең торошо, сәләмәтлеге даими тикшерелеп торорға тейеш. Таҙалыҡ – баһалап бөткөһөҙ байлыҡ. Исламда ул иң юғары урында тора. Паклыҡ бар ерҙә – сафлыҡ, матурлыҡ, һаулыҡ. Улар юҡ икән, донъяны һөрөм баҫа, күңелдәр ҡарая.
Тирә-яҡ мөхит таҙа булһын тиһәк, тәү сиратта әҙәм балаларын тәрбиәләргә тейешбеҙ, хөрмәтле йәмәғәт. Күп нәмә нәҡ кешеләрҙең битарафлығынан, ғәмһеҙ­легенән, ғилемһеҙлегенән килеп сыға бит. Динһеҙ­легенән, тип тә өҫтәү дөрөҫ булыр. Ни өсөн тигәндә, тап тәрбиәһеҙҙәр, тәкәбберҙәр, үҙен бөйөктәрҙән-бөйөк тип һанағандар, рухһыҙҙар, ысын байлыҡтың ни икәнен аңламағандар, күңеле “һуҡыр”ҙар бысрата тәбиғәтте. Мәҫәлән, йәйгеһен күл буйҙарында, урмандарҙа кемдәр шашып байрам үткәреп, артынан йыйып бөткөһөҙ ҡый ҡалдыра? Бәләкәйҙән яҡшы тәрбиә күреп үҫкән кеше шулай ҡылана алыр инеме? Әҙәпле бәндә йәшәгән еренә һис ҡасан зыян килтермәҫ. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Тыуған ереңде яратыу – уның бөгөнгөһө һәм киләсәгенә үҙ өлөшөңдө индереү ул. Әҙәм балаһы төйәгенең ныҡлы көс менән алға барыуына булышлыҡ итергә бурыслы. Был йәһәттән ата-бабабыҙҙан өлгө алайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт. Улар һис ҡасан йәшәгән еребеҙҙең йәберләнеүенә юл ҡуймаған. Изге төйәгебеҙҙе һаҡлағандар, ҡурсалағандар, байлығын исраф итмәй ҡулланғандар. Мәҫәлән, тирмәне күсереп йөрөткәндә, ерҙе ҡаҙып, уның ҡара тупрағына зарар килтермәгәндәр, ипле генә ҡорғандар. Күсеп киткән саҡта ла арттарынан сүп-сар ҡалмаған. Ә хәҙер нисек? Битарафлыҡтың һөҙөмтәһе үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ бит, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ер – йәшәйе­шебеҙҙең сығанағы. Ул саф икән, ашар ризығыбыҙ таҙа, сәләмәтлегебеҙ ныҡлы булыр.
Эйе, тәү сиратта әҙәм балаларының күңеле пак булырға тейеш. Был йәһәттән, әл-хәмдү лил-ләһ, белем усаҡтарының күбеһендә маҡсатлы эш алып барылғанына шаһитбыҙ. Балалар өсөн экологик походтар ойошторола, ошо йүнәлештәге түңәрәктәр һаны артҡандан-арта, уҡыусыларға төрлө тикшеренеү эштәре алып барыу мөмкинлеге булдырыла һәм башҡалар. Йәштәрҙе тәбиғәткә яҡын итеп тәрбиәләү, күңелдәренә тереклеккә һөйөү уятыу – баһалап бөткөһөҙ изге ғәмәл ул. Өлкәндәрҙең барыһы ла ошоно үҙенә бурыс итеп алһын, был эш дөйөм йәмғиәттең уртаҡ маҡсатына әүерелһен ине, иншаллаһ.
Беҙҙе уратып алған мөхит – Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә дәлил. Хоҙайҙың рәхмәте менән яратылған тереклек, иншаллаһ, тормошобоҙға терәк булыуын, күңелдәргә илһам, шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәүен, тән, рух сәләмәтлеге биреүен дауам итһен, иманыбыҙҙы нығытһын. Һәммәбеҙгә лә Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәткә шөкөр итеп йәшәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә